Инфоурок Родной язык ПрезентацииУрок по башкирскому языку Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылым

Урок по башкирскому языку Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылым

Скачать материал

Тема: Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылым.

 

Маҡсат:

- уҡыусыларҙың башҡорт теленән һүҙлек байлығын арттырыу, ҡылым тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, яңы тема өйрәнеү; өндәрҙе башҡортса дөрөҫ әйтергә, уҡый, яҙа белеү; дөрөҫ интонация менән уҡыу, тәбиғәттең гүзәл йән эйәләре ҡоштар тураһында тураһында һөйләшеү. Ҡылымдың телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, ҡышлаусы ҡоштар тураһында белешмә биреү;

-уҡыусыларҙың логик фекерләүен, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу;

-ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡҡа, ҡышҡы тәбиғәткә, уның матурлығына һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор, карточкалар,

Ҡулланмала башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың яңы йүнәлештәре, төрлө алымдар, технологиялар ҡулланып үткәрелгән заманса дәрес өлгөләре, кластан тыш саралар, ижади эштәр бирелә.

 

Дәрес барышы.

I.                   Ойоштороу мәле.(слайд)

 

-Хәйерле көн алһыу таңдарға!

Хәйерле көн сихри һалҡын ҡышҡа!

Хәйерле көн уңған балаларға!

Хәйерле көн килгән ҡунаҡтарға!

Хәйерле көн тыуған еремә! (слайд, уҡытыусы уҡый)

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Кәйефтәрегеҙ нисек?

Бөгөнгө көндә һеҙҙе, дәрескә килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышайыҡ һәм дәресте башлайыҡ.

Әүҙем ҡатнашып ултырыуығыҙҙы һорайым. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә тырышып дәрестә яуап биреп ултырыу өсөн, телдәребеҙҙе шымартыр өсөн ошо шиғырҙы уҡып, дәресебеҙҙең девизын билдәләйек. Экранға күҙ һалағыҙ әле

 

Ике бәләкәй төркөмгә бүленеп ултырҙығыҙ, ярышып та алырһығыҙ. 1-се команда “Аҡыллылар”, 2-се команда “Зирәктәр”.  Ҡайһы команда көслөрәк, йәғни белемлерәк икән? Дәрес аҙағында шул турала белербеҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр кем үҙен баһалап та барасаҡ дәрес барышында. Баһалау ҡағыҙҙарын ҡарағыҙ (Ҡушымта 2). Дәрес аҙағында һөҙөмтә яһап һәр кем үҙен-үҙе баһалаясаҡ.

 

 

 

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Хөрмәтле уҡыусылар, хәҙер, һеҙҙең иғтибарығыҙ өсөн йәйге һәм ҡышҡы урман видеоһын күрһәтеп сығам. Бөгөнгө дәрес темаһын белер өсөн, һеҙгә ҡыш һәм йәй урмандарының айырмаһын табырға кәрәк.

(слайд)

- Ниндәй айырма бар?

-Ни өсөн ҡышҡы урман тыныс?

 

- Уҡыусылар, дөрөҫ.Әле беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡалған? (ҡышлаусы)

Башҡортса таҙа һәм дөрөҫ һөйләшеү өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ.

Матур итеп баҫайыҡ һәм башлайыҡ. Башта үҙем уҡып сығам, ә һуңынан инде бергәләп. ( слайд):

«Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарға
Ҡарҡылдап китеп бара».

 

Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа
Һайрай һары һандуғас.

-Әйе, дөрөҫ. Дөрөҫ. тиҙәйткесебеҙҙең текстына күҙ һалығыҙ әле. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нимәне белдерә? Ниндәй һорауға яуап бирәләр? Бөгөнгө дәрес темаһы ниндәй “Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.Ҡылым”(Дәфтәрегеҙҙе асып, число һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.)

-Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? (Ҡышлаусы ҡоштар, ҡылым тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр. Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.)

IV. Яңы тема.

Уҡыусылар, ҡышҡы урманға сәйәхәткә сығырға ҡаршы түгелһегеҙме? Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ.

Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ урманда йөрөйһөгөҙ. Унда һалҡынса, рәхәт. Һирәк кенә булһа ла ҡош тауыштары ишетелә. Әйҙәгеҙ әле бергәләп ҡарап алайыҡ, ниндәй ҡош икәнен танырға тырышығыҙ., уның өсөн йомаҡтар сисергә кәрәк.

 

(Слайд. Йомаҡ сисеү)

 

 

 

2) Һүҙлек менән эш.

 

Ҡыҙылтүш – снегирь

Турғай – воробей

Күгәрсен – голубь

Ҡарға- ворона

Һайыҫҡан – сорока.

3) Группа эше (Карточкалар менән эш).

-Дәресебеҙҙе дауам итеп уйын- ярыш үткәрәм. Уйындың биремдәрен тыңлап, дөрөҫ яуап бирерһегеҙ. Башланыҡ!

а) Рус телендә һүҙҙәрҙе тәржемә итергә. Ҡыламдарҙы билдәләргә.

1.Һыуыҡ (зима) етте.

2. (Медведь) йоҡлай..

 3. (Птицы) – беҙҙең (друзья). 

1.Бөтә ерҙе мамыҡ кеүек ап-аҡ (снег) ҡапланы.

2.(Заяц) бүренән ҡаса.

3.(Птиц) (зимой) ашатығыҙ.

Дөрөҫ яуапты дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

б)  Ҡайһы һүҙ артыҡ? Ни өсөн?

1.     Уҡый          1. Яҙа

2.     Йырлай       2. Бейей

3.     Һөйләй        3. Ашай

4.     Мәктәп        4. Ҡош

5.     Ултыра        5. Йүгерә

 

Ял минуты (слайд)

Ҡаҙҙар”

 Ҡаҙҙар осто, осто, осто теҙелеп.

 Остолар ҙа төштөләр.

 Ултырҙылар, ял иттеләр,

 Һәм тағы ла остолар.

 Остолар, остолар,

 Парта аҫтына боҫтолар!

в) Китап буйынса эш.

– Ял итеп алдыҡ. Ә хәҙер эшкә күсәбеҙ. Китаптың 58 битен асып, Ҡоштар донъяһы тигән тексты сылбыр буйынса уҡып сығайыҡ.

-Аҙаҡы һөйләмде тәржемә итеп, һорауға яуап бирегеҙ.

- Ҡоштар – тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә, тормошто биҙәй. Ҡышҡы сатлама  һыуыҡтар башланһа,  ҡанатлы дуҫтарыбыҙға бик ауырға тура киләсәк. Бигерәк тә буранлы көндәрҙә ағас ботаҡтарын ҡар ҡаплағанда, сатлама һыуыҡтарҙа, ҡоштар һыуыҡтан түгел, астан үлә. Ун ҡоштоң береһе генә яҙға ҡәҙәр иҫән ҡала. Бына шуға ла ҡоштарға кешеләр ярҙамға килә. Улар тағараҡтар яһай, тағараҡтарға икмәк валсыҡтары, ярма, төрлө орлоҡтар һала.

(Тағараҡ әҙерләү)

Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәткә, шул иҫәптән ҡоштарға ла һаҡсыл булырға, уларҙы яратырға һәм һаҡларға бурыслыбыҙ.

 

 

 

 

 

г) Байрамдар

Рәсәй Федерацияһының президенты указы буйынса 2022 йыл халыҡтарҙың мәҙәни мираҫына бағышланған.

Ҡәҙерле уҡыусылар, уйлап ҡарағыҙ әле. Ҡоштарға арналған ниндәй байрамдар беләһегеҙ

 

Ҡарға бутҡаһы (Ҡарға туйы) — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрамы. Яҙ—йәй мәлендә (апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем) үткәрелгән, ваҡыт үтеү менән яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән.

Традицион рәүештә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешергәндәр, ҡайһы ваҡыт бишбармаҡ әҙерләгәндәр. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелгән: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сыҡҡандар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйткәндәр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡырған

 

Кәкүк сәйе- Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә.

Кәкүк сәйенә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын — урман ситтәре һайлана. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Унда «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Наза», «Өсөнсөбөҙ — артыҡ», «һәпәләк» тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итә. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар.

 

Еребеҙҙе һаҡлайыҡ, матурлыҡҡа ынтылайыҡ. Атай-әсәйебеҙҙе ҡыуандырып, ярҙам итеп, гел бишлегә генә уҡыйыҡ.

-Шулай итеп ниндәй ҡоштарҙы белдек?

-Уларҙың ҡайһылары йәйен беҙгә ҡайта?

-Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?

 

 

Дәрестәге эшеңде баһалау:

-         Афарин, ҡәҙерле уҡыусылар, дәрестә барығыҙҙа актив матур эшләнегеҙ. Мине шатландырҙығыҙ. Рефлексия ҡағыҙҙарын алып, тултырығыҙ.

Рефлексия.

 

 

Өй эше: 1) Башҡортостанда ҡышлаусы бер ҡошҡа һүрәтләмә яҙырға

2) Ҡышлаусы ҡоштар буйынса кроссворд, презентация әҙерләргә.

 Һеҙ үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ.

5 ле булһа- зәңгәр төҫлө таҫма алығыҙ

4 ле- аҡ төҫлө

Дәрес барышында ауырлыҡтар тойған булһағыҙ- йәшел.

Мин мик шатмын.

Һеҙгә уңыштар теләп ҡалам .Һау булығыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирскому языку Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылым"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Бизнер-тренер

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 034 материала в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.01.2022 857
    • DOCX 26.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Яхина Алиса Муслимовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Яхина Алиса Муслимовна
    Яхина Алиса Муслимовна
    • На сайте: 2 года и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7965
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Лингвокультурологический подход в обучении русскому языку как обеспечение принципов и требований ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 14 регионов
  • Этот курс уже прошли 92 человека

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по русскому языку у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 484 человека

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык: теория и методика преподавания в образовательной организации

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 39 человек

Мини-курс

Рациональность и творчество в педагогике

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии успешного B2C маркетинга: от MoSCoW до JTBD

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Конкурентная разведка и маркетинговые исследования

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе