Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по башкирскому языку по творчеству Зайнаб Биишевой
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Урок по башкирскому языку по творчеству Зайнаб Биишевой

библиотека
материалов

Тема. Һөнәрсе менән Өйрәнсек (хикәйәттән өҙөк). Зәйнәб Биишева.

Маҡсат. Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады менән таныштырыу; өҙөктө тасуири уҡыу; яңы һүҙҙәр үҙләштереү;яҙыусының ижадына һөйөү; хөрмәт тәрбиәләү, “һөнәр”, “намыҫ” һүҙҙәре аша донъяға ҡараш, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазлау. Зәйнәб Биишеваның портреты, китаптар күргәҙмәһе; интерактив таҡта, компьютер, плакаттар: “Һөнәре бар үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ”. “Оҫтаның ҡулы ҡала, шағирҙың һүҙе ҡала…” ,

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу.

Уҡытыусы. Хәйерле көн һеҙгә, һәр ваҡытта

Кеше булып ҡалған кешеләр!

Һеҙҙең ҡулда барлыҡ ил яҙмышы,

Һеҙгә таянып тора Кешелек!

(Хәйерле көн! З. Биишева.)

Бер – беребеҙгә ҡарап хәйерле көн теләйек, уҡыусылар!

Бөгөнгө дәресте Зәйнәб Биишеваның ошо шиғыр юлдары менән башлағым килә. Кешелек, ысынлап та, һеҙгә , үҫеп килеүсе быуынға таяна. Ә нисек “таяна” икән ул, уҡыусылар? Һеҙ нисек аңлайһығыҙ был һүҙҙәрҙе? (Уҡыусыларҙың яуаптары). Йомғаҡлап китәйек әле әйтелгәндәрҙе: сөнки быуындар алмашына, кешелек үҫә, ҡартая, ә улар урынына йәшштәр килә. Оло быуын кешеләре үҙҙәренә алмашҡа килеүселәрҙе нисек тәрбиәләй, киләсәк шундай була, тип әйтеү дөрөҫ булыр шулай бит, уҡыусылар. Шулай итеп, Кеше был донъяла ошо бөйөк исемгә тап төшөрмәй йәшәргә тейеш.

Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, бергәләп бөгөнгө теманы табайыҡ.

Тормошта бәхетле, файҙалы йәшәү өсөн һәр кемдең нимәһе булырға тейеш, уҡыусылар? (Һөнәре).

Әйтегеҙ әле, кеше был донъяға килгәндә үк һөнәрле буламы?(Юҡ)

Тормош юлын үтер өсөн беҙгә ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә булырға кәрәк, шулай бит. Эште саҡ эшләй, өйрәнә генә башлаған кешегә беҙ кем тип әйтәбеҙ. (Өйрәнсек).

Ә эште яҡшы итеп эшләргә өйрәнгән кешене кем тип әйтәбеҙ (Һөнәрсе).

Шулай итеп, беҙ бөгөн уҡыясаҡ әҫәребеҙҙең исемен таптыҡ. Ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәре. Ошо һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә итәйек әле (Мастер и Подмастерье).

II. Төп өлөш.

Бөгөн беҙ һәр ваҡыт яҡтылыҡты яҡлап йәшәүсе, ижады әҙәбиәтебеҙгә һәм башҡорт әҙәби теленә һәйкәл булған, көслө рухлы, яҡты күңелле шәхес, һүҙ оҫтаһы – Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады менән танышасаҡбыҙ.(Яҙыусының тормош юлы проектор аша күрһәтеп барыла.)

Эште яҙыусының тыуған ауылынан башлайыҡ. Зәйнәб Биишева 1908 йылда Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, картанан Күгәрсен районын ҡарап китәйек. (Башҡортостан картаһынан Күгәрсен районын табып күрһәтеү)

Уға өс йәш булғанда, әсәһе, ун бер йәштә атаһы үлеп китә. Уның бала – сағы фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булған.

Ул 12 йәшендә Аҡман ауылы мәктәбендә уҡый башлай башлай, Ташлы ауылында әҙерлек курсын тамамлай, Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый. Шунан ул уҡытыусы булып эшләй. Ә 1931 йылда Өфөлә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, ул Башҡортостан китап нәшриәтендә эшкә ҡалдырыла. Редактор, әҙәби хеҙмәткәр, балалар әҙәбиәте секторы мөдире, тәржемәсе - 1951 йылдан – профессиональ яҙыусы. Хикәйә, шиғыр, хикәйәт, драматик поэма, пьеса, повесть, роман – Зәйнәб Биишева төрлө жанрҙарҙа, һәм тәржемәсе ролендә лә үҙен һынай. Иң һуңғы әҫәрҙәренең береһе “Яҡтыға” трилогияһы өсөн 1968 йылда Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы,1990 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева өс тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар, Почет грамоталары менән бүләкләнде.

III. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте өҫтөндә эш.

Һүҙлек эше:

Ҡая – скала

Табыш – доход

Ҡылыҡ – поведение, поступок

Үңәс – муйын – шея

Йоҡа – тонкий

Туҙбаш йылан – уж

Йыраҡа – йырғанаҡ, овраг

Электрон дәреслектән өҙөктө тыңлау.

Уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы.

Әңгәмә.

- Был әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (Яуаптар)

- Ә нимә ул “хикәйәт”? (Уҡыусыларҙың яуаптары).

Хикәйәт – ул легендаларға нигеҙләнеп яҙылған әҙәби әҫәр. Ғәрәпсә һөйләп биреү тигәнде аңлата. Ул хикәйәнән хәл-ваҡиғаларҙы бик ҡыҫҡа һәм тапҡыр итеп хикмәтләберәк хикәйәләүе менән айырылып тора.

Һорауҙарға яуап биреү.

- “Йөрәк ҡушҡанса” эшләнгән көршәк ниндәй булған?

- “Көршәк көршәк булыр инде ул” тигән һүҙҙәр кемде характерлай?

- Өйрәнсекте иң бошондорғаны нимә булған?

- “Һөнәрсе” кем ул?

- “Өйрәнсек” кем ул?

- Тормошта бындай хәлдәр буламы?

- һеҙгә кем оҡшаны? Ни өсөн?

Таҡталағы һүҙҙәргә иғтибар итәйек, ҡайһыһы кемгә тура килә:

Ялҡау, матурлыҡ яратыусы, ҡомһоҙ, тырыш, ялғансы, уңған, эҙләнеүсән.

Һөнәрсе:

уңған – үҙенең эшенә бөтә йәнен һалып эшләгән;

матурлыҡ яратыусы – нәфис,йоҡа касалар эшләгән;

тырыш – көндө – төндө, алды – ялды белмәгән;

эҙләнеүсән – ер ҡаҙыған, таш аҡтарған, мәмерйәләргә төшкән;

Өйрәнсек

ялҡау – батша һарайында йәшәп, кәйеф – сафала йәшәй;

ҡомһоҙ – һәр ватылған көршәк – яңы табыш бит ул!..

ялғансы – миңә астан үлеүҙән башҡа сара ҡалманы…

IV. Нығытыу.

Кроссворд сисеү.

- Күҙ яуын алырлыҡ нәфис, тере сәскәләй еңел, булат ҡылыстай көршәкте кем эшләгән?(Һөнәрсе)

- Сәй эсергә нимә яһағандар?(Каса)

- Хеҙмәттең һәр төрө лә бирә тоған нимә? (Емеш)

- Исемдәрҙе уларға кем ҡушҡан? (Халыҡ)

- Һөнәрсене тағы ла ниндәй исем менән атағандар?(Оҫта)

Һ

Ө

Н

Ә

Р

С

Е

К

А

С

А

Е

М

Е

Ш

Х

А

Л

Ы

Ҡ

О

Ҫ

Т

А

Йомғаҡлау. Билдәләнгән шаҡмаҡтарҙағы һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ әле, уҡыусылар. “Һөнәр”, “намыҫ” был һүҙҙәрҙе уҡығанда нимә аңлайһығыҙ? Яуаптар.

Мәҡәлдәрҙең яртыһын тап ( текст буйынса эш.)

Яҡшылыҡты эшлә лә … … .

Халыҡ белмәһә - … … .

Хеҙмәтенә күрә - … .

Күрше хаҡы - … … .

Ялғандың … … .

Ҡырын эш … … … … .

Йомғаҡлау һүҙе. Был мәҡәлдәрҙән беҙ нимәләр аңланыҡ инде, уҡыусылар? Беҙ ниндәй булырға, ә нимәләрҙән үҙебеҙгә фәһем алырға тейешбеҙ. Тағы ла башҡорт халҡында шундай мәҡәл бар: Беҙ ҡапсыҡта ятмай. (Беҙ – мы, беҙ - шило). Ә ни өсөн Зәйнәб Биишева ошондай әҫәр яҙҙы икән, нисек уйлайһығыҙ? (Әңгәмә).

Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Беҙ дәрес башында әйтеп киттек инде, һәр кеше һөнәрле Һәм һайлап алған һөнәрен намыҫ менән башҡарырға тейеш.

Ә хәҙер таҡталағы мәҡәлгә күҙ һалайыҡ. “Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ” , был мәҡәлгә ниндәй мәғәнә һалынған?(Яуаптар)

Оҫтаның ҡулы ҡала, шағирҙың һүҙе ҡала…” Ә был мәҡәлде нисек аңлайбыҙ,уҡыусылар? (Яуаптар)

Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Һөнәрле кешенең эше лә, исеме лә халыҡ күңелендә ҡала. Бына һөнәрсенең касалары, көршәктәре ҡала. Ә беҙҙең бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның яҙған шиғырҙарын, хикәйәттәрен, әкиәттәрен, драмаларын, романдарын халыҡ онотмай, уның әҫәрҙәрен ҡулдан төшөрмәй, уҡып үҙенә кәрәкле аҡыл һәм фәһем ала.

Уҡыусылар, Бөйөк Кеше исемен йөрөтөүсе Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулды. Беҙҙең республикабыҙҙа уның исеме менән бәйләнгән нимәләр бик күп: Стәрлетамаҡ ҡалаһында Дәүләт педагогия академияһы, Өфө ҡалаһында “Китап” нәшриәте, урамдар, Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы мәктәп, Зәйнәб Биишеваның йорт - музейы һәм башҡалар.

Уҡыусылар, беҙ ҙә Кеше тигән бөйөк исемде ғорур йөрөтәйек.

Өй эше. “Мин һайлаясаҡ һөнәр” темаһына инша яҙып килергә.

Краткое описание документа:

“Оҫтаның ҡулы ҡала, шағирҙың һүҙе ҡала…”  Ә был мәҡәлде нисек аңлайбыҙ,уҡыусылар? (Яуаптар)

   Уҡытыусының  йомғаҡлау һүҙе. Һөнәрле кешенең эше лә, исеме лә халыҡ күңелендә ҡала. Бына һөнәрсенең касалары, көршәктәре ҡала.       Ә беҙҙең бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның яҙған шиғырҙарын, хикәйәттәрен, әкиәттәрен,  драмаларын,  романдарын халыҡ онотмай, уның әҫәрҙәрен ҡулдан төшөрмәй, уҡып үҙенә кәрәкле аҡыл һәм фәһем ала.

   Уҡыусылар, Бөйөк Кеше исемен йөрөтөүсе Зәйнәб Биишеваның тыуыуына  105 йыл тулды. Беҙҙең республикабыҙҙа уның исеме менән бәйләнгән нимәләр бик күп: Стәрлетамаҡ ҡалаһында Дәүләт педагогия академияһы, Өфө ҡалаһында “Китап” нәшриәте, урамдар, Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы мәктәп, Зәйнәб  Биишеваның йорт - музейы һәм башҡалар. 

Уҡыусылар, беҙ ҙә Кеше тигән бөйөк исемде ғорур йөрөтәйек.

 Өй эше. “Мин һайлаясаҡ һөнәр” темаһына инша яҙып килергә.

Автор
Дата добавления 17.11.2014
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров1845
Номер материала 119669
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх