Инфоурок Другое КонспектыУроки башкирского языка 7е классы

Уроки башкирского языка 7е классы

Скачать материал

7-се кластар,13.10.2016й.

 

Бал ҡорто.Башҡортостан.Исем.

Дәрес темаһы:

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: исемдәр менән таныштырыуҙы дауам итеү, һөйләмдәрҙә уларҙы билдәләй белеү.  

Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һүҙ байлығын үҫтереү.Тема буйынса һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү.

Тәрбиәүи: тыуған төйәккә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре:  был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

А)регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрҙе барлау, үҙ үҙеңде адекват баһалай белеү.

Б)танып белеү: грамматика: исемдәр тураһында яңы мәғлүмәт алыу.

В)коммуникатив: фекерҙәре менән бүлешеү, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, текст өҫтөндә эшләй белеү

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: тыуған илгә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, грамматик ҡағиҙәләр менән ҡуллана белеү, уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәттә булыу; ҡыҙыҡһына белеү, белем алыуға ынтылыш арттырыу.

Йыһазландырыу:

Башҡорт теле дәреслеге, Башҡортостан тәбиғәте һүрәттәре, слайдтар, һүҙлектәр.

Дәрес этаптары:

Уҡытыусы эшмәкәрлеге:

Уҡыусылар эшмәкәрлеге:

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалашыу)

1.Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация белдырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.

 

 

Артикуляцион күнегеү

 

 

-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ нисек? Ә кәйефтәрегеҙ шәпме? Кемдәр бөгөн дәрестә юҡ?Сәбәбе?

Ә хәҙер, телде шымартып алырға тәҡдим итәм. Минең артымдан ҡабатлағыҙ:

Ҡара ҡарға ҡарға ҡунған.

 

Ә хәҙер тиҙерәк.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, өй эшен тикшереү.

 -Уҡыусылар,нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Таҡтаға иғтибар менән ҡарайыҡ. Был нимә ул? Дөрөҫ, бал. Ә нимәһе менән ул файҙалы һуң? Кеше балды ҡайҙан ала?

- Уҡыусылар, бал ҡорто беҙгә уҙенең составы һәм дауалау көсө буйынса һирәк осрай торған уникаль продукт бирә. Балда организмдың нормаль эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле бөтә элеметтар бар. Ауырыуҙы дауалау өсөн балдың тәүлек дозаһы кәүҙә ауырлығының бер килограмына бер грамм тәшкил итһә, йә иһә шул уҡ дозала кәрәҙле бал файҙаланылһа, кеше тиҙ рәүештә һау була.

 

-Башҡорт балы тураһында тағы нимәләр беләһегеҙ?

Һүҙлек дәфтәрҙәренә яңы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ:

Эшмәкәрлек – деятельность

Һирәк – редко

Кәрәҙле бал – сотовый мед

Дауалау өсөн – для лечения

Тәүлек дозаһы – суточная доза.

 -Ә хәҙер 29-сы күнегеүҙе эшләйек. Һүрәттәрҙе иғтибар менән ҡарап, тәртибе буйынса һөйләгеҙ. Шул тәртиптә план төҙөп, шуның буйынса ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөгөҙ.

Беренсе һүрәттә малай нимә тураһында уйлай? Ни эшләй? Ни өсөн улай эшләргә ярамай? Әлбиттә, уҡыусылар, умартасы булмаған кешегә былай ғына умартанан бал алып булмай. Бының өсөн айырым бер кейем, һәм, әлбиттә, белем кәрәк.

Бал ҡорто алдында кеше баш эйергә тейештер. Эшсән, тырыш, эшһөйәр кешегә “бал ҡорто һымаҡ” тиҙәр.

 

Ә хәҙер хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр яҙып алайыҡ.

1.Эшлекле кеше – көслө кеше.

2. Буй эшләмәй – ҡул эшләй.

3.Ҡалған эшкә ҡар яуа.

4.Эш батыры – ил батыры.

5.Бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырма.

6.Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

Хеҙмәт, эш тураһында тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

-Шулай итеп, уҡыусылар, бөгөн  беҙ нимә тураһында һөйләштек?

-Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ нимәләр белдек?

-Нимәгә өйрәндегеҙ?

-Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

 

Өйгә эште яҙып алайыҡ.

32-се күнегеү. Тексты һөйләргә әҙерләнергә.

Уҡыусыларҙы баһалау.

Һаубуллашыу.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

 Һорауҙарға яуап бирәләр.

 

Тиҙәйткесте бергәләп уҡытыусы артынан ҡабатлап әйтәләр.

 

 

Өйгә эште уҡып ишеттерәләр, күрһәтәләр, дөрөҫ эшләнгәнме икәнен  тикшерәләр.

Уҡыусылар яуап бирәләр.

 

 

 

Уҡытыусыны тыңлайҙар,  балдың файҙаһы тураһында әңгәмәләшәләр.

 

 

 

 

 

 

 

Уҡытыусы ҡуйған һорауҙарға яуапар бирәләр.

 

Һүҙлек дәфтәрҙәренә яңы һүҙҙәрҙе яҙып алалар.

 

 

Дәфтәрҙәрҙә бөгөнгө числоны яҙып, 29-сы күнегеүҙәге һүрәттәргә таянып, бәләкәй генә хикәйә төҙөп ҡарайҙар.

Дәреслектә 30-сы биттәге 28-се күнегеүҙе иғтибар менән уҡып сығалар. Өҙөктөң төп фекерен аңлатҡан һөйләмде яҙып алалар.

 

 

 

“Балы булмаған кәрәҙҙең, белемһеҙ ҡалған кешенең бер файҙаһы ла юҡ,” тигән фразаны нисек аңланылар – һөйләп бирәләр.

 

Мәҡәлдәрҙе дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар. Тәржемә итеп, нисек аңлағандарын әйтәләр.

 

 

 

Уҡыусылар уҡытыусы һорауҙарына яуап бирәләр.

 

 

Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

 

Өй эшен яҙып алалар.

 

 

Һаубуллашалар.

 

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

 

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторорға өйрәнәләр.

 

 

Ш.: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

 

 

 

Т.б.: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырырға өйрәнәләр. Яңғыҙлыҡ исемдәр тураһында яңы мәғлүмәт алалар. Яңы һүҙҙәр менән таныштырыу.

Һөйләгәндә һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә өйрәтеү.

 

К.:  һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, әңгәмәгә ҡушылырға өйрәнәләр.

Р.: уҡыу мәсъәләһен аңларға, ҡабул итергә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырырға, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирергә өйрәләләр

.

 

К.: һорауҙарға яуап биреү, башҡаларҙы тыңлау, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша.

 

 

Р.: яңы уҡыу мәсъәләһен ҡабул итергә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген

планлаштыра белергә өйрәнәләр.

 

К.: һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәһе формалаша.

 

 

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

 

 

Ш.: үҙен баһалау күнекмәһе үҫешә.

2. Өйгә эште тикшереү

 

 

 

 

 

3. Уҡыу мәсъәләһен ҡуйыу.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

4. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу проблемаһын сисеү.

 

 

 

 

 

 

 

5. Белемде нығытыу.

 

 

 

 

 

 

 

 

6. Өйгә эш.

 

 

 

7. Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Уроки башкирского языка 7е классы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Техник-конструктор

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 667 985 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.05.2017 647
    • DOCX 22.1 кбайт
    • Рейтинг: 4 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Аллаярова Лилия Ревалевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Аллаярова Лилия Ревалевна
    Аллаярова Лилия Ревалевна
    • На сайте: 7 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 34190
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой