Инфоурок Другое Другие методич. материалыВнеклассное мероприятие по башкирскому языку "Волшебные узоры"

Внеклассное мероприятие по башкирскому языку "Волшебные узоры"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы Ҡораласыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһы

 Район күләмендә «Башҡортостан ынйылары» конкурсында ҡатнашҡан сара .

Уҡытыусы: Хәйбуллина Гөлнур Ширияз ҡыҙы.

  Сәхнә балаҫтар менән биҙәлгән,урындыҡҡа ла, иҙәнгә лә балаҫ түшәлгән. Инәйҙәр йыр йырлап,йөн иләй, йондо  аяҡтан йомғаҡҡа  урай.

(Башҡорт халыҡ  йыры “Заһиҙә”)

   Ай юғары, ай юғары,

   Айға менәһем килә.

   Айға менеп,түбән ҡарап,

   Һине күрәһем килә.

Ҡыҙҙар килеп инә һәм бүлдермәҫ өсөн йыр бөткәнсе шым ғына тыңлап тора.

-Һаумыһығыҙ,инәйҙәр?

-Һаубыҙ.Аллаға шөкөр,үҙегеҙ ни хәлдә?

-Бик яҡшы,инәйҙәр.Боронго һөнәргә өйрәнәйек ,хеҙмәт яратып үҫәйек тип юлға сыҡтыҡ.Юлда бер йомғаҡ табып алдыҡ,бына ул хикмәтле йомғаҡ һеҙҙең өйгә алып килде.

-Бик мәслихәт,әйҙүк,түрҙән уҙығыҙ.

-Ҡайһылай матур!

Балалар һоҡланып  балаҫтарҙы ҡарай.

Инәй:

-Балалар,матурҙан да былай,уларҙың төрҙәренә иғтибар итегеҙ.Бына быныһы аҫалы балаҫ.Өйҙө йыйыштырып ,аҫалы балаҫты ҡунаҡ килгәндә стена,урындыҡҡа йәйәләр.Ҡунаҡҡа йәки туйға барғанда, аттарҙың саналары аҫалы балаҫтар менән биҙәлһә, уларҙы абруйлы,затлы ырыуҙан тип һанағандар.Бына ултырғысҡа түшәлгәне тырнаҡлы буй балаҫ, уны урындыҡҡа көн һайын түшәргә мөмкин.Күп ғаиләлеләр сепрәк балаҫ менән тотонған.(Инәй һәр балаҫ менән таныштырып сыға.)Күрүегеҙсә, иң  затлыһы-аҫалы балаҫ.Был балаҫтар барыһы ла үҙебеҙҙең Ҡораласыҡ ауылында һуғылған .

-Инәй,бер балаҫҡа күпме йөн китә?

-Ҙурыраҡ балаҫ өсөн 10-12 ҡаҙаҡ,бәләкәйрәгенә 10ҡаҙаҡ самаһы йөн китә.Көҙгө йөн еүешләнә,ултыра,шуға  яҙғы йөндө алғандар.Тигеҙ итеп йөн иләргә кәрәк.

-Төрлө төҫтәрҙе нисек эшләйһегеҙ?

-Йөнгә буяуҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ.Йәшел төҫкә-һыйыр теле үләне,ҡуйы йәшел төҫкә-ҡайын япрағы,ҡыҙғылт асыҡ,һоро төҫкә-һуған ҡабығын ҡайнатып,йөндө манып алабыҙ.Буяу өсөн үләндәрҙе   Ашҡаҙар буйынан йыйып алып ҡайтабыҙ.

-Инәй, балаҫтағы биҙәктәр тураһында һөйләгеҙ әле.

-Балалар,балаҫтағы биҙәктәрҙән беҙ әйткән йомаҡ яуаптарын табырһығыҙ.Йә, кем етеҙ,зирәк икән?

1.Башымда ҡара түбәтәй (ер).

-Эйе,ҡара төҫ- ер.Киләсәк быуынға беҙ уңдырышлы ер,саф ,матур тәбиғәт һәм рухи байлыҡ ҡалдырырға тейешбеҙ.

2.Күк тирмәнең эсендә булыр ике туп, көндөҙ береһен тот,төндә береһен тот (ҡояш менән ай).

3.Зәңгәр балаҫҡа ынйылар һибелгән,

Балаҫына ултырып булмай,

Ынйыларын алып булмай (йондоҙҙар).

-Эйе,балалар.Ҡояш,ай,йондыҙҙар-күк йөҙө биҙәктәре.Борондан башҡорт халҡы йондоҙҙарға ҡарап юлды, йүнәлештәрҙе билдәләгән.Исемдәрен, легендаларын белгән:Тимерҡаҙыҡ, Етегән, Сулпан,Зөһрә йондоҙ,Өлкәр,Һарат,Буҙат,Арҡысаҡ-Торҡысаҡ һ.б.Өлкәр йондоҙо ҡалыҡһа-йәй селләһе мәле,тиҙәр.

4.Һыуҙа тыуҙы,ерҙә үлде (үлән).

-Тәбиғәт-йәшәйешебеҙ.Күп биҙәктәр тәбиғәтте сағылдыра.

5.Ағас үгеҙ, өс мөгөҙ (һәнәк).

-Бына башҡорттарҙың тамғалары ла төшөрөлгән. Шулай уҡ төп шөғөлдәре малсылыҡ.Ҡусҡар,мөгөҙ.Ҡош-ҡорт,мал-тыуарҙарҙы изгеләштергән халыҡ.

6.Тамағында күмере,үҙе йырлай ҙа йырлай,тояғы булһа ла атламай (самауыр).

-Халҡыбыҙ бик ҡунаҡсыл.Был биҙәк – самауыр тояғы шуны һөйләй.Элек еп юҡта ,киндер үләнен эшкәртеп ,унан сүбек ебе йәки киндер ебе алғандар.Сепрәк балаҫты сүбәк балаҫ тигәндәр.

- Элегрәк беҙ күмәк ҡыҙҙар йыйылып  балаҫ һуға инек ,арып китһәк  башҡорт халҡының «Орсоҡ» тигән  уйынын уйнай торғайныҡ. Йәгеҙ әле,ҡолонсаҡтарым,ошо уйынды иҫкә төшөрөп алайыҡ.

Кыҙҙар:

-Була ул,була ул!

«Орсоҡ» уйыны уйнала.

1.Ҡумыҙ сиртеп таҡмаҡ әйтеү,бейеү.

Әлиләү геннәйем,

Бәлиләү генннәйем,

Әсмәбикә тыпыр-тыпыр

Баҫып килә геннәйем.

Иртән дә кил,кис тә кил,

Тәҙерәмде сиртә кил.
Матур-матур көйҙәр көйләп,

Күңелемде сиртә кил.

2.Мәҡәлдәр әйтеү.

Хеҙмәт төбө-хазина.

Бер эшлә,берәгәйле эшлә.

Белгәнде эшләт,белмәгәнде өйрәт.

Алда булһа ҙур теләк,эштән ял таба йөрәк.

3.Шиғырь һөйләү . Рауил  Бикбаев “Туған тел»

Уҡытыусыбыҙ таҡтаға

Яңы һүҙҙәрҙе теҙҙе.

Беҙ күмәкләп ҡабатланыҡ

«Тыуған ил» тигән һүҙҙе.

«Әсә» тигән һүҙҙе уҡып,

Әсәйҙәрҙе уйланыҡ.

«Мәскәү» тигән һүҙҙе яҙғас,

Баш ҡаланы буйланыҡ.

Күпме аҫыл  һүҙебеҙ бар

Һөйөклө  туған телдә.

Тыуған илһеҙ,туған телһеҙ

Йәшәй алмай бер кем дә.

Бар дәньяны таң ҡалдырып

Нурлана киң илебеҙ.

Илебеҙҙең данын беҙгә

Һөйләй туған телебеҙ.

Инәй:

-Аллаға шөкөр,балаҫын да һуғабыҙ,ҡул һис кенә лә тик тормай.Үҫеп еткәс әсәйҙәрегеҙ һеҙҙе башлы-күҙле  итер саҡта беҙҙән ҡаралтыһына балаҫтар алырҙар , шул саҡта иҫләп ултырырһығыҙ әле.

-Бына һеҙгә бер тылсымлы китап, исеме “ Серле биҙәктәр” .Ул беҙҙең ауылда йола буйынса йәш быуынға мираҫ булып  күсә килә.Ошо китап һеҙҙе милли биҙҙәктәр серенә төшөнөргә ,ғөрөф-ғәҙәттәрҙе  һаҡларға , тарихты белергә ярҙам итер.Балалар,һеҙҙең гүмер юлығыҙ тылсымлы,фатиһалы булһын тип бергәләп доға ҡылайыҡ.

-Бергә:

-Амин.

Кыҙҙар:

-Рәхмәт,инәйҙәр!

-Яратайык тыуған илебеҙҙе!

-Хөрмәтләйек ерҙе,халҡыбыҙҙы!

-Барлайыҡ беҙ ғөрөф-ғәҙәттәрҙе!

-Данлайыҡ  беҙ рухи ҡиммәттәрҙе!

-Һаҡлайыҡ  беҙ туған телебеҙҙе!

Бергә:

-«Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар.

Иркең барҙа күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар,

Ерең,күгең - икең бар.»(Рәми Ғарипов “Аманат”ҡобайырҙан)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие по башкирскому языку "Волшебные узоры""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Копирайтер

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 236 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.01.2017 799
    • DOCX 20.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хайбуллина Гульнур Шириязовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хайбуллина Гульнур Шириязовна
    Хайбуллина Гульнур Шириязовна
    • На сайте: 7 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 1751
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой