Инфоурок Родной язык Другие методич. материалы6 класта башҡорт теленән "Дуҫлыҡ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау" темаһына технологик карта.

6 класта башҡорт теленән "Дуҫлыҡ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау" темаһына технологик карта.

Скачать материал

Башҡорт теле дәресенән технологик карта

Класс:

6

Дата:

 

Дәрес темаһы:

Дуҫлыҡ. Үтелгәндәрҙе  ҡабатлау.

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, күнегеүҙәр аша дуҫлыҡ темаһын яҡтыртыу, алмаштарҙы ҡабатлау.

Үҫтереүсе: һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.

Тәрбиәүи: уҡыусылар араһында яҡшы мөнәсәбәт, дуҫлыҡ хисе тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә, тормошта ҡуллана белеү.

Шәхси  УУЭ һөҙөмтәләре: иптәштәрен, уҡытыусыларҙы ихтирам итеүсе,  тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:

Компьютер, проектор, “Башҡорт теле” дәреслеге, “Дуҫлыҡ” темаһына презентация, һүҙлектәр, таратма материал, йылмайликтар.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

1. – Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

-Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем;

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

- һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Таныш булайыҡ, минең исемем Гөлдәр Нурулла ҡыҙы. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙмы?

2. Артикуляцион күнегеү. (слайд1)

Һаумы, бөгөнгө иртә,

Һаумы, ҡышҡы тәбиғәт,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым,

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым,

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

 

 

 

 

 

 

Уҡыусылар яуап бирә. Хор менән ҡабатлайҙар.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

 

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр.

 

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1. Уҡыусылар, хәҙерге дәрестең темаһын билдәләр өсөн кроссворд сисеп алайыҡ. (слайд 2)

Вертикаль буйынса һорауҙар.

1.Ике кешенең һөйләшеүе нисек атала?

2.Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.

3.Ҡурай нимә ул?

4. Ул 3 төҫтә: зәңгәр, аҡ, йәшел.

5. Салауат Юлаев кем ул?

6.Миҙгел.

- Горизонталь буйынса нимә килеп сыҡты?

-Афариндар! Дөрөҫ!

-Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Эйе, дуҫлыҡ тураһында һөйләшербеҙ.

 

Кроссворд сисәләр, һорауҙарға яуап эҙләйҙәр, һүҙлектәр менән эшләйҙәр.

 

 

 

 

 

 

Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр.

 

 

 

Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

 

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

 

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

III. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  1. Дуҫлыҡ тураһында әңгәмә. (слайд 4-6)
  2. Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Һүҙлек эше.(слайд 7)

Дуҫ-друг, дуҫлыҡ-дружба, ысын дуҫ-настоящий друг, тоғро-верный, ышаныслы-надежный, ғәҙел-справедливый, ҡыйыу-храбрый.

  1. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

 

 

  1. Диалог төҙөү.(слайд 8)

-Уҡыусылар, ә хәҙер парлашып дуҫлыҡ тураһында диалог төҙөгөҙ.

- Һинең дуҫың бармы?

-Эйе, минең дуҫым бар.

-Уның исеме нисек?

-Уның исеме .....

-Уға нисә йәш?

-Уға ...йәш.

- Ул нисәнсе класта уҡый?

- ...  ... класта уҡый.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Эш дәфтәрендә эшләйҙәр.

Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.

 

 

 

Яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйҙәр.

Өлгө буйынса диалог төҙөйҙәр.

Парлап диалог төҙөйҙәр, диалогты уҡыйҙар.

К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.

 

 

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

IV. Ял минуты.

Сәләмләйбеҙ һауаны,  (слайд 9)

Именлек булһын өсөн!

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы,

Дуҫлыҡ ныҡ булһын өсөн!

Уҡытыусы артынан хор менән эшләп ҡабатлайҙар.

Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

V. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

1. Дәреслек менән эш. 4-се күнегеү,48-се биттәге күнегеүҙе башҡарыу (нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр өҫтәп, тексты күсереп яҙырға)

-Уҡыусылар, был күнегеүҙә минең, ул, уға һүҙҙәре осораны. Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарайҙар?

- Афарин, дөрөҫ, алмаштар.

 

 

 

2.Мәҡәлдәрҙе  рус телендәге  мәҡәлдәрҙән парын табалар. (слайд 10)

Яуап: 1-4, 2-3, 3-5, 4-2, 5-1.

 

3. Дуҫлыҡ тураһында синквейн төҙөү.(слайд 11-12)

Үҙ аллы күнегеүҙе башҡаралар, нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр өҫтәп күсереп яҙалар, тәржемә итәләр.

 

Һорауҙарға яуап бирәләр, алмаштарҙы табалар.

 

 

 

Мәҡәлдәрҙең парҙарын табалар, рус телендәге эквивалентын эҙләйҙәр.

 

Синквейн төҙөйҙәр.

 

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

Т.б.: мәҡәлдәрҙең парын таба белеү, рус телендәге мәҡәлдәр менән сағыштыра, һығымта яһай, үҙҙәренең эштәрен баһалай белеү формалаша.

VI. Өйгә эш.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.  (слайд 13)

2. Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙырға.

3. “Минең дуҫым” темаһына һүрәт төшөрөргә.

 Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

-       Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? (слайд 14)

-       Нимәгә өйрәндегеҙ?

-       Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ.

Дәрестә мин ... белдем.

Мин ... өйрәндем.

Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы).

 

Уҡытыусы баһаһы.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

-       Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "6 класта башҡорт теленән "Дуҫлыҡ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау" темаһына технологик карта."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по связям с общественностью

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

6 класта башҡорт теленән "Дуҫлыҡ. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау" темаһына технологик карта.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 329 материалов в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.02.2021 1475
    • DOCX 64.5 кбайт
    • 13 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мурзагулова Гульдар Нурулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 6 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 17051
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к проведению ВПР в рамках мониторинга качества образования обучающихся по учебному предмету "Русский язык" в условиях реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 65 человек из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 239 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель русского языка

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 19 человек

Курс повышения квалификации

Основы преподавания родного (русского) языка и родной литературы в образовательной организации

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 237 человек

Мини-курс

Современные инструменты инвестирования и управления затратами

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Волонтерство: история, типы и роль в образовании

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные подходы к духовно-нравственному воспитанию дошкольников

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек