Инфоурок Родной язык СтатьиБАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ МОБИЛЬ ТЕХНОЛОГИЯЛАР АША УҠЫУСЫЛАРҘА БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘТЕҮГӘ МОТИВАЦИЯ БУЛДЫРЫУ.

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ МОБИЛЬ ТЕХНОЛОГИЯЛАР АША УҠЫУСЫЛАРҘА БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘТЕҮГӘ МОТИВАЦИЯ БУЛДЫРЫУ.

Скачать материал

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ МОБИЛЬ ТЕХНОЛОГИЯЛАР АША УҠЫУСЫЛАРҘА БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘТЕҮГӘ МОТИВАЦИЯ БУЛДЫРЫУ.

 

Һаумыһығыҙ хөрмәтле коллегалар!

Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә электрон белем биреү өҫтөнлөклө йүнәлеш алды. Ул Белем биреү тураһындағы Федераль закон, Белем биреүҙә ИКТ тураһындағы РФ милли стандартары менән билдәләнгән, Яңы быуын белем биреү стандарттарында ла айырым һыҙыҡ өҫтөнә алына. Башҡортостан Республикаһында иһә 2015-2020 йылдарға тәғәйен Электрон белем биреүҙе үҫтереү Концепцияһы ҡабул ителде.

Был тенденцияға ауаздаш булып, уҡыу йорттары үҙенең материаль-техник базаһын ярайһы уҡ нығытты, етерлек кимәлдә заманса техник һәм методик әсбаптар менән байытты. Уҡытыусылар ҙа, башҡа мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең был өлкәлә белемдәрен камиллаштырыуға, ИКТ-компетентлығын үҫтереүгә айырым иғтибар бүлә башланы.

Хөрмәтле коллегалар, бөтәбеҙгә лә билдәле: бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыуҙа  килеп тыуған проблемаларҙың нигеҙе  – уҡыусыларҙың телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы булмауы. Шуға күрә башҡорт телен уҡытыуҙа уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген уңышлы ойоштороуҙа мотивация булдырыу оло әһәмиәткә эйә. “Һөйлә миңә - мин онотормон, күрһәт – иҫтә ҡалдырырмын, ҡыҙыҡһындыр - өйрәнермен” тигән  аҡыллы бер фекер йәшәй халҡыбыҙҙа. Уҡыусының уҡырға булған теләген ҡуҙғытыусы мотивтар комплексы  мәғлүмәтте ҡыҙыҡлы итеп  бирергә, уҡыусыны телде ҡыҙыҡһынып  өйрәнергә теләк уятырға, уның дәрестә эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә ярҙам итә. Шундай ҡыҙыҡһындырыу алымдарының береһе, минең уйымса мобиль технологиялар. Сөнки, мобиль саралар, йәғни смартфондар, планшеттар бөгөнгө тормошобоҙҙоң бер элементы, беҙҙең һәммәбеҙҙең йәшәү рәүешенә әүерелде.

 

 Башҡортостан  Республикаһының ваҡытлыса хөкүмәт  башлығы ла был хаҡта  үҙ сығышында: «Башҡорт теленә өйрәтеүҙе модалы итеп өйрәтер кәрәк » ти.

Беҙ мобиль сараларҙы хәҙер һөйләшеү һәм смс яҙыу өсөн генә түгел ҡулланмайбыҙ,  уның функциялары һанап бөткөһөҙ.  Тимәк, балаларҙың ихтибарын смартфондар, планшеттар ярҙамында яуларға, уларҙы үҙебеҙҙең маҡсаттарҙа файҙаланырға кәрәк. Беҙ, уҡытыусылар уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерерлек кимәлгә тиклем күтәрелергә, камиллашырға тейеш.

Шул маҡсатта, мин һеҙгә мобиль технологиялар, йәғни смартфондар, планшеттар ярҙамында башҡорт телен өйрәтеүҙә, уға ҡыҙыҡһыныу формалаштырыуҙа ҡулланған алымдарым менән таныштырып, тәжрибәм менән уртаҡлашып үтмәксемен.

Минең педагогик эшмәкәрлегемдең  төп маҡсаты  башҡорт теле дәрестәрендә мобиль технологиялар аша башҡорт телен  өйрәнеүгә мотивация булдырыу.

Төп маҡсатҡа ирешеү түбәндәге аныҡ бурыстарҙы хәл итеүҙе талап итә:

-         смартфондар, планшеттар ярҙамында  төрлө милләт балаларында башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

-         Android системаларына ярашлы башҡорт телендәге йәки башҡорт теленә ҡағылышлы ҡушымталар менән таныштырыу;

-         Android системаларына ярашлы башҡорт телендәге йәки башҡорт теленә ҡағылышлы ҡушымталар ярҙамында уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу  тәхрибәһе менән уртаҡлашыу.

Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең Сибай ҡала гимназияның  башҡорт теле кабинеты мобиль компьютер класы менән йыһазландырылды . Йәғни, был кабинет Интернетҡа сығыу мөмкинлектәре һәм балаларға белем биреү өсөн әҙерләнгән төрлө программаларға ҡоролған  ноутбук, планшет, проектор менән тәьмин ителде. 

Мобиль компьютер класы уҡытыусыға үҙ компьютеры аша уҡыусыларҙың планшеттарындағы эшен күҙәтә, тикшерә, өйрәтә алыуға мөмкинселек бирә һәм был  махсус программа аша тормошҡа ашырыла.

Мобиль компьютер класы уҡытыусыға уҡыусылар менән төркөмләп, шулай уҡ персональ эш төрҙәрен ойоштороу мөмкинлеген бирә. Һәм һәр уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеге уҡытыусының компьютерында сағылыш таба. Эшләнгән эш һөҙөмтәләрен аудиторияға еткереү ҙә бик уңайлы. Сөнки бар мобиль класс интерактив таҡтаға тоташтырылған.

Мобиль технологияларҙың мөмкинлектәре киң һәм уны телгә өйрәтеүҙә файҙаланыу даирәһе сикһеҙ.

           Дәрестәрҙә мобиль технологиялар аша түбәндәге программалар менән эшләйбеҙ:

1.Программалаштырылған тренажёрҙар -  уҡыу эшмәкәрлегендә күнекмә һәм оҫталыҡҡа үҙ аллы өйрәнеү өсөн  тәғәйенләнә ( электрон дәреслек эсендә бирелгән тренажерҙар, ҡалыплашҡан программа нигеҙендә төҙөгән  тренажерҙар инә);

 Шуларҙың береһе ,LearningApp.org программаһы – интерактив модуль (ҡушымта, күнегеүҙәр), уҡыу процесына терәк булып тороусы ҡушымта. Онлайн-сервис төрлө модулдәр барлыҡҡа килтерергә, уны һаҡларға һәм ҡулланырға, ирекле алмашырға ярҙам итә. 34 төрлө күнегеүҙәр макеты эшләп була, 20 телдә актив эшләп килә. Күнегеүҙәрҙе башҡалар ҙа ҡуллана ала. Уҡыусыларҙы ла был сайтҡа теркәү, коллегалар һәм уҡыусылар менән ситтән тороп аралашыу мөмкинселеге бар. Кластан тыш сараларҙа ла ҡулланырға мөмкин. Күнегеүҙәре сағыу, ҡыҙыҡлы, күп төрлө. Күнегеүҙәрҙе төҙөү бик еңел һәм аңлайышлы. Уҡыусылар үҙҙәре лә төҙөй ала.Тексты башҡорт телендә йыйып була.

 

       2. Программалаштырылған  тикшереү саралары -  уҡыу материалын үҙләштереү  кимәлен  тикшереү (үҙ аллы тикшереү) өсөн тәғәйенләнғән программалар ( электрон дәреслектәр эсендә бирелгән тикшереү эштәре йәки “ текст редакторы” тибындағы программаға таянып , уҡытыусының үҙе тарафынан төҙөлгән тикшереү эштәре инә);

Triventy – уйын платформаһы булараҡ ҡулланыла: викторина һорауҙарын уҡыусылар үҙҙәре өҫтәй ала.Был эште класта ла , шулай уҡ дистанцион эшмәкәрлек булараҡта  ҡулланып була. Викторинаға һорауҙар өҫтәр өсөн уҡыусылар ҙа был сайтта теркәлеү үтергә тейеш. Уҡыусылар уйын-викторинала үҙҙәренең планшеттары йәки смартфондары аша ҡушыла ала.

          - OnlineTestPad  тестар конструкторы менән эшләү.

    Был осраҡта дәрестә эшләр өсөн һәр балаға махсус компьютер кәрәк йәки уны өй эше итеп бирергә мөмкин. Был программа инглиз телендә Onlain Test Pad  йәки Онлайн тест блокнот, тип атала.

Эшләү алгоритмы:

1.        Үҙең теркәләһең, уҡыусыларҙың теркәлеүе кәрәкмәй.

2.        Тестар төҙөйһөң кәрәкле тема буйынса.

3.        Һылтанмаһын алып уҡыусыларға билдәле урынға ҡуяһың.

4.        Булды, уҡыусыларҙан яуаптар ғына көтәһе ҡала.

Аҙаҡтан үҙенең алған билдәһен белә, яуаптарҙың дөрөҫлөгөн ҡарай ала. Ҡыҙыҡһынғандар өсөн был программаның башҡа мөмкинселектәре лә байтаҡ: интерактив диктант, кроссвордтар, күп нөктәләр урынына яҙырға, һ.б.

Тестар конструкторы Online Test Pad-тың ыңғай яҡтары:

1)       Һәр бала һылтанма аша үҙ аллы тестар эшләй ала.

2)       Үҙенең яуаптарының билдәһен шунда уҡ белә ала.

3)       Тестар шулай уҡ конструкторҙа туплана бара.

       3. Программалаштырылған мәғлүмәти-эҙләнеү, мәғлүмәти-белешмә системалары. Йәғни уның ярҙамында бөтә интернет-ресурстар менән файҙаланырға була. Мәҫәлән, You Tube видеохостингы, ВикипедиЯ ирекле энциклопедияһы, уларҙың бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгелдер. Android и iOS системаларына яраҡлаштырылған башҡорт телендәге йәки башҡорт теленә ҡағылышлы мобиль ҡушымталар менән файҙаланырға мөмкин, мәҫәлән: “Башҡорт теле тренажеры”, “Русса-башҡортса һүҙлек” “Башҡортса-инглизса һүҙлек”,” “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” һ.б. Быларҙың бөтәһен дә бөгөнгө көн белем биреү талаптарына ярашлы ҡулланырға мөмкин.

       4. Күрһәтеү(демонстрацион) программа ( слайдтар , презентациялар инә).      Дәрестәрҙе презентациялар менән үткәреү заман талаптарына тап килә һәм баланың психологик эшмәкәрлегенең үҫешенә күберәк йоғонто яһай. Мобиль компьютер класы презентациялар ҡулланыу эшен еңелләштерә.

Дәрестәрҙә Лино ит – веб-режимда виртуаль таҡта  ҡулланыу бик отошло. Был проект эшен үтәүҙә бик уңайлы, уҡыусылар  төҫлө биттәрҙә  һүрәттәр, файлдар, видеофайлдар, аудиояҙмалар, презентациялар, тренажерҙар теркәй ала һәм үҙ-ара мәғлүмәт менән бүлешеү мөмкинлеге бар. Виртуаль тактаның уңай яғы : бр ресурстан икенсе ресурсҡа күсеп йөрөү кәрәкмәй, бөтәһендә ошонда уҡ һылтанмалар аша башҡарып була. Был уҡытыусыға ваҡытты экономиялауҙа ҙур ярҙам итә.

      5.Скайп программаһы - дистанцион уҡытыуҙа отошло алым. Был программаны  педагогик стандарттарға ярашлы һәләтле балаларға , шулай уҡ инклюзив белем биреү программаһы сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн төрлө эштәр биреүҙә ҡулланам. Башҡорт телен дистанцион рәүештә өйрәнергә теләүсе башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә курстар үткәргәндә уңайлы.

  Шулай итеп, уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеген уңышлы ойоштороу

өсөн уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу шарт. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу – үтә яуаплы, аҡыл көсө менән күңел көсөн талап итеүсе эш. Һәр дәрескә уҡыусы теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш алымдарын һайларға кәрәк. Төрлө милләт балалары өсөн башҡорт теле дәресе яратҡан фән булһын өсөн, дәресте ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп ҡорорға кәрәк. Бының өсөн заманға ярашлы инновацион мобиль техник саралар ҡулланыу отошло, уларҙың  өҫтөнлөгө – беренсенән, мобиль булыуҙа һәм шул уҡ ваҡытта компьютерҙа булған күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеше (текст, графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) һәм башҡа ҡатмарлы операциялар эшләргә һәләтле булыуы.

Мобиль комьютер класы  уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен формалаштырырға, төрлө шарттарҙа теге йәки был мәсьәләне уңышлы сисеү юлын һайларға, баһаларға, үҙ фекерҙәрен сағылдыра белергә өйрәнә.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һорауҙарығыҙ булһа, рәхим итегеҙ…

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ МОБИЛЬ ТЕХНОЛОГИЯЛАР АША УҠЫУСЫЛАРҘА БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘТЕҮГӘ МОТИВАЦИЯ БУЛДЫРЫУ."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по кредитованию

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 018 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Технологическая карта урока по родному (татарскому) языку на тему "Асыл һәм нисби сыйфатлар" ("Качественные и относительные прилагательные")
  • Учебник: «Татарский язык: учебник для образовательных организаций я с обучением на русском языке (для изучающих татарский язык)», Хайдарова Р.З., Назипова З.Р.
  • 19.05.2020
  • 278
  • 4
«Татарский язык: учебник для образовательных организаций я с обучением на русском языке (для изучающих татарский язык)», Хайдарова Р.З., Назипова З.Р.
Статья по родному языку на тему "Педагогические условия мотивации в изучении родного языка"
  • Учебник: «Татарский язык: учебник для образовательных организаций я с обучением на русском языке (для изучающих татарский язык)», Хайдарова Р.З., Назипова З.Р.
  • 19.05.2020
  • 730
  • 16
«Татарский язык: учебник для образовательных организаций я с обучением на русском языке (для изучающих татарский язык)», Хайдарова Р.З., Назипова З.Р.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 20.05.2020 746
    • DOCX 39.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Якшибаева Айгуль Вакилевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Якшибаева Айгуль Вакилевна
    Якшибаева Айгуль Вакилевна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5366
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по русскому языку у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 484 человека

Курс повышения квалификации

Особенности преподавания учебного предмета «Родной (русский) язык» в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 105 человек из 41 региона
  • Этот курс уже прошли 1 199 человек

Курс профессиональной переподготовки

Педагогическая деятельность по проектированию и реализации образовательного процесса в общеобразовательных организациях (предмет "Русский язык")

Учитель русского языка

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Event-менеджмент и видеопродакшн: от концепции до успешной реализации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 10 человек

Мини-курс

Стратегии клиентоориентированного бизнеса

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные вызовы педагогической профессии: развитие профессионализма педагогов в контексте улучшения качества образования

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 14 человек