Инфоурок Иностранные языки КонспектыБашкирский язык и литература

Башкирский язык и литература

Скачать материал

Аҡмулла һабаҡтары

(үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе)

 

 

 

Башҡорт мәктәптәренең 9-сы синыфында М. Аҡмулла

ижадын йомғаҡлау дәресе өсөн план

  

     Дәрестең темаһы: Аҡмулла һабаҡтары (үтелгәндәрҙе ҡабатлау)

     Маҡсаты: 1. М. Аҡмулла ижады тураһында алған белемдәрҙе тикшереү;

      2. Аң-белемгә ынтылыш; милли рух тәрбиәләү, үҙ халҡыңдың арҙаҡлы улдары, тарихы менән ғорурланыу тойғоһо уятыу; кеселеклек, кешелеклек сифаттары тәрбиәләү

     3. Һөйләү телмәрен үҫтереү

 

     Йыһазландырыу: Интерактив таҡта, Аҡмулла тураһында видеопособие, М. Аҡмулла премияһының лауреаттары хаҡында стенд, уның китаптарынан күргәҙмә, портреты, аудиокассета, магнитафон,

 

Дәрес барышы

     Ойоштороу моменты.

     Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөнгө дәресебеҙҙе мин Рәшит Шәкүрҙең шиғыры менән башларға теләйем.

   Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы лы күп,

 Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.

 Быуаттарҙан алып быуаттарға,

Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.

                                                                      Рәшит Шәкүр

     Шиғыр юлдарынан аңлауығыҙса, беҙ һеҙҙең менән дәрестә шағир һәм фекер эйәһе, мөғәллим һәм атаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады тураһында белемдәребеҙҙе лә тикшереп ҡарарбыҙ. Ун туғыҙынсы быуатҡа, Аҡмулла йәшәгән осорға, юл тотҡанда беҙгә “тарих компасы” ярҙам итәсәк. Беҙҙең дәрестең  темаһы “Аҡмулла һабаҡтары” тип атала. Ғөмүмән, “әҙәбиәт ул тормош дәреслеге” тигән бер әҙип. Беҙ ниндәйҙер бер йүнәлеш буйынса фекер йөрөткәндә, һабаҡ алырға, ниндәйҙер һығымталар яһарға тейешбеҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тормош юлы                         Ижады                                    “Мәңгелеккә

                                                                                                   халыҡ хәтерендә”

 

 

 

 


Сәнғәттә

Аҡмулла образы                   Аҡмулла                                 Туҡһанбайҙа

 

 


                                                  Әҙәбиәттә-

                                              Аҡмулла образы

 

   

    Уҡытыусы. Беренсе уҡ. Тормош юлы.

     М.Аҡмулланың тормош юлы ҡатмарлы, фажиғәле, аяныслы. Был

хаҡта беҙ һеҙҙең менән һөйләшкәйнек.

     -   Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлына ҡағылышлы даталарҙы иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Уң яҡ бағанала даталар яҙылған, һеҙгә был йылдарҙа ниндәй ваҡиғалар булғанын әйтергә һәм сығып яҙырға кәрәк.

 

(Интерактив таҡтала шағирҙың биографияһынан даталар күрһәтелә. Уҡыусылар һәр датаға ниндәй ваҡиға тура килгәнен иҫтәренә төшөрәләр сығып яҙа баралар)

 

     1831 йылдың 26 декабрендә мулла ғаиләһендә тыуған.

     1850 йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый.

     1859 йылда Троицкмәҙрәсәһендә белем ала.

     1867 йылда тиклем ҡаҙаҡ далаларында мөғәллим була.

     1867 йылда төрмәгә ултыртыла.

     1895 йылда вафат була.

 

    -Аҡмулланың бала-сағы, ата-әсәһе хаҡында нимәләр беләһегеҙ?

 

     -Аҡмулла хаҡында ниндәй легендалар йөрөй?

 

     а) Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә Мифтахетдин имсәк бала сағаңда уҡ атаһы Мөхәмәтйәр вафат була, йәшләй тол ҡалған Бибигөлсөм Туҡһанбай ауылының Камалетдин исемле муллаһына кейәүгә сыға. Камалетдин Мифтахетдинды метрикаға үҙ улы тип яҙҙыра һәм буласаҡ шағир ошо ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә башлай. Тиҙҙән Мифтахетдиндың әсәһе лә үлә, малай үгәй әсә ҡулында ҡала.

 

     -Аҡмулла “Атайыма хат” әҫәренә нигеҙләнеп, халыҡ ата менән ул араһындағы мөнәсәбәттәрҙе аңлатырға тырыша. Әсәһенең вафан булыуы, уның үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнеүе  ысынбарлыҡҡа тура киләме?

 

     Аҡмулланың тыуған йылын билдәләүҙә төрлө фекерҙәр була. Ревизия мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, ул 1831 йылда тыуған, тип иҫбат итә алабыҙ. 1834 йылда Туҡһанбай ауылында халыҡтың иҫәбен Иван Дыннов алған. Был VIII ревизия мәғлүмәттәрен дөрөҫләп, йорт старшинаһы Әхиәр Мәмбәтов ҡул ҡуйған. Бында Камалетдин улы Мифтахетдин өс йәштә тип күрһәтелә.

     М. Аҡмулла ҡатмарлы тормош юлы үткәс шәхес. Шулай ҙа, күреүебеҙсә, дәреслектәрҙә Аҡмулла тураһында халыҡ легендаларына нигеҙләнеп яҙылған, уның үгәй әсә ҡарамағында тәрбиәләнеүе тураһында мәғлүмәт китаптан – китапҡа әле лә күсерелә килә. Күптәр һаман да Аҡмулланың етем ҡалып төрлө михнәттәр күреүе, шуға күрә өйөнән сығып китеүгә мәжбүр булыуы тураһында һөйләй. Бөтәбеҙгә мәғлүм: былысынбарлыҡҡа тура килмәй, сөнки документ материалдарына нигеҙләнеп Ә. Әсфәндиәров Аҡмуллаға 18 йәш булғанда әсәһенең әле иҫән булыуын иҫбат итте.

 

(Ревизия яҙмалары күрһәтелә)

 

     -Ул ни өсөн төрмәгә ултыра?

     -Аҡмулла ғаилә ҡорғанмы?

(Яуаптар алына)

 

     Ә. Харисовтың “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” тигән хеҙмәтендә башта бер ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнеүе, күп тә тормай айырылышыуҙары, шунан һуң олоғайғансы өйләнмәй йөрөүе, һуңынан Сөләймән ауылынан Сәғирә Юлдыбаеваға өйләнеүе, уларҙың ике йылдан һуң айырылышыуы хаҡында уҡыусыларҙың иҫтәренә төшөрөлә.

 

     -Аҡмулланың ҡорған ғаиләһе ни өсөн тормош һынауҙарын үтә алмай? Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ?

 

(Яуаптар алына, фекерҙәр тыңланыла)

 

     Уҡытыусы: Беренсенән, йәш үҫмер ҡыҙ кешегә оло шәхес Аҡмулланы рухи яҡтан ҡәнәғәтләндереү, уға серҙәш, моңдаш булыу еңел булмағандыр. Шуға күрә ғаиләһе ныҡлы булмағандыр. Икенсенән, шағирҙың гел ил гиҙеүе лә ниндәйҙер роль уйнамай ҡалмағандыр.

 

     -Һөйләгәндәрҙән сығып, ниндәй һығымта яһарға була, ниндәй һабаҡ алырға була?

Яуаптар:

     -Ата-әсәңә яҡшы мөнәсәбәттә булырға (Аҡмулланың атаһы менән мөнәсәбәтенә нигеҙләнеп фекер йөрөтөү)

     -Ғаилә ҡорғанда үҙеңә тормош юлдашы итеп тиң булырҙай кешене һайларға, ауырлыҡтарҙы бергә еңергә ынтылырға, сабыр аҡыл менән эш итергә кәрәк (Сәғирә менән Мифтахетдин хаҡында уйланыуҙар)

 

     Аҡмулланың ҡәбере ҡайҙа урынлашҡан?

 

     Уҡытыусы: Аҡмулла үҙе үлһә лә, беҙгә ҙур мираҫ ҡалдырҙы. Уның ижады үҙе бер поэтик мәктәп булды һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик поэзияһында ул айырым урын алып тора. Йәш быуынды идея-эстетик яҡтан тәрбиәләүҙә, әхләҡ нормаларын өйрәтеүҙә әҫәрҙәренең роле ҙур. Аҡмулланың шиғырҙары фәлсәфәүилеге, фекер тәрәнлеге, поэтик үткерлеге, бай һүрәтләү саралары менән таң ҡалдыра.

     -Һеҙ йыш ҡына Аҡмулла – мәғрифәтсе шағир тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул нимәне аңлата?

     -Беҙ уның ниндәй шиғырҙарын уҡыныҡ?

     -Уларҙа нимә хаҡында һөйләнелә?

     -Аҡмулла ижадының төп йүнәлештәре ниндәй?

     -“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” әҫәрҙе бөгөнгө көндә лә актуаль тип әйтеп буламы?

 

(Статистика мәғлюмәттәре килтерелә)

 

     -Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрҙе тикшереү маҡсатында мин һеҙгә чайнворд тәҡдим итәм. Уны сискән арала М. Аҡмулла шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы тыңлап алырға тәҡдим итәм. Был һеҙҙең кәйефегеҙҙе яҡшы яҡҡа көйләргә ярҙам итер.

 

(Магнитафонға аудиокассета ҡуйыла, чайнвордтар эшләнгән карточкалар таратыла)

 

     -Хәҙер, уҡыусылар, эштәребеҙҙе алмашайыҡ һәм бер-беребеҙҙе тикшереп ҡәләм менән карточкаларға баһалар ҡуйығыҙ.

 

(Интерактив таҡтала яуаптар бирелә, уҡыусылар шуға ҡарап эштәрҙе үҙҙәре тикшерәләр)

     Икенсе йүнәлеш буйынса эшләгәндә һеҙ ниндәй һығымталар яһанығыҙ?

Яуаптар:

     -Аҡмулланың халыҡты аң-белемгә өндәүе бөгөнгө көндә лә актуаль булып ҡала. Доңья белемдәр ҡулында (Фекерҙе миҫалдар менән нығытырға – ауылдарҙа ҡалып эшләмәй, бер ҡайҙа ла уҡымай йөрөгән йәштәрҙең күбәйеүе, уларҙың эскегә һабышыуы...)

 

     -Шағирҙың дидактик йәнәлеше әҫәрҙәрендә күтәрелгән сифаттарҙың бөгөнгө көндә күп кенә кешеләрҙә буламы – бер-беребеҙгә изгелекле, игелекле булырға саҡырыу...

 

     Өсөнсө йүнәлеш. Бына ошондай оло йөрәкле, халҡым, илем тип йәшәгән улдарын халыҡ онотмай. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ла күп кенә эштәр эшләнде. Бына шуның өсөн өсөнсө йүнәлеш “Мәңгелеккә - халыҡ хәтерендә” тип атала.

     -Аҡмулла исемен мәңгеләштереү максатында ниндәй эштәр эшләнде?

     Уның ижады ниндәй ғалимдар тарафынан өйрәнелде?

 

 

 

     (Аҡмулла ижадын өйрәнеүсе ғалимдар хаҡында стенд күрһәтелә, китаптар күргәҙмәһе менән таныштырыла)

 

     -Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр өсөн нисек йәшәргә, нисек эшләргә кәрәк?

(Яуаптар)

    Дүртенсе йүнәлеш. Ниндәйҙер бер шәхестең күңел донъяһын, әҫәрҙәрен аңлау өсөн, ул тыуған ауылға барып ҡайтырға, ул һулаған һауаны һуларға, ул эскән һыуҙы эсергә кәрәк, тиҙәр. Шуға күрә беҙ бөгөн Аҡмулланың йорт-музейына  ла “барып” ҡайтырбыҙ.

     -Кемдең бында булғаны бар? (әңгәмә)

     -Бында нимәләр һаҡлана икән? Шул хаҡта белер өсөн видеояҙма ҡарап алайыҡ әле.

(Видеояҙманан Аҡмулланың йорт-музейы күрһәтелә).

     -Аҡмулла ниндәй һөнәрҙәргә эйә булған? Был уға тормошта ярҙам иткән микән? Ғөмүмән, күп һөнәрҙәр белергә ынтылаһығыҙмы?

(Яуаптар)

 

     Бишенсе йүнәлеш. Шағирҙың ҡабатланмаҫ образын тыуҙырыу маҡсатында яҙыусылар тарафынан күп кенә әҫәрҙәр ижад ителгән.

     -Аҡмулла хаҡында ниндәй әҫәрҙәр уҡығанығыҙ бар?

     -Хәҙер, уҡыусылар, дәфтәребеҙҙе асабыҙ, уның тураһында ижад ителгән әҫәрҙәрҙе яҙып ҡуяйыҡ әле. Әгәр китапханаларҙа күрһәгеҙ алып уҡырһығыҙ. Бер үк кеше тураһында язылһа ла, һәр әҫәрҙә Аҡмулла беҙҙең алға ҡабатланмаҫ бер шәхес булып килеп баҫа.

 

     (Интерактив таҡтала “Әҙәбиәттә - Аҡмулла образы” тигән слайд күрһәтелә, уҡыусылар әҫәрҙәре дәҫтәрҙәренә күсереп яҙалар)

 

     Алтынсы йүнәлеш. Аҡмулланың обраҙы ниндәй сәнғәт әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан? Һанап ҡарағыҙ әле.

(Әңгәмә)

 

     -Хәҙер һеҙҙең сәнғәттә Аҡмулла образының сағылышы хаҡында белемдәрегеҙҙе һынап ҡарау маҡсатында һеҙгә викторина тәҡдим итәм. Һорауҙарҙы яҙмайынса яуаптарын яҙығыҙ, уларҙы һандар ярҙамында билдәләгеҙ.

 

     (Интерактив таҡтала викторина һорауҙары күрһәтелә, уҡыусылар дәфтәрҙәрендә шуларға яуыптар яҙалар)

 

     -“Аҡмулла” операһының композиторы кем?

     -Шағирҙың монументаль һынын кем яһаған?

     -Аҡмулла портретын ниндәй рәссамдәр ижад иткән?

     -Кемгә “Аҡмулла” арияһын оҫта башҡарғаны өсөн М. Аҡмулла исемндәге премияға лайыҡ була?

 

(Эштәрҙе йыйып алыу)

 

     Дәресте йомғаҡлау: Бөгөн, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән алған белемдәребеҙҙе генә тикшерҙек, үҙ үҙебеҙҙе баһаларға мөмкинселегебеҙ булды. Афарин, бөтәгеҙ ҙә үҙегеҙҙең төплө белемдәрегеҙҙе күрһәттегеҙ. Тик беҙҙең дәресебеҙҙеңтемаһы “Аҡмулла һабаҡтары” тип атала ине. Үҙебеҙгә ниндәй һығымта яһайыҡ

 

(Яуаптар алына, фекерҙәр тыңлана)

 

     -Аҡмулла һабаҡтары – ул әсе тормош һабағы. Бөгөн һәр йүнәлеш буйынса эшләгәндә лә үҙегеҙгә һығымта яһап ултырғанһығыҙҙыр тип уйлайым. Киләсәккә һеҙ ҙә үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе халыҡҡа файҙалы эштәр эшләргә бағышларһығыҙ, тәрбиәле, белемле, изгелекле кешеләр булып йәшәрһегеҙ тип ышанам.

 

     Баһалау. Бөгөн дәрестә әүҙем ҡатнашып, үҙ фекерҙәрен белдергән, дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларға шундай билдәләр ҡуям...

 

     Өй эше. “Аҡмуллаға хат” тигән темаға инша яҙырға.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башкирский язык и литература"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по тяжелой атлетике

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 849 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.02.2016 713
    • DOCX 54 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметова Гульназ Рафаизовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахметова Гульназ Рафаизовна
    Ахметова Гульназ Рафаизовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5289
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Французский язык: теория и методика обучения иностранному языку в образовательной организации

Учитель французского языка

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 92 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 161 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по английскому языку в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 298 человек из 62 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 831 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы методики преподавания немецкого языка в условиях реализации ФГОС

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 68 человек из 38 регионов
  • Этот курс уже прошли 251 человек

Мини-курс

Теория и практика инвестиций в контексте устойчивого развития

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Фитнес: особенности занятий и специфика питания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 117 человек из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 39 человек

Мини-курс

Сохранение и продвижение традиционных российских ценностей и культуры

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 21 человек из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 22 человека