Башҡорт әҙәбиәте
Тема:
Кузнецовтың
“Салауаттан
һорау
алыу”
картинаһы
буйынса
телмәр
үҫтереү.(2
сәғәткә иҫәпләнгән:1- инша яҙыуға
әҙерлек,
телдән, 2 – инша яҙыу.)
Маҡсаттар:
- уҡыусыларҙы картинаны уҡырға өйрәтеү,
-
“Салауаттан һорау алыу” картинаһының идея-тематик йөкмәткеһен
асыҡлау,
-
уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү,
бәйләнешлетекст,
инша яҙырға өйрәтеү.
Уҡыусылар
эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Рәссамдың картинаһын уҡырға өйрәнеү.
Картинаның идея –тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Рәссамдың буяуҙар менән эш итеү
оҫталығын билдәләү. Картинала һүрәтләнгән кешеләрҙең портреттарына иғтибар
итеү. Уларҙы төркөмдәргә бүлеү. Инша яҙыу өсөн план төҙөү.
Йыһазландырыу:
А.А Кузнецовтың”Салауаттан һорау алыу” картинаһы, компьютер,
картиналарҙан
күргәҙмә.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу
II. Уҡытыусы һүҙе. 5 – 7
кластарҙа Салауат Юлаев хаҡында өйрәнелгән әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрәйек әле.
Салауат Юлаев тураһында нимәләр беләбеҙ? (Уҡыусылар һөйләй).
Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән Салауат Юлаев тураһында һөйләшеп киткәйнек.Әйҙәгеҙ, ҡабатлап китәйек. Һорауҙарға яуап бирәйек. а) С.Юлаев ҡасан, ҡайҙа тыуған? б) Кем ул Бүгәсәү? в) Ихтилал нисек тамамлана? г) Салауатты һөргөнгә ҡайҙа ебәрәләр? д) Нисәнсе йылда вафат була? Батыр
үҙе үлһә лә уның исеме халыҡ хәтерендә. Уның исеме нисек мәңгеләштерелгән?
Слайд. С.Юлаев образы: кино – театр, фольклор, әҙәбиәт,скульптура Хәҙерге осор (музейҙар, урам-ҡала, район исемдәре, символ, премия, орден).
Бөгөн беҙ “Салауат образы һынлы сәнғәттә” тигән өлөшкә туҡтап китәбеҙ. Бик күп рәссамдар Салауат образына мөрәжәғәт иткәндәр: Г.Мостафиндың
”Салауат Юлаев”, А.
Лежневтың “Салауатты тотоу”,”Салауат отрядының Пугачев менән
осрашыуы”, А.Тюлькиндың “Салауаттың өйө” картиналары күрһәтелә һәм
характеристика бирелә. Рәссамдарҙы халыҡтың үткәне, бигерәк тә бәхетле тормош өсөн көрәшеүселәр образы ҡыҙыҡһындыра. Шуның өсөн дә картиналарҙа төп урынды – тарихи образ алып тора. Салауат образы картиналарҙа бер-береһенә оҡшамаған, ләкин ҡаһарманлыҡ, шәхес, бәхетле тормош өсөн көрәшеүсе образ уртаҡ булып тора.
III. Дәрестә
ҡараясаҡ
картинаны
Алексей
Кузнецов
яҙған.
Кузнецов
Алексей Александрович 1927 йылдың 11
апрелендә Өфөлә тыуа. 1945—1947 йылдарҙа Өфө театр-художество училищеһының
вокал
бүлексәһендә уҡый. Кузнецов
ике йыл Харьков художество институтында уҡый (1948—1950). 1953—1976 йылдарҙа
РСФСР Художество фондының Башҡортостан оҫтаханаларында эшләй. Ҙур йәмәғәт
эшмәкәрлеге алып бара: Башҡортостан Рәссамдар союзы идараһына ағза итеп
һайлана, РСФСР Художество фонды Башҡортостан оҫтаханалары эргәһендәге художество
советының ағзаһы була. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Өфө ҡала Советы депутаты
итеп һайлана (1956). 1975 йылдан Куйбышев (Һамар) ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Станоклы һәм монументаль живопись жанрҙарында эшләй. Кузнецовтың үҙе
һөйләүенсә, Степан Злобиндың "Салауат Юлаев"романының уға ниндәй
көслө тәьҫир итеүе, шуға ла ул Салауат тураһында документаль материалдарҙы
өйрәнеү, Пугачев ихтилалы тураһында материал туплауы менән шөғөлләнә башлай.,
1954 йылда «Салауат Юлаевтан һорау алыу» картинаһын яҙғанда Өфө сәнғәт
училищеһы студенты Арыҫланов Әмир Солтан улы А. А. Кузнецовҡа Салауат
образын һынландырыусы була. Мәскәүҙә үткән күргәҙмәлә
был картина юғары баһа ала һәм “Почет билдәһе” ордены менән наградлана. Художник
1990 йылдың 4 ноябрҙа вафат була, Мәскәүҙә ерләнә.
IV. Картина буйынса
эш.
Салауаттан һорау алған урынды тасуирлағыҙ. Картинала
һүрәтләнгән күренеш Салауат тормошоноң ҡайһы осорона тура
килә? Салауаттан һорау алыу ҡайҙа бара? (Подвалда.)
Һорау алыу урыны ниндәй? (ҡараңғы)
Ни өсөн ҡара фон алынған? ( Салауат өсөн иң ауыр осор. ул ҡулға алынған) Нисә кеше һорау ала? (4)
Ни өсөн? ( Сөнки улар ҡурҡалар, уларҙың көсһөҙлөгөн күрһәтә).
Һорау алыусыларҙың йөҙҙәре ни өсөн ҡәнәғәт? (Сөнки ихтилал баҫтырылған. Уның башлығы тотолған.) Салауат үҙен нисек тота? ( Ул үҙен ғорур тота. Ул дошман ҡамауында һүрәтләнгән. Киң яурынлы, үткер ҡарашлы булыуы уның дошмандан, язанан ҡурҡмауын күрһәтә.)
Батыр дошмандарына нисек ҡарай? ( Уның күҙҙәрендә нәфрәт. Нәфрәт
менән ҡарай) Артҡы
планда кемдәр төшөрөлгән? (йәлләттәр ). Улар нимәгә
әҙерләнә? (язаларға)
Һорау алыу күптән барамы икән? (Салауаттың кейеме йыртылмаған, бөтөн, яралары күренмәй. Ләкин Салауатты ҡаты яза көтә. Уны ут менән ҡурҡытып, енәйәтен танытмаҡ булалар.) Картина
һеҙҙә ниндәй тойғолар уята? (ғорурлыҡ,батырлыҡ).
V. Һүҙлек эше .
Батша чиновниктары –
батша ялсылары, йәлләттәр – язалаусылар,палачтар....
VI.
Әңгәмә юлы менән бергәләшеп план төҙөү.
А. Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһында персонаждар өс төркөмгә
бүлергә мөмкин: 1. Төп герой – Салауат. 2. Салауаттан һорау алыусы
батша чиновниктары. 3. Салауатты язаларға әҙерләнеүсе йәлләттәр. Айырым
предметтарҙың, күренештәрҙең һүрәтләнешенә иғтибар иттерергә кәрәк. Картинаның
темаһын билдәләү, сюжетын һөйләү, төп һәм ярҙамсы образдарҙы билдәләү, алғы һәм
артҡы пландағы әйберҙәрҙе билдәләү, деталдәр,буяуҙар, тон - барыһына ла
иғтибар иттерергә кәрәк. Уҡыусылар үҙ мөнәсәбәтен белдерергә тейеш. Ошоларҙан
сығып яҡынса план төҙөлә. 1.
Картинала һүрәтләнгән күренеш Салауат тормошоноң ҡайһы осорона тура килә.
2. Салауаттан һорау
алған урынды тасуирлағыҙ..
3. Һорау алыусы батша ялсыларының ҡиәфәттәре ниндәй? 4.
Йәлләтәр ни өсөн Салауатты язаларға әҙерләнә?
5. Рәссам Салауатты нисек һүрәтләгән?
6. Салауаттың һорауға тәүге тапҡыр килеүен нимәгә ҡарап белеп була? 7.
Картинала ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итә?
8. Картина һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?
VII. Уҡыусыларҙың ижади
эш процесы башлана. Иң тәүҙә - ҡараламаға, һуңынан дәфтәргә күсереп яҙалар.
VIII. Йомғаҡлау.
Баһалау.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.