Муниципальное
бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя
общеобразовательная школа с.Наумовка
муниципального района Стерлитамакский район
Республики Башкортостан
Доклад
к презентации на тему:
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә
уҡыусыларҙың логик һәм ижади фекерләүен үҫтереүсе сара - кроссенс»
Выполнил:
учитель башкирского языка и литературы
Сибагатова Венера Вахитовна
Наумовка-2019
Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ,
коллегалар, жюри ағзалары!
Мин – Сибәғәтова
Венера Вәхит ҡыҙы, Наумовка урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы.
Минең оҫталыҡ дәресенә әҙерләгән
презентациямдың темаһын: “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың логик һәм
ижади фекерләүен үҫтереүсе сара - кроссенс» тип алдым. Ни өсөн был башватҡысҡа туҡталдым икән
тигән һорауға, былай тип яуап бирер инем: сөнки кроссенс башватҡысы
башҡа башватҡыстарға ҡарағанда еңелерәк төҙөлә, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың
телмәрен, фантазияһын, логик фекерләүен үҫтереүгә ярҙам итә.
Яңы заман дәрестәрен планлаштырған осорҙа
уҡытыусы белем бирер өсөн уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, телмәрен үҫтереү, байытыу
өсөн төрлө саралар ҡулланырға тейеш.
Педагогия фәндәре кандитаты, доценты,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлләмов Абдрахман Әбдрахим улынын
һүҙҙәре.
«Тел фекерләү менән туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, ул баланың
телмәрен, фекерләү һәләтлелеген үҫтереүҙә һәм камиллаштырыуҙа төп сара булып
тора».
Заман талаптарына тап килерлек
дәрестәр планлаштырған саҡта һуңғы осорҙа мин яңы заман башватҡысы-кроссенс ҡуллана
башланым. Сөнки был башватҡысты дәрестең төрлө этаптарында ла ҡулланырға
мөмкин:
Өй
эштәрен тикшергәндә, яңы теманы
билдәләгәндә һәм шулай уҡ үтелгән теманы ҡабатлағанда. Уҡыусылар үҙ
аллы ла, төркөмләп тә эшләй, сисә алалар был башватҡысты.
Нимә
һуң ул кроссенс? “Кроссенс”һүҙе инглиз теленән
алынған һүҙ , кроссвордтың бер төрө, ул“мәғәнәләр киҫелеше” тигәнде аңлата, 9
өлөштән торған сылбыр, яңы быуын башватҡысы, стандарт 9 квадраттан тора. Һәр
бер һүрәт үҙенән алда килеүсе һәм үҙенән һуң килеүсе һүрәт менән бәйле, ә
үҙәктәге һүрәт бөтәһен бергә бәйләй. Кроссенсты аҫтан өҫкә табан, уңдан һулға
табан уҡырға мөмкин. Бәйләнеш өҫтән генә һәм тәрән мәғәнәле булырға мөмкин.
Был
методты 2002 йылда яҙыусы, педагог, математик Сергей Федин һәм Владимир
Бусленко-техник фәндәре докторы, рәссам һәм философ тарафынан уйлап
табылған. Шул уҡ йылды “Фән һәм тормош”(“Наука и жизнь”) журналында баҫылып
сыҡҡан.
Кроссенс-ребус,
кросворд.
Кроссенс-кросвордтың
бер төрө.
Кроссенс-
һүрәттәр йыйылмаһы.
Кроссенс
– мейе өсөн күнекмә, үҫтереү сараһы.
Кроссенс
төҙөү алгоритмы:
1. Темаһын, уртаҡ идеяһын билдәләү.
2. Темаға ҡағылған 8-9 элементты айырып
алыу .
3. Элементтар араһында бәйләнеш
табыу, эҙмә-эҙлелекте билдәләү.
4. Өс һәм күберәк бәйләнеше булған
элементтарҙы айырыу.
5. Бер(үҙәк) элементта мәғәнәне
туплау.
6. Һәр элементтың айырым һыҙаттарын
айырып күрһәтеү.
7. Элементтарҙы иллюстрациялаусы
һүрәттәрҙе һайлап ҡуйыу.
8. Тура образдарҙы символик
образдар менән алмаштырыу.
9. Образдар араһында ассоциатив
бәйләнеш төҙөү.
10. Яңы кимәлгә сығабыҙ.
Кроссенс уҡыусылар өсөн нисек эшләй:
1. Уҡыусының бирелгән теманы нисек
аңлауын сағылдыра;
2. Логик һәм образлы фекерләүҙе
үҫтерә;
3. Үҙҡарашын үҫтерә, нығыта;
4. Ҡыҙыҡлы өҫтәлмә материалдар
эҙләтә;
5. Стандарт булмаған фекерләүҙе үҫтерә;
6. Инициативлыҡты, креативлыҡты күтәрә;
7. Төркөмләп эшләргә өйрәтә(мәҫәлән бергәләп кроссенс
төҙөү, башватҡысты сисеү);
8. Үҙ аллы кроссенстар төҙөргә өйрәтә.
Дәрестәрҙә кроссендар ҡулланған ваҡытта
уҡыусыларҙың әүҙемлеге көсәйҙе, өйҙә үҙҙәре кроссендар төҙөп киләләр, дәрест класташтары
тикшерәләр һүрәттәр араһында бәйләнеш табалар, башватҡысты сисәләр. Был ҡыҙыҡлы
ысулдың бер нисә төрөн мин үҙемдең презентациямда сағылдырҙым. Дәрестәрегеҙҙе
тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итергә ярҙам итер тип уйлайым һәм уңыштар теләйем.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.