Эссе
Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ
теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен
һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
(Р.Ғарипов.)
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов
“Туған тел” шиғырында шулай яҙҙы. Был һүҙҙәр минең йөрәгемә май булып ята
шикелле. Туған телем менән ғорурланам! Туған телемдә туйғансы, рәхәтләнеп
һөйләшәм мин. Тыуған ерем Үрге Тәтешлелә төрлө милләт халҡы йәшәй. Мин һәр
телде хөрмәт итәм. Ә үҙ телем менән үҙемде бай, ғорур, киләсәктә лә өмөтлө кеше
тип һанайым. Ысынлап та, донъяла телдең икһеҙ-сикһеҙ
көсө менән ярышырҙай тағы ниндәй көс бар икән?
Эйе, тел кешенең уй-фекере менән
тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Ул кешенең күмәк хеҙмәтендә барлыҡҡа килгән. Тел -
донъя мәҙәниәтенең ижадсыһы, ул бер генә кешенең түгел, ә халыҡтың, хатта бөтә
кешенең эшмәкәрлеген туплаусы ла, уның менән идара итеүсе лә. Тел – ул халыҡтың
мәңге тере тарихы. Бына шуға ла, Тәтешле районы 1935 йылдан, район булып
ойошҡандан алып, үҙ тарих биттәрен туған телдә яҙған. Ирәкте, Урман-Гәрәй,
Ҡыр-Танып волостарына бүленеп йәшәгән, эшләгән, тормош көткән. Был - нәҫел волостары
тип аталған һәм Өфө өйәҙенә буйһонған. Бында йәшәүселәр (башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, удмурттар,
мариҙар) бөтәһе лә туған телендә һөйләшкән, районда сыҡҡан “Етәксе” гәзитен уҡыған,
халыҡ йырҙарын башҡарған, йола-байрамдарын уҙғарған.
Миңә
районыбыҙҙың элекке тормошо үтә матур тойола. Ни өсөн тигәндә, кешеләр татыу,
дуҫ, аралашыусан булған кеүек. Балалар ҙа үҙ туған телендә күпләп һөйләшкән.
Эйе, бөгөн дә һөйөнөргә лә урын бар - һуңғы ваҡытта туған телгә тиҫтерҙәремдең
ҡыҙыҡһыныуы артты. Алдағы көндәрҙә лә телебеҙ
артабан да нығыныр, камиллашыр тип уйлайым. Әлбиттә, халҡым теле үҙ теле менән
ғәйрәтле, ныҡ йәшәй. Шуның өсөн, белемле, юғары мәҙәниәтле, көслө рухлы шәхес
булыу маҡсатынан үҙ телемде ныҡлап өйрәнәм. Туған телдә төрлө әҫәрҙәр өйрәнеү
аша рухым байый, сыныға, халҡымдың бай тарихын, йола-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен
өйрәнәм.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.