Инфоурок Другое Конспекты5 класс. Хажин В.И., Вилданов А.Х. Башҡорт халыҡ ижады темаһын йомғаҡлау. Дәрес-проект.

5 класс. Хажин В.И., Вилданов А.Х. Башҡорт халыҡ ижады темаһын йомғаҡлау. Дәрес-проект.

Скачать материал

 

           Тема: Башҡорт  халыҡ  ижады темаһын   йомғаҡлау. Дәрес-проект. 

Маҡсат: уҡыусыларҙың башҡорт халыҡ ижады тураһында алған белемдәрен тикшереү, ҡабатлау;  проект методын ҡулланып ижади һәләттәрен арттырыу;  бәйләнешле телмәр менән һөйләү, фекерләү; башҡорт халыҡ ижады аша башҡорт теленә, әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, уҡыусылар һүрәттәре, әкиәт геройҙары,   “сәхнә”, китапсыҡтар.

Дәрес барышы:

I.                   Ойоштороу минуты

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!  Килгән ҡунаҡтар!                                                                    

-Уҡыусылар, бөгөн беҙгә дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән. Беҙҙең халыҡта  “Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар” тигән мәҡәл бар, шуға күрә һынатмайыҡ үҙебеҙҙе. Бөгөн беҙҙең ғәҙәти дәрес түгел. Был дәресте беҙ һеҙҙең менән бергә төҙөнөк һәм дәресте лә бергә алып барырбыҙ, тип ышанам.

-              Класты өс төркөмгә бүлдек.

Һулда беҙҙең  эксперттар,  уртала - декораторҙар, уңда әкиәтселәр ултыра,  һәр төркөмдөң үҙ эше бар.

II.  Фонетик күнегеү өҫтөндә эш.

Кеше күрке – йөҙ,                                                                                                                      

Йөҙҙөң күрке – күҙ,

Уйҙың  күрке – тел,

Телдең  күрке - һүҙ.

-              Таҡтаға иғтибар итегеҙ әле, унда  нимә яҙылған?

-              Кем матур итеп уҡып күрһәтә?

-              Рус теленә тәржемә итеп китәйек. (Краса человека – лицо, краса лица – глаза, краса мысли  - язык, краса языка – слово.)

-              Был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ? ( кешенең тышҡы  матурлығын ҡиәфәтенән, күҙенән күреп була,  уйҙарын тел аша биреп  була, ә телдең матурлығын һүҙҙәр менән генә аңлатып  була)

-              Хор менән уҡыу

-              Рәтләп уҡыу.

III. Дәрестең темаһы, маҡсатын асыҡлау

-              Беҙ һеҙҙең менән ниндәй бүлекте үтеп бөттөк?

-              Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы нисек?

-              Дәресебеҙгә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?

-              Ә был маҡтаттарға ирешеү өсөн нимәләр эшләйәсәкбеҙ?

-  Нимә ул халыҡ ижады? (авторы юҡ, уны халыҡ уйлап сығарып, быуындан-быуынға күсеп килгән әҫәрҙәр)

- Башҡорт халыҡ ижады төрҙәрен һанап сығығыҙ (әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, эпостар, легендалар, һ. б.)

 

IV. “Мәҡәлдәр әйтешеү”.

- Нимә ул мәҡәл? (ауыҙ-тел ижадының бер төрө, ғәрәп теленән ингән “мәҡәл” һүҙе урынлы, кәрәк ерҙә әйтелгән һүҙ тигән мәғәнәне аңлата, ә элек уны боронғолар һүҙе йәки тапҡыр һүҙҙәр, тип тә  йөрөткәндәр. Уҙ аллы әҫәр булараҡ йәшәмәй, ә һөйләгәндә әйтелгән фекерҙе дәллилләү өсөн ҡулланыла,  улар ҡыҫҡа һәм тәрән мәғәнәле була. Әгәр ҙә кеше мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе телмәрендә уңышлы ҡуллана икән, уның теле бай һәм матур буласаҡ.)

- Тематикаһы буйынса беҙ һеҙҙең менән бик күп мәҡәлдәр ҡарап киттек. Әйҙәгеҙ хәҙер тапҡыр һүҙҙәр әйтеү буйынса ярыш ойоштороп алайыҡ. Алмаш-тилмәш мәҡәлдәр әйтәбеҙ. Кем күберәк әйтә, шул еңә!

 

V.Декоратоҙар эше.

-Хәҙер беҙҙең декораторҙар сәхнә әҙерләгәнсе “Кем тиҙерәк!” тигән уйын уйнап алайыҡ. Үткән темалар  буйынса  һорауҙар бирәм, ә һеҙ тиҙ генә уйлап  яуап бирегеҙ.

1. Ниндәй әкиәттә “Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош” тиелә? (Әминбәк)

2. Был малай түбәһенән алып ҡалаҡ һөйәктәре араһына тиклем етеп тоған ап-аҡ оҙон сәсле, ти. Кем тураһында һүҙ бара? Әкиәт нисек атала? (Аҡъял батыр)

3. Әүәләп мейескә тыҡһа ул булмаҫ, ә икмәк,  йә бәлеш булыр ине? Кем ул? Ҡамыр батыр)

4 . Ир ҡанаты – ат булыр, тигән мәҡәл ниндәй әкиәттән? (Ҡамыр батыр)    

5.  Мәҡәлдәр әйтәм, дөрөҫ булмаһа төҙәтегеҙ:

- Эш бөткәс, йоҡларға ярай

- Кем эшләмәй, шул ашай

- Ҡалған эшкә ямғыр яуа.                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                

IV. Эксперттар эше.

  -Хәҙер һүҙҙе эксперттарға бирәйек.

- Нимә ул әкиәт? Һөйләп китегеҙ әле.

 (Халыҡ ижадының бер төрө. Ул сәсмә телдә ижад ителә, йыш ҡына тылсымлы, ысынбарлыҡта  булмаҫтан хәл-ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала)

- Әкиәт ниндәйҙәргә бүленеп йөрөтөлә? (Тылсымлы, тормош – көкүреш, хайуандар, батырҙар тураһында.)

- Миҫалдар килтерегеҙ.(Алтын алма, Алтын тамсы, Төлкө һәм айыу, Ҡамыр батыр)

V.Әкиәт сәхнәләштереү.

 - Һүҙҙе әкиәтселәргә бирәйек.

 Улар беҙгә башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереп  китер.

- Рәхмәт уҡыусылар. Был  нимәләр тураһындағы әкиәт тип әйтеп була?

- Әкиәттә үгеҙҙең ниндәй сифаттары асыла? ( тырыш, эшһөйәр, бер ҡатлы, ышаныусан, мәрхәмәтле)

- Ә башҡа йәнлектәрҙең ниндәй сифаттры тасуирланған? ( ялҡау, уҫал, алдаҡсы).

 

VI. Күҙҙәр өсөн ял минуты.

-Хәҙер таҡтаға  ҡарап күҙҙәрегеҙҙе ял иттереп алығыҙ.

VII. Йомаҡтар тураһында һөйләшеү.

-              Халыҡ ижадының тағы бер төрө – ул йомаҡтар. Йомаҡтар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (Уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер)

-              Эйе, баланың зирәклеген, фекерләү һәләтен үҫтереү өсөн  йомаҡ әйткәндәр.

-              Йомаҡтарҙың тематикаһы ла күп төрлө. …….хайуандар тураһында йомаҡтарҙы йыйып әҙерләп килде. Рәхим ит! Уйлап ҡына ҡул күтәреп яуап бирегеҙ.

 

VIII. Төшөрөлгән һүрәттәргә анализ.

-              Уҡыусылар уҡыған әкиәттәр буйынса һүрәттәр ҙә төшөрҙө. (уҡыусылар сығышы)

IX. Белемде тикшереү

Тест
1. Башҡорт халыҡ ижады төрөн билдәлә:
а) шиғырҙар
б) хикәйәләр
в) әкиәттәр

 

2. Мәҡәл – ул….
а) күсмә мәғәнәле һүҙҙәр
б)  тәрән мәғәнәле һүҙҙәр
в) ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр

 

3. Әкиәт  төрҙәрен билдәлә:
а) тормош – көнкүреш әкиәттәре
б) хайуандар тураһындағы әкиәттәр
в) тәбиғәт тураһындағы әкиәттәр

 

4. Мәҡәлдең  дауамын тап:
“Әкиәт – хыял асҡысы, йомаҡ……”
а) зиһен асҡысы
б) күңел асҡысы
в) ишек асҡысы

 

5. Әкиәттәге сәхнәләштергән артыҡ герой:
а) Һарыҡ
б) Бесәй
в) Һыйыр

-               

X. Әкиәт тыңлау.

-              Былтыр беҙ һеҙҙең менән бик ҡыҙыҡлы әкиәттәр ҡарағайныҡ. “Ҡамыр батыр” әкиәтенең яңы версияһы ла иҫегеҙҙәлер. Әйҙәгеҙ ошо әкиәттән өҙөк ҡарап китәйек.

XI. Йомғағлау.

- Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

-  Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

XII. Өй эше.

-       Өйҙә һеҙгә кеше мөнәсәбәттәре тураһында 2 мәҡәл яҙырға.

-       Әкиәт яҙып ҡарарға.

-        XIII. Баһалау.

-              Бөгөнгө дәресте әҙерләргә  һәм алып барырға ярҙам иттегеҙ. Бөтәгеҙгә лә “бишле”! Ҙур рәхмәт! Дәрес тамам! Һау булығыҙ!

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "5 класс. Хажин В.И., Вилданов А.Х. Башҡорт халыҡ ижады темаһын йомғаҡлау. Дәрес-проект."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Электронный архивариус

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 064 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.03.2018 2426
    • DOCX 21.1 кбайт
    • 12 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ганиева Зульфия Минулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ганиева Зульфия Минулловна
    Ганиева Зульфия Минулловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 34267
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Мини-курс

Архитектурное творчество для подростков (обучение детей от 12 лет и старше)

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы сетевого гостиничного бизнеса

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология аддикции: понимание и распознование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 20 регионов