Инфоурок Родная литература КонспектыКонспект урока"Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк". Н.Мусиндың "Ҡоралайҙар"хикәйәһен өйрәнеү. 5 класс

Конспект урока"Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк". Н.Мусиндың "Ҡоралайҙар"хикәйәһен өйрәнеү. 5 класс

Скачать материал

“Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк”

(Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү)

Дәрестең маҡсаттары:

1. “ Ҡоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү. Хикәйәне анализлау өсөн шарттар тыуҙырыу.
2.Әҫәрҙә тыуған яҡ тәбиғәтенең гүзәллеген, тәбиғәт балаһы булараҡ кешенең урынын билдәләү, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү.

3. Уҡыусыларҙа  хайуандарға  ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрестең бурыстары:

1. Белем биреү маҡсаты: хикәйәнең төп фекерен уҡыусы аңына еткереү өсөн шарттар тыуҙырыу.
2. Фекерләү һәләтен үҫтереү маҡсаты: анализлау, сағыштырыу, гомумиләштереп, йомғаҡ яһау күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү.
3. Тәрбиә биреү маҡсаты: тәбиғәттең матурлығы, байлығы кешенең үҙенән тора икәнлегенә ышандырыу.

Планлаштырылган һөҙөмтәләр:

1.Предмет һөҙөмтәләре: хикәйәнең темаһын аңлау һәм формалаштырыу, идеяһын күрһәтеү.
2.Шәхескә ҡагылышлы һөҙөмтәләр: герой ҡылган ғәмәлдәр аша яҡшыны насарҙан айырырға өйрәнеү.
3.Метапредмет һөҙөмтәләре
- регулятив: әҫәрҙең төп проблемаһын табыу, герой эшсәнлеген бәйәләгәндә, үзеңдең һәм башҡаларҙың фекерен дөреҫ бәйәләү, төп һөҙөмтәне сығарыу эшсәнлегендә ҡатнашыу өсөн тырышыу;
- танып-белеү: булған белемдәргә таянып, “матурлыҡ”, “изгелек” төшөнсәһенә ҡағылышлы мәғлүмәтте табыу һәм анализлау аша уны бәйәләү,
- коммуникатив:  төп фекергә килгәнсе, төрлө яуаптарҙы тыңлау; төркөмдәрҙә эшләгәндә, төрлө миҫалдар менән үҙ фекереңде дәлилләү, әҫәрҙең төп фекерен табыу һәм формалаштырыу.

Йыһазлау: 1. Дәреслек,2.тема буйынса презентация, 3.карточкалар

Предметара бәйләнеш: Тирә-йүнде өйрәнеү (Окружающии мир), башҡорт теле.

Эште ойоштороу: фронталь, төркөмдәрҙә, парҙар менән эшләү

Төп төшөнсәләр:тема, идея, матурлыҡ, изгелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш

Дәрес төрө: яңы белемдәрҙе үҙләштереү

Дәрес этаптары:

Мотивлаштырыу. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусыларым! Көндө - сағыу ҡояш, ағасты - япраҡ, кешене - яҡшы уйҙары, изге эштәре биҙәй. Мәшһүр “Урал” эпосы иҫкә төшә:

Донъяла мәңге ҡалыр эш-

Ул да булһа изгелек.

Күккә лә осор-изгелек,

Һыуға ла батмаҫ-изгелек,

Телдән дә төшмәҫ-изгелек.

-Изгелек кешенең күңелен матурлай, яҡтырта, мәрхәмәтле итә. Кем ниндәй изге эштәр эшләгәне бар? Һөйләп китегеҙ.

(Уҡыусыларҙың яуабы)

- Хәҙер яҡшы кәйеф менән ҡанатланып эшкә тотонайыҡ.

Актулләштереү.  Өйгә эште тикшереү.

 -Уҡыусылар, өйҙә Н.Мусин тураһында нимәләр белеп килдегеҙ?

Ноғман Мусин кем ул?  Уның ниндәй хикәйәләрен уҡығанығыҙ бар?

 (Слайд 1)

 (Уҡыусыларҙың яуабы)  

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Уҡыусылар, дәрес башында нимә тураһында шиғыр тыңланығыҙ?  Ә хәҙер экрандағы һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ эле. (Слайд 2)

“Матурлыҡтың ҡәҙерен  белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? Дәрес барышында беҙ был һорауға яуап табырға тейешбеҙ.

Шулай итеп,бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй темаға һөйләшербеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуабы : матурлыҡ, изгелек тураһында)

Текст менән танышыу.

-Әйе,беҙ бөгөн дәрестә Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” тигән хикәйәһе менән танышырбыҙ. Тағы ла  тәбиғәт, кейектәр, ҡоралай тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Текст менән танышыр алдынан, әйҙәгеҙ, телдәрҙе яҙҙырып алайыҡ эле. Был һүҙҙәрҙе беҙ хикәйәне уҡығанда осратырбыҙ. (Слайд 3)

- Уҡыусылар, һеҙҙең ҡоралайҙы күргәнегеҙ  бармы? Ниндәйерәк кейек икән ул? (Слайд 4)

(Һүҙлек өҫтөндә эш, тексты тасуири уҡыу)

Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

 Бына әҫәр менән таныштыҡ. Һеҙгә оҡшанымы?  Ул ниндәй темаға яҙылған? Хикәйәлә  күтәрелгән мәсьәләләрҙе барлап, әҫәрҙән миҫалдар табып, уларҙы сисеү юлдарын барлайыҡ.  Мин һеҙгә төркөмдәрҙә эш тәҡдим итәм.

1-се төркөм. Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡыу.

2-се төркөм. Ҡышын ҡоралайҙарға ниндәй мәшәҡәттәр тыуа? Уларға ярҙам итер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

3-сө төркөм.  Көтмөр менән булған хәлде тасуирлап һөйләү.

4-се төркөм. Әбделнәғим бабайҙың  эш-ҡылыҡтарына  һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ.

(Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана).

Проблеманы сисеү юлдарын эҙләү. Проект эше.

Дәрес башында “Матурлыҡтың ҡәҙерен  белергә кәрәк,”- ти Әбделнәғим бабай. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ? тигән һорау ҡуйған инек. Ошо һорауға яуап табыр өсөн  мин һеҙгә кескенә проект эше тәҡдим итәм.

 (Ике  төркөмгә лә А3 форматында ҡағыҙ бирелә, кластер төҙөү юлы менән улар ҡуйылған һорауға яуап яҙалар, таҡтаға сығып һөйләйҙәр)

 1 төркөм. Нимә ул матурлыҡ? Матурлыҡ эйәһе булған ҡоралайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.                                 

 

Овал: ҡоралай                       матурҙар                        үлән  ашайҙар

нәҙек муйынлы                                                     аяҡтары ҡурай кеүек нәфис

баштары  ҡупшы                                                            етеҙ хайуан       

                                                                              ҡарҙа   насар сабалар                        ҡая таштар буйлап шәп    сабалар

 

2 төркөм. Кешенең матурлығы нимәлә? Кемде беҙ матур кеше тибеҙ? Әбделнәғим бабайға хас сифаттарҙы билдәләгеҙ.

 

                                    

 

Овал: Әбделнәғим бабай  матурлыҡты ярата

         изге күңелле                                                   мауыҡтырғыс итеп  һөйләй  

    

 оҫта һунарсы                                                            

                                                                                               ярҙамсыл

                                                                                                                                                            

            тынғыһыҙ йән                                    йәнлектәрҙе ярата

 

 (Яуаптар тыңлана.  Көтөлгән яуап: 1.Әбделнәғим бабай изге күңелле, йәнлектәрҙең бөтәһен дә ярата, тик ҡоралайҙарҙы ул нығыраҡ ярата, сөнки улар матур һәм зыянһыҙ. Ул уларҙың тәбиғәтте матурлап йәшәүҙәрен теләй һәм уларға ҡарап һоҡланырға ғына түгел, ә ярҙам кәрәккәндә  ҡулдан килгәнде эшләргә кәрәклеген әйтә. 2. Кешенең матурлығы кейенмендә, йөҙөндә генә түгел, ә ҡылған эш-ғәмәлдәрендә лә булырға тейеш)

Ғәмәли эштәр башҡарыу.

-Уҡыусылар, беҙҙең тыуған яғыбыҙ ҙа бик матур, ҡоштарға, кейектәргә йылға, тауҙарға бай. Ә хәҙер дәреслекте һәм күҙәтеүҙәрегеҙҙе файҙаланып парҙар менән эш эшләрбеҙ.

1 пар. Текстан ҡош, кейек исемдәрен яҙып алып, улар менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

2 пар. Текста ниндәй ер-һыу атамалары осраттығыҙ?  Үҙегеҙҙең ауыл тирәһендәге ер-һыу атамалары менән сағыштырығыҙ.

3 пар. Беҙҙең  урман-ҡырҙарҙа  ниндәй хайуандар йәшәй? (Слайд 5)

4 пар. Беҙҙең урман-ҡырҙарҙа ниндәй ҡоштар йәшәй?  (Слайд 6)

5 пар. Беҙҙең яҡтағы иң матур кейек. Ни өсөн?

Рефлексия.

1.Уҡыусылар, һеҙ бөгөн нимә тураһында өйрәндегеҙ?

2.Ниндәй һығымта яһанығыҙ?

3.Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,Ноғман Мусинды ни өсөн “тәбиғәт йырсыһы” тиҙәр икән? (Слайд  7)

(Уҡыусылар экрандағы мәғлүмәтте файҙаланып шундай фекергә киләләр: Ноғман Мусин тәбиғәт һәм уны һаҡлау тураһында бик күп әҫәрҙәр яҙған.

Төп һөҙөмтә: һәр кеше үҙе йәшәгән донъяға, уны солғап алған мөхиткә, тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы һәм һаҡсыл булырға тейеш.)

Дәресте йомғаҡлау.

-Был дәрестә беҙ урман күрке булған ҡоралай менән таныштыҡ һәм кешелек сифаттары тураһында һөйләштек.  Ысынлап та, Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин – тәбиғәтте яратыусы, уның матурлығын йырлаусы, һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.

Өй эше биреү.

1.Үҙегеҙгә оҡшаған кейектең һүрәтен төшөрөгөҙ, нисек, ҡайҙа йәшәүен яҙығыҙ,

2. Хикәйәнең йөкмәткеһен тулы итеп һөйләргә өйрәнегеҙ,

3. Ноғман Мусиндың берәр әҫәрен уҡырға.

Эштәрҙе баһалау.

Үҙбаһаларығыҙҙы ҡарағыҙ һәм билдәләр ҡуйығыҙ. Уҡыусылар, дәрес тамам. Дәрестә яҡшы эшләүегеҙ өсөн рәхмәт. (Слайд 8)

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока"Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк". Н.Мусиндың "Ҡоралайҙар"хикәйәһен өйрәнеү. 5 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по сертификации продукции

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 936 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 13.01.2021 471
    • DOCX 25.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Шамсиева Винария Мухияновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Шамсиева Винария Мухияновна
    Шамсиева Винария Мухияновна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 9768
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 96 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 275 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литературное чтение: теория и методика преподавания в сфере начального общего образования

Учитель начальных классов русского языка и литературного чтения

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 151 человек из 45 регионов
  • Этот курс уже прошли 223 человека

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 23 человека

Мини-курс

Figma: основные принципы дизайна и композиции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 106 человек из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

Искусство и техника: совершенствование в художественной гимнастике

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные тренды в физкультуре и спорте: организация обучения и методика тренировок

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе