Инфоурок Другое КонспектыКоспект урока по башкирского языка 4 класс

Коспект урока по башкирского языка 4 класс

Скачать материал

Тема: Дим йылғаһы

 4-се класс

Дәрес барышы

I.                   Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ! Бер-беребеҙгә йылмайып ҡарағыҙ һәм ошо яҡшы кәйеф дәрес буйы булһын, сөнки бөгөн беҙҙең дәрес бигерәк тә ҡыҙыҡлы буласаҡ.

-Бөгөн кем дежур?

-Беҙ бөгөн дәрестә Башҡортостан йылғалары менән танышыуҙы дауам итербеҙ, ниндәй йылға икәнен үҙегеҙ әйтерһегеҙ; уҡыу күнекмәһен нығытырбыҙ; карта һәм атластан күрһәтергә өйрәнербеҙ.

II.                 Артикуляцион күнегеү. Таҡтанан уҡыу: Минең тыуған ҡырҙарым, Балдай татлы һыуҙарым. С.Юлаевтың «Тыуған илем» шиғырынан өҙөк. Ниндәй һыуҙар икән ул?     

-Эйе, йылға-күлдәр.

III.             Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

-Башҡортостанда ниндәй йылға-күлдәр бар,? Һәр бағанаға йьлғаларҙың

исемдәрен яҙырға кәрәк.       

(Таҡтала) Уйын «Кем тиҙерәк, кем дөрөҫ?»       

Йылғалар   Күлдәр

Ағиҙел          Асылыкүл  

Ҡариҙел       Ҡандракүл

Дим              Яҡтыкүл

һаҡмар         Талҡаҫ

Әй                 Аҡкүл

IV. Өй эшен тикшереү. Ошо йылға-күлдәр тураһында ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ, нимәләр белдегеҙ, ҡабатлап китәйек, һеҙ өйҙә һорауҙар әҙерләргә тейеш инегеҙ. (Бер уҡыусы таҡта алдына сыға, ҡалғандар уға Ағиҙел тураһында һорауҙар бирә).        

Һорауҙар:

-Ағиҙел  йылғаһы ҡайҙан башлана, ҡайҙан аға? (Учалы районынан башлана, Башҡортостан аша үтә). -Уның оҙонлоғо күпме?

-                      Ағиҙел ниндәй йылғаға ҡоя? (Камаға ҡоя)

-                      Ағиҙел буйында ниндәй ҙур ҡалалар бар? (Белорет, Күмертау, Мәләүез,

-Ҡариҙел йылғаһы буйында нимәләр бар? (бейек ҡаялар, урман, ағас эшкәртеү заводтары, баҫыуҙар).

- Ҡариҙелдә ниндәй һыу һаҡлағыс төҙөлдө? (Павловка)

Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещенск, Бөрө, Дүртөйлө). -Яҡшы. Ниндәй билдә ҡуяһығыҙ? («5»ле)

-Ҡариҙел йылғаһы ҡайҙан башлана, ҡайҙа ҡоя?/' -Ҡариҙелдең русса исеме нисек? (Уфимка, Уфа)

-Яҡшы, билдә ҡуяйыҡ. («5»ле)

-Кем күберәк һорау бирҙе, һеҙгә лә «5»ле ҡуябыҙ.

V. Яңы тема өҫтөндә эш.

VI.     Әңгәмә. Күлдәр тураһында һөйләшеүҙе алдағы дәрестәрҙә дауам итербеҙ.

-Шулай итеп, Ағиҙел һәм Ҡариҙел тураһында яҡшы беләһегеҙ икән, афарин!

Башҡортостанда йылғалар бик күп, эреле-ваҡлы нисә йылға бар әле? (13 меңгә яҡын).

-Эйе. Улар араһында тағы ла бик матур (аҫтына һыҙам) ниндәй йылға икән? (Дим)

-Эйе, бөгөн һеҙ Дим йылғаһы тураһында мәғлүмәт алырһығыҙ. Дәфтәрегеҙҙе асып числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

VII.            һеҙҙең дәреслектә, балалар. Дим йылғаһы тураһында «Аманат» журналынан мәҡәлә бирелгән. Минең һеҙгә тәҡдимем бар. Әйҙәгеҙ, беҙ Дим йылғаһына «сәйәхәткә» сығайыҡ. Нисек уйлайһығыҙ? Һеҙ ризамы?

-Улайһа, ҡуҙғалдыҡ. Күңеллерәк булыр, бейеп-хәрәкәтләнеп барайыҡ, (физминут йыр «Дим буйҙары»).

VII.            Уҡыусылар, Дим йылғаһын барып күрер өсөн беҙгә Нефтекаманан

Өфөгә барырға кәрәк. Һеҙ атластан ҡарап барығыҙ. Өфөлә Ағиҙелгә

ҡойған Дим йылғаһын табығыҙ һәм иғтибар менән ҡарап, Дим йылғаһының башланған урынын табығыҙ. Кем тапты? (Эйе, Федоровка).

-Хәҙер шул Федоровка районы еренән башлана һәм ниндәй урында аға, әйтегеҙ берәмләп:     Федоровка, Ырымбур әлкәһе (күрше өлкә), тағы

Башҡортостанда Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Өфө районы.

-Балалар, Өфөлә С. Юлаев һәйкәле янынан ҡараһаң, Дим йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урыны бик яҡшы күренә. Шулай итеп, беҙ ҡайһы районда туҡтайыҡ? (1 районды әйтәләр)

VIII.        Һүҙлек эше. Уҡыр алдынан һүҙлек эшен үткәрәйек.

һөҙәк-покатый (антонимы-текә-крутой).

туғай-луг, болон-луг, пойма

йәйен-сом

шамбы-налим

суртан-шука

алабуға-окунь

ҡыҙылғанат-красноперка

ташбаш-пескарь

ҡорман -лещ

шырт балыҡ - ерш

(берәмләп, хор менән уҡыу)

IX.              Дәфтәргә яңы һүҙҙәрҙе яҙҙырыу.

X.                  Һеҙ хәҙер иғтибар менән мине тыңлағыҙ, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнеп ултырығыҙ.

Дим -Башҡортостандың оҙон һәм матур йылғаларының береһе. Оҙонлоғо - 535 км (бағанаға яҙам). Ул Дим исемле бәләкәй генә ауыл эргәһендәге урманлы һөҙәк тауҙан башлана (карта).

Унан Ырымбур далаларына сығып бара бирә лә яңынан Башҡортостан еренә ағып килә, шунан Ағиҙелгә ҡоя (карта).

Дим ярҙарында уҫаҡ, тирәк, тал ағастары, ҡарағат, гөлйемеш, балан ҡыуаҡтары күп үҫә. Димдең аръяҡ һәм бирьяҡ ярҙары буйлап туғайлыҡтар, болонлоҡтар, иген баҫыуҙары йәйрәп ята. Туғайҙа һәм болонда бесән шәп була (һүрәттәр, экран).

Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Дим буйы ял итеүсе халыҡ менән тулы була. Бында Бәләбәй, Октябрьский, Туймазы кеүек ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә ялға киләләр (экран).

Дим һыуы әлегә таҙа. Унда йәйен, шамбы, суртан, алабуға, ҡыҙылғанат, ташбаш кеүек балыҡтар үрсей. Тағы ла йылғала ҡырағай һәм йорт өйрәктәре, ҡаҙҙар йөҙә (экран).

Йылы һәм таҙа һыулы Дим балаларҙы ла үҙенә тартып тора (экран).

X.                  Һорауҙар: Шулай итеп, Дим-ниндәй йылға? Уның оҙонлоғо күпме? Дим йылғаһында нимәләр бар? (балыҡтар, ҡоштар)

-Тағы үҙаллы уҡып сығығыҙ. Исемдәрҙең күплек ялғауҙарына, башҡорт хәрефтәренә иғтибар итеп уҡығыҙ.

XI.               Ҡысҡырып уҡыу. Ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы?

а) 1-2 -әр һөйләм-сылбырлап уҡыу

Нимә ул үрсей? (размножаться, разводиться)

б) һайланма уҡыу : Дим йылғаһы Башҡортостандың ҡайһы ерҙәре аша аға? Кем картала күрһәтә? (8 бала сыға карта янына,шунан тағы 8-е).

в) «буксирлы» уҡыу: береһе башлай төрлө урындан, кем таба,дауам итеп уҡырға керешә;

г) текстың ҡайһы урындар бәләкәй генә өлөштәргә,абзацтарға бүлер инегеҙ?

-Яҡшы, дөрөҫ, шыма уҡынығыҙ.

VI. Нығытыу. Рефлексия.

-Уҡыусылар, сәйәхәтебеҙ күңелле бара. Дим бик матур. Ә ниндәй ағастар, ҡыуаҡтар күренә бында? (уҫаҡ,...)

-Димдең яр буйҙарында нимәләр бар? (болон, туғай, иген баҫыуҙары). Унда бесән нисек була?

-Ниндәй ҡоштар иҫегеҙҙә ҡалды?

-Әйҙәгеҙ, балыҡ тотоп алайыҡ. Кем балыҡҡа барғаны, тотҡаны бар?

-Йәле, Руслан (һүрәттәр) ниндәй балыҡ тоттоң? (лещ)

-Башҡортса нисек була инде?

-Афарин! Йә Наил...

-һыу буйында балыҡсы, балыҡ тота балыҡсы.. .Тимур.

-һеҙ оҫта балыҡсылар икән.

XII.            Өй эше биреү. Өйҙә һеҙ тексты тағы уҡырһығыҙ һәм дәфтәрегеҙгәошондай схема эшләп киләһегеҙ.Дим йылғаһы тураһында нимә белдегеҙ, тултыраһығыҙ. Түңәрәк йәки шаҡмаҡтар һаны 4-тән кәм булмаһын. Яҙығыҙ: 151-се бит, уҡырға,схема тултырырға. Интернет аша өҫтәмә материал алырға була.

XIII.          Йомғаҡлау. Шулай итеп, Дим тураһында нимә белдегеҙ?

-Уҡыусылар, Дим тураһында яҙыусылар шиғыр, композиторҙар йыр

яҙғандар: М.Кәрим, С.Ҡудаш һ.б. Дим буйындағы Шишмә районы Келәш ауылында тыуған М.Кәримдең бик матур шиғыры бар. Кем ул М.Кәрим? (Башҡортостандың халыҡ шағиры)

Күргәнегеҙ бармы, дуҫтар,

Йәмле Дим буйын?

Ап-аҡ сәскәгә төрөнә

Яҙҙарын муйыл.

Бында таңда йүкәләрҙән

Татлы бал тама.

Елдән арып, томбойоҡтар

Йоҡоға  тала.

-Оҡшанымы шиғыр? Балалар, беҙ Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәтен, йылға-күлдәрен, урмандарын ни эшләргә тейешбеҙ? (һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ). Элек халҡыбыҙ һәр байрам, йыйын аҙағында нимәләр әйткән? (теләктәр теләгән) Эйе, ер-һыуыбыҙ имен булһын тип теләп кенә ҡалмаған, ә шул ерҙе, илде, тәбиғәтте һаҡларға тырышҡан, һеҙ ҙә шул матурлыҡты күрә белегеҙ, һаҡлағыҙ, аҡыллы, сәләмәт, тәүфиҡле булығыҙ, һеҙҙең ҡулда-Башҡортостандың киләсәге. Сәйәхәтебеҙ аҙағында күптән түгел өйрәнгән ҡобайырҙы йырлайыҡ, теләктәрҙе әйтәйек. Рәхим итегеҙ.

Ҡобайыр йырлау.

-Дәрес бөттө.

-һау булығыҙ!

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Коспект урока по башкирского языка 4 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по управлению персоналом

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 187 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.12.2016 1390
    • DOCX 20.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хайбуллина Васима Мурадымовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хайбуллина Васима Мурадымовна
    Хайбуллина Васима Мурадымовна
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6872
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 285 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 496 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 331 человек

Мини-курс

Продвинутые техники нарративного подхода в психологии

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 16 регионов

Мини-курс

Финансовое моделирование и управление инвестиционными проектами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология обучения и развития детей: от садика до школы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 11 человек