Инфоурок Родной язык Другие методич. материалыМифтахетдин Акмулла. Разработка урока.

Мифтахетдин Акмулла. Разработка урока.

Скачать материал

Тема:Мифтахетдин Аҡмулла.

Маҡсат: Мәгрифәтсе-шағирҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеп, уҡыусыларҙа кешелеклелек, бер-береңә ихтирам тойғоһо, әҙәплелек сифаттары тәрбиәләү. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлек байлығын үҫтереү. Уҡыусыларҙа Аҡмулла ижадына ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, аң-белем алыуға ынтылыш булдырыу.

Йыһазландырыу: М.Аҡмулла тормош юлын, ижадын сағылдырыусы күргәҙмә, видеояҙманан өҙөк, интерактив таҡта, проектор, дәрескә презентация (слайдтар), М.Аҡмулланың портреты,  М.Аҡмулла тураһында китаптар, карточкалар, аудиояҙма, һүҙлектәр.

Дәрес барышы

1. Ойоштороу.

Психологик кәйеф шарттары булдырыу

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

Уҡытыусы. Хәйерле көн! Уҡыусылар, һеҙ мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ әле! ( Уҡыусылар матур итеп йылмаялар). Ошо  матур кәйеф менән  дәресте башлап ебәрәйек. Бер-беребеҙгә ҡарата һәр ваҡыт шулай ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ. Әҙәмде әҙәп, изгелек биҙәй, ә белем алам тип килгән кеше күңеле менән изге уйҙа була.

2. Артикуляцион күнегеү

3. Маҡсатҡа сығыу. Уҡыусылар алдында Мифтахетдин Аҡмулланың портреты.

Уҡытыусы. Бөгөнгө дәрестә ниндәй шәхес тураһында һөйләшербеҙ икән, балалар? Нисек уйлайһығыҙ?

Уҡыусылар. Мифтахетдин Аҡмулла тураһында.

Уҡытыусы. Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ?

-Сөнки беҙҙең алдыбыҙҙа уның портреты.Уҡыусылар маҡсатты үҙҙәре әйтәләр.

«Кем ул Аҡмулла?» һорауына яуап алыу.

-Кем ул Мифтахетдин Аҡмулла? Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? Уға тәүге аҙымдарын яһарға кем һәм ниндәй саралар ярҙам иткән? Һеҙ уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Экранда Мифтахетдин Аҡмулланың портреты

https://e.mail.ru/attachment/14591431740000000489/0;1

4. Интернет ресурстар ҡулланыу. Мифтахетдин Аҡмулланың фотоларын күрһәтеү. http://www.myshared.ru/slide/956010/

Презентация ҡарау. http://mezhgorie-sch-1.ucoz.ru/foto/miftakhetdin_a-mulla.pdf

5. Интерактив күнегеү. Р.Ғарипов, М.Кәрим, М.Аҡмулла, С.Юлаев шиғырҙары пазлдар формаһында бирелгән. М.Аҡмулла яҙған шиғырҙарҙы дөрөҫ итеп пазлдарға ҡуйырға.

https://learningapps.org/create?new=140&from=paoon05j316

5. Проблемалы һорау ҡуйыу. Нисек уйлайһығыҙ, уны ни өсөн Аҡмулла тип йөрөткәндәр? Уҡыусыларҙың яуабы.

 

 

 

Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ, Аҡмулланың тормош юлына байҡау яһайыҡ.

Күренекле әҫәрҙәре Тормошо

Шиғриәтенең төп темаһы




 

 

https://fsd.multiurok.ru/html/2021/02/12/s_6026c7c8a8ee6/1634747_1.pnghttps://fsd.multiurok.ru/html/2021/02/12/s_6026c7c8a8ee6/1634747_2.pnghttps://fsd.multiurok.ru/html/2021/02/12/s_6026c7c8a8ee6/1634747_3.png«Көҙ» 1831 йылдың 14 (26) декабрендә мулла ғаиләһендә тыуа Иман

«Яҙ» Мәнезтамаҡ, Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый Өгөт

«Бәхет» 1850 йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый Нәсихәт

«Урыным 1859 йылда Троицк мәҙрәсәһендә белем ала Мәғрифәт

- зиндан» 1867 йылда тиклем ҡаҙаҡ Юғары

«Аттың далаларында мөғәллим була әхлаҡлылыҡ

ниһен 1867 йылда төрмәгә ултырталар

маҡтайһың» 1894 йылға тиклем Башҡортостан

«Нәфсе» буйлап ил гиҙә

«Башҡорттарым, 1895 йылда вафат була

уҡыу кәрәк!»

«Шиһабетдин

Мәржәни

Аҡмулла

мәрҫиәһе»

https://fsd.multiurok.ru/html/2021/02/12/s_6026c7c8a8ee6/1634747_4.pnghttps://fsd.multiurok.ru/html/2021/02/12/s_6026c7c8a8ee6/1634747_5.png 

ҡомһоҙлоҡ уңған

һаранлыҡ йомартлыҡ

эрелек киң күңеллелек

ялҡаулыҡ мәрхәмәтле

наҙанлыҡ кешелекле

тәкәбберлек тәрбиәле

алдау егәрле

биргән һүҙендә кеселеклелек

тормау тоғролоҡ

итәғәтле

әҙәпле

аңлы

Ҡайһы кәмселекле сифаттарҙан көлгән, фаш иткән?




Шағир данлаған ыңғай сифаттар




 

?улланыл4ан 262би2т:

 

Ул ҡаҙаҡ балаларын уҡыта. Бер үк ваҡытта шиғырҙар яҙып, халыҡҡа самауыр, һоҫҡо һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре йүнәтеп, кейем тегеп, мәжлестәрҙә ҡатнашып йәшәгән. Мифтахетдин һәр һабаҡты төрлөләндереп ҡаҙаҡса төшөндөрөү сәбәпле, дәресте балалар тиҙ отто. Мәҙрәсәлә уҡыған күпселек балалар өс йыл буйына белгәнде, Митфтахетдин уҡыткан ҡаҙаҡ балалары бер нисә ай эсендә үҙләштерә. Һәр милләткә үҙ телендә дәресте аңлатҡан. Оҫта уҡытыусы булған.

Слайд Аҡмулла ҡаҙаҡ балаларына дәрес бирә.

Слайд М.Аҡмулланың арбаһының макеты. Уның арбаһы ла бик үҙенсәлекле

булған.

6. Карточкалар менән эш. № 1. Ролләп уҡыу.

Мөғәллим күрһәткән ергә еткәс, ул күмәк малайҙар уртаһындағы ҡаҡ иҙәнгә аяҡтарын салып ултырҙы.

- Әлиф, би, - тип мөғәллим уҡый ғына башлағайны, Мифтахетдин уны бүлдерҙе.

- Уларҙы мин беләм.

- Кем өйрәтте?

- Олатайым.

Тимәк, беренсе һабаҡты М.Аҡмулла кемдән алған?

О

л

а

т

а

һ

ы

н

а

н

№ 2. Аҡмулланың Стәрлебашта Ш.Зәки менән һөйләшеүен тыңлайыҡ. (Ролләп уҡыу).

- Шәмсетдин ағай, теләгән һәр кеше мөнәжәт яҙа аламы?

Низами йәшәгән заманда ла, унан аҙаҡҡы осорҙа ла бер ҡағиҙә һаҡланған. Йәш әҙиптәр, мөнәжәт яҙырҙан элек, фәһем алырҙай әҫәрҙәрҙе кәмендә 20 мең, ә үҙ заманындағы бөйөк шағирҙың әҫәрҙәренән 10 мең юл ятларға мәжбүр ителгән булғандар. Шунан һуң ғына…

- Мин ул тиклем генә юлдарҙы ятлағанмын. Тыңлағыҙ, ышанмаһағыҙ, һәммәһен ятҡа уҡып ишеттерәм.

Уҡытыусы. Был өҙөктә М.Аҡмулланың ниндәй сифатын астыҡ?

Уҡыусыларҙың яуабы. Белемгә ынтылышы көслө булған.

Һығымта. Эйе, белемгә ынтылышы Троицк мәҙрәсәһенә алып килә, ул ныҡышмалы.

-Шиғырҙары халыҡты нимәгә өндәй? (Белемгә).

Уҡытыусы. Аҡмулланың ғүмере нисек өҙөлә?

(1895 йылда байҙар уны күрә алмайынса, кешеләрҙе яллап, үлтерәләр).

Уҡытыусы. Аҡмулла кем булған? (Шағир, сәсән, мәғрифәтсе)

Аҡмулла ниндәй булған?

Н

ы

ҡ

ы

ш

м

а

л

ы

 

А

б

р

у

й

л

ы

 

С

а

ф

к

ү

ң

е

л

л

е

7. Аҡмулланың ижады тураһында. Уҡыусылар, һеҙ Аҡмулланың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (Шиғырҙарҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһен әйтеп китеү).

Үҙ халҡын белемле итеп күрергә тырыша ул. Ошо тема уның шиғырҙарында төп урынды биләй. Бына шундай шиғырҙарының береһе: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”

Видеояҙма тыңлатыла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

7. Интерактив күнегеү. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе тап!

Төшөп ҡалған һүҙҙәр урынына символдар ҡуйыла

https://learningapps.org/create?new=140&from=paoon05j316

Башҡорттарым, -1- кәрәк, -1- кәрәк!

Арабыҙҙа -2- күп, уҡыу һирәк.

-3- айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, -4- , наҙанлыҡтан -5- кәрәк!

-6-: уҡыуҙалыр шәрәфәттәр,

-7- килә ятыр ҙур әфәттәр.

Уҡығандар -8- осор, һыуҙа -9-,

Юҡтыр унда -10-, кәрамәттәр.

Уҡыусылар тейешле һүҙҙе символдар урынына ҡуйып баралар

1 - уҡыу; белем; ғилем

2 - наҙандар; белемһеҙҙәр; уҡымағандар

3 - туғандар; дуҫтар; ҡәрҙәштәр

4 - ҡурҡыу; боҫоу; ҡасыу

5 - Илтифат ит; иғтибар ит; иҫеңдә ҡалдыр

6 - Яһиллектән; яуызлыҡтан; бәғерһеҙлектән

7 - күктә; бейектә; өҫтә

8 - йөҙөр; мас булыр; кинәнер

9 - әүлиәлек; күрәҙәселек; бағымсылыҡ

8. Төркөмдәр менән эшләйбеҙ. 

Уҡытыусы. Белем тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

“Ғилемлелек – ҙурлыҡ, наҙанлыҡ – хурлыҡ.

“Бәхетте юлдан эҙләмә, белемдән эҙлә”.

“Белемдә - көс”.

“Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ”.

1 – се төркөм - Белем, ғилем хаҡында мәҡәл- әйтемдәр әйтергә.

Слайд “Ғилемлелек – ҙурлыҡ, наҙанлыҡ – хурлыҡ.

“Бәхетте юлдан эҙләмә, белемдән эҙлә”.

“Белемдә - көс”.

“Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ”.

2- се төркөм -     “Белем”  һүҙенә синквейн төҙөргә .  

Аҡмулланың ҡайһы бер шиғырҙары уның үҙ дәүеренән бигерәк беҙҙең бөгөнгөгә, быуаттар аша хәҙерге заман кешеһенә төбәп әйтелгәндәй. «Инсафлыҡ», «Аҡыл», «Нәсихәттәр» кеүек шиғырҙарында тапҡыр һүҙле юлдар бөгөнгө хәүефле заманда үҙе үк киҫәтеү булып яңғырай түгелме?

Аудиотаҫманан «Нәсихәттәр» шиғырын тыңлау

«Нимә ул нәсихәт?» һорауына яуап бирергә, был һүҙ менән һүҙбәйләнештәр төҙөргә. Шиғырҙы 7 өлөшкә бүлеп тасуири уҡыу.

9. Электрон һүҙлек менән эшләү. http://huzlek.bashgort.com/

Һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып ҡуйыу

Әүәл, Иман шарты, ниғмәт, моратын табыр, шөкөр, иман, әҙәп һүҙҙәренең һәм һүҙбәйләнештәренең мәғәнәләрен асыҡлау.

- Шиғырҙа кешегә хас ниндәй яҡшы сифаттар күрһәтелә?

- Иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас.

Бында яҡшы кешелә булырға тейеш сифаттар әйтелде.

Төркөмдәрҙә эшләү. Беренсе төркөм шиғырҙағы кешегә хас сифаттарҙы яҙа.

Иман, саф күңелле, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас.

2 төркөм ошо сифаттарға эйә булған кешегә әйтелгән һүҙҙәрҙе яҙа.

Икенсе төркөм ошо сифаттарға эйә булған кешегә әйтелгән һүҙҙәрҙе яҙа. Иманлы, эскерһеҙ, аҡыллы, ҡәнәғәт, әҙәпле, сабыр, киң күңелле.

Өсөнсө төркөм был һүҙҙәрҙең антонимдарын яҙа.

Иманһыҙ, ҡара эсле, иҫәр, ризаһыҙлыҡ, әҙәпһеҙ, түҙемһеҙ, сабырһыҙ,тар күңелле

Уҡыусылар бер-береһенең эштәрен тикшереп, баһалайҙар. Иң яҡшы тип табылған эштәрҙе класс алдында ҡысҡырып уҡыйҙар.

10. Проблемалы һорау ҡуйыу.

Ә һеҙҙең ошо сифаттарҙың ҡайһыһына эйә булғығыҙ килә? Ни өсөн? Хәҙерге заманда ошо сифаттарға эйә булып буламы? (Яуаптар алына)

Уҡытыусы. Ысынлап та, беҙгә Аҡмулла шиғриәте бик тә ҡәҙерле, ул – ысын мәғәнәһендә тормош һабағы. Мифтахетдин Аҡмулланың үҙе иҫән саҡта бер генә китабы – “Даменла Шиһабетдин хәҙрәтнең мәрҫиәсе” донъя күрә. Шағир вафат булғандан һуң, уның бер нисә йыйынтығы Ҡазанда, Алматыла баҫылып сыға. 1981 йылда Өфөлә шиғырҙар китабы нәшер ителә.

Аҡмулла ижадында – халыҡ тәрбиәһе. Уның шиғырҙарының йәш быуынға белем hәм тәрбиә биреү буйынса әhәмиәте сикһеҙ ҙур. “Нәфсе”, “Тиһеңме?”, “Уяныу”, “Бәхет”, “Донъя”, “Инсафлыҡ” h. б. шиғырҙарында халыҡ тәрбиәһенә күп миҫалдар табырға мөмкин.

М. Аҡмулла кешене яҡшылыҡ үрнәгендә тәрбиә итеүҙе, әҙәп - әхлаҡ мәсьәләләрен беренсе урынға ҡуя.

“Бәхет” шиғырында әҙип яҡшы менән яманды, хаҡлыҡ менән нахаҡты айыра белергә өйрәтә:

Артыҡ өсөн әйтешеп,

Дуҫың менән һынашма,

тип шағир үҙ шиғырында донъяң, йыйған малың менән шөкөр булырға өгөт бирә. Автор фекеренсә, беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына. Йәшәүҙең асылы тәртипле, мәғәнәле тормош алып барыуҙа, белем алыуҙа, тырышып эшләүҙә. Тыуған ереңде һөйһәң, яҡындарыңдың ҡәҙерен белһәң, тормошоң менән ҡәнәғәт булһаң – һин бәхетле.

М. Аҡмулланың “Аттың ниһен маҡтайһың?” шиғырында халҡыбыҙ аҡылы асыҡ күренә. “Донъя”, “Инсафлыҡ” шиғырҙарында ла халҡыбыҙ тәрбиәһе.

Һығымта. Шулай итеп, кешене ҙурлау, белем - мәғрифәтте маҡтау, әхлаҡи сафлыҡ өсөн көрәш - Аҡмулла ижадының үҙәгендә.

Эҙләнеү проекты – Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса ниндәй эштәр башҡарыр инегеҙ?

Телекүпер. Баҡалы №2 мәктәп уҡыусылары менән телекүпер үткәреү

Сканворд төҙөү. Һорауҙары:

Аҡмулла Стәрлебаш мәҙрәһендә ниндәй шағирҙан hабаҡ ала?

Ниндәй ғалим менән Өфөлә осраша?

Yҙeнең беренсе китабын кемгә арнаған?

Ниндәй ҡаланың мосолман зыяратында ерләнгән?

“Нәсихәттәр” шиғырында кешегә хас яҡшы сифат

Шағир революцияға тиклем ниндәй билдәле мәҙрәсәлә уҡыған?

Ниндәй ғалим, шағир менән Өфөлә осраша?

Аҡмулланың олатаһының фамилияhы

Аҡмулла ниндай ырыуға ҡарай?

Аҡмулланың тыуған ауылы

Яҡшы кешегә хас икенсе сифат

Аҡмулла исемендәге беренсе премия кемгә тапшырылды?

Аҡмулланың иң ҡурҡҡан hүҙе

Haxaҡҡа ғәйепләнеп, Аҡмулла ҡайҙағы төрмәлә ултыра?

Аҡмулла рухлы кешелә төп ете сифат булыуы хаҡында ниндәй шиғырындаяҙа?

Кроссворд сисеү.

Әгәр ошо кроссвордты сисһәк, Аҡмулла беҙгә маҡтау һүҙен әйтәсәк.

1. Аҡмулланың тыуған ауылы. 2. Просветитель – тәржемәhе. 3. Авторитетный – тәржемәhе. 4. Сәсән - синонимы. 5. Йылға. б. Настойчивый – тәржемәһе

Горизонталь буйынса АФАРИН hүҙe килеп сыға

Йомғаҡлау. Республикабыҙҙа уның исеме нисек мәңгеләштерелгән? Әлбиттә, шул тиклемге бай йөкмәткеле тормош юлына, тәрән фәлсәфәүи мәғәнәле ижадҡа эйә булған бөйөк шәхес менән “танышҡандан” һуң, һәр кешенең күңелендә үҙенең “Аҡмуллаһы” барлыҡҡа киләлер, тип уйлайым. Аҡмулла – ул аҡлыҡ, хаҡлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының бөйөк улы, әҙәбиәтебеҙҙең яҡты йондоҙо. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ ул – Аҡмулла.

Рефлексия.

Бөгөнгө дәрестә, һеҙ үҙегеҙгә нимәләр алдығыҙ? Маҡсатыбыҙға ирештекме? Бөгөнгө дәрестәге ниндәй эш төрҙәре оҡшаны? Нимә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы? Шул ҡыйынлыҡтарҙы нисек бөтөрөп була? Бының өсөн ни эшләргә кәрәк?

Баһалау.

Өйгә эш.

Насар өлгәшкән уҡыусыларға “Нәсихәттәр” шиғырын тасуири уҡырға.

Уртаса өлгәшкән уҡыусыларға белем һүҙенә кластер төҙөргә.

Яҡшы өлгәшкән уҡыусыларға «Инсафлыҡ», «Аҡыл» шиғырҙарын уҡып, йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнеп килергә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. 2005. №6. 23-сө бит

2. Аҡмулла. Уҡытыусыға ярҙамға. Өфө. 2006. – 65-се бит.

3. Аҡмулла. Н.Ғәйетбай. Өфө.-2001

4. https://learningapps.org/create?new=140&from=paoon05j316

5. http://huzlek.bashgort.com/, http://blang.ru/dicts.php

6. http://www.myshared.ru/slide/956010/

7. http://mezhgorie-sch-1.ucoz.ru/foto/miftakhetdin_a-mulla.pdf

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Мифтахетдин Акмулла. Разработка урока."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Таргетолог

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 947 материалов в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 20.04.2024 89
    • DOCX 26.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мустафина Зиля Равиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мустафина Зиля Равиловна
    Мустафина Зиля Равиловна
    • На сайте: 8 лет и 11 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 60965
    • Всего материалов: 24

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 188 человек из 49 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литературное чтение: теория и методика преподавания в сфере начального общего образования

Учитель начальных классов русского языка и литературного чтения

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 153 человека из 45 регионов
  • Этот курс уже прошли 223 человека

Курс повышения квалификации

Основы преподавания родного (русского) языка и родной литературы в образовательной организации

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 237 человек

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 54 человека из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 316 человек

Мини-курс

Сельский и индустриальный туризм

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Расстройства пищевого поведения: обзор и основы психологической работы

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 23 человека

Мини-курс

Вероятность и статистика в рамках обновленного ФГОС

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе