Инфоурок Другое Научные работыНаучно- практическая конференция " Тыуған яғым- алтын бишек"

Научно- практическая конференция " Тыуған яғым- алтын бишек"

Скачать материал

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение           городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан

                     “Гимназия № 2”

 

 

 

 

Родина – золотая колыбель

 

 

 

 

 

Автор:  Мухаметшина Гузель Маратовна,

МБОУ “Гимназия №2”, ученица X класса

Научный руководитель: Файрузова Светлана Сагитовна,  учитель башкирского языка и литературы, МБОУ “Гимназия №2”

 

 

 

 

 

Октябрьский

2014


Башҡортостан  Республикаһы Октябрьский ҡала округының «2- се гимназия»

муниципаль  бюджет дөйөм белем  биреү учреждениеһы

 

 

 

 

 

Үҙ илем – алтын бишек

 

 

 

 

 

Автор: Мөхәмәтшина Гүзәл Марат  ҡыҙы, “2-се гимназия” МБДББУ, X класс уҡыусыһы

Ғилми етәксе: Фәйрузова Светлана Сәғит ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,  “2-се гимназия”  МБДББУ

 

 

 

 

Октябрьский

2014

 

Йөкмәтке

Бар ере лә матур..................................................................................................   3

Инеш ....................................................................................................................  4

Яҡты хистәр донъяһы.........................................................................................  6

Үҙ илем- алтын бишек.......................................................................................  11

Йомғаҡлау........................................................................................................... 13

Ҡулланылған әҙәбиәт..........................................................................................14

Ҡушымта .............................................................................................................15

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Бар ере  лә   матур …   Ләкин

              Етмәй  тыуған яғыма!!!

              Минең күңел тик илемде,

              Үҙ еремде һағына

              Тыуған яҡтың һыуығы ла

              Өшөтмәй ул йөрәкте

              Әллә быны аңлар өсөн

              Ситтә йәшәү кәрәкме?!?

                  Үҙ илең бит әсәй кеүек

              Күңел  аңа таяна

              Ә сит илдәр үгәй әсәй

              Шуға йөрәк тә яна

                                        Рәмзиә Шәрәфетдинова

 

 

 

 

Инеш

Ватан – милләт - ғаилә.Был төшөнсәләр  һәр кешенең, уның ниндәй милләт  вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, юғары әһәмиәткә эйә.Улар барыһы өсөн изге төшөнсәләр Изгене кеше һаҡларға зарур. Тик уны  һәр кем үҙенсә баһалай һәм тормош юлында булдыра алғанса аҡларға тырыша. Быуаттар үтһә лә, тыуған илгә булған һөйөү, тоғролоҡ, ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр, бер – береһенә терәк булырҙай ысын шәхес мәсьәләләре бөгөнгө көндә лә үҙенең актуаллеген юғалтмай. Бөгөнгөсә актуаль булып ҡалған мәңгелек хазина, рухи байлыҡ үҙ дәрәжәһен һаҡлап килә һәм киләсәк.

Ватан һәм ватансылыҡ темаһы бөгөнгө көндә лә бик актуаль тема. Ләкин кешелә патриот хис юҡ икән, ул үҙ балаһында ла Тыуған илгә ҡарата һөйөү ҙә ихтирам да тәрбиәләй алмай. Ватансылыҡ башҡа хистәр кеүек үҙ аллы тыуа һәм кисерелә. Уны көсләп тағып булмай, фәҡәт уятырға ынтылырға кәрәк.

 Быуаттар буйы бер проблема тора. Ул кешеләрҙең төрлө сәбәптәр арҡаһында сит илгә китеп йәшәүҙәре. Ҡасандыр һуғыш сәбәп   булһа, хәҙерге көндә лә унда китергә атлығып тороусылар күп.. Ни өсөн кеше сит илдә йәшәргә ҡыҙыға? Сит ил уны нимәһе менән тарта? Ошо һорауҙарға яуап табаһым килеп мин үҙемдең фәнни эшемде ошо темаға бағышланым.

Шуның өсөн мин теманы ентекләп тикшереп, үҙемдең эшемде «Үҙ илең- алтын бишек» тип атаным. Теманы Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһы аша күрһәтергә теләйем.

Маҡсаты: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһында ватансылыҡ темаһының сағылышын тикшереү, драманың йөкмәткеһен асыҡлап уның актуаллеген билдәләү; атай – әсәйҙәрҙең, уҡытыусыларҙың изге бурысы балаларҙа тыуған илгә, туған телгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү икәнен иҫбатлау.

 Фаразы:  Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһын бөгөнгө көн менән бәйләп күрһәтеп, уның актуаллеген  иҫбатлау.

Бурыстары:“Айгөл иле” дарамаһы менән яҡшылап танышыу,  сит илдәрҙә йәшәүсе милләтәштәрҙе табып, улар менән әңгәмә үткәреү,    был  проблемаға ҡарата тиҫтерҙәремдең  ҡарашын белеү

           Башҡортостандың халыҡ шағиры М Кәримдең «Айгөл иле» драмаһы ысынлап та, күңел менән бер юлы айҡау мөмкин булмаған оло бер донъя ул. Ватан хаҡы, шәхестең Тыуған ил алдындағы яуаплылығы тураһында ҙур бәхәс бара был әҫәрҙә. Ватан тойғоһо шәхес төшөнсәһенең нигеҙендә ята. Бер үк ваҡытта ябай ҙа, ҡеүәтле лә, көслө лә ул. Шәхестең иле алдындағы шәхси яуаплылығының сығанағы  ошонан башлана.Уны тойоуҙан туҡтаған кеше шәхес булыуҙан туҡтай, йәмһеҙ шәүләгә әүерелә. Ҡояш төшкәндә ул күренеп ҡалһа ла, ер өҫтөнә болот йүгерһә, ҡайҙалыр юҡ була.  Ә Йәғәфәр Моратшин кеүектәр, киреһенсә, тп бына ошондай Ватан өҫтөндә болоттар ҡуйырған саҡта, уның ҡалҡанына әүерелә, уның һағына баҫа. Ватан тойғоһо уларҙа һауа менән бер.

Айгөл иле бына шул хаҡта. Шәхестең үҙе алдындағы яуаплылығы хаҡында. Ләкин драма был хаҡта ғына түгел. Ул миллиондар өҫтөнә  ҡәһәрле яҙмыш булып төшкән һуғыш трагедияһы  хаҡында ла. Һуғышҡа протест тауышы ла.  Һуғыш бөтһә лә уның ауаҙы бөгөнгө көнгә лә етә. Улдарын, ҡыҙҙарын юғалтҡан әсәләр, ирҙәрен һуғыш уты йотҡан ҡатындар, етем балалар. Әле һаман да уларҙың зары  яңғырай кеүек. Волгоград ҡалаһындағы Левитан тауышы, Сталинград блокадаһы  был көндәрҙе онотмаҫҡа ҡуша.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Яҡты хистәр донъяһы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим «Айгөл иле» драмаһын 1967  йылда яҙа. «Айгөл иле»- ул саф һәм оло хистәр донъяһы[1], - тип яҙа бөйөк шағир был драма  тураһында. Ысынлап та, Айгөлдөң саф тойғолар, матур хыялдарға бай күңел донъяһы романтика менән тулы. Әле ул күңел сафлығын, сабый аҡылын, кешеләргә булған ышанысын юғалтмаған. Уның күңеле тормош ваҡлыҡтарынан, ығы- зығыларынан, шик- шөбһәләрҙән азат,иркен, саф гүзәллек иле.

Айгөл иле... Ғәжәп күркәм тәбиғәтле ул. Тауҙары, урмандары,аҡландары.. Тап бына ошо мөхәббәт аҡландары менән асылып китә лә был гүзәл илдең семәрле ҡапҡалары. Ләйсән ямғыры аҫтында иркәләнеп күпереп ятҡан яҙғы ер һымаҡ саф ул ошо мөхәббәт донъяһы.  Ул үҙенең күкрәк түрендә уяна башлаған тынғыһыҙ хистәренә яуап тауышы көтөү. Тауҙары, урмандары, болондары аша киләсәк йәшлек тауышын көтә. Күк һыуына һыуһаған  май сәскәһе һымаҡ,  ашҡынып көтә уны. Ләкин, ғәмһеҙ йәшлек хистәренең ғүмере ҡыҫҡа була. Уға  алсаҡ, эскерһеҙ ҡыҙ йөрәгендә  урын тар булып сыға.Сөнки  Айгөл илендә лә тыныслыҡ юҡ бөгөн.Үткәндәрҙең  ауыр хәтирәләре тынғылыҡ  бирмәй был илгә. Ун алты- ун ете йәшлек ҡыҙ бала алдына сәстәренә сал ингән ирҙәр иңе өсөн дә ауыр булған ғәйәт ҙур ҡатмарлы һорауҙар килтереп ҡуя улар.

Ауыр, үтә ауыр ун ете йәшлек ҡыҙға.Бигерәк тә башында Ирәндек түбәһендә иҫкән елдәр уйнап торған кешелә. Ике юл сатында тора ул бөгөн: береһе уның сит ерҙәргә, туған әсәһе янына алып китә, икенсеһе уның тыуып- үҫкән тауҙарына, урмандарына, йөрөгән һуҡмаҡтарына мәңгелеккә алып ҡайта.

Айгөл йөрәгендә үлемесле алыш бара. Ике тойғо, икеһе лә ғәзиз , икеһе лә изге тойғо көрәшә унда. Береһе  уның баласаҡ хәтирәләре, төштәре, донъялағы һәр кемгә берҙәй үк ҡәҙерле булға әсәй һүҙе аша уның күңеленә һеңешкән, уның ғүмерлек хәсрәтенә әйләнгән. Икенсеһе уның тауҙары, урмандары, һуҡмаҡтары, күктәре, бабаһы  Йәғәфәр Моратшин, Ричард Галин, Миңлекәйҙәр булып уратып алған. Быныһы уның күңеленә  шатлыҡ, иркәләү, ғәмһеҙ йәшлек шуҡлыҡтары булып үрелеп үҫкән.Айгөл иле уның барлығын да белмәй. Сөнки уға уның шатлыҡ, ҡыуаныстан башҡа нәмә биргәне юҡ. Һәм бының хаҡына бер нәмә лә талап иткәне лә юҡ. Бына шуға үтә ауыр бөгөн Айгөлгә уға ҡайһы саҡ үҙен бер тойғо ғына биләп алған төҫлө була. Бына шул саҡта бик ҡыйын булып китә Айгөлгә. Был тойғоноң сабырлығын юғалта барыуының сәбәбе икенсеһенең үҙен ҡоса барыу тип аңламай әле ул. Юҡ, Пиккионың хәҡиҡәте гена уның күҙен асмай.Ул бары унда барған көрәшкә, уның икеләнеүҙәренә,  хафаланыуҙарына  сик  ҡуя ғына.

Айгөл үҙендә айырым шәхескә мөхәббәт тойғоһон да бөйөгөрәк  тойғоһоноң уянып килеүен һиҙмәй. Бындай кисереште татып ҡарағаны юҡ уның. Үҙенең ниндәй кешеләр араһында үҫкәнлеген уйлағаны юҡ. Ул үҙенең ошо кешеләр рухынан икәнлеген дә белмәй әле. Кешеләге иң бөйөк хис рухи ҡиммәттәр  тураһында  бәхәс  бара бит бөгөн Айгөл илендә. Сөнки  бында бөгөнгө көн менән йәшәмәйҙәр. Алыҫ  үткәндәрҙе лә күңел түрендә һаҡлайҙар бында. Үткәндәрҙе  терелтеп, үҙ яраңды яңартып тороу еңел түгел. Әммә шулай кәрәк, бик кәрәк. Ул бөгөнгө көн өсөн дә, бигерәк тә үҫер быуындар, Айгөлдәр өсөн кәрәк. Ул Тыуған илдең  хәүефһеҙлеге өсөн,  ҡаҡшамаҫлығы, ҡеүәте өсөн кәрәк. Ғәзиз иле өсөн ҡорбан булғандарҙың яҡты иҫтәлеге өсөн кәрәк. Үткәндәрҙе онотоу дуҫты дошмандан айырмау булыр ине.

Айгөл  әле әсәһен , уның әхирәттәренең, күптән түгел генә Зөлхәбирә тип өҙөлөп, күҙ йәше түккән әхирәттәренең, бөгөн килеп шундай һалҡын ҡаршы алыуҙарын ҡапыл төшөнөп етә алмай. Ул әлегә әсәһенең иҫән булыуы, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы, күрешеү ҡыуанысынан айный алмай. Уның әсәһенең нисек ҡайтыуында эше юҡ. Шатлыҡ аңын томалаған, зиһенен алған.

Ә бына  уның иптәштәренә үҙ әхирәтенең кем булып ҡайтып төшөүе барыбер түгел. Улар уны   ихлас ҡаршы ала алмайҙар. Быға уларҙың выжданы ҡушмай. Ил намыҫынан да изге нәмә юҡ уларға. Кисә илеңде мәсхәрәләп, бөлгөнлөккә төшөрөп, уға ҡоллоҡ бығауы һалырға маташҡан дошманыңды бөгөн килеп үҙ ереңдә, йәндәй әхирәтеңдең ире итеп күреү еңел түгел. Йөрәгеңә мәңге уңалмаҫлыҡ яра һалып ҡалдырған ғәзиз ирең ҡайҙалыр һалҡын ер ҡосағында тупраҡҡа әүерелгәндә, ҡайҙандыр көнбайыштан килгән заттың  мыйыҡ аҫтынан көлөп йөрөүен күреү еңел түгел. Ерҙә дөрөҫлөк бар.Ир намыҫы, ил намыҫы бар.  Икеһе хаҡына ла ғәфү итә алмай бөгөн Зөлхәбирәнең әхирәттәре. Һуғыш яланында ятып ҡалған меңдәрсә яугирҙарҙың өҫтөнә тап төшөрөү булыр ине был.  Улар үҙҙәре Ил-әсә, Ил – намыҫ, Ил – аҡыл. Уларҙың хөкөмөнән дә ғәҙел, тоғро хөкөм булмаясаҡ. Дошман яғына сығыуҙы, уларҙың ҡулынан үлгән кешеләрҙең тормош иптәше булып йәшәү кеүек эшкә Ил –әсә бер ваҡытта ла күңелендә мәрхәмәт таба алмаған.  Иле хаҡына, һуғышта ятып ҡалған меңдәр- миллиондар хаҡына, бөгөнгө тормош, киләсәк быуындар хаҡына ғәфү итә алмай улар.

Әхирәттәрең ҡуйған шарт хаҡында нығыраҡ уйла, Зөлхәбирә.Тыуған ереңә беркетәсәк, ҡайтанан әхирәттәрең күңеленә алып ҡайтасаҡ юл бер генә.Айгөлгә әсә булыу өсөн юл ана шул бер генә. Тыуған илеңдең ҡайғыһын да шатлығын да үҙ ит. Уның күкрәгендә лә һинең күкрәгендәге һымаҡ мәңге уңалмаҫ яралар һаҡланғанын онотма.Һин бер үҙеңдең, ә ул миллионлаған яраларҙы йөрөтә. Тыуған илен хаҡлап  ҡорбан булғандар ҡәберҙәрендә тыныс йоҡлаһын, уларҙан ҡалған быуындар, уларға тиң булып үҫһен.Ватанға тоғролоҡ бар, хыянат бар. Һәр эштә бына улар шуны айыра белеп үҫһен. Уның ҙурында ла, бәләкәйендә лә ил намыҫын тоя белһен. Ватандың бер ниндәй батырлыҡ, ғазап хаҡына ла үҙенән тайпылыусыларҙы ғәфү итмәүен белеп үҫһен. Үткәндәр, киләсәк быуындар хаҡына бына шундай шарт ҡуя һинең әхирәттәрең.

Бәлки ҡайтмауың да яҡшы булғандыр.Һин сит тупраҡҡа тамыр ебәреп өлгөргәнһең Етмәһә, бөгөн килеп ҡыҙыңды алып китеп, ят тупраҡҡа ултыртмаҡсы булаһың. Унда һулып ҡороясағын  уйламайһыңмы ни? Уның Ер – әсәһе, йөрәге, һәр тамсы ҡаны менән тойоп тора ул быны. Айгөл илендә үҫкән гөл сәскәһенең башҡа һауа менән һулай алмағанын аңлауҙан уҙған мәхрүм шул һин хәҙер. Бында ҡиммәттәрҙең баһаһы ла, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе лә икенсе. Һин ер шарын ҡап уртаға ярып үткән сиктең теге яғында тороп ҡалғанһың инде. Юҡҡа ғына ул сикте күрмәмешкә һалышаһың.

Әхирәттәрең  йөрәгендә лә ята был сиктең билдәһе.Һин уны үтә алманың, үтә лә алмаҫһың инде.Айгөл йөрәгендә лә ята был тәрән сиктең билдәһе. Тик әле ул һине күреү ҡыуанысынан ғына иғтибарһыҙ был сиккә, шатлыҡ тойғоһо баҫып тора уны. Һин уның хыялдары ла, өмөттәре лә, күңел даръяһы ла булдың. Һин хәҙерге һыныңда, хәҙерге хәлеңдә түгел, ә саф, шул уҡ ваҡытта серле билдәһеҙ бер яҡты шәүлә хәлендә йәшәнең ошоға ҡәҙәр Айгөл илендә. Бөгөн килеп ул һине күрҙе, айырылмаҫҡа риза булды. Ләкин ул әле  йөрәгендәге сик билдәһенең ризалығын алырға өлгөрмәне.  Бына шул билдәнең Айгөлдө татлы йоҡоһонан уятыуын көттө  аҡыллы, ғорур Йәғәфәр Моратшин.Ул уның тәмле төштәренән айырылып уянып китеүен көттө ул бөйөк көстөң иртәме, һуңмы Айгөлдө уятасағына шикләнмәй ине.   Унан Айгөл үҙе ҙур тормыш юлына аяҡ баҫырға  тора. Алда уға үҙенең йөрәген тыңлап ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә тура киләсәк.   Шул саҡта юғалып, ҡурҡып ҡалмаһын өсөн уны Йәғәфәр әҙерләй. Шуның өсөн ул ҡыҫылмай.Үҙе уйланһын, нимә насар, нимә яҡшы икәнен айырырға өйрәнһен.   Үҙ аллы ҡарар ҡабул итә алһын. Был ҡыҫылмау Йәғәфәрҙең тәрбиәһе лә булып тора.

Айгөл йөрәгендә сик билдәһе әсә һөйөүеннән көслөрәк булып сыҡты. Айгөлдөң илендә лә һин сиктең теге яғында булып сыҡтың. Бының өсөн һин баланы ғына ғәйепләмә. Һиндә әсәлек хаҡы ғына. Ә Ватан хаҡы, ер – һыу хаҡы көслөрәк икән шул. Һуғышты ла  ғәйепләмә. Күптәр уны үҙ иңдәрендә күтәргән, үҙҙәрен ҡорбан иткән.Яҙмышты ла ғәйепләмә.Сөнки һәр кеше яҙмышына үҙе хужа. Ғәйепте һин үҙеңдең бөгөнгө  хәлеңдән эҙлә. Шул арҡала сиктең теге яғында булып сыҡтың. Миңлекәйҙәр дуҫты дошмандан айыра белә, үҙ дошманын таный белә.Улар сит ерҙә лә үҙ дуҫтары барлығын белә. Ә һин шул дуҫтарының дошмандары яғында булып сыҡҡанһың. Һин уларҙы ла ғәйепләмә.Сөнки улар үҙҙәренең тормоштарын емергән кешене ғәфү итә алмай.Быны бер кешелә онота алмаҫ ине. Яра эҙе тәрән шул. Бәлки һиңә әхирәттәрең янына ҡайтырға кәрәкмәгәндер. Һин уларҙың да йөрәген яраланың.Ләкин был яра оҙаҡҡа бармаҫ. Улар бергә, оноторҙар.Ә һин бер үҙең сит ерҙәрҙә.  Яраларың нисек уңалыр икән? Ауыр булмаҫмы үҙеңә генә?Айгөл дә һинең киссерештәреңде аңлай. Шуға күрә бит ул: «Миңә шул тиклем күңелһеҙ әсәй. Һин киткәнгә ауыр. Мин һине лә йәлләйем. Ҡәҙерле, һөйкөмлө,яғымлы әсәкәйем минең. Һин нисек был хәлдәрҙе күтәрерһең? Үҙеңдә көс тап әсәй».[2] Юҡҡа ғына ҡайттың һин. Әхирәттәрең күңелендә һин элекке Зөлхәбирә, Сабиры өсөн йәнен бирергә әҙер торған,Айгөлдөң әсәһе булып ҡалыр инең. Айгөл дә үҙ күңелендә матур иҫтәлектәр һаҡлар ине.   Халҡың да һине ололап, хөрмәтләп иҫкә алыр ине.

 Эйе, Зөлхәбирәнең ҡайтыуы аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды. Бар тормоштоң аҫты – өҫкә килде. Ябылған яралар кире асылды. Айгөл илендәге кешеләрҙе ҙур уйҙарға һалды уның ҡайтыуы. Миңлекәйҙәр һуғыш көндәрен кире кисергән кеүек булдылар. Айгөл беренсе тапҡыр балалығыннан сыҡты.Әсәһе эргәһендә булмаһа ла, нисек кешеләр уны ҡурсалап  үҫтергәнен ул шунда ғына аңланы. Йәғәфәр ҙә Зөлхәбирәнең  йөрәге өҙгәләнгәнен аңлай. Шуға күрә лә уның  да йөрәге яна. Ләкин ул бер хәҡиҡәтте аңлай: Айгөл күңелендә Ватанды яратыу тойғоһо һала алыуы. Айгөлдөң үҙенең илендә ҡалыуы шуның дәлиле түгелме һуң?  Ер йөҙөндә ундай кешеләр булғанда Тыуған ил гөрләп сәскә атыр әле. Илебеҙҙең киләсәге  ошондай  кешеләрҙең ҡулында булһын ине.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул

          Әгәр ҙә   тыуған ил ҡайҙан  башлана ти һораһалар һәр бер үлән, ағас, сәскә, шишмә  минән.... минән  тип яуап бирер ине.  Эйе, ерҙең һәр биҙәге- ул беҙҙең Тыуған ил. Ә нимә һуң ул тыуған ил? Тыуған ил -ул  минең торған өй, атай, әсәй, мәктәбем һәм дуҫтарым. Тыуған илде яратыу һәм хөрмәтләү хисе ул бала – саҡтан уҡ, әсә һөтө менә һалына. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, тыуған илде ташлап сит илгә китеүселәр йылдан- йыл арта. Быға ни сәбәпле? Патриотлыҡ хис  юҡлығымы, әллә  яңы  кисерештәр  тойоу  теләгеме?   Сит ил кешене нимәһе менән тарта? 

М. Кәримдең “Айгөл иле” драмаһы  оло бер донъя ул. Ватан хаҡы, шәхестең Тыуған ил алдындағы яуаплылығы тураһында ҙур бәхәс бара был әҫәрҙә.  Айгөл илендә лә тыныслыҡ юҡ бөгөн.Үткәндәрҙең  ауыр хәтирәләре тынғылыҡ бирмәй. Ун алты- ун ете йәшлек ҡыҙ бала алдына  ҙур ҡатмарлы һорауҙар килтереп ҡуя улар. Ул һайларға тейеш: әсәһе йәки Тыуған илен. Айгөл Тыуған илен ташлап китә алмауын аңлай. Һәм миндә  ошондай  һорау тыуҙы. Ә хәҙер кешеләр һайлау алдында ҡалһалар нимә эшләрҙәр ине икән? Сит илдә йәшәүсе кешеләр тормоштары менән ҡәнәғәтме?  Һағыныу хисе бармы уларҙа? Мин интернет силтәре аша сит илдә йәшәүсе атай – әсәйемдең таныштары менән һөйләштем. Йәшерәктәр тормоштары менән ҡәнәғәт булыуҙарын әйтһә, өлкәнерәктәр олоғая барған һайын тыуған ил тураһында йыш иҫкә төшөрөүҙәрен әйттеләр. Һәм мәктәптә Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһын ҡарап  анкета үткәрҙек. Ул ошондай һорауҙарҙан торҙо.

1.Нимә ул Тыуған ил?

2.Беҙҙең илдә ниндәй үҙгәрештәр индерергә теләр инегеҙ?

3.Сит илгә йәшәргә китер инегеҙме?

 Бында йөҙ егерме биш  уҡыусы ҡатнашты. Тыуған ил улар өсөн үҙҙәре йәшәгән ҡала, атай – әсәй, туғандары, дуҫтары.  Улар беҙҙең илдә медицинала, мәғәриф өлкәһендә  һәм  дәүләт думаһында  үҙгәрештәр индерергә теләк белдерҙеләр.  Юлдарҙың  яҡшы булыуын, төрлө теракттар булдырмау уларҙың теләге. Кешеләрҙең  бер – береһенә мәрхәмәтлерәк һәм шат күңелле булыуҙарын   күргеләре килә балаларҙың.  Ләкин  күбеһе яҡшы үҙгәрештәр булыуына ышанмай. Бер уҡыусы Рәсәйҙең киләсәге юҡ тигән фекерҙә.  Күбеһе Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөргә, коррупцияға ҡаршы көрәшергә теләй.   Уҡыусылар  беҙҙең илде  уҡымышлы,  юғары мәҙәниәтле  итеп күргеләре килә.  Сит илгә китер инегеҙме тигән һорауға илле дүрт кеше унда йәшәргә , ун  бере  уҡырға һәм эшкә барырға хыяллана.  Ә бер уҡыусы илдең үҫешенә  өлөш индереп , шунан сит илгә китәсәге тураһында яҙҙы.   Илле туғыҙ кеше үҙ илендә йәшәгеһе килеүен әйтте. Улар беҙ илдең үсешенә әүҙем ҡатнашырға теләй. Туғандары, яҡындарынан башҡа йәшәй алмауҙарын әйтте.

Мине  беҙҙең мәктәп уҡыусыларының үҙ ҡараштары булыуы һоҡландыра. Улар ҡайҙа булһа ла  юғалмаҫ. Айгөл кеүек ҡыйыу булырҙар.  Айгөл кеүек миңә лә сит илгә китеү- китмәү мәсьәләһе ҡуйылһа, мин тыуған илемде һайлар инем. Сөнки  мин бында тыуҙым, ошонда белем алам.Мин тыуған илемдең киләсәге матур булыуын теләйем. Һәм быға өлгәшеүҙә минең дә өлөшөм булыр тип уйлайым. Юҡҡа ғына халыҡта «Үҙ илең - алтын бишек» тип әйтмәйҙәр. Минең Айгөл кеүек кешелекле, Тыуған илен һөйгән, тормошта үҙ урынын тапҡан шәхес булғым килә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                              

 

 

Йомғаҡлау

Тыуған ил, Ватан төшөнсәһе  һәр ваҡыт кешеләрҙе дулҡынландырған.Уны яҡлап күпме кешеләр баштарын һалған.  Әкиәттәрҙә  батырҙар, үҙ илен  һаҡлап, дейеүҙәр менән алышҡа сыҡҡан. Батыршалар, Салауаттар ҙа уның өсөн ҡылыс күтәргән.  Яҙыусы һәм шағирҙарҙың да әҫәрҙәрендә күп өлөштө Тыуған ил темаһы алып тора.

 Яҙыусылар араһында  Мостай Кәрим тормошо һәм ижады айырыуса мөһим урын алып тора. Сөнки уның әҫәрҙәрендә патриотик тема айырым урын ала. Ул үҙ кисерештәрен, илгә булған һөйөүҙәрен органик берәмлектә һүрәтләнгән Ватан- Дуҫлыҡ-Тыныслыҡ темаларына бәйләй һәм Тыуған ил хаҡында һүҙ алып бара, тойғоларын төрлө әҫәрҙәрҙә сағылдыра.Мостай Кәрим әйткәнсә: «Тыуған ерҙе, халҡыңды һөйөү, уның менән һоҡланыу ғорурланыу тойғоһо туған телең, тыуған йортоң, урамың, ҡала һәм республикаңа, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тойғоһонан башлана».[3] Ә был инде әсә ҡарынында саҡта уҡ һалынырға тейеш.  Йәш быуындың сит илгә ашҡыныуы, беренсенән, патриотик аңдың түбән булыуы. Икенсенән  сит илдә тормош кимәле юғары булыуы уларҙы ҡыҙыҡтыра. Ләкин анкетала күренеүенсә барыбер күберәк кеше  үҙ илен һайлай. Улар беҙҙең илдең экономикаһын сит ил кимәленә күтәрергә мөмкин тип уйлай. Бының өсөн илгә белемле, талантлы кешеләр кәрәк. Ә улар уҡыусылар араһында бар.Тик уларҙы ваҡытында күреп, үҫтерергә кәрәк.Нимә генә әйтһәң дә илебеҙҙең киләсәге улар ҡулында.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған  әҙәбиәт

1.Атнабаева З.Яҙмыштар.Рольдәр.Яҙмыштар,- Өфө:Китап,2008 йыл.

2. « Башҡортостан уҡытыусыһы»- 1997 йыл-3, 2004 йыл-8

3. « Ватандаш» -1993 йыл-3, 2003 йыл-6

4. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.- Өфө: Китап, 2008 йыл.

4. Ломунова  М.М.  Мостай Кәрим, - М., 1988 йыл.

5. Мостай Кәрим.Айгөл иле.- Өфө: Башҡортостан « Китап»,1995 йыл.

6.Мостай Кәрим.Оҙон юл,- Өфө: Китап,1997 йыл.

7. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр. 2 том. Пьесалар,- Өфө: Китап, 1996 йыл.

Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр5 томда, 1том: шиғырҙар, поэмалар,- Өфө:      «Китап», 1995 йыл.

8. Мостай Кәрим.Тормош һабаҡтары.- Өфө: Китап,  2005 йыл.

9. Ә.Сөләйманова Н.Ә. Мостай Кәрим: .. Күкрәгемдән ҡоштар осорам.-Өфө, 2005 йыл.

10. Хөсәйенов Ғайса.Мостай Кәрим,- Өфө: Китап, 1994 йыл.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡушымта

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Рәмзиә  Шәрәфетдинова ( Италия). Йәш саҡта башҡа илдәр ҡыҙыҡһындыра бит. Унда бар нимә лә яҡшы кеүек. Йәшлек менән Италияға киттем. Тормошомдан зарланмайым. Мин зарланырға яратмайым. Тыуған ил һағындыра. Уны минең шиғырҙарымдан да күреп була.  Бик яманһыу булып киткән саҡтар була.Әлдә интернет бар әле.Шуның аша аралашып торабыҙ.

Венера Сәүбән ҡыҙы ( Греция).   Бер ҙә сит илдә тороп ҡайтырмын тип уйламай инем.   Сәләмәтлегем ҡаҡшау сәбәпле китергә тура килде.Табибтар диңгеҙ һауаһы килешә тинеләр. Нимә генә әйтһәң дә тыуған ил тарта.Һағындыра.Юҡҡа ғына халыҡта  “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул”- тип әйтмәйҙәр.

Михаил ( Канада).  Бында кешеләр уйлағанса, бар нәмә лә еңел түгел. Ләкин был илдә закондар эшләй. Социаль яҡлау ойошмалары ла исем өсөн генә түгел.  Мин Рәсәйгә ҡайтырға теләмәйем.Сөнки минең бында киләсәк көнгә ышанысым бар.

Мария( Швеция). Мин  Швецияла бер йыл йәшәйем.Оҡшай.Тәбиғәте лә матур. Кешеләр яғымлы. Магазинда әҙәпле итеп һөйләшәләр. Ғөмүмән,  ниндәй ойошмаға инһәң дә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар. Эшем бик оҡшай. Рәсәйҙә бындай эште табыуыма һәм яҡшы хеҙмәт хаҡы алыуыма ышанмайым.

Эльвира ( Франция).  Мәктәптә  иң яратҡан дәресем француз теле ине. Мәктәпте тамамлағас  Башҡорт  педагогия университетының  сит телдәр бүлегенә уҡырға индем. Йыл һайын сит илдәргә практикаға бара инек.Университетты тамамлағас  эшкә килдем. Башта төрлө ғаиләләрҙә балалар уҡыттым. Инглиз теле курстарын да бөтөрҙөм.  Әле бер фирмала тәржемәсе булып эшләйем. Хеҙмәт хаҡым яҡшы. Фатирға ла түләп торорға, ашарға ла, кейенергә лә етә. Йыл һайын төрлө илдәргә сәйәхәткә  барам. Башҡортостанды һағынам.Унда ҡайтҡан һайын әсәйем бал, сәк- сәк биреп ебәрә. Ләкин бөтә нәмәне ташлап Рәсәйгә ҡайтҡым килмәй.

 

 

 

                                                                                            

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 



[1] Сөләйманова  Н.Ә.  Мостай Кәрим : Күкрәгемдән ҡоштар осорам. «Өфө», 2005 йыл, 14- се бит.

[2] Мостай Кәрим.Айгөл иле.- Өфө: Башҡортостан « Китап»,1995.- 130- сы бит.

[3] Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр5 томда,1- се том: шиғырҙар, поэмалар,- Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995,-7- се бит.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Научно- практическая конференция " Тыуған яғым- алтын бишек""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по ипотечному кредитованию

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 075 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.11.2016 1011
    • DOCX 623.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Файрузова Светлана Минисагитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6849
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Мини-курс

Эмоциональная связь между родителями и детьми

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 44 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Финансовый анализ

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 12 регионов

Мини-курс

Искусство и техника: совершенствование в художественной гимнастике

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе