Инфоурок Другое КонспектыОткрытый урок по башкирской литературе на тему "Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романын өйрәнеү"

Открытый урок по башкирской литературе на тему "Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романын өйрәнеү"

Скачать материал

Тема. Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романын өйрәнеү.

(Дәрес-пресс-конференция)

Зарипова М. Ә. Ишембай районы Көҙән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Маҡсат. Әҫәрҙең идея-тематик йөк­мәткеһен асыҡлау; уҡыусыларҙа эске­леккә кире ҡараш тыуҙырыу, Тыуған иленә, халҡына тоғролоҡ тәрбиәләү; уларҙың фантазияһын, телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу. Ноғман Мусиндың портреты, яҙыусы әҫәрҙәренән күр­гәҙмә,

"Һәләкәтле аҙымыңдан туҡта, әҙәм балаһы."

                                                                                  Ноғман Мусин

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин:

“Урмандың шауында ишетәм халҡым һүҙен, ерем зарын, илем ғәмен!”

 

Дәрес барышы

1. Инеш һүҙ.

Беҙ бөгөнгө дәрестә хәҙерге башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, беҙҙең яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, беҙ яратып уҡыған бик күп повесть-романдар авторы Н. Мусиндың "Һуңғы солоҡ" әҫәренә анализ яһарбыҙ.

Башҡорт әҙәбиәтендә Н. Мусин про­заһы сағыулығы менән айырылып тора. Тормош көнө менән түгел, хатта сәғәте менән үҙгәреп торғанда, заңан менән бер ҡатарҙан атлау ижад кешеһе өсөн еңелдән түгел. Дәүер һулышына яраҡды әҙәби әҫәр ижад  итеү өсөн тормоштағы ваҡиғаларға, ундағы үҙгәрештәргә тиҙ һәм дөрөҫ баһа бирә белеү кәрәктер.

Н. Мусин үҙенең был әҫәрендә йәмғиәтебеҙҙе борсоған проблемаларҙы асып һала, килер быуынға, йәштәргә һабаҡ бирергә тырыша.

Ни өсөн Солоҡ: "Туҡтағыҙ, әҙәм ба­лалары! Ни эштәр ҡылыуығыҙға айыҡ баштан күҙ һалығыҙ. Харап булабыҙ бит!" — тип һөрән һала. Солоҡтоң ошо һүҙҙәренең мәғәнәһен, әҫәрҙең идея-те­матик йөкмәткеһен асыу өсөн дәрескә "әҙәбиәт белгестәрен" һәм "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдары, "Торатау", "Йәшлек" гәзите "журналис­тары" саҡырылды. Бөгөнгө дәрес пресс-конференция формаһында үтә, дәрестә "журналистар" һәм "әҙәбиәт белгес­тәре" үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша­саҡ. ("Журналистар" ҙа, "әҙәбиәт бел­гестәре" лә — XI синыф уҡыусылары.)

 

2. Төп өлөш.

"Ағиҙел" журналы хәбәрсеһе. Яҙыу­сылар, ғәҙәттә, кеше, образдарын һүрәт­ләй. Был әҫәрҙә Солоҡ образы иң үҙәк образ булып тора. Аяҙытау ауылында булған хәл-ваҡиғаларға баһаны ла ул бирә. Был юҡҡа ғына түгелдер. Ни өсөн Н. Мусин Солоҡ образын үҙәк образ итеп алған?

Әҙәбиәт белгесе. Уйлауымса, Солоҡ символик мәғәнәгә эйә. Солоҡ образы аша башҡорт халҡы, уның яҙмышы символлаштырыла. Башҡорт халҡының да, Солоҡтоң да тамырҙары бик тәрәнгә киткән, улар икеһе лә күпте күргән, күпте кисергән.

"Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе. Н. Му­син Солоҡ ағасын һүрәтләгәндән һуң, Карамыш ҡарт образына туҡтала. Улар араһында бәйләнеш бармы? "

Әҙәбиәт белгесе. Эйе, Солоҡ образы­на Карамыш ҡарт образы ауаздаш. Карамыш ҡарт — Солоҡтоң хужаһы. Улар икеһе лә оҙаҡ йәшәгән. Әгәр Со­лоҡҡа тәбиғәттең әсе елдәренә, дауыл­дарына ҡаршы торорға тура килһә, Карамыш ҡартҡа тормоштоң әсе елдә­рен, һуғыш дауылдарын кисерергә тура килә. Хәҙер Карамыш ҡартҡа 93 йәш. Солоҡто йәшен һуғып, түбәһен атып осорғас, үҙәгенә һыу үрә башлаған инде уның. Ә Ҡарамыш ҡартты фалиж һуҡҡан. Ҡасандыр типһә тимер өҙөрҙәй булған, донъяның әсеһен-сөсөһөн та­тыған, орден-миҙалдар менән баһалан­ған Карамыш ҡарт мал өйөндә үлем хәлендә ята. Бер кемгә лә хәҙер кәрәге юҡ.

"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хәбәрсеһе. Ни өсөн Н. Мусин әбейҙәр­ҙең пенсия алғас та йыйылышып әсеүҙәрен, эскән ваҡытта нимә ту­раһында һөйләшеүҙәрен бик тәфсилләп һүрәтләй?

Әҙәбиәт белгесе. Ил инәһе булырҙай әбейҙәр эске ойоштора. Телдәрендә ниндәй генә һүҙҙәр юҡ! Йәштәргә аҡыл өйрәтеп, намаҙ уҡып, эҫеүҙән тыяһы урынға, улар эсеп, бысранып ҡайта. "Етмешен үткәнсе бер бөртөк тә сал төшмәгән сәсе яулығы аҫтынан ялпыл­дап сыҡҡан, йәмшек танауы ҡыҙарған... Оҙон ҡуныслы калушының эсенә батҡаҡ тулған, аҡ йөндән бәйләнгән ойоғо ҡара төҫкә ингән", — тип яҙа Н. Мусин Гөләйшә әбей тураһында.

Гөләйшә әбей ҡартын ҡарайһы урынға араҡы һемерә. "Ҡарамыш фа­лиж һуғып йығылғас, иреккә сыҡты

ана. Көн дә тиерлек иҫерек", — тип һүрәтләй уны яҙыусы. Уға ҡарты кәрәкмәй, ҡарттың аҡсаһы ғына кәрәк, сөнки Ҡарамыш ҡарттың пенсияһы әбейенекенән 4 тапҡырға күберәк.

"Торатау" гәзите хәбәрсеһе. Һеҙ­ҙеңсә, Рузалиә ниндәй ҡыҙ? Н. Мусин ни өсөн уны "ҡауырыйҙарын көйҙөргән ҡошсоҡ" менән сағыштыра? "...Аңды-тоңдо белмәйенсә төнгө усаҡ яктыһына осоп килеп, ҡаурыйҙарын көйҙөргән ҡошсоҡ шикелле, ниндәйҙер бушлыҡта талпына, ләкин осоп китә алмай", — тип яҙып, Н. Мусин нимә әйтергә теләй?

Әҙәбиәт белгесе. Рузалиә — йәш ҡыҙ. Дамир Талиповтың ниндәйерәк ке­ше икәнлеге менән дә ҡыҙыҡһынмай. Ул алдана.

"Башҡортостан ҡыҙы" журналы хә­бәрсеһе. Рузалиәне ни өсөн Дамир Та­липов ҡыҙыҡһындыра?

Әҙәбиәт белгесе. Сөнки Дамир Тали­пов бай, көслө, олпат кәүҙәле. Руза­лиәне "джип"та йөрөтә, концертҡа, рес­торанға алып бара, офисында ҡыйбатлы йыһаздар. "Ниндәй һиммәтле, абруйлы ир уның менән бейей", — тип уйлай Ру­залиә. Тышҡы ялтырыуыҡҡа ҡыҙып, Рузалиә үҙенең алданғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Ябай ауыл егете Рәсүлде кире ҡағып, үҙ бәхетенә үҙе балта саба.

"Ағиҙел" журналы хәбәрсеһе. Автор ни өсөн Рәсүлде үлтерә?

Әҙәбиәт белгесе. Үҙаллылыҡҡа ын­тылған, эскелекте һәм башҡа күре­нештәрҙе йәне һөймәгән аҡыллы был егет япа-яңғыҙ, өләсәһенең, атаһының эсеүе, һөйгәне Рузалиәнең коммерсант менән буталыуы, тирә-яҡ тәбиғәтен  төрлө килмешәктәрҙең әләф-тәләф итеүе — барыһы ла егет йөрәгенә таш булып бәрелә. Әммә ул бер үҙе генә пы­ран-заран ителгән йәмғиәтте төҙәтә ал­маясаҡ: эскелекте ул бер үҙе еңә алмай, Дамир Талиповҡа ла көсө етмәй. Рәсүл был алышта көсһөҙ. Уҡырға ла китә ал­май, сөнки аҡса юҡ.

"Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе. Рәсүл­дең атаһы ниндәй енәйәт эшләй?

Әҙәбиәт белгесе. Ул ғаилә ҡомарт­ҡыһы булған Солоҡ ағасын бер яртыға һатып ебәрә, сөнки уға баш төҙәтергә кәрәк. Баланың ғәрип тыуыуында ла ғәйебе бар, әлбиттә. "Уның (баланың) аяҡтары тупыс, ҡулдары терһәгенән ки­ре юҡ, күҙ урындары бөтөнләй бөтәш ине", — тип яҙып, Н. Мусин эскелектең һөҙөмтәһен күрһәтә.

"Торатау" гәзите хәбәрсеһе. Яҙыусы Аяҙытау ауылын нисек һүрәтләй?

Әҙәбиәт белгесе. Ҡасандыр гөрләп торған Аяҙытау һүнеп ҡалған төҫлө: медпункт юҡ, магазинда араҡынан

башҡа әйбер юҡг һигеҙ йыллыҡ мәктәп башланғысҡа тороп ҡалған, юлдар ҙа рәтләнмәй, эшләргә эш урындары ла юҡ, ҡайһы берәүҙәр ялланып эшләргә мәжбүр, ә кемгә эш юҡ, ваҡытын нисек үткәрергә белмәй эскелеккә һабыша ла, бер нисек тә был ғәҙәттән ҡотола ал­май.

"Ағиҙел"журналы хәбәрсеһе. Лес­промхоз бөтөрөлгәс, ауыл халҡы эшһеҙ тороп ҡалған. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, эскелек хөкөм һөрә ауылда. Халыҡ яҙмышын ҡайғыртҡан бер кеше лә юҡмы ни?

Әҙәбиәт белгесе. Бар, ләкин бик аҙ. Солтанғужа элек уҡытыусы булып эшләгән. Ләкин балалар һаны әҙ булыу сәбәпле, мәктәпте башланғысҡа әйлән­дергәндәр. Элекке уҡытыусы хәҙер һуҡыр сысҡан аулап, тиреләрен тапшы­рып көн итергә мәжбүр. Ауыл, халыҡ яҙмышы, тәбиғәт күркәмлеге тип һаман да янып йөрөгән Солтанғужаның ошо һүҙҙәрендә бөгөнгө заманыбыҙҙы бы­уып алған фажиғәгә бәйле әсенеүле уйҙар ярылып ята: "Эскелектән башы-күҙе тонған бәндәләр төкөрә һинең схо­дыңа ла, Аҡташыңа ла. Улар бер яртыға ата-инәһен һатып ебәрергә мөмкин..." Ауылдаштарын аҡылға килергә саҡы­рып ҡарай Солтанғужа. Тик эскенән баштары буталған ир-ат был тәҡдимгә битараф.

"Торатау" гәзите хәбәрсеһе. Әҫәр ни­сек тамамлана?

Әҙәбиәт белгесе. Солоҡ ауа. Шул саҡ уның хужаһы Ҡарамыш ҡарт та үлә. Уға ясин сығыу түгел, эргәһендә ултырып хушлашыусы, аяҡ-ҡулын йүнәтеп һа­лып, күҙен йомдороусы ла булмай. Аҡыллы йәш егет Рәсүл үлә, Сәлиханан зәғиф бала тыуа.

"Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе. Авторҙы ниндәй проблемалар борсой?

Әҙәбиәт белгесе. Авторҙы ғаилә, мөхәббәт, экология, эшһеҙлек, эскеселек, әҙәп-әхлаҡ проблемалары борсой. Был проблемалар әле лә хәл ителмәгән.

3. Уҡытыусы һүҙе. Эйе, "Һуңғы солоҡ" — тәрән йөкмәткеле, көнүҙәк проблемаға арналған мауыҡтырғыс әҫәр. Яҙыусы был әҫәрендә тәбиғәт эко­логияһы хаҡында ғына түгел, кеше күңеленең_экологияһы тураһында ла һүҙ алып бара.

Меңйәшәр  солоҡтоң һуңғыһы ауҙа­рылһа ла, йәмғиәтебеҙҙе упҡынға этә­реүсе эскелек, аҙғынлыҡ, иманһыҙлыҡ кеүек күренештәргә тиҙерәк сик ҡу­йылһын, кешелек тәүбәгә килһен, иман­ға ынтылһын. Шул саҡта милләт тә йә­шәр, йәмғиәт тә сәләмәт булыр, ер-һыу ҙа имен ҡалыр.

Эйе,   Солоҡтоң   уйҙары,   кешеләргә мөрәжәғәте тетрәндергес. (Плакатта яҙылған һүҙҙәр уҡыла, мәғәнәһе асыҡ­лана.)

Эскелек таралыуҙан күпме ғаилә ыҙа сигә, балалар яфалана. Эскелек арҡа­һында күпме енәйәт ҡылына, сөнки иҫерек кеше үҙенең ни эшләгәнен дә белмәй.

Эскелектең һәм башҡа кире күре­нештәрҙең киләсәк быуынға, милләте­беҙ именлегенә хәүеф янауын аңлап, мәғариф өлкәһендә тәрбиә проблемала­рына иғтибарҙы күберәк бүлеү мөһим икәнлеге асыҡланды,

4. Эскелек тураһында гәзит материал­дарын уҡыу.

5. Р. Ғариповтың "Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул?" Яҡуп Ҡолмойҙоң Н. Мусинға арналған ""Мәңгелек урман" ши­ғырҙарын яттан уҡыу.

6. Н. Мусин тураһындағы видео­фильмдан өҙөк ҡарау.

1.     Баһалау. Өйгә эш биреү. Әҫәрҙең тел сараларына күҙәтеү үткәрергә.

 

 

 

Мәңгелек урман.

Н. Мусинға.

Һин урманға керһәң ҡоштар һайрай,

Гөлйемештән күҙең сағыла.

Аҡ ҡайындар серен һөйләп тынмай,

Улар ҙа бит һине һағына.

 

Йылдар оҙонлоғон тиңдәш итеп,

Серҙәш итеп талғын елдәрҙе,

Бөҙрә урман тәлгәштәрен һирпеп,

Көтә һымаҡ һинең килгәнде.

 

Ә һин унда йә рәссам һымаҡ,

Киңәйтәһең хәтер һүрәтен.

Мәшһүр йырсылай һин йырҙар йырлап,

Күңел ҡылдарыңды тибрәттең.

 

Икеләнмәй әйтәм йөрәк уйын:

-         Шағиры һин ҡалын урмандың.

Тик һин аңлай алаһыңдар бының

Үҙең тәпәй баҫҡан Уралдың.

 

Тынмай яҙған сихри китабыңда.

Тойҙоҡ утлы урман дауылын.

Йәшкелт ҡарағайҙар ҡосағында

Яфа сиккән башҡорт ауылын.

 

Зәңгәр күккә үрләп буйын һонған

Ҡайындарың шундай матурҙар,

Улар беҙҙең хәтирәгә һыйған,

Унда йәшәй яуҙаш батырҙар.

 

Урман ерҙең һутлы тамыры ул,

Китабыңдай яҡын күңелгә.

Киләсәктә лә шулай егәрле бул

Үҙең ижад иткән илеңдә.

                                                                                                      (Я. Ҡолмой.)

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Открытый урок по башкирской литературе на тему "Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романын өйрәнеү""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по автотранспорту

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 668 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.01.2017 2492
    • DOCX 227 кбайт
    • 18 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Зарипова Мнавара Абдулкадировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5653
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 288 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 157 человек

Мини-курс

Финансовое моделирование и управление инвестиционными проектами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Договоры и их правовое регулирование

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 13 регионов

Мини-курс

Windows для начинающих: файлы, папки, текстовые документы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе