Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
1 слайд
Хамматов Яныбай Хаммат улы
16 ғинуар 1925 йыл - 28 сентябрь 2000 йыл
Яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994), ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы (1974), Ким Әхмәтйәнов исемендәге (1997) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Белорет районының почётлы гражданы.
2 слайд
БИОГРАФИЯҺЫ
Я.Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуған. 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый (1954). 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында инструктор, унан бүлек мөдире була. 1947 йылда 1-се секретарь итеп һайлана.
1949 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында, унан һуң 1952 йылға тиклем «Башзолото» тресында сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары була.
1954 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп күсерелә.
1956 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге БДУ) тамамлай.1960 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.1963—1969 йылдарҙа БАССР Эске эштәр министрлығында бүлек етәксеһе була.
3 слайд
ИЖАДИ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ
40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында башлап әҫәрҙәре баҫыла башлай. Беренсе хикәйәләре старателдәр тураһында була.
«Бөртөкләп йыйыла алтын» (1966), «Аҡман-тоҡман» (1971) , «Йәшенле йәй» (1975), «Юрғашты» (1980), «Руда» (1982) романдарын эсенә алған пенталогияһы алтын эҙләүсе старателдар тураһында. Башҡортостанда алтын эҙләү тарихына, алтын табыу сәнәғәте формалашыу тарихына арнала.
Тәүге өс роман нигеҙендә 4-сериялы нәфис фильм төшөрөлгән (1979 йылда, режиссеры Абдразаҡов Асҡар Әмир улы, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты).
4 слайд
ӘҪӘРҘӘРЕ
Бөртөкләп йыйыла алтын (роман). Өфө: 1966, 1976. рус телендә: Золото собирается крупицами. (пер. Е. Мальцева). Москва: 1970, 1975; Уфа: 1981; Татар телендә: Казань: 1996.
Аҡман-тоҡман (роман). Өфө: 1971, 1975. рус телендә: Акман-токман (пер. Е. Мальцева). Москва: 1973, 1975; Уфа: 1984.
Йәшенле йәй (роман). Өфө: 1976. рус телендә: Грозовое лето (пер. В. Василевского). Москва: 1976, 1978; Уфа: 1986.
Юрғашты (роман). Өфө: 1980. рус телендә: Юргашты (пер. В. Василевского). Москва: 1980, 1984; Уфа: 1987.
Руда (роман). Өфө: 1982. рус телендә: Желтый камень (пер. Р. Максютова). Уфа: 1993.
5 слайд
ӘҪӘРҘӘРЕ
Йондоҙҙар нисек ҡабына (роман). Өфө: 1969.
Төньяҡ амурҙары (роман-дилогия). Өфө: 1 китап — 1983, 2 китап — 1985. рус телендә: Северные амуры (пер. В. Василевского).
Тыуған көн (роман). Өфө: 1978, 1988. рус телендә: День рождения (пер. А. Скалона). Москва: 1979, 1982, 1983, 1985; Украина: 1982; Әзербәйджан телендә: Баку: 1990.
Башҡорттар китте һуғышҡа (роман). Өфө: 1990.
Комбриг Мортазин (роман). Өфө: 1992.
Ҡара яу (роман). Өфө: 1995.
Ағиҙел Иҙелгә ҡоя (роман). Өфө: 1995. рус телендә: Агидель стремится к Волге. (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2007.
Салауат (роман). Өфө: 2000. рус телендә: Салават-батыр
Һырдарья (роман). Өфө: 2000.
Башҡорт ханы (роман). Өфө («Ағиҙел»): 2003.
6 слайд
ӘҪӘРҘӘРЕ
Ҡаһарманлыҡ (повесть). Өфө: 1989.
Иҙел башы (роман). Өфө («Ағиҙел»): 1987.
Хәсрәтле бала саҡ (автобиографик әҫәр — 1 китап). Өфө («Ағиҙел»): 1997. рус телендә: Пасынок (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2002.
Тормош һабаҡтары (автобиографик әҫәр — 2 китап). Өфө («Ағиҙел»): 2000. рус телендә: Карьера (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2006.
Әҙәбиәт һуҡмағында (автобиографик әҫәр — 3 китап). Өфө («Ағиҙел»): 2007.
7 слайд
8 слайд
9 слайд
«Бөртөкләп йыйыла алтын» романы
«Аҡман-тоҡман» романы
«Йәшенле йәй» романы
«Юрғашты» романы
«Руда» романы
10 слайд
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
6 667 985 материалов в базе
«Баш?орт ???би?те (Башкирская литература)», Юлмухаметов М.Б., Идельбаев М.Х., Сулейманов А.М., Казыева З.И.
Больше материалов по этому УМКНастоящий материал опубликован пользователем Муллахметова Альбина Ринатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалВаша скидка на курсы
40%Курс повышения квалификации
36/72 ч.
Курс повышения квалификации
72 ч. — 180 ч.
Курс повышения квалификации
36 ч. — 144 ч.
Мини-курс
5 ч.
Мини-курс
6 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.