Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

Рабочая программа по БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районы

Байыш ауылы Ғайса Аҡманов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм

белем биреү бюджет учреждениеһы

 

                                                                                                                      Тикшерҙе.                                                                Раҫлайым.

          Социаль-гуманитар фәндәр                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                 уҡытыусыларының мәктәп методик                                   Директор урынбаҫары:                                           Мәктәп директоры: __________   /Назаров Х.Ә./

          берекмәһендә ҡаралды.                                                   ___________/Йәркәева Ғ.Р./

Протокол №__ «___» _________   2016 й.                         « __ »_____________ 2016 йыл.                                      Приказ №___  « __ »_____________ 2016 й.

ММБ етәксеһе:_________ /Ҡолмөхәмәтова Г.З./              

 

02-12

 

 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ҡолмөхәмәтова Гөлнара  Зиннур ҡыҙының 5-9 кластар өсөн

2016-2021 йылдарға  башҡорт теленән эш программаһы

 

 

 

Аңлатма яҙыу.

    5-9 кластар өсөн “Башҡорт теле” буйынса эш программаһы түбәндәге  норматив документтарға  нигеҙләнеп төҙөлдө:

1.     “Мәғариф тураһында”ғы Закон”, 29.12.2012 йыл, Пр. № 273-ФЗ;

2.     “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законы, 15.02.1999 йыл, № 216-Зз (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән);

3.     “Башҡортостан мәғарифын үҫтереү концепцияһы”, 31.12.2009 йыл, УП – 730;

4.     “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттары”, 06.10.2009 йыл, Пр.№373;

5.     “Рәсәй гражданины шәхес булараҡ рухи-тәрбиәүи үҫеше концепцияһы”;

6.     “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документы;

7.     2016/2017 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары;

8.     Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планы_____________________

9.     Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең “Эш программалары тураһында”ғы положениеһы_________________________________.

 

                                                    Уҡыу предметына дөйөм характеристика

          Башҡорт әҙәби теле – башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә.

“Филология” буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, “Башҡорт теле” фәне “Әҙәбиәт” менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт теле уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй.  Программа әсә теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мөһиме – туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу. Уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, төрлө һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.

    Теоретик белешмәләрҙе үҙләштереү уҡыусыларҙың төп факттарын сағыштырыу, төркөмләү, фонетик, морфологик, синтаксик, орфографик, пунктуацион һәм башҡа төрлө анализ яһау кеүек практик эштәр барышында тормошҡа ашырыла.  Уҡыусыларҙың грамоталы яҙыу һәм әҙәби тел нормаларын күҙәтеп һөйләү телмәрен үҫтереү – хәҙерге шарттарҙа иң мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.  Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнгәндә, уҡыусыларҙың ул ҡағиҙәләрҙе аңлауҙарын, хәтерҙәрендә тотоуҙарын тәьмин итеү, ҡағиҙәләрҙе миҫалдар менән дәлилләй алыуҙарына, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыуҙарына ирешеү мотлаҡ шарт булып ҡала.  Туған тел программаһының һәр бүлеген, һәр темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләүен, телмәрен үҫтереүгә ныҡлы ярҙам итергә тейеш.

     Туған тел дәрестәрендә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү түбәндәге йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырғанда алып барыла:

·        уҡыусыларҙың  телмәрен үҫтереүҙәге беренсе йүнәлеш – әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеше, һүҙьяһалыш, грамматик һәм лексик нормаларын асыҡ, дөрөҫ үҙләштереү;

·                   икенсе йүнәлеш уҡыусылар телмәренең  грамматик төҙөлөшөн, һүҙ байлығын ишәйтеүҙән тора.

             Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың һүҙ запасын байытыу төрлө күнегеүҙәр башҡарғанда, изложение, төрлө темаларға иншалар үткәреү барышында даими рәүештә һүҙлек һәм фразеологик берәмектәр өҫтөндә эш ваҡытында актив ғәмәлгә ашырыла.

Уҡыусыларҙың текстағы таныш булмаған һүҙҙәрҙе күрә белеү һәләтлеген үҫтереү, ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен  төшөнөү өсөн төрлө һүҙлек – белешмәләргә мөрәжәғәт итеү ғәҙәтен тәрбиәләү һүҙлек өҫтөндә эшләүгә булған төп талаптарҙың береһе  һанала. Балалар телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу һәм төрлөләндереү һүҙбәйләнештәрҙең, һөйләмдәрҙең синонимик формаларын, тел берәмектәрен ҡулланыу үҙенсәлектәрен даими күҙәтеү аша алып барыла.

Телмәр үҫтереү мәсьәләһенең өсөнсө йүнәлеше фекерҙе телдән һәм яҙып дөрөҫ, тулы итеп сағылдырыу күнекмәләрен үҙ эсенә ала.  Уҡыусыларҙың бәйләнешле  телмәрен үҫтереүҙә изложениелар, иншалар, миниатюр хикәйәләр, бер  нисә үҙ – ара бәйләнешле һөйләмдәрҙән төҙөлгән текстар өҫтөндә интенсив эшләү ҙур роль уйнай. Ундай эштрҙе башҡарыу алдынан төрлө күнегеүҙәр алып барыла: тәҡдим ителгән текстарҙың темаһын билдәләү, төп фекерен асыҡлау, йөкмәткенән сығып план төҙөү, һүрәтләү сараларын барлау, яңыларын һайлау үткәрелә.

 Бөгөнгө ижтимағи шарттарҙа мәктәп алдына башҡорт телен уҡытыуға ҡуйылған юғары талаптарҙан сығып, башҡорт телен өйрәнеү буйынса түбәндәге етди бурыстар йөкмәтелә:

·                   уҡыусыларҙың фекерләүен, танып – белеү һәләтлелеген үҫтереү;

·                   уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

·                   уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

·                   балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;

·                   башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙелле, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата – әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.

 

 “Башҡорт теле” фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары булып  түбәндәгеләр тора:

·                   донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

·                   шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ – үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған

         интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;

·                   уҡыусыларҙың фекерләүен, танып – белеү һәләтлеген үҫтереү;

·                   уҡыусыларҙа әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

·                   уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

·                   балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;

·                   башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата – әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.

·                   дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү. Интернет менән файҙаланыу һ.б.).

 

 

Башҡорт теленең базислы уҡыу (белем биреү) планында  урыны

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе  мәктәптәр өсөн башҡорт телен йыллыҡ уҡытыу түбәндәге күләмдә билдәләнгән: 5-се класта – 105 сәғәт, 6-сы класта -105 сәғәт, 7-се класта – 70 сәғәт, 8-се класта – 70 сәғәт, 9-сы класта –   сәғәт.

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар

1.     Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле  буйынса өлгө  программалар / төҙ.: З.М.Ғәбитова. – Өфө: Китап, 2012.

2.     Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле: Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2011.

3.     Солтанбаева Х.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С. Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2012.

4.     Аҙнабаев, Ә.М., Таһирова, С.А. Башҡорт теле.(Ябай һөйләм синтаксисы): Дөйөм белем биреү учреждениеларының  7-се класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2014.

5.     Абдуллина, Ф.Ф., Аҡъюлова, С.Б. Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 8-се класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2014.

6.     Псәнчин, В.Ш. Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 9-сы класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2014.

7.     Кейекбаев Ж.Ғ. һ.б. Башҡорт теле: Педагогия колледждары һәм училещелары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2010.

8.     Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009.

9.     “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдары.

                                                                                         Электрон дәреслектәр

1.Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: 6-сы класс уҡыусылары өсөн интерактив электрон дәреслек. 2014 й.

2. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: 7-се класс уҡыусылары өсөн интерактив электрон дәреслек. 2014 й.

3. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: 9-сы класс уҡыусылары өсөн интерактив электрон дәреслек. 2014 й.

 

                                                 “Башҡорт теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре

Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Башҡорт теле” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик  сифаттарын үҫтереүҙә туған телдеңролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм баһалау күнекмәһен булдырыу.

Төп урта мәктәптә “Башҡорт теле” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

·        телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

·        төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

·        төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

·        төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге(матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

·        стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

 һөйләү һәм яҙыу:

·        алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

·        тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект,аннотация) һөйләй алыу;

·        төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

·        телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

·        ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың  орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

·        үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән  белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкәсинтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.                                                                     

 

 

 

 

 

 

Уҡыу курсының төп йөкмәткеһе

5 класс

Дәреслек: Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле: Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2011.

Тема буйынса төп йөкмәтке

Уҡыу эшмәкәрлегенең

 эш төрҙәре

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика

1

Синтаксис – 19 сәғәт.

Һүҙбәйләнеш.

Һүҙбәйләнеште тикшереү тәртибе.

 

Һөйләм.

Хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр.

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Тултырыусы. Хәлдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

Өндәш һүҙ. Ябай һөйләмде тикшереү тәртибе.

Ҡушма һөйләм.Ҡушма һөйләмде тикшереү тәртибе.

Тура телмәр.

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Парҙарҙа эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

 

Һөйләм составындағы һүҙбәйләнештәрҙе таный белергә, эйәртеүле һүҙбәйләнеш төрҙәрен, ундағы эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙе айыра белергә, эйәртеүсе һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен асыҡлай белергә.

Һөйләмдең аралашыуҙағы иң мөһим һәм төп форма булыуын аңларға. Һөйләмдең башҡа тел берәмектәренән айырмалылығын билдәләй алырға.

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәрен танырға һәм уларҙы интонация, мәғәнәүи үҙенсәлектәре буйынса анализлай белергә.

Һөйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе таныу.

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен таныу һәм анализлау.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен билдәләү.

2

Текст – 1 сәғәт.

Текст.

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

 

 

Текстың билдәләрен белеү. Теманы, текстың төп фекерен, сығанаҡ һүҙҙәрҙе билдәләү.

3

Фонетика һәм орфография – 17 сәғәт.

Фонетика фәне тураһында.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Ижек. Уларҙың төрҙәре.

Баҫым.

Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше.

Тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше. Өндәрҙең оҡшашыуы.

 

Лекция.

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

 

Фонетиканың төп аңлатмаларын үҙләштереү. Өндәрҙең мәғәнә айырмалыҡ функцияһын аңлау. Башҡорт телендә һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе, нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡыларҙы, иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы, һаңғырау, яңғырау һәм сонор (талғын) тартынҡыларҙы таныу.

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм уларҙы юлдан юлға дөрөҫ күсереү. Баҫым урынын билдәләй алыу һәм уның һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда үҙгәрешен күҙәтеү.

Баҫымдың төп ҡағиҙәләре: баҫымһыҙ һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеш нормаларын; ҡалын һәм нәҙек, иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы үҙләштереү. Редкуция, протеза һәм эпентеза, элизия күренештәре. Тартынҡы өндәрҙең өс принцип менән бүленеше. Һүҙ аҙағында [ҡ], [к], [п] өндәренең [г], [ғ], [б] өндәре менән сиратлашыуы. Башҡорт теленең сингорманизм телдәр төркөмөнә ҡарауын төшөнөү.

4

Графика – 2 сәғәт.

Өн һәм хәреф. Алфавит.

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

 

 

Кеше үҫеше тарихында яҙыуҙың әһәмиәтен төшөнөү. Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштыра һәм анализлай белеү.

Һүҙлек, белешмә, энциклопедия һәм СМС хәбәрҙән мәғлүмәт эҙләүҙә алфавитты ҡулланыу.

4

Лексика. Телмәр мәҙәниәте – 6 сәғәт.

Лексика тураһында төшөнсә. Һүҙҙең мәғәнәһе.

Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлеге.

Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһе. Синонимдар. Антонимдар.

 

 

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

 

 

 

Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнә айырмалыҡтарын аңлата белеү; һүҙҙең лексик мәғәнәһен төрлө ысулдар менән аңлата алыу. Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе айырыу; омоним, синоним, антонимдарҙы таба белеү.

5

Морфемика һәм һүҙьяһалыш – 14 сәғәт.

Тамыр һәм ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре. Тамыр һәм яһалма һүҙ. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.

Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

 

Лекция.

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Ижади эштәр.

 

Тамыр һүҙ, һүҙҙең нигеҙе (яһалма һүҙ), төрө ялғауҙар һүҙ составын тәшкил итеүен аңлау. Ялғауҙар һәм уларҙың дөрөҫ яҙылышын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айыра белеү. Ҡушма һәм парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү.

6

Морфология - 31сәғәт.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Һүҙ төркөмдәре.

 

 

Исем.

Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

Исемдәрҙең яһалышы. Ялғау ҡушыу юлы менән исем яһалыу. Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән исем яһалыу.

Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән исем яһалыу. Һүҙҙәрҙе бәйләү һәм ҡыҫҡартыу юлы менән исем яһалыу.

Ҡылым.

Ҡылымдың заман, зат һәм һан менән үҙгәреше.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Тамыр һәм нигеҙ ҡылымдар. Ҡылымдарҙың яһалышы. Ҡылымдарҙың затлы формалары. Бойороҡ һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше. Шарт һөйкәлеше. Теләк һөйкәлеше.

 

Лекция.

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Ижади эштәр.

 

 

 

 

 

 

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен һәм уның формаларын таныу; ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен белеү. Төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә морфологик анализ яһау.

Исемдең дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айыра һәм исемдәрҙең  яһалыу юлдарын белеү.

 

Ҡылымдың дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау.Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдарҙы, тамыр һәм нигеҙ ҡылымдарҙы айыра белеү. Морфологик билдәленә ҡарап, ҡылымдарҙы төркөмләү. Телмәрҙә сифат ҡылымдарҙың үткән, хәҙерге, киләсәк заман формаларын дөрөҫ ҡулланыу.

 

 

 

 

 

 

6 класс

Дәреслек: Солтанбаева Х.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С. Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2012.

Тема буйынса төп йөкмәтке

Уҡыу эшмәкәрлегенең

 эш төрҙәре

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 5 сәғәт.

Лексика. Телмәр мәҙәниәте – 8 сәғәт.

Башҡорт теленең һүҙлек составы. Синонимдар. Синонимдар. Антонимдар. Һүҙҙәрҙең килеп сығышы буйынса төркөмләнеше. Дөйөм һәм тар ҡулланылышлы һүҙҙәр. Иҫкергән һүҙҙәр. Фразеологик берәмектәр.

 

 

 

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

 

 

 

Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнә айырмалыҡтарын аңлата белеү; һүҙҙең лексик мәғәнәһен төрлө ысулдар менән аңлата алыу. Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе айырыу; омоним, синоним, антонимдарҙы таба белеү.

2

Морфология – 82 сәғәт.

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре (56 с).

 

 

 

Исем (11с).

Исем тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау. Исемдәрҙең һан менән үҙәгәреше. Күплек ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. Исемдәрҙең эйәлек заты. Исемдәрҙең хәбәрлек заты. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Килештәрҙең мәғәнәләре.

 

 

 

 

 

 

 

Сифат (9с).

Сифат тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау. Сифаттарҙың исем урынында килеүе һәм һөйләмдәге роле. Сифаттарҙың яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙың дөрөҫ яҙылышы.

 

Һан (5с).

Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандәрҙың дөрөҫ яҙылышы.

 

 

 

 

 

 

Алмаш (8с).

Алмаш тураһында төшөнсә. Алмаш төркөмсәләре. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше. Минеке, һинеке, уныҡы, үҙе алмаштарының клеш менән үҙгәреше. Кемдер, ниҙер, тегелер алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

 

 

 

 

 

 

Ҡылым (14с).

Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым. Уртаҡ ҡылым. Сифат ҡылым. Сифат ҡылымдарҙың үткән, хәҙерге һәм киләсәк заман формалары. Хәл ҡылым. Хәл ҡылым төркөмсәләре. Ҡылым йүнәлештәре. Ҡылым күләмдәре. Ҡылым рәүешлеге.

 

 

 

 

 

Рәүеш (9с).

Рәүеш тураһында төшөнсә. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүештәрҙең сифаттар менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары.Рәүеш дәрәжәләре. Рәүештәрҙең яһалыштары. Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

 

 

 

 

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре (26 с).

 

 

 

Теркәүес (5с).

Теркәүес  тураһында төшөнсә. Теркәүестәрҙең бүленеше. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

 

Бәйләүес (4с).

Бәйләүес тураһында төшөнсә. Бәйләүестәрҙең бүленеше.

 

 

Киҫәксә (6с).

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

 

Мөнәсәбәт һүҙҙәр (3с).

 

 

Ымлыҡ (3с).

Ымлыҡ тураһында төшөнсә. Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы.

 

Оҡшатыу һүҙҙәре (2с).

 

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау (8с).

 

Лекция.

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

Тикшеренеү эше.

 

 

 

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен һәм уның формаларын таныу; ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен белеү. Төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә морфологик анализ яһау.

 

Исемдең дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау. Башҡорт телендә һан, килеш, исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категорияларын таныу.

Исемдәрҙең ниндәй һанда, килештә килеүен билдәләү.

Бирелгән морфологик билдәләр буйынса исемдәрҙе төркөмләү.

Исемдәрҙе лексик һәм грамматик нормаларға яраҡлы ҡулланыу.

 

 

Сифаттың дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау. Сифат дәрәжәләрен таныу; сифаттарҙың яһалышын, уларҙың дөрөҫ яҙылышын төшөнөү. Тейешле миҫалдар килтереү.

 

Һандың дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау.

Төп, рәт, бүлем, сама, йыйыу, кәсер, үлсәү һандарын айырыу.

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү.

Морфологик билдәләренә ҡарап, һандарҙы төркөмләү. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

 

Алмаш төркөмсәләренең морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау, уларҙың синтаксик ролен билдәләү.

Алмаштарҙы башҡа һүҙ төркөмдәре менән сағыштырыу. Зат, күрһәтеү, һорау, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек алмаштарын таныу. Төрлө алмаш төркөмсәләрен килеш менән дөрөҫ үҙгәртеү.

Морфологик билдәләренә ҡарап, алмаштарҙы төркөмләү. Алмаштарҙы текст өлөштәрен бәйләүҙә һәм телмәрҙә ҡулланыу.

 

Ҡылымдың дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау.

Ҡылым һөйкәлештәре, төркөмсәләре, йүнәлештәре, күләмдәре, рәүешлеге. Ҡушма ҡылымдарҙы таныу.

Морфологик билдәленә ҡарап, ҡылымдарҙы төркөмләү. Телмәрҙә сифат ҡылымдарҙың үткән, хәҙерге, киләсәк заман формаларын дөрөҫ ҡулланыу.

 

Рәүештең дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен анализлау, уның  синтаксик функцияһын билдәләү.

Төрлө төркөмсәле рәүештәрҙе таныу, миҫалдар килереү. Телмәрҙә рәүештәрҙең артыҡлыҡ һәм сағыштырыу дәрәжәләрен ҡулланыу, уларға дөрөҫ ялғауҙар ҡушыу.

 

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен бер-береһенән айырыу, уларҙы телмәрҙә урынлы һәм дөрөҫ ҡулланыу.

 

Теркәүестәрҙең төрҙәрен айыра белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

 

 

Һүҙ төркөмө булараҡ бәйләүестәрҙе таныу.

Бәйләүестең төрлө һөйләмдә төрлө мәғәнә төҫмөрләнешен биреүен, уның бүленешен аңлата белеү.

 

Киҫәксәләрҙең төркөмсәләрен дөрөҫ билдәләү. Киҫәксәләрҙе мәғәнәһенә һәм стилистик үҙенсәлектәренә яраҡлы телмәрҙә ҡулланыу.

 

Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең грамматик үҙенсәлектәрен билдәләй алыу.

 

Эмоцияны, этикет формаларын, теләк, бойороҡто белдергән ымлыҡтарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

 

Оҡшатыу һүҙҙәрен һөйләү телмәрендә һәм матур әҙәбиәттә ҡулланыуҙы күҙәтеү.

 

 

7 класс

Дәреслек: Аҙнабаев, Ә.М., Таһирова, С.А. Башҡорт теле.(Ябай һөйләм синтаксисы): Дөйөм белем биреү учреждениеларының  7-се класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2014.

Бүлек исеме / Дәрес темалары

Уҡыу эшмәкәрлегенең

 эш төрҙәре

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика

1

Тел тураһында дөйөм төшөнсә – 1 сәғәт.

Башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ.

 

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

 

 

Башҡорт теленең йәмғиәт һәм хөкүмәт тормошондағы ролен аңлау; кеше тормошонда башҡорт теленең ролен күҙаллау; башҡолрт теленең матурлығын, бай булыуын, яңғырашлығын аңлау.

2

Синтаксис –  66 сәғәт.

Һүҙбәйләнеш (13с).

Синтаксистың төп маҡсаты.

Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары.

Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре. 

Ярашыу. Башҡарылыу. Йәнәшәлек. Һөйкәлеү.

Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ.

Нығынған һүҙбәйләнештәр.

 

 

Ябай һөйләм (19с).

Һөйләмдең баш киҫәктәре

Эйә менән хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

 

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Аныҡлаусы. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлек.  Тултырыусы. Тура һәм ситләтелгән тултырыусы.

Хәлдәр.

Рәүеш хәлдәре. Күләм –дәрәжә хәлдәре. Урын хәлдәре. Ваҡыт хәлдәре. Шарт хәлдәре. Сәбәп хәлдәре. Маҡсат хәлдәре. Кире хәлдәр.

Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе.

 

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр (11с).

Ике составлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

Билдәле эйәле һөйләм. Билдәһеҙ эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләмдәр. Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

 

 

 

 

 

 

 

 

Һөйләм  киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр (5с).

Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре.

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

 

 

 

 

 

 

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре (12с).

Айырымланыу тураһында төшөнсә.

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы тураһында. Хәл әйтемдәре һәм уларҙың үҙенсәлеге. Хәл әйтемдәренең айырымланыуы.

Тура һәм ситләтелгән телмәр. Тура телмәрле һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре. Диалог. Цитаталар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йыл буйы үтелгәндәрҙе ҡабатлау (3с).

 

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

Тикшеренеү проекттары.

 

Синтаксистың төп аңлатмаларын үҙләштереү.

 

Һөйләм составындағы һүҙбәйләнештәрҙе таный белеү, эйәртеүле һүҙбәйләнеш төрҙәрен, ундағы эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙе айыра белеү, эйәртеүсе һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен асыҡлай белеү.Бирелгән билдәләре буйынса һүҙбәйләнештәрҙе төркөмләү. Һүҙбәйләнештәр менән фразеологизмдарҙың айырмалыҡтарын аңлау.

 

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәрен танырға һәм уларҙы интонация, мәғәнәүи үҙенсәлектәре буйынса анализлай белергә.

Һөйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе таныу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу. Эйәнең һәм хәбәрҙең төрлө һүҙ төркөмдәренән килеүен күҙәтеү.

 

 

 

 

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен билдәләү.

Һөйләмдең структур һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәрен анализлау.

Төрлө стилдәге һәм жанрҙағы текстарҙа ябай һөйләмдәрҙе ҡулланыу үҙенсәлектәрен күҙәтеү.

Йыйнаҡ һәм тарҡау, кәм һәм тулы һөйләмдәрҙе айырыу, сағыштырыу.

Кәм һөйләмдәрҙе бер составлы һөйләмдәрҙән айырыу.

Бер составлы һөйләмдәрҙе таныу; уларҙың төрөн һәм баш киҫәктең морфологик бирелеү юлын билдәләү.

Бер составлы һөйләм төрҙәренең структур һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәрен сағыштырыу,  анализлау һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Тиң киҫәктәрҙең төрлө типтағы бәйләнешен таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе анализлау.

Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

 

 

Өндәш һүҙҙәрҙең төп функцияларын аңлау.

Өндәш һүҙҙәр менән һөйләмдәрҙе таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү.

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәрҙең төп функцияларын аңлау.

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәрҙең урынлы ҡулланылыуын күҙәтеү һәм анализлау.

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәрҙе танып белеү һәм дөрөҫ ҡулланыу.

 

Айырымланыуҙың асылын аңлау, айырымланыуҙың дөйөм шарттары.

Айырымланған киҫәктәрҙең төрҙәрен (айырымланған аныҡлаусылар һәм өҫтәлмәлектәр, хәлдәрҙең һәм хәл әйтемдәренең айырымланыуы) таныу һәм дөрөҫ интонация менән уҡыу.

Айырымланған һәм айырымланмаған эйәрсән киҫәктәрҙе сағыштырыу.

Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙең дөрөҫ төҙөлөшөн күҙәтеү, булған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү.

Төрлө төрҙәге айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе анализлау.

Төрлө стилдә һәм жанрҙағы текстарҙа, матур әҙәбиәттә айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙең ҡулланылыу үҙенсәлектәрен күҙәтеү.

 

 

 

 

 

 

 

 

8 класс

Дәреслек: Абдуллина, Ф.Ф., Аҡъюлова, С.Б. Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 8-се класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2014.

Тема буйынса төп йөкмәтке

Уҡыу эшмәкәрлегенең

 эш төрҙәре

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика

1

Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау (7с).

Синтаксис –    66 сәғәт.

Ҡушма һөйләм (15с).

Ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә.

 

 

 

 

 

 

Теҙмә ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре.

 

 

 

 

 

 

 

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

 

 

 

 

 

 

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

 

 

Эйәртеүле ҡушма һөйләм (4с).

Баш һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә эйәреү саралары. Уларҙа тыныш билдәләре.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре (6с).

Эйә һөйләм. Эйәрсән хәбәр һөйләм. Аныҡлаусы һөйләм. Тултырыусы һөйләм.

Хәл һөйләмдәр (11с).

Ваҡыт һөйләм. Урын һөйләм. Рәүеш һөййләм. Күләм – дәрәжә һөйләм. Сәбәп һөйләм. Маҡсат һөйләм. Шарт һөйләм. Кире һөйләм.

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр (10с).

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Теҙемдәр.

 

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

Тикшеренеү эштәре.

 

 

Төрлө төрҙәге ҡушма һөйләмдәрҙе (теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр) сағыштырыу һәм сикләү, ҡушма һөйләм өлөштәре араһындағы  синтаксис бәйләнеш сараларын билдәләү. Бирелгән билдәләре буйынса ҡушма һөйләмдәрҙе төркөмләү.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең өлөштәре араһындағы мәғәнәүи мөнәсәбәтте аңлау, уларҙы сағылдырыусы сараларҙы билдәләү, теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең схемаһын төҙөй белеү.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең дөрөҫ төҙөлөшөн баһалау. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе төрлө стилдәге һәм жанрҙағы текста, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен күҙәтеү.

Йыйыу теркүестәре, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре, бүлеү-ҡабатлау теркүестәре, һығымта яһаусы теркәүестәр, аныҡлау теркәүестәре һәм мөнәсәбәт һүҙҙәр ҡулланылған теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе таныу, уларҙың схемаһын төҙөй алыу.

Матур әҙәбиәт текстарында теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе ҡулланыу юлдарын тикшереү.

Төрлө теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең өлөштәре араһындағы мәғәнәүи бәйләнештәрҙе билдәләү һәм уларҙы интонация ярҙамында сағылдырыу.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең баш һәм эйәрсән һөйләмдәрен билдәләй алыу.

Эйәртеүле ҡушма һөйләм өлөштәре араһындағы мәғәнәүи мөнәсәбәтте аңлау, уларҙы сағылдырыусы сараларҙы билдәләү, бер һәм күп эйәрсән һөйләмле эйәртеүле  ҡушма һөйләмдең схемаһын төҙөй белеү.

Эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы эйәрсән һөйләмдәр; хәл һөйләмдәр: ваҡыт, урын, сәбәп, рәүеш, күләм-дәрәжә, маҡсат-сәбәп, шарт һәм кире эйәрсән һөйләмдәр төрҙәрен таныу һәм айыра белеү.

Эйәртеүле ҡушма һөйләм төрҙәренең дөрөҫ төҙөлөшөн баһалау, эйртеүле ҡушма һөйләм төҙөлөшөндә киткән хаталарҙы төҙәтеү.

Төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙа эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе ҡулланыу үҙенсәлектәрен күҙәтеү.

Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар рәтенә ингән һөйләмдәрҙе таныу, ҡушма һөйләм һәм ҡатмарлы конструкция һөйләмдәрен айырыу.

2

Орфография һәм пунктуация – 10 сәғәт.

Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре.

Өтөр ҡуйылыу осраҡтары.

Нөктәле өтөр ҡуйылыу осраҡтары.

Һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтары.

Ике нөктә ҡуйылыу осраҡтары.

 

V-VIII  кластарҙа  үтелгәндәрҙе ҡабатлау (7с).

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Ижади эштәр.

Индивидуаль эштәр.

 

 

Орфография ҡағиҙәләре менән танышыу. Башҡорт әҙәби теленең орфографияһының вазифаларын өйрәнеү.

Орфография һәм пунктуацион һиҙгерлекте булдырыу.

Яҙма телмәрҙә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау.

 

 

9 класс

Дәреслек: Псәнчин, В.Ш. Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 9-сы класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2014.

Тема буйынса төп йөкмәтке

Уҡыу эшмәкәрлегенең

 эш төрҙәре

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика

1

Тел тураһында дөйөм төшөнсә –    15 сәғәт.

Тел тураһында дөйөм төшөнсә.

Тел үҫә барыусы ижтимағи күренеш.

Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле.

Башҡорт теле башҡа ҡәрҙәш телдәр араһында.

Әҙәби тел һәм диалект.

Башҡорт теленең диалекттары.

Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше.

Ике теллелек.

 

Башҡорт теленең төп һүрәтләү саралары.

 Эпитет. Сағыштырыу . Метафора.

 

 

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

Тикшеренеү эштәре.

 

Башҡорт теленең йәмғиәт һәм хөкүмәт тормошондағы ролен аңлау; кеше тормошонда башҡорт теленең ролен күҙаллау; башҡорт теленең матурлығын, бай булыуыгн, яңғырашлығын аңлау.

Башҡорт теленең төрки телдәргә ҡарауы тураһында һәм төрки телдәрҙең башҡорт теленең үҫешенә йоғонтоһон белеү.

Фән булараҡ лингвистика (тел ғилеме), күренекле тел белгестәре, тел ғилеменең төп бүлектәре, башҡорт теленең төп һүрәтләү саралары тураһында белеү.

2

Телдең функциональ төрлөлөгө – 6 сәғәт.

Башҡорт теленең стилдәре. Функциональ стилдәр. Уларҙың төп үҙенсәлектәре.

Йәнле һөйләү стиле. Матур әҙәбиәт стиле. Фәнни стиль. Публицистик стиль. Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле. Хаттар стиле.

 

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Ижади эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Тикшеренеү эше.

 

 

Һөйләү телмәренең, матур әҙәбиәт теленең һәм функциональ стилдең төрҙәрен асыҡлау.

Тексты телдең билдәле функциональ стиль төрөнә ҡарағанын билдәләү. Йөкмәтке, стилистик үҙенсәлектәр һәм ҡулланылған тел һүрәтләү сараларын ҡулланыу күҙлегенән сығып, телмәрҙе ҡапма –ҡаршы ҡуйыу һәм сағыштырыу.

Тексты төҙөү нормаһын һаҡлау (логик яҡтан төҙөк, эҙмә-эҙлелек, бәйләнешле, темаға тап килгән һ.б.). Коммуникатив талаптарға һәм тел нормаларына яраҡлы булыу күҙлегенән сығып, үҙ һәм икенсе кешенең телмәрен баһалау. Телмәр хаталарын төҙәтеү, тексты мөхәррирләү. Ҙур булмаған доклад менән үҙ тиңдәштәре алдында сығыш яһау.

3

Лексикология һәм фразеология – 5 сәғәт.

Синонимдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Грамматик синонимдар.

Тасуирлауҙа антитезаны файҙаланыу.

Һүҙҙе һәм уның формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Индивидуаль эштәр.

Ижади эштәр.

Эҙләнеү эштәре.

 

Синонимдарҙың мәғәнәүи һәм стилистик айырмалыҡтарын билдәләү.

Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыу; синонимик рәттәрҙә доминанта; антоним һәм омонимдарҙы парҙарҙа табыу.

Үҙ телмәреңдә синоним, антоним һ.б. ҡулланыу.

4

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 8 сәғәт.

Фонетика.

Орфоэпия. Орфография.

Лексика.

Башҡорт теленең һүҙлектәре.

Һүҙьяһалыш.

Морфология.

Синтаксис һәм пунктуация.

 

Әңгәмә.

Төркөмдә эштәр.

Ижади проект.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тематик планлаштырыу

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по маркетингу (тур. агенства)

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 984 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.04.2017 1896
    • DOCX 44.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кульмухаметова Гульнара Зиннуровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 28892
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой