Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку для 6 класса

Рабочая программа по башкирскому языку для 6 класса

Скачать материал

 

Аңлатма яҙыу.

          Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙә   6-сы  класс  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 66 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Төҙөүсеһе:

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     6-сы  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2010.

Программа кимәле : базислы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):  Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003., М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекиы (комплексы) :  Әхтәмов М.Х.- Омонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 2006.,  Әхтәмов М.Х.- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 1987.                                                       

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Ғ.- Ижевск: «Книгград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын  

( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар.

 

Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  2. 1-11-се кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай .

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап.

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре.

Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш.

Рәүеш дәрәжәләре.

Почта.Телефон.Телеграф.

Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөй-кәлеше.Хәҙерге заман.

Ҡыш дауам итә.

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

Дуҫ ҡәҙерен бел.

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Башҡортостан йылғалары,күлдәре.Экология мәсьәләһе.

Башҡортостандың тәбиғәте,уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың атамаларының мәғәнәһе,килеп сығышы тураһында һөйләшеү.Экология мәсьәләһе.Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

Һанарға өйрән .

Көн режимы. Аҙыҡ-түлек магазины.Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.Һан.Һан төркөмсәләре.Ябай һәм ҡушма һандар.

Бына тағы яҙ килде.

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май  байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы  класта  үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Тиҙҙән йәй етә.

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

4.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

 

1.      Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

2.      Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

3.      Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

4.      Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

5.      Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

6.      Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

7.      Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

8.      Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

 

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-       башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-       тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-       дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-       һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-       тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

 

 

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Контроль күсереп яҙыу-1

Һорауҙарға яуап-1

Диктант-4

Изложение-1

Инша -2

 

 

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Календарь-тематик план

VI класс, йылына 66 сәғәт.

Аҙнаға 2 сәғәт иҫәбенән.

 

 

Тема

сәғәт һаны

 

план.

үткә р.

1

Белем байрамы. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

1

4.09

 

2

Республика көнө. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

5.09

 

3

Тыныслыҡ.

1

11.09

 

4

Һүҙ- тел күрке.

1

12.09

 

5

Инеү диктанты.”Йәнле барометр”

1

18.09

 

6

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Ғарипов. Ямғыр яуа. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

1

19.09

 

7

 Беҙ мәктәптә.

1

25.09

 

8.

Р. Сабитов. Белем иле. Һөйләм төрҙәре.

1

26.09

 

9

Тыуған илем- Башҡортостан.

1

2.10

 

10

С.Юлаев. Тыуған илем. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

1

3.10

 

11

Ә.Ихсан. Башҡортостан. Сифат.

1

16.10

 

12

С.Бәҙретдинов. Файҙалы ҡаҙылмалар.

1

17.10

 

13

Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы. Сифаттарҙың яһалышы.

1

23.10

 

14

Башҡортостандың тәбиғәте. Сифат дәрәжәләре.

1

24.10

 

15

Башҡортостан флагы. Синонимдар.

1

30.10

 

16

Һөйләй тарих биттәре.

1

31.10

 

17

 Бына ниндәй егеттәр бар! Антонимдар. Омонимдар.

1

6.11

 

18

Б.Байым. Светофор. Фразеологизмдар

1

7.11

 

19

Контроль диктант. Светофор .

 

1

13.11

 

20

Хәйерле юл. Рәүеш тураһында төшөнсә.

1

14.11

 

21

Троллейбуста. Рәүеш дәрәжәләре.

1

27.11

 

22

Изложение. Хәйерле юл,дуҫым!

1

28.11

 

23

Хаталар өҫтөндә эш. А.Игебаев. Самолетта остом.

1

4.12

 

24

Телефондан нисек һөйләшергә?. Ҡылым.

1

5.12

 

25

“Ишәк, эт, бесәй, әтәс” әкиәте.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.

1

11.12

 

26

Хат яҙыу. Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заманы.

1

12.12

 

27

Газета- журналға язылыу. Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман юҡлыҡ формаһы.

1

18.12

 

28

Башҡортостанда ҡыш. Хәбәр һөйкәлеше. Үткән заман.

1

19.12

 

29

Экскурсия .Ҡыш- матур миҙгел!

1

25.12

 

30

Ҡышлаусы ҡоштар. Үткән замандың юҡлыҡ формаһы.

1

26.12

 

 

31

Ни өсөн шыршыны биҙәйҙәр?

1

15.01

 

32

Хәбәр һөйкәлеше. Киләсәк заман.

1

16.01

 

33

 Кластан тыш уҡыу. Яңы йыл менән!

1

22.01

 

34

Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡышын йоҡлай?

1

23.01

 

35

Инша. Ҡыш- яратҡан миҙгелем.

1

29.01

 

36

Хаталар өҫтөндә эш. Нимә ул дуҫлыҡ

1

30.01

 

37

Эт- кешенең тоғро дуҫы.

1

5.02

 

38

Д.Фәтихова. Кем дуҫ?

1

6.02

 

39

А. Ғабдрахманов. Әсәйемдең тыуған көнө. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше

1

12.02

 

40

 Р.Бикбаев. Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала

1

13.02

 

41

Контроль диктант.Ололар ни әйтә.

 

1

19.02

 

42

Хаталар өҫтөндә эш

А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

1

20.02

 

43

“Йылан менән балыҡ” әкиәте.

1

 

4.03

 

44

Башҡортостан- икенсе Швейцария.

1

5.03

 

45

Ағиҙел буйында.

1

11.03

 

46

Тәбиғәтте нисек яратырға? Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

1

12.03

 

47

Б.Мәһәҙиев. Башҡортостан-матур таштар иле.

1

18.03

 

48

Һанай беләһеңме? Һан тураһында төшөнсә

1

19.03

 

49

Көн режимы. Ябай һәм ҡушма һандар.

1

25.03

 

50

Аҙык-түлек магазинында. Һан төркөмсәләре. Төп һандар.

1

26.03

 

51

Өфө урамдарында. Рәт һандары.

1

1.04

 

52

Контроль күсереп яҙыу. Алда йәй.

1

2.04

 

53

Хаталар өҫтөндә эш. Йыйыу һандары.

1

15.04

 

54

Сама һәм кәсер һандары.

1

16.04

 

55

 “Аҡбуҙат” ипподромы. «Һан» темаһын ҡабатлау.

1

22.04

 

56

Борсоулы мәғлүмәттәр.

1

23.04

 

57

Һорауҙарға яуаптар.

1

29.04

 

58

Яҙ килде.

1

30.04

 

59

Кеше һәм үҫемлектәр.

1

6.05

 

60

Ҡоштарҙы ҡаршылайбыҙ.

1

7.05

 

61

Картина  буйынса  инша. Тәбиғәт уяна.

1

13.05

 

62

Хаталар өҫтөндә эш. Уҡыу техникаһын тикшереү.

1

14.05

 

63

Контроль диктант. Парта

 

1

20.05

 

64

Хаталар өҫтөндә эш. Уҡыу техникаһын тикшереү

1

21.05

 

65

Экскурсия. Йәйге тәбиғәтте күҙәтәбеҙ.

1

27.05

 

66

 

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

1

28.05

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

 

1.      Усманова М. Ғ.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

2.      Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

3.      Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

4.      табл

5.      Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

6.      Китап, 2006 .

7.      Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

8.      Әхтәмов М.Х.- Омонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 2006.

9.      Әхтәмов М.Х.- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап,1987. 

10.  Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003.

11.  М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

 

Материал-техник ҡулланмалар

-       телевизор

-       видеомагнитофон

-       компьютер

 

 

Әҙәбиәт исемлеге

 

1.               Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     6-сы  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2010.

2.               Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.- Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се клас уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

3.      Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

4.      Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

5.      Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

6.      Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

7.      Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8.      Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

9.      Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

10.  Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө :

11.  М.Ф. Үтәева-Башҡорт теле. Күнегеүҙәр.- Өфө: РФА ӨҒҮ ТТӘИ, 2007.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Контроль эштекстары.

 

Инеү диктанты

ЙӘНЛЕ БАРОМЕТР.

Ғалимдар ҡыҙыл бөрлөгәнде «йәнле барометр» тип атай. Сөнки ул һауа торошона ҡарап үҙгәрә. Сыуаҡ, ҡояшлы көн килер алды­нан уның япраҡтары аҫҡа ҡарай бөгөлә. Ә инде ямғыр алдынан улар асыла, хатта өҫкә табан күтәрелә.

Шайтан таяғы ла «йәнле барометр» була ала. Әгәр ҡояшлы нөндә шайтан таяғы ныҡ сәнсмәһә, ямғыр көтөргә кәрәк.

Контроль диктант

Светофор

Өфө урамдары киң, матур. Урамдарҙа автобустар, троллейбустар, трамвайҙар күп. Улар төрлө йүнәлештә йөрөй.

Өфөлә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар бар.

Кешеләрҙең һәм машиналарҙың хәрәкәте урамдарҙа ҡуйылған светофорға буйһона. Светофорҙа ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәр бар. Улар бер-береһен алмаштырып тора. Ьары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда, йәйәүлегә урамды аша үтергә мөмкин. Э ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай тигәнде аңлата. Был бөтә ерҙә лә шулай. (63 һүҙ.) (Мәктәп календарынан.)

Изложение

Хәйерле юл, дуҫым!

Хәйерле юл, дуҫым! һин хәҙер ҙур кеше. Юл хәрәкәтендә ҡатнашаһың. Юлда йөрәү бик яуаплы эш. Юл йөрөү ҡағиҙәләре бар. һин уларҙы белергә һәм үтәргә тейешһең. Урам һәр кешенән иғтибарлы һәм тәртипле булыуҙы талап итә. Юл ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Уны боҙоу үҙеңә һәм башҡаларға бик күп ҡыйынлыҡтар килтерә.

Йәшел ут һине саҡыра. Хәйерле юл һиңә!


 

Контроль диктант

 

ОЛОЛАР НИ ӘЙТӘ.

Өс таған таймаҫ. Йөҙ һум аксаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Яҡшы дуҫ яфаға һалмаҫ. Бүре менән дуҫ булһаң, этең яныңда булһын. Дошманыңа тура әйтһәң, дуҫыңа өлгө булыр. Дуҫ биргәндең тышына ҡарама. Кемдең белеме бар, шуның ҡәҙере бар. Күҙе һуҡырға юлдаш булһаң да, күңеле һуҡырға юлдаш булма. Юлдашың үҙеңдән яҡшы булһын. Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ. Күл тамсынан йыйыла. (60 һүҙ.)

 

Контроль күсереп яҙыу

АЛДА ЙӘЙ.

Йәй көнө һеҙ, балалар, һис шикһеҙ урманда булмай ҡалмайһығыҙ. Урман һеҙҙе саф һауаһы, ҡоштар һайрауы менән ҡаршы алыр, тәмле еләктәре менән һыйлар, рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек бирер, һеҙ ҙә урмандың дуҫы булығыҙ.

Тәбиғәткә бер ҡасан да зыян килтермәгеҙ. Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ, бөжәктәрҙе тотмағыҙ, ҡош ояларын, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырмағыҙ, шишмә, ҡоҙоҡтарҙы бысратмағыҙ. Был турала башҡаларға ла әйтегеҙ. (55һүҙ.) («Йәншишмә» газетаһынан.)

 

Контроль диктант

ПАРТА.

Беләһегеҙме, партаны инженер түгел, ә рус врачы Федор Федорович Эрисман уйлап тапҡан. Эрисман Рәсәйҙә беренселәрҙән булып балаларҙың күрәшлеген тикшергән ғалим булған. Ул һәйбәт күреүҙе һаҡлап ҡалыр өсөн берәй сара табырға тырышҡан һәм тапҡан. Ундай сара — парта булған. Партаны ул уҡыған ваҡытта китап күҙҙән 30—35 см алыҫлыҡта ятырлыҡ итеп эшләгән. Шул килеш күҙ талмай һәм боҙолмай икән. (64 һүҙ.) («Хочу все знать» журналынан.)

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку для 6 класса"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор по маркетингу

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 104 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.04.2017 755
    • DOCX 182.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Садриева Минзаля Рашитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Садриева Минзаля Рашитовна
    Садриева Минзаля Рашитовна
    • На сайте: 8 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 17817
    • Всего материалов: 16

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Мини-курс

Эффективные практики по работе с тревожностью

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 112 человек из 46 регионов
  • Этот курс уже прошли 53 человека

Мини-курс

Занимательное обучение русскому языку: основы орфоэпии и тайны русской орфографии

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 34 человека

Мини-курс

Развитие предметно-практических действий, игровых навыков и математических представлений у детей раннего возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе