Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку для 2 класса
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа по башкирскому языку для 2 класса

библиотека
материалов

Аңлатма яҙыу

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

  2. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм туған( башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2014.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Ергән урта мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  1. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

  2. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

  3. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

  4. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

  5. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

  6. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

  7. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

  1. Танышыу - 5 сәғәт.

Башҡортостан тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Был мин– 2 сәғәт.

Балалар баҡсаһында өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

  1. Ғаилә. Мин нимә яратам? – 5 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.


  1. Минең мәктәп – 5 сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

  1. Минең уйынсыҡтарым – 6 сәғәт.

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

  1. Минең кескәй дуҫтарым -6 сәғәт. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

  2. Ҡабатлау- 5 сәғәт.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:


1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,

  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,

  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

  • ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

  • башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

  • ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).


Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән торлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре.

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү.

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

2- се класта түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим ителә:

Күсереп яҙыу- 2

Изложение- 1

Контроль эш- 2

Инша – 1


Башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар


  1. Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.

  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.

  1. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

  2. Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.

  3. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.

  4. Сал Уралда – илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004.

  5. Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005.

  6. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

  7. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.


Материал - техник ҡулланмалар

Аудиокассеталар: Электрон дәреслектәр:


  1. Туған тел. IIV класс. 1 – 4 кассета, Өфө, 2005 Башкирский язык. ru.

  2. Фәиз Шәрипов. Сыңрай ҡурай DANCE, Өфө, Моң. Башҡортостан иле.

CD диск:

  1. Мөхәррам Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары. Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

  1. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1

  2. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Башҡорт ҡумыҙы.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. «Аҡбуҙат» журналы.

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  8. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Методик күрһәтмә. Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.

  9. 1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.

  10. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.















Дәрес темаһы

Уҡыусының әҙерлегенә талаптар

Тикшереү һәм үҙ аллы эш төрө

Сәғәт

План. дата

Фактик дата

Иҫкәрмә

1

Танышыу. Һин кем? Әә өн-хәрефтәре.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өнөн дөрөҫ уҡыу, яҙыу, диалог төҙөү. Һин кем? һорауына яуап биреү, сәләмләү, хушлашыу, рөхсәт һорау.

Текст өҫтөндә эш: ижектәрҙе дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу. Яҙыу күнекмәһе; һүҙҙәрҙе дөрөҫ күсереп яҙыу.

1




2

Һеҙ кем? Һһ өн-хәрефтәре

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өнөн дөрөҫ уҡыу, яҙыу, диалог төҙөү

Текст өҫтөндә эш: өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу.

1




3

Һинең исемең нисек? ң өн-хәрефе

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу. Һинең исемең нисек? һорауына яуап биреү.

Текст өҫтөндә эш өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу. Яҙыу күнекмәһе тексты дөрөҫ күсереп яҙыу

1




4

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙҙ өн-хәрефтәре

Белем алыу, уҡыу, белемле булыу темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, һөйләй алыу, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу.Үҙегеҙҙең мәктәп тураһында һөйләй белеү.

Текст өҫтөндә эш өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу. Яҙыу күнекмәһе тексты дөрөҫ күсереп яҙыу

1




5

Һиңә нисә йәш? Үү өн-хәрефтәре

Һүҙлек запасын байытыу.

Шәжәрә төҙөү

1




6

Р. Ураҡсина. Был мин. Тән өлөштәре. Ҡҡ өн-хәрефтәре.

Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Тасуири уҡыу.

1




7

Тән өлөштәре. Ауырта-ауыртмай. Ҡҡ өн-хәрефтәре.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, һүҙҙәрҙе дөрөҫ күсереп яҙыу.

1




8

Минең ғаиләм. Ф. Рәхимғолова. Матур менән көслө. Ғғ өн-хәрефтәре.

Әсәй- атай, өләсәй- олатайҙарҙың биографиялары тураһында һөйләй белеү, туғанлыҡ терминдарын белеү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, һүҙҙәрҙе дөрөҫ күсереп яҙыу.

1




9

Нимә эшләй. Ф. Рәхимғолова. Бәхетле. Өө өн-хәрефтәре.

Туғанлыҡ терминдарын белеү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, һүҙҙәрҙе дөрөҫ күсереп яҙыу.

1




10

Мин нимә яратам? С. Әлибай. Икмәк. ҫ өн-хәрефе.

Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Тасуири уҡыу, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, һүҙлек эше

1




11

Нимә менән? Ф. Туғыҙбаева. Сәй эсеү.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Текстҡа яуап. Тасуири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү

1




12

Контроль күсереп яҙыу. Ғаилә.

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренең яҙылышын нығытыу.

Индивидуаль эш.

1




13

Минең мәктәбем. И. Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ. Хаталар өҫтөндә эш.

Хатаны аңлау, ҡағиҙәне әйтә белеү һәм төҙәтеү. Мәктәпкә, класс тормошона ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Һинең мәктәптә нимә бар? һорауына яуап биреү.

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү

1




14

Минең класым.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү. Һеҙҙең класта нимә бар? һорауына яуап биреү.

Һүҙлек эше. Дәреслектәге һүрәттәр, диалогтар, текстар менән эшләү.

1




15

Мин мәктәпкә йыйынам. Кемдеке?

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү.

Һорауҙарға яуап биреү

1




16

Мин уҡыусы. Нисек? Ҡайҙа?

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Нисек? Ҡайҙа? һорауҙарына яуап биреү.

Тасуири уҡыу, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, һүҙлек эше.

1




17

Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? М. Ғәли Ҡурай.

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү

Дәреслектәге һүрәттәр, диалогтар, текстар менән эшләү.

1




18

Минең уйынсыҡтарым. Нимә? Нимәләр? С. Әлибай. Яңы йыл йыры.

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү

Дәреслектәге һүрәттәр, диалогтар, текстар менән эшләү.





19

Ниндәй? А. Йәғәфәрова. Уйынсыҡтар магазины.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү.

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу.

1




20

Нимә эшләмә? Ф. Туғыҙбаева. Әсә йыры.

Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.

Тасуири уҡыу, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, һүҙлек эше

1




21

Мин уйнарға яратам. Нимә эшләйбеҙ? Ф Туғыҙбаева. Ҡар бабай. Ҡ. Даян. Тышта ҡар яуа.

Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, кемдең ҡайҙа, кем булып һәм нисек эшләүе тураһында һойләмдәр төҙөй белеү.

Бәйләнешле текст төҙөү

1




22

Диктант. Ҡыш.

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү.

Контроль күсереп яҙыу.

1




23

Мин уйнарға сығам. Ф. Мөхәмәтйәнов. Беҙ уйнайбыҙ. Хаталар өҫтөндә эш.

Хатаны аңлау, ҡағиҙәне әйтә белеү һәм төҙәтеү

Һүҙлек эше.

1




24

Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә? А. Игебаев. Аҡтүш.

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү, был нимә? һорауына яуап биреү.

Тасуири уҡыу, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, һүҙлек эше

1




25

Инша. Минең дуҫым.

Иншаның тулы булыуына, теманың эҙмә – эҙлекле асылыуына һәм һөйләмдәрҙең стилистик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүенә иғтибар итеү.

Иншаның планын төҙөү, инша яҙыу.

1




26

Мин ял итәм. Ҡайҙа? Ҡайҙан? А. Насретдинова. Терпе йоҡламай.

Тема буйынса лексиканы үҙләштереү.

Диалог төҙөү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү

1




27

Ҡасан? “Ҡарға менән турғай” әкиәте.

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү, Яратҡан әкиәтеңде һөйләй белеү.

Дәреслектәге һүрәттәр, диалогтар, текстар менән эшләү.

1




28

Ҡайҙа? Ф. Туғыҙбаева. Кәкүк менән Өлфәт.

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү.

Һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү

1




29

Был нимә? Йорт хайундары. З. Әхмәйәнова. Өҫтәл янында.

Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, бәйләнешле текст төҙөй белеү.

Һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү

1




30

Нимәгә? Ҡабатлау. Ф. Туғыҙбаева. Олатайым ордены.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡый, яҙа белеү.

Һорауҙарға яуап яҙыу.

1




31

Ҡасан? Сәғәт нисә?

Яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр үҙләштереү.

Һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү

1




32

Нимә менән? Ф. Туғыҙбаева. Баш ҡала шундай матур.

Үтелгән темалар буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе белеү.

Һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, һөйләмдәр төҙөү.

1




33

Контроль эш.

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү.

1




34

Хаталар өҫтөндә эш. Д. Лукичтан. Дүрт ҡыҙыҡай. Йомғаҡлау дәресе.

Тексты аңлау,уға яҡын итеп һөйләй алыу, тема буйынса лексиканы үҙләштереү, хатаны аңлау, ҡағиҙәне әйтә белеү һәм төҙәтеү. Үтелгәндәрҙе системалаштырыу.

Тасуири уҡыу, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү.

1












Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 22.09.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров901
Номер материала ДВ-003143
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх