Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку и литературе для 5 класса

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе для 5 класса

Скачать материал

 

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)

 

       Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

 

                Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

 

Шәхси  һөҙөмтәләр:

      Башҡорт телен 5-9 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

 

Метапредмет һөҙөмтәләр:

      Уҡыусының  коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

 

 Предмет һөҙөмтәләр:

   башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ   кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

    Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

 

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

 

Әҙәбиәт.

КӨҘ

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).

Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

 А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

ҠЫШ

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

 Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.

Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

ЯҘ КИЛӘ

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

ЙӘЙ

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.

 

 

 

 

                                                 Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

 

1.     Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

2.     Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

3.     Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

4.     Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

5.     8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

6.     Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

7.     Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

8.     Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

9.     Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Телмәр үҫтереү буйынса тема

Грамматик тема

Дата

    Иҫкәрмә

Программа буйынса

Фактик

1

С. Муллабаев «Шатлыҡлы иртә»,

Б. Бикбай «Туған тел» Р.ҒариповТуған тел»

Башҡорт теленең   үҙенсәлекле  өндәре.

06.09

 

 

2

3

Әминбәк. Башҡорт халыҡ әкиәте

Башҡорт теленең   үҙенсәлекле  өндәре.

07.09

13.09

 

 

4

Күсереп яҙыу.

 

14.09

 

 

5

К. Кинйәбулатова «Көҙ еткәс»

Ф. Рәхимғолова « Көҙгө Урал»

Р. Ғарипов «Торналар» 

Рус һәм башҡорт телдәрендә   в хәрефе белдергән өндәр.

20.09

 

 

6

Н. Иҙелбай «Дүрт миҙгел»

Б. Ноғоманов «Йәйбикә менән Көҙбикә»

Рус һәм башҡорт телдәрендә   в хәрефе белдергән өндәр.

21.09

 

 

7

М. Кәрим « Сыйырсыҡ балаһы»

Рус һәм бшҡорт телдәрендә   о  хәрефе белдергән өндәр.

27.09

 

 

8

А. Йәғәфәрова  «Яҡшылыҡ»

   Синоним

28.09

 

 

9

Н. Әминева «Тыуған ер»

Д. Бураҡаев  « Урал тауҙары»

Тыуған ер ҡобайыры.

   Һуҙынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек      һуҙынҡы өндәр.

04.10

 

 

10

Т. Ғәниева «Уралиә тигән ил»

 

   Һуҙынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы өндәр.

05.10

 

 

11

Р. Ниғмәти « Йәмле Ағиҙел буйҙары»

Ф. Рәхимғолова « Мин — Башҡортостандан!»

 

   Һуҙынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы өндәр.

12.10

 

 

12

Т.ү. Инша. Тыуған ил, тыуған ер темаһы. » Тыуған илем – Башҡортостан»

 

 

18.10

 

 

13-

14

Ә. Вахитов «Аҡһаҡал аманаты»

Башҡорт телендәге тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше, яҙылышы. Антоним.

19.10

25.10

 

 

15

А. Йәғәфәрова «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар»

 

 

26.10

 

 

16

Контроль диктант

 

01.11

 

 

17

Хаталар өҫтөндә эш

 

08.11

 

 

 

18

19

Ф. Иҫәнғолов « Хәмит күпере»

«Йылмайыу» әкиәте

Омоним.

09.11

15.11

 

 

20

Т.ү. Изложение.

 

16.11

 

 

21

Н. Мусин «Ҡоралайҙар»

Ижек

22.11

 

 

22

С. Әлибаев «Ҡыш»

В. Әхмәҙиев «Ҡышҡы урманда»

Ҡ.Даян « Шыршы»

 

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре.

 

23.11

 

 

23

М. Кәрим « Ҡыш бабай бәләкәй саҡта»

Проза телмәре һәм шиғри  телмәр. Хикәйәләү тураһы

29.11

 

 

24-

25

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Аҡъял батыр

Башҡорт телендә баҫым

30.11

06.12

 

 

26-

27

«Ҡамыр батыр» әкиәте

Башҡорт телендә баҫым

07.12

13.12

 

 

28

Йомаҡтар . Мәҡәлдәр 

 

Башҡорт телендә баҫым., уның үҙенсәлектәре.

14.12

 

 

29

Башҡорт халыҡ йырҙары

 

20.12

 

 

30

Үтелгән темалар буйынса  тикшереү эше.

 

21.12

 

 

31

Контроль диктант

 

27.12

 

 

32

Хаталар өҫтөндә эш.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

 

28.12

 

 

33

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

17.01

 

 

 

34

Р.Солтангәрәев «Эшләп ашаһаң»

Башҡорт телендә һүҙ составы.

18.01

 

 

35

З.Биишева «Йәшәү -хеҙмәт », Ф.Туғыҙбаева «Яңы күлдәк».

Һүҙьяһалыш. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры һәм ялғауы

24.01

 

 

36

Т.ү. Изложение.

 

25.01

 

 

37

«Кәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

һүҙьяһалыш. Ялғауҙарҙың төрҙәре.

31.01

 

 

38

Д.Бүләков «Яралы китап»

 

01.02

 

 

39

Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”

Омонимдар, синонимдар.

07.02

 

 

40

М.Кәрим “Дан кәпәс түгел”

Ҡушма һүҙҙәр, уларҙың дөрөҫ яһалышы.

08.02

 

 

41-43

Н. Мусин» Атайымдың ос һәнәге»

Хикәйә тураһында төшөнсә

14.02

15.02

 

 

44

Диктант

 

21.02

 

 

45

Әмир Әминев» Әсикмәк»

Хаталар өҫтөндә эш.

22.02

 

 

46

Ф. Мөхәмәтйәнов» Әсәйем ҡулдары»

Әсә йөрәге( ҡобайыр)

 

28.02

 

 

47

Ғ. Аллаяров» Таҫтамал»

К. Кинйәбулатова» Әсә күңеле»

 

01.03

 

 

48

Р. Назаров» Яҙ килә»

З. Хисмәтуллин» Сыйырсыҡ»

 

07.03

 

 

49

Кабатлау

 

14.03

 

 

50

Контроль диктант

 

15.03

 

 

51

Хаталар өҫтөндә эш.

 

21.03

 

 

 

 

 

 

52

С. Әлибаев» Яҙҙы кеем килтергән?»

 

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

22.03

 

53

М. Кәрим» Һеңлемдең төшө»

Нығынған һүҙбәйләнештәр, уларҙың телмәрҙәге роле.

04.04

 

54

 Т.ү. инша” Тыуған еремдә яҙ”

05.04

 

 

55

Айыу менән бал ҡорттары (б.х.ә.)

Б.Ноғоманов “Ҡарһылыу менән Яҙһылыу”

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт һәм рус телдәрендәге нығынған һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү.

11.04

 

56

Ғ. Хисамов» Аҡъяурын сал бөркөт»

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

12.04

 

57

58

59

М. Кәрим» Өс таған»

Ымлыҡтар. Башҡорт телен үҙләштереүҙе тикшереү өсөн практик эштәр.

18.04

19.04

25.04

 

60

К.Мәргән “Ҡурайсының үлеме”

 

26.04

 

 

61

В.исхаҡов “Миҙал һәм малай”

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

 

02.05

 

 

62

З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы”

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

 

03.05

 

 

63

С.Ағиш.”Турыҡай”

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

10.05

 

 

64

М.Ғафури “Һарыҡты кем ашаған?”

Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә

16.05

 

 

65

Б.Рафиҡов “Йондоҙ һанаусы малай”

Ҡабатлау

17.05

 

 

66

М.Кәрим “Ап-аҡ мөғжизә”

23.05

 

 

67

Контроль диктант

 

24.05

 

 

68

Хаталар өҫтөндә эш. Йыллыҡ тикшереү эше

 

30.05

 

 

69

Хаталар өҫтөндә эш.

Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

 

31.05

 

70

Резерв

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тематик план 5 класс

 

 

Телмәр үҫтереү буйынса тема

Грамматик тема

Дата

Иҫкәрмә

 

Программа буйынса

Фактик

 

1

С. Муллабаев «Шатлыҡлы иртә»,

Б. Бикбай «Туған тел» Р. Ғарипов « Туған тел»

Башҡорт теленең   үҙенсәлекле  өндәре.

 

 

 

 

2

 

Әминбәк. Башҡорт халыҡ әкиәте

Башҡорт теленең   үҙенсәлекле  өндәре.

 

 

 

 

3

К. Кинйәбулатова «Көҙ еткәс»

Ф. Рәхимғолова « Көҙгө Урал»

Р. Ғарипов «Торналар» 

 

Рус һәм башҡорт телдәрендә   в хәрефе белдергән өндәр.

 

 

 

 

4

Н. Иҙелбай «Дүрт миҙгел»

Б. Ноғоманов «Йәйбикә менән Көҙбикә»

 

Рус һәм башҡорт телдәрендә   в хәрефе белдергән өндәр.

 

 

 

 

5

М. Кәрим « Сыйырсыҡ балаһы» А. Йәғәфәрова  «Яҡшылыҡ».

Рус һәм бшҡорт телдәрендә   о  хәрефе белдергән өндәр.Синоним.

 

 

 

 

6

Н. Әминева «Тыуған ер»

Д. Бураҡаев  « Урал тауҙары»

Тыуған ер ҡобайыры. Т. Ғәниева «Уралиә тигән ил»

 

Һуҙынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы өндәр.

 

 

 

 

 

 

Һуҙынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы өндәр.

7

Ә. Вахитов «Аҡһаҡал аманаты»

Башҡорт телендәге тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше, яҙылышы

Антоним.

 

 

 

 

8

Контроль диктант

 

 

 

 

 

  9

Хаталар өҫтөндә эш.

А. Йәғәфәрова «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар»

 

 

 

 

 

 

10

Ф. Иҫәнғолов « Хәмит күпере» «Йылмайыу» әкиәте.

 

Омоним.

 

 

 

 

 

 

11

Н. Мусин «Ҡоралайҙар»

Ижек

 

 

 

12

С. Әлибаев «Ҡыш»

В. Әхмәҙиев «Ҡышҡы урманда»

Ҡ.Даян « Шыршы»

 

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре.

 

 

 

 

13

М. Кәрим « Ҡыш бабай бәләкәй саҡта»

Проза телмәре һәм шиғри  телмәр. Хикәйәләү тураһы

 

 

 

14

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Аҡъял батыр. «Ҡамыр батыр» әкиәте.

 

Башҡорт телендә баҫым

 

 

 

15

Йомаҡтар.  Мәҡәлдәр.  Башҡорт халыҡ йырҙары.

        

Башҡорт телендә баҫым., уның үҙенсәлектәре.

 

 

 

16

Контроль диктант

 

 

 

 

17

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Солтангәрәев «Эшләп ашаһаң»

 

Башҡорт телендә һүҙ составы.       

 

 

 

18

З.Биишева «Йәшәү -хеҙмәт », Ф.Туғыҙбаева «Яңы күлдәк».

 

Һүҙьяһалыш. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры һәм ялғауы

 

 

 

19

«Кәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

һүҙьяһалыш. Ялғауҙарҙың төрҙәре.

 

 

 

20

Д.Бүләков «Яралы китап»

 

 

 

 

 

 

21

Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”

Омонимдар, синонимдар.

 

 

 

22

М.Кәрим “Дан кәпәс түгел”

Ҡушма һүҙҙәр, уларҙың дөрөҫ яһалышы.

 

 

 

 

23

Н. Мусин» Атайымдың ос һәнәге»

Хикәйә тураһында төшөнсә

 

 

 

 

24

Әмир Әминев» Әсикмәк»  Ф. Мөхәмәтйәнов “Әсәйем ҡулдары”  Әсә йөрәге( ҡобайыр) Ғ. Аллаяров “ Таҫтамал” К. Кинйәбулатова» Әсә күңеле»

 

 

 

 

 

25

Р. Назаров « Яҙ килә»  З. Хисмәтуллин «Сыйырсыҡ».

 

 

 

 

 

26

Контроль диктант.

 

 

 

 

 

27

Хаталар өҫтөндә эш. С. Әлибаев « Яҙҙы кем килтергән?»

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

 

 

 

 

28

М. Кәрим» Һеңлемдең төшө»

Нығынған һүҙбәйләнештәр, уларҙың телмәрҙәге роле.

 

 

 

 

29

Айыу менән бал ҡорттары (б.х.ә.)

Б.Ноғоманов “Ҡарһылыу менән Яҙһылыу”

Башҡорт һәм рус телдәрендәге нығынған һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү.

 

 

 

 

30

Ғ. Хисамов» Аҡъяурын сал бөркөт»

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

 

 

 

 

 

31

М. Кәрим» Өс таған»

Ымлыҡтар. Башҡорт телен үҙләштереүҙе тикшереү өсөн практик эштәр.

 

 

 

 

32

К.Мәргән “Ҡурайсының үлеме” В.Исхаҡов “Миҙал һәм малай”.    

         Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

33

Контроль диктант.

 

 

 

 

34

З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы” С.Ағиш.”Турыҡай”.

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

 

 

 

   Т.ү. инша” Тыуған еремдә яҙ”

35

М.Ғафури “Һарыҡты кем ашаған?” Б.Рафиҡов “Йондоҙ һанаусы малай”.

Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку и литературе для 5 класса"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Экономист по планированию

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 176 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.03.2017 636
    • DOCX 64.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Валиахметова Ирина Файзельгаяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 10058
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Музыка в мире: народные и культурные аспекты

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Личностное развитие и отношения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Неорганическая химия

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 14 регионов