Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку и литературе для учащихся башкир в русскоязычной школе( начальная школа)

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе для учащихся башкир в русскоязычной школе( начальная школа)

Скачать материал

Башҡорт телен үҙләштереү буйынса планлаштырылған һөҙөмтәләр:

1.Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә,

йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен

практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары

буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре:

Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

1)донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең

гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ

ҡабул итеү,һаҡлау; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар

әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән

танышыуы.

2) Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә

иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3)аралышыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү;үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

4)Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

1)Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

2)Башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү;

башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

3)Уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән

эшләргә өйрәтеү;

4)Алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт телен

башҡа фәндәрҙән белем алыу,мәғлүмәт сығанағы булараҡ файҙаланыу.

5)Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

6)Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

7) Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында

теркәү.

8) Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.9) Мәҙәниле аралашыу этикетына өрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп

еткереү, уны яҡлай белеү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1)Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә;

2)(курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм

сағыштырыу һәләте;

3) Төрлө телмәр ситуацияларында телмәр төрҙәрен,тел берәмектәрен башланғыс кимәлдә

ҡуллана белеү.

4)Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

5). Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү.

Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

6)Тексты күсереп яҙыу диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү

I класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр:

1.-​ башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү;

-​ башҡортса иҫәнләшеү, хушлашыу, рәхмәт әйтеү, рөхсәт һорау;

-​ кешенең һорауын, һүҙен аңлай алыу, уға яуап биреү;

-​ ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белеү, һүҙҙәргә тейешле ялғауҙар ҡуша белеү;

-​ башҡортса һүҙҙәрҙе яҙа белеү;

2.-​ әкиәт, шиғыр, йомаҡ, кескәй текстарҙы уҡыу һәм аңлау;

-​ 2-3 шиғырҙы яттан һөйләү. .

 Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.

3. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү.

4.Уҡыған,ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

 Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.

 Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.

 Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү

II класс уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр:

1- Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү;

 - 3-5 шиғырҙы яттан белеү.

2.Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

- ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;

- картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;

- текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып  һөйләү;

- ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;

- башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.

3.Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:

- поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;

- эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;

- текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;

- текстан һорауһарға яуап табыу;

- картиналар ҡарау, уға исем биреү.

4.Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу:

- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

- шундай уҡ текст йәки картина буйынса 2-3 һорауға яуап яҙыу;

- текстан предметты һүрәтләгән урынды табып (һайлап) яҙыу;

- бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;

- ныҡлы әҙерлектән һуң, өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (2-4 һөйләм күләмендә).

Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 8-10 әҫәрҙе белеү.

III класс уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр:                                                                       

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу:

-3-6 һөйләмдән (репликанан) торған диалогты аңлай һәм уны дауам итә белеү;

- уҡытыусыға йәки иптәштәренә уҡыған йәки ишеткән текст буйынса һорауҙар биреү;

- текстың темаһын, төп фекерен әйтә белеү.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу:

            - текстың йөкмәткеһен һөйләү һәм уны дауам итеү;

            - предметты, күренеште, персонажды элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә алыу;

            - хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм һөйләү;

            - текстағы образлы һүҙҙәрҙе; һүрәтләү сараларының мәғәнәләрен аңлатып биреү һәм ҡуллана алыу;

            - билдәле ситуация буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөй алыу;

            - 4-5 шиғырҙы тасуири итеп яттан һөйләй алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү:

            - тексты тасуири уҡыу;

            - ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү;

            - текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүрәтләү, тасуирлау таба алыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

            - текстың өлөштәренә, иллюстрацияларға исем бирә алыу, өҙөк буйынса план төҙөү;

            - хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу:

            - текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

            -3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

            - бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;

            - өйрәтеү характерындағы 1- изложение, 1-инша яҙыу;

            - яҙғанды элементар рәүештә камиллаштыра алыу.

5. Гәзит- журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу һәм һөйләү.

IV класс уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр:         

  IV класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнемәләренә эйә булырға тейеш:

1- Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү;

 - 4-5 шиғырҙы яттан белеү.

2.Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

- ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;

- картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;

  - текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып  һөйләү;

- ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;

- башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.

3.Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:

- поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;

- эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;

- текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;

- текстан һорауһарға яуап табыу;

- картиналар ҡарау, уға исем биреү.

4.Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу:

- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

- шундай уҡ текст йәки картина буйынса 4-6 һорауға яуап яҙыу;

- текстан предметты һүрәтләгән урынды табып (һайлап) яҙыу;

- бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;

- ныҡлы әҙерлектән һуң, өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (5-7 һөйләм күләмендә).

Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 8-10 әҫәрҙе белеү.    

  Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

I класс 33/1 сәғәт                                                   

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Телдән әҙерлек курсы  (12 сәғәт)

Әлифбаға тиклем осор.

      Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәт төҙөү, ижектә, һүҙҙә  нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрһең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү. 

Әлифба осоро (12 сәғәт)

      Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай  һәм айырыра белергә күнектереү.    

Әлифбанан һуңғы осор  (9 сәғәт)

      Балаларҙы уғырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнектереү. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

II класс 34/1 сәғәт

Башҡортостан - тыуған илем-2

 Тыуған төйәк, үҙебеҙ йәшәгән урын тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Алфавит. Башҡорт теленең  үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

  Һаумы, мәктәп!-1

1 сентябрь – Белем байрамы. Белем алыу, мәктәп тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Башҡорт теленең  үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.

Йәмле йәй үтте - 2

Башҡортостандағы йәйге тәбиғәт, уны һаҡлау, балаларҙың йәйге ялы һәм эштәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу, һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Сингармонизм. Йо-Йө, йе, йү, йы, йә өн ҡушымсалары (әйтелеше һәм яҙылышы). Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү.

 Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, кешеләрҙең көҙгө эштәре, ҡоштар һәм йәнлектәрҙең тормошо тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәлдәр. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, рәссамдарҙың картиналары. Әңгәмә.

Башҡорт теленең тартынҡы өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтеү  һәм яҙыу. Ҡ-Ғ, К-Г, П-Б өндәренең сиратлашыуы.

Кеше эше менән матур. - 5

Оло кешеләрҙең, балаларҙың тормошо һәм эштәре, һәйбәт сифаттары хаҡында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Мәҡәлдәр.

Башҡорт телендә һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре һәм уларҙа тыныш билдәләренең  ҡуйылышы.

Тарих биттәренән.- 4

Башҡорт халҡы тарихынан хикәйәләр. Башҡорт халҡының элекке тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Халыҡ тормошона бағышланған әҙәби монтаждар һәм кисәләр әҙерләү һәм үткәреү.

Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин тураһында авторҙар эшкәртмәһендәге материалдар.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡылар, дифтонгылар менән эшләү. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа...- 3

Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәтте күҙәтеү, йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең тормошо менән танышыу. Яңы йыл байрамы, уға әҙерлек.

Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре. Һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре, уларҙа һүҙҙәр тәртибе һәм тыныш билдәләрен ҡабатлау һәм нығытыу.

Беҙҙең ғаилә - 1

Ата-әсәләр, туғандар, уларҙың эштәре, хәстәрҙәре. Ата-әсәләрҙе ҙурлау, ололау, хөрмәтләү, балаларҙың ғаиләләге эштәре хаҡында хикәйәләр, мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡыу, ятлау һәм һөйләү.

Ошо темаға авторҙар тарафынан эшкәртелгән өҙөктәр.

Башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Текста һорау, хәбәр, өндәү һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре, интонациялары.

Шанлы йылдар – 2

 Халҡыбыҙҙың бөтә ил азатлығы, тыныслығы өсөн көрәше. Бөйөк Ватан Һуғышында башҡорт халҡының, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Һалдаттарға бағышланған монтаж (фотоальбом) төҙөү. Һалдаттар, ветерандар менән осрашыу.

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе. Уларҙың предметтарҙы, билдәләрҙе, эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүе.

8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө - 2

Әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Әсәйҙәргә арнап монтаж әҙерләү, иртәлектәр үткәреү.

Авторҙар эшкәртеүендә темаға ҡарата гәзит-журнал материалдары.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек мәғәнәләрен белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Ай Уралым, Уралым...- 3

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Тыуған республикам” темаһына материалдар йыйыу,альбом эшләү, монтаж  әҙерләү һәм сығыш яһау.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек, йүнәлеш һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Башҡорт халыҡ ижады .Әкиәттәр- 2

Башҡорт халҡының тормошо, кәсебе, кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттары, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ хаҡында халыҡ ижады әҫәрҙәре: әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, риүәйәттәр һ.б.

Эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәре. Берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар(ялғауҙар).

Яҙ килә еремә... - 3

Тәбиғәттә яҙғы күренештәр, ҡоштар, үҫемлектәр, балаларҙың, шулай уҡ ололарҙың яҙғы эштәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

Темаға ҡарата авторҙар эшкәртеүендәге мәҡәләләр.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр (сифаттар).

Уларҙың мәғәнәне төрлө кимәлдә, шулай  уҡ башҡа билдәләр менән  сағыштырып күрһәтә алыуы. Мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар).

Кешеләрҙең хеҙмәт емеше – икмәк, уның ҡәҙере тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Икмәккә арналған иртәлек үткәреү.

Темаға бағышлап  авторҙар эшкәртеүендәге мәҡәләләр.

Эш-хәрәкәтте процессты бедереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә –үҙенсәлектәрен (заман, һан, зат) ҡабатлау һәм нығытыу.

Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт , уға һаҡсыл ҡараш, яҙғы байрамдар, экология мәсьәләһенә ҡағылышлы әҫәрҙәр уҡыу ҙәм һөйләү.

Эш-хәрәкәтте белдереүесе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен ҡабатлау, тәрәнәйтеү.  

Йәйҙең йәмле көндәрендә-2

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, походтар ойоштороу.

Авторҙарҙың тема буйынса эшкәрткән материалдары.

Предметтың атамаларын, билдәләрен, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәләре.

(Ҡабатлау һәм нығытыу)-1сәғәт

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

III класс 34/1 сәғәт

 Һаумы, мәктәп! -2 сәғәт

1 сентябрь- Белем байрамы. Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Уҡыу һәм ятлау өсөн материалдар.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.

Йәйҙе иҫкә төшөрөү-2 сәғәт

            Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән мәҡәләләр. Башҡорт телендә алфавит. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә күнегеү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү.

Алтын көҙ килә еремә. 3сәғәт

Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, ололарҙың һәм балаларҙың көҙгө эштәре, осар ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

Көҙ темаһына альбом төҙөү, әҙәби монтаж әҙерләү, тәбиғәткә экскурсия үткәреү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса конкрет эштәр башҡарыу, әңгәмәләр үткәреү, тәбиғәт һәм уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе (күҙәтеү, иҫкә төшөрөү, практик үҙләштереү)

Кешене кеше итеүсе- хеҙмәт. 3сәғәт

      Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, яҡшы сифаттар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү, мәҡәлдәр әйтеү.

            Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Билдәнең төрлө-миҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү.

            Абзацтың темаһын билдәләү. Абзацты һөйләмдәргә бүлеү. Айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү.

Нимә яҡшы, нимә насар? 2сәғәт

            Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫлы, егәрле кешеләр һәм уларҙың эштәре; ҡурҡаҡ, алдаҡсы, ялҡау кешеләр тураһында әҫәрҙәр  уҡыу һәм һөйләү; балаларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.

            Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, улар тураһында альбомдар төҙөү, ишеткәндәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

            Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым, хәбәр), уларҙың төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ.б. мәғәнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

            Әҫәрҙәге предметты һәм геройҙы (персонажды) һүрәтләү элементтары0.

Әкиәттәр1сәғәт

            Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә  кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарының сағылышы. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар  ижад иткән әкиәттәр.

            «Әкиәт геройҙары» темаһына альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү, инсценировкалар әҙерләү һәм күрһәтеү.

            Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен практик күҙәтеү һәм үҙләштереү.

            Әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер- береһенән айырыу. Бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәттәр төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү.

Тәңкә- тәңкә ҡарҙар яуа... 4сәғәт.

            Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, һауа торошо, үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең ҡышлауы; ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, балаларҙың уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.

            Уҡылған әҫәрҙәр буйынса Яңы йылға ҡарата һүрәттәр төшөрөү, шыршы байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү. Әҙәби геройҙарға характеристика элементтары.

            Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

            Текст. Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү. Текстың темаһын һәм төп фекерен практик үҙләштереү.

Уралып ятҡан Уралда- 6 сәғәт

            Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.            “Башҡортостан- тыуған төйәгем” темаһына әҙәби монтаж, альбомдар әҙерләү, уҡылған әҫәрҙәр, тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

            Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

            Бутап бирелгән һөйләмдәрҙән текст төҙөү. Изложение һәм инша элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү.

Ҡаһарманлыҡ юлынан-2 сәғәт

            Һалдат хеҙмәте- һәр ир-егеттең изге бурысы. Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына  ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

            Ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, һалдаттарға бағышланған  альбом  төҙөү.

            Предметтың иҫәбен (һан), эш- хәлдең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр. Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һәм телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

            Автобиография элементтары..

8 март- ҡатын- ҡыҙҙар көнө-2сәғәт

            Илебеҙҙә ҡатын- ҡыҙҙар хеҙмәте, республикалағы данлы ҡатын- ҡыҙҙар, уларға ихтирам тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

            Алдынғы ҡатын- ҡыҙҙар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү; “8 март- әсәйҙәр байрамы” тигән иртәлек әҙерләү һәм үткәреү, альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү.

            Предметтың эшен, билдәһен, эш хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре (ҡабатлау, тәрәнәйтеү). Изложение һәм инша элементтарын өйрәнеү

            Яҙҙар килә шаулап- гөрләп-3сәғәт

            Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт, уның күренештәре, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошондағы үҙгәрештәр, кешеләрҙең яҙғы хеҙмәте тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

            Ҡоштарҙы ҡаршылау, бүлмә гөлдәре үҫтереү, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү, темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү.

            Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре, тасуири уҡыу (иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу).

            Текст. Уның өлөштәре, өлөштәргә исем биреү. Ябай план менән практик танышыу.

Балаларҙың тормошо һәм эштәре

 Балаларҙың тормошо һәм эштәре тураһындағы әҫәрҙәр менән танышыу.

                                       Йәй -3 сәғәт.

Рәхимғолова. Шатлыҡлы байрам.

М.Дилмөхәмәтов. Илемдә.

Контроль диктант.Ауылда һабантуй.

Дәрес-йомғаҡлау.

IV Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

IV класс 34/1 сәғәт

                                                   Мәктәп.Ватан-1сәғәт

 

Мәктәп,Ватан. 1 сәғәт

 Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре.

 Йәйге хәтирәләр- 3 сәғәт

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

Тәбиғәт бүләктәре-2 сәғәт

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.

Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса  план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.

Илем тарихыхалҡым тарихы -5сәғәт

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.

Тормош – ижад -3сәғәт

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү -4 сәғәт

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.

Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә -2 сәғәт

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.Контроль диктант.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа -2сәғәт

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ -2 сәғәт

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Илебеҙ тыныс булһын” темаһына альбом төҙөү.

Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр 1 сәғәт

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.

Балдай татлы һыуҙарым ;Башҡортостан ҡалалары- 1сәғәт

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү. Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре һәм һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү

Башҡортостандың ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү. Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү.

Башҡортостан мәҙәниәте -1 сәғәт

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ -2-сәғәт

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы моңдар” темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың данлы эштәре, яҡшы сифаттары, уҡыусы ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “8 март – әсәйҙәр байрамы” темаһына иртәлек ойоштороу, данлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Һөйләм.

Кеше – кеше булһын. Һаумы, йәмле йәй 2сәғәт

 Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш” тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү

Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау.

Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теле буйынса бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау.-1сәғәт

                         Тематик планлаштырыу:

№т

Разделдар,темалар

Разделдар

 буйынса

 сәғттәр һаны

Сәғәттәр һаны

1

2

3

4

1

Телдән әҙерлек курсы 

12

12

 

 

 

2

Әлифба осоро

12

12

 

 

 

3

Әлифбанан һуңғы осор 

9

9

 

 

 

4

Башҡортостан - тыуған илем

3

 

2

 

1

5

  Һаумы, мәктәп!

4

 

1

                                                 2

1

6

Йәмле йәй үтте .Йәйҙе иҫкә төшөрөү

7

 

2

2

3

7

Кеше эше менән матур.

8

 

5

3

 

8

Көлә-көлә көҙ килә.Тәбиғәт бүләктәре.

7

 

2

3

2

9

Тарих биттәренән.

9

 

4

 

5

10

Бурай-бурай ҡарҙар яуа.

10

 

4

4

2

11

Беҙҙең ғаилә  

1

 

1

 

 

12

Шанлы йылдар,ҡаһарманлыҡ юлынан

9

 

2

2

5

13

8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө

4

 

2

2

 

14

Ай Уралым, Уралым.

8

 

2

6

 

15

Башҡорт халыҡ ижады .Әкиәттәр

5

 

2

1

2

16

Яҙ килә еремә. Тәбиғәттең теле асылған саҡ.

6

 

3

3

2

17

Йәйҙең йәмле көндәрендә. Йәй.

7

 

2

3

 

18

Йәшәү-Ватанға хеҙмәт итеү.

4

 

 

 

4

19

Кешене кеше итеүсе – хеҙмәт.

3

 

 

3

 

20

Нимә яҡшы, нимә насар? Кеше-кеше булһын.

4

 

 

2

2

21

Балаларҙың тормошо һәм эштәре

1

 

 

1

 

22

Тормош-ижад

3

 

 

 

3

23

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ .

2

 

 

 

2

24

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр.

1

 

 

 

1

25

Балдай татлы һыуҙарым ;Башҡортостан ҡалалары.

1

 

 

 

1

26

Башҡортостан мәҙәниәте.

1

 

 

 

1

27

Ҡабатлау

3

 

1

1

1

 

 

Дөйөм сәғәттәр һаны:

135

 

33

34

34

34

      

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку и литературе для учащихся башкир в русскоязычной школе( начальная школа)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Экономист-аналитик

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 321 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.02.2017 335
    • DOCX 51.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кашапова Лайсан Айратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кашапова Лайсан Айратовна
    Кашапова Лайсан Айратовна
    • На сайте: 9 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 16192
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 285 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 493 человека из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 330 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Мини-курс

Психология эмпатии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Стартап: от идеи к успеху

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 17 регионов

Мини-курс

Основы психологии личности: от нарциссизма к творчеству

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 41 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 12 человек