Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирской литературе в 5-9 кл. (ФГОС)

Рабочая программа по башкирской литературе в 5-9 кл. (ФГОС)

Скачать материал

                                                                      Муниципальное бюджетное образовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа села Старокубово»

муниципального района Иглинский район Республики Башкортостан

 

 

«Рассмотрено »

на заседании  РМО

 

                  _________/ Х.Н Сафина./

 

 «____»________2016 г.

 

«Согласовано»

Заместитель директора

школы по УВР

                       __________/ Ф.Ф.Гареева./

 «____»____________2016 г.

«Утверждаю»

директор школы

Камалетдинов У.Н

 

                                         Приказ №___

        «__» _________ 2016 г.

 

 

                                                                                                    Рабочая программа учебного курса

 «Башкирская литература »

для  5-9  классов.

 

 

 

Составитель: учитель  башкирского языка

Абсаликова Гульнара Габдулахатовна.

 

 

 

 

 

 

2016-2017 учебный год

 

 

 

 

 

                                                                                                       Пояснительная записка

Рабочая программа составлена на основе следующих нормативно-правовых документов:

  1. Конституции РФ;
  2. Конвенции о правах ребенка;
  3. Федерального закона от 29 декабря 2012 г. № 273-ФЗ "Об образовании в Российской Федерации";
  4. Приказа № 1089 от 5 марта 2004 "Об утверждении федерального компонента государственных образовательных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования" (в соответствии с изменениями);
  5. Приказа от 9 марта 2004 г. N 1312 Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования;
  6. Постановления Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010 № 189 «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях»;
  7. Закон "О языках народов Российской Федерации" (с изменениями и дополнениями) от 25 октября 1991 г. 1807-I
  8. Закона Республики Башкортостан  «Об образовании в Республике Башкортостан» от 1 июля 2013 г. № 696-з;
  9. Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан от 31 декабря 2009 г. № УП-730;  Республиканская программа развития образования на 2012-2017 годы от 30.12.2012.
  10. Закон «О языках народов Республики Башкортостан»(с изменениями и дополнениями)  от 15 февраля 1999 года 216-з
  11. Регионального базисного учебного плана и примерных учебных планов для общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан, реализующих программы общего образования (Приказ министерства образования РБ № 905 от29 апреля 2015 года );
  12.  Нормативной базы по предмету башкирская литература составлена в соответствии с программой  для обучающхся  5-9 классов школ с башкирским языком обучения  Составитель: М.Б.Юлмухаметов.- Уфа,2011год.(ФГОС)

 

  1. Учебного плана МБОУ СОШ с.  Старокубово Иглинского района

Приказ № 16 от «20» августа 2015 г.

  1. Положения о рабочей программе МБОУ СОШ с.  Старокубово  Приказ № 5  от « 29 » мая  2014 г.

 

 

 

 

 

 

   Төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеүҙә «Әҙәбиәт» фәненең өлөшө

Әҙәбиәт һүҙ образы сәнғәте булараҡ - тормошто танып белеү­ҙең, донъяның художестволы моделен аңлауҙың үҙенсәлекле алымы.

Әҙәбиәт Рәсәй мәктәптәрендә төп гуманитар уҡыу фәне булараҡ, һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхесте формалаш­тырыуға, гражданин һәм патриотты тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәҙәниәттең гуманистик ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итеү һәм ижади һәләтлеген үҫтереү - эмоциональ бай һәм интел­лектуаль үҫешкән, үҙенә конструктив һәм шул уҡ ваҡытта тирә-йүндәге донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнгән шәхес тәрбиәләүҙең кәрәкле шарты.

Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыуы - ул ысын художество ҡиммәттәре менән генә танышыу факты түгел, ә аралашыу (коммуникация), яҙыусы­лар менән диалог (башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың яҙыусы­лары, беҙҙең замандаштар, икенсе дәүер вәкилдәре) тәжрибәһе лә. Был халыҡ ижадында һәм башҡорт классик әҙәбиәтендә сағылдырылған дөйөм кешелек ҡиммәттәре һәм шул нигеҙҙә башҡорт халҡының рухи тәжрибәһе менән таныштырыу. Ул бөтә донъя мәҙәниәте тарихына яҙылған һәм, һис шикһеҙ, милли үҙенсәлекле ҡиммәттәр менән таныштырыу. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыу уҡыусы­ларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

Һүҙҙәр, тел билдәләре менән әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормоштоң художестволы картинаһы тойғолар (эмоция) ниге­ҙендә генә ҡабул ителмәй, ә интеллектуаль аңлау итеп ҡабул ителә (рационально).

Әҙәбиәтте юҡҡа ғына философия, психология менән сағыш­тырмайҙар, уны «художестволы тикшеренеү», «кешене өйрә­неү фәне», «тормош дәреслеге» тип тә атайҙар.

Әҙәбиәт буйынса белем биреү уҡыусыларҙың эмоцияларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһау юлы менән тормошҡа ашы­рыла. Аныҡ фәндәрҙе уҡытҡанда логик төшөнсәләрҙе, ҡағиҙә­ләрҙе аңлатыу юлы менән белем биреп, уҡыусыларҙың фекере, донъяға ҡарашы формалаштырыла. Ә әҙәбиәт дәрестәрендә белем һәм тәрбиә биреүҙә һүҙ сәнғәте саралары менән уҡыусы­ларҙың тойғоларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһап, образлы фекерләүе байытыла, донъяға эстетик ҡараш тәрбиәләнә.

Бөтә яҡлап гармоник үҫешкән яңы кешене формалаш­тырыуҙа белем һәм тәрбиәнең төрлө компоненттарын диалек­тик берҙәмлектә, үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнештә хәл итеү талап ителә.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү процесында тәрбиә биреү йәш кеше­нең әхлаҡ йөҙөн формалаштыра, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт тәрбиәләй.

Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусыларҙа ижтимағи күренештәргә, кеше тормошона, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡарата эмоциональ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуның өсөн ул кеше күңеленә тәьҫир итеп, әхлаҡ нормаларын формалаштырыуҙа ҙур урын тота.

Тыуған ерҙе, халҡыңды һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо туған телең, тыуған йортоң, урамың, ауылың һәм республикаңа, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тойғоһонан башлана. Ул үҙ эсенә халыҡтың үткән данына, хеҙмәт һәм хәрби традицияларына, йыр-моңона, әҙәп- әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына ихтирам, ата-бабаларҙан ҡалған аманатҡа, уларҙың яҡты идеалдарына дуҫлыҡ, берҙәмлек, тоғролоҡ кеүек һыҙаттарҙы ла берләштерә. Тыуған йортоңдо һөйөүҙән тамырланған был тойғо Тыуған илеңә, дөйөм кешелеккә һөйөү булып әүерелә.

Әҙәбиәт уҡытыу алдында торған белем һәм тәрбиә биреү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу һәм телмәр үҫтереү бурыстары, шул рәүешле, художестволы әҙәбиәттең үҙенсәлек­тәрен иҫәпкә алыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәтте уҡытыу процесында донъяға фәнни ҡараш формалаштырыуҙа кешенең аңы ғына түгел, тойғоһо, ижади хыялы, илһам һәм эстетик идеалы ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Һүҙ сәнғәте булған әҙәбиәттең тәрбиә биреү бурыстарын комплекслы хәл итеү мөмкинлектәре ғәйәт ҙур.

Фекерҙәр һәм тойғолар синтезы булған әҙәбиәт кеше аңы­ның, кеше рухының бөтә сфераларына: уның аҡылына, тойғо­ларына, хәтеренә, хыялдарына комплекслы йоғонто яһап, уның бөтә яҡлап үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙыра.

Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыс һәм маҡсаттары уның донъяны танып белеү һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсә­лектәренән сығып билдәләнә.

Мәктәптә уҡытыу фәне булараҡ, әҙәбиәт үҙе өс элементтан тора. Ул, беренсенән, әҙәби әҫәрҙең үҙен уҡып үҙләштереү өсөн һайланған

 текстарҙы, яҙыусылар ижадын, икенсенән, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһын, өсөнсөнән, тел ғилеме буйынса мәғлү­мәттәрҙе үҙ эсенә ала. Уларҙы ойоштороп белем биреүҙә донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, эстетик тәрбиә биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү бурыстары хәл ителә. Йәш быуынды халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт традицияларына тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙә, эстетик зауыҡ, хеҙмәткә дөрөҫ ҡараш, үҙ-ара аралашыу, милләт-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте булдырыуҙа тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төп һәм мөһим урынды тота.

Уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙанышта­рының береһе - нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм мәҙәни кимәлдәрен күтәреү бурыстары хәл ителә. Әҙәбиәтте уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоңиональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү маҡсаттары тормошҡа ашырыла.

Башҡорт балаһының үҙенең туған әҙәбиәтен һәм ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүе башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтен уҡыу, өйрә­неү өлгөһөндә тормошҡа ашырыла. Уны өйрәнеү коммуни- катив-эшмәкәрлекле принципҡа нигеҙләнеп ойошторола.

  Дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе ыңғай психоло­гик мөхит, матди шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу.

    Уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы, сетерекле ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү ысулдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа шарт­тарҙа һәм бүтән сфераларҙа ҡулланыу.

    Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолала­рын, ырымдарын, юрау-һынамыштарын, традицияларын өйрәнеү.

    Уҡыусыла милләте, халҡы, тыуған ере, республикаһы, уның мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Хәҙерге заман шарттарында әҙәбиәт фәнен өйрәнеү баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүсе уҡытыу технологияһына нигеҙ­ләнә.

Билдәле булыуынса, эшмәкәрлек - шәхесте үҫтереүҙең төп факторы. Эшмәкәрлек процесында баланың белем һәм тәрбиә алыу мәсьәләләрен Б. Г. Ананьев, Л. И. Божович, С. С. Выготский, П. Я. Гальперин, В. В. Давыдов, Л. В. Занков, Л. Н. Леонтьев, С. П. Рубинштейн, Д. Б. Эльконин һәм башҡа билдәле психологтар төплө өйрәнгән. Улар эшләгән теоретик нигеҙҙәр шәхес үҫтереүҙәге төп факторҙың эшмәкәрлек булыуына инанырға ярҙам итә. Аҡыл эшмәкәрлеген эҙмә-эҙлекле формалаштырыу түбән­дәге этаптарҙан тора:

               эшмәкәрлеккә этәргес биреүсе мотив (эске ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойоу, өйрәнеүсе объектҡа ҡарата маҡсатлы йүнәлеш, теләк һ. б.) тыуҙырыу;

               системалы эшмәкәрлектең йөкмәткеһен, йүнәлешен билдәләү; эшмәкәрлекте бойомға ашырыу, матди кәүҙәләнешен күреү һәм ғәмәли эштәр;

               башҡарылған эштәрҙе, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын үҙеңә контролләү һәм баһалау.

Аҡыл эшмәкәрлеген теоретик белем биреү, белем алыуҙы фәнни материалға нигеҙләнеп ҡороу тип аңлау ғына дөрөҫ булмаҫ ине. Ул мәҙәни аралашыуға, кеше психологияһын иҫәпкә алып ҡоролған мөнәсәбәткә нигеҙләнгән эшмәкәрлек.

         

 

 

 

  «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары булып түбәндә­геләр тора:

 

·                    донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

·                     шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;

·                     художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә-эҙлекле формалаштырыу;

·                     художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

·                    дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ. б.).

 

 

 

                                                                         Уҡыу   фәненең дөйөм характеристикаһы

«Филология» буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, «Әҙәбиәт» фәне «Башҡорт теле» менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.

«Әҙәбиәт» уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмле­ген тәшкил итә.

Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора. Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлат­малы уҡыу аша алып барыла. Был кластарҙа программаларға индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәлә­ләрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың аңлы уҡыу, яҙыу, һөйләү күнек­мәләрен үҫтереү, тормош тураһында белемдәрен киңәйтеү, идея-эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә һөйөү уятыу маҡсаттары менән бәйләп алып барыла. Әҙәбиәт өйрәнеүҙең был баҫҡысында әҙәбиәт теорияһынан бер ни тиклем элементар мәғлүмәттәр биреү к үҙ уңында тотолһа ла, аңлатмалы уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларға әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса системалы белем биреү төп маҡсат итеп ҡуйылмай.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы - 5-8-се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

Урта мәктәптең юғары - 9-11-се кластарында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

Заман ҡуйған талаптарҙы, әҙәбиәттең үҫеш кимәлен, әҙәбиәт белеме, педагогика һәм психология фәндәре өлкәһендәге ҡаҙа­ныштарҙы, уҡытыусыларҙың ыңғай тәжрибәһен иҫәпкә алыу нигеҙендә программаларҙы камиллаштырыу буйынса ыңғай эштәр эшләнде. Илебеҙҙә дөйөм белем биреүҙең яңы быуын дәүләт стандарттарын индереү барғанда, үҙгәртеп ҡороу хәрә­кәте уҡытыуҙың йөкмәткеһен һәм алымдарын яңыртыу, уны өр-яңы нигеҙҙә ҡороу өсөн киң юл асты.

Яңы быуын дәүләт стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиә­тенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә.

Йөкмәткене яңыртыу әҙәбиәттең бөтә байлығын күҙ алды­нан үткәреп, ошо рухи гәүһәрҙәрҙән уҡытыу-тәрбиәләү эшен уңышлы хәл итеүгә иң яраҡлы һәм лайыҡлы әҫәрҙәрҙе һайлауҙан башланырға тейеш. Бының өсөн әҫәрҙәрҙе һайлауға фәнни ҡараш булдырыу, әҫәр һайлауҙың принциптарын, критерийҙарын билдәләү һәм ошо принцип, критерийҙар ниге­ҙендә эш итеү мөһим. Ә был социологик һәм теоретик анализ үткәреүҙе, әҙәби әҫәрҙәрҙең уҡыусылар тарафынан нисек ҡабул ителеүен, уларҙың эстетик зауыҡтарына ни дәрәжәлә яуап биреүен йәки бирмәүен тикшереүҙе һәм тикшереү һөҙөмтәлә­ренә нигеҙләнеп эшләүҙе талап итә. Йөкмәткене билдәләгәндә, элеккесә, тик хәҙерге әҙәбиәтте генә күҙ уңында тотмай, тарихи тема, элекке осор әҙәбиәтен дә, бөгөнгө заман әҙәбиәтен дә, хаҡһыҙ ғәйепләнеп, бөгөн халыҡҡа ҡайтарылған шәхестәр ижадын да иҫәпкә алып эш итергә кәрәк.

Шулай итеп, 5-8-се кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәтеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә. Йөкмәткеләре яғынан бай, художестволы формаһы менән камил, уҡытыу-тәрбиә талаптарына яуап бирерлек әҫәрҙәрҙе һайлап алғандан һуң, уларҙы урынлаштырыу - яңы система төҙөү, әҫәрҙәргә аннотация биргәндә әҙәби мираҫты яңыса баһалау, сәғәттәр һанын һәм башҡа нормативтарҙы билдәләү мөһим урын тота.

5-8-се кластарҙа әҙәбиәт курсы нигеҙҙә концентр, тарихи- хронологик һәм проблемалы-тематик принциптар, ә инде 9-сы кластан тарих-әҙәбиәт нигеҙендә (боронғо башҡорт әҙәбиәте - быуат әҙәбиәте - быуаттың беренсе яртыһы) өйрәнеү тәҡдим ителә.

Был программа яҙыусыларҙың ижады тураһында белешмә биреүҙе күҙ уңында тотмай. Әгәр программала махсус күрһә­телмәһә, уҡытыусы теге йәки был яҙыусы ижады тураһында ҡыҫҡаса әйтеп китеү менән генә сикләнә. Ә инде айырым тәҡдим ителһә, ентеклерәк мәғлүмәт бирә. Әгәр ҙә уҡытыусы тейешле тип тапһа, айырым яҙыусылар тураһында өҫтәлмә материалдарҙан файҙалана, махсус дәрестәр, өҫтәлмә саралар уҙғара ала.

Бөгөнгө әҙәбиәтте киңерәк өйрәнеү ниәте менән, ҡайһы бер әҫәрҙәр һәм яҙыусылар ижады вариант тәртибендә тәҡдим ителде. Авторҙың бер нисә әҫәренең ҡайһыһына туҡталыу уҡы­тыусы һәм уҡыусылар ҡарамағына ҡалдырылды, йәғни дәрестә улар күңеленә хуш килгән әҫәрҙәр өйрәнелә, ҡалған­дарын белеү мәжбүри түгел. Шул уҡ ваҡытта уларҙы уҡыу һәм өйрәнеү сикләнмәй. Һайлап алыу эшенә балаларҙы ҡатнашты­рыу, фекерҙәрен иҫәпкә алыу, уларҙың әүҙемлеген уятыу мөһим. Имтиханда уҡыусыға үҙе белгән, үҙе өйрәнгән ижад йәки әҫәр тураһында һөйләү хоҡуғын бирергә кәрәк.

Программала әҫәрҙәрҙең жанрын, төп идеяһын аңларлыҡ, матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен төшөнөрлөк кимәлдә әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса төшөнсәләр тәҡдим ителде. Юғары кластарҙа улар тәрәнерәк өйрәнелә.

Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарт­тарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә. Шуға күрә унда телмәр үҫтереү буйынса махсус бүлек, һәр класта үткәрелә торған эштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләү һәм яҙыу, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.

һөйләү телен һәм тасуири уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү маҡса­тында бирелгән эш төрҙәрен уҡытыусы әҙәби текстарҙың идея- тематик, жанр, композиция һәм тел үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, әҫәрҙе өйрәнеү өсөн бүленгән дәрес сәғәттәре эсендә үткәрә.

Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙамсы эштәр ҙә күрһәтелгән. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусы­ларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә; уның өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҫтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫым­дарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ. б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланыу, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталар файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙа был күнекмәләрҙе булдырыу - һәр уҡытыу­сының бурысы. Юғарыраҡ кластарға күскән һайын был эштәр ҡатмарлана бара.

Программала яңы быуын стандарттары нигеҙендә әҙәбиәт теорияһы буйынса поэтик телдең саралары булған сағышты­рыуҙар, эпитеттар, йәнләндереүҙәр тураһында төшөнсәләр биреү күҙ уңында тотолдо. Уҡыусылар был төшөнсәләрҙе ғәмәли үҙләштерһен өсөн, бөтә йыл буйы әҙәби текстарға бәйләп күҙәтеүҙәр һәм күнегеүҙәр алып барыла.

 

      Был бигерәк тә шиғри телмәргә ныҡ ҡағыла. Уҡыусылар шиғри телмәрҙең үҙенсәлек­тәрен, шиғыр үлсәүҙәрен, теге йәки был шиғри әҫәрҙең рифма үҙенсәлектәрен ныҡлы үҙләштерһен өсөн, эҙмә-эҙлекле күнегеүҙәр алып барыу кәрәк.

 Программала түбәндәге бүлектәр тәҡдим ителә:

1.               Башҡорт халыҡ ижады.

2.               Боронғо әҙәбиәт.

3.               XIX быуат әҙәбиәте.

4.               XX быуат башында әҙәбиәт.

5.               Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы.

6.               Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте.

7.               Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

8.               һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте.

9.               Хәҙерге әҙәбиәт.

10.               Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте.

11.               Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихи мәғлүмәттәр.

12.                 Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле.

13.               Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу.

14.               Уҡыусыларҙың тасуири ятҡа һөйләүен ойоштороу.

 Художестволы әҫәрҙең исемлеге һәм

ҡыҫҡаса уларҙың төп проблематикаһы һәм художество үҙенсәлеген күрһәтеүсе ҡыҫҡаса аннотация бирелә. Әҫәрҙәрҙе өйрәнеү алдынан яҙыусының ҡыҫҡаса тормошона һәм ижадына күҙәтеү яһала.

Әҙәбиәт тарихы һәм әҙәбиәт теорияһы буйынса мәғлүмәттәр программаның һәр бүлегендә бирелә.  Бында уҡыусыларҙың әҙәбиәт теорияһы буйынса белемдәрен ғәмәли үҙләштереү һәм системаға һалыу өсөн махсус сәғәттәр биреү ҡарала. Был мәсьәләләр шулай уҡ әҙәби процесс, айырым әҙәби осорҙарҙың, йүнәлештәрҙең һәм ағым­дарҙың характеристикаһы менән бәйле ҡарала.

 Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контролен тормошҡа ашырыу маҡсатында дәрестәрҙең  йөкмәткеһе бирелә.

                                

 

 

 

 

                                                      «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

   Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтә­ләре түбәндәгеләр: шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

               танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ. б.).

Төп урта мәктәптә «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

               проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материал­дарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

               эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

               төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

 

Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтә­ләре булып түбәндәгеләр тора:

1)               танып белеү сфераһында:

               башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусы­ларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;

               художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

               әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

                әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);

               әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

2)               ҡиммәт-ориентация сфераһында:

               башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәт­тәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи- әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

               башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

               өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булды­рыу (айырым осраҡтарҙа);

               автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

3)               коммуникатив сферала:

               төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;

               проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулла­нылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

                 тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

               өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;

4)               эстетик сферала:

               һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

                әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ форма­лаштырыу;

               башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

     

                   Әҙәбиәт курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны

 

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы әҙәбиәтте 350 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класта - 103 сәғәт, 6-сы класта - 68 сәғәт, 7-се класта - 68 сәғәт, 8-се класта - 68 сәғәт, 9-сы класта - 66 сәғ

 

 

                                                                                                  Төп йөкмәтке

                                             Башҡорт халыҡ ижады Халыҡ ижадының бәләкәй жанрҙары.

Халыҡтың зирәклеген, тапҡыр аҡылын сағылдырыусы ҡыҫҡа теҙмә әҫәр булыу яғынан мәҡәл. Мәҡәлдәрҙең тематик төрлөлөгө. Мәҡәлдәрҙең афористик һәм фәһемле характерҙа булыуы. Уларҙа образлылыҡ, ритмлылыҡ. Эйтемдәрҙең образлы сағылышы. Халыҡ ижадының бер төрө булыуы яғынан йомаҡтар. Уларҙа халыҡтың тапҡырлығы, ижади фантазияһының сағылыуы. Йомаҡтарҙың метафора, һүҙ уйынының төрө булыуы.

Әкиәттәр (батырҙар тураһында, тылсымлы, тормош-көнкүреш, хайуандар тураһында)

Әкиәттәрҙә халыҡ аҡылының һәм әхлаҡ ҡараштарының сағылышы. Әкиәттәрҙең төрө (батырҙар тураһында, тылсымлы, тормош-көнкүреш, хайуандар тураһында). Хыялдың һәм ысынбарлыҡтың ҡаршылығы, әкиәттәрҙә изгелек һәм яманлыҡ. Ыңғай герой һәм уның дошмандары. Хайуандар- персонаждар, әкиәттәрҙә мөғжизәле предметтар.

«Алпамыша батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Әкиәттең йөкмәткеһе. Ҡамыр батыр образында халыҡҡа хас физик көс, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллеккә, иреккә ынтылыу кеүек сифаттарҙы дөйөмләштереү. Традицион алымдар менән башланыуы. Әкиәт теленең образлылығы.

«Әминбәк», «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәттәре. Халыҡтың хеҙмәтте юғары баһалауы һәм хеҙмәткә өндәү идеяһы. Әкиәттәге төп образдар.

«Аҡъял батыр», «Урал батыр», «Ҡариҙел» әкиәттәре. Урал батыр менән Аҡъял батыр образдарында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы. Әкиәттәрҙең художество үҙенсәлектәре (эпитет, гипербола, ҡабатлауҙар), теленең байлығы, образлылығы.

«Айыу менән бал ҡорттары» әкиәте. Хайуандар тураһында әкиәттәрҙең үҙенсәлеге, ундағы хайуандар образы, был образ­дарҙа уларҙың төп характерҙарының сағылышы.

«Ерәнсә сәсән» әкиәте. Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.

 

          Бәйеттәр

Халыҡ ижадының бер төрө булыу яғынан бәйет. Уларҙың тарихи ерлеге, тематикаһы. Бәйеттәрҙең үҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы, йырҙар менән оҡшашлығы, традицион алымдар менән башланыуы һәм тамамланыуы.

Герман һуғышы бәйеттәре. Беренсе Бөтә донъя һуғышын сағылдырыу, һалдаттар араһында ризаһыҙлыҡ, революцион фекерҙең тарала барыуы.

«Дон далаларында», «Мәскәүҙән киттек, Берлинға еттек» бәйеттәре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалдаттарҙың аяныслы яҙмышы. Бәйеттәрҙә яңы йөкмәтке һәм яңы идея­ларҙың сағылышы.

                 Көләмәстәр. Таҡмаҡтар.

Көләмәстәрҙә халыҡҡа хас үткер аҡыл, тапҡырлыҡтың сағылышы. Уларҙың тематик төрлөлөгө.

«Егеттәр» таҡмағы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт егеттәренең батырлыҡтары, рух күтәренкелеге.

                   Башҡорт халыҡ йырҙары.

Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көйҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың бер нисә төркөмгә бүленеүе.

Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Урал», «Эскадрон», «Йәйләүлек», «Азамат», «Салауат телмәре», «Салауат», «Икенсе әрме», «Любизар», «Әхмәт Байыҡ», «Ҡаһым түрә».

Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Буранбай» риүәйәте, «Буранбай» йыры, «Бейеш» риүәйәте, «Бейеш» йыры.

Түрәләр тураһындағы йырҙар. Власть кешеләренән зарланыу, уларға нәфрәт белдереү йырҙары: «Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Тәфтиләү».

                   Риүәйәттәр һәм легендалар.

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Таштуғай». Башҡорт ҡатын-ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәлен, фажиғәле яҙмышын, иҫке ырыу йолаларын күрһәтеү. Легендала кәүҙәләнгән образдар. Легенданың художество көсө, поэтик үҙенсәлектәре, теле.


 

Сеңләүҙәр.

Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән бергә сеңләү жанрының бөтөүе. Үткән тормош ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.

Ҡобайырҙар.

Башҡорт халыҡ поэзияһының эпик жанры - ҡобайыр. Унда халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе сағылышы. Уның сәсәндәр тарафынан ижад ителеүе. Ҡобайырҙарҙа, нигеҙҙә, ХҮ1-ХУШ быуаттарҙағы ваҡиғалар­ҙың сағылышы. Халыҡты хандарға, бейҙәргә ҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. «Ай Уралым, Уралым», «Салауат батыр» ҡобайырҙарында тыуған ере һәм уның азатлығы өсөн көрәш­кән батырҙарҙы данлау. «Бейек тауҙың үлгәне», «Ил тигәндең кеме юҡ», «Бер тигәс тә ни яман» ҡобайырҙарында халыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ҡараштарының сағылышы.

«Уралтау — ете ырыуҙың атаһы» ҡобайыры. Бында халыҡ­тың тыуған төйәккә булған һөйөүе, уның менән ғорурланыуы, традицион алымдарҙың ҡулланылышы.

Ҡобайырҙың поэтик үҙенсәлектәре. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше »ндә башҡорт феодаль йәмғиәтендәге синыфтар бүленеше һәм синфи көрәштең сағылышы.

Башҡорт халыҡ эпостары.

«Урал батыр» эпосы. Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы — халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы. Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогикаһының үҙенсәлекле һүрәтләнеше. Самрау батша иле һәм халыҡтың ижти­мағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек. Урал батыр образында халыҡтың идеалы сағылышы. Урал һәм Шүлгән образдары. «Урал батыр» эпосының боронғо донъя мәҙәниә­тендә тотҡан урыны.

«Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы. Тарих һәм халыҡ эпосы. Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым - ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традиция­лары. Һабрау - башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо. Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр ара­һында тәхет өсөн тартыш, янъял. Эпос сюжетында Аҡһаҡ Тимер яуының бирелеше.

Эпостың поэтик үҙенсәлектәре. Ҡырҡыу хәл-ваҡиғалар һәм мажаралыҡ. Әҫәрҙең композицияһы. Теле һәм стиле. Идея йүнәлеше. Туған тәбиғәткә булған һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклек. Поэтик үҙенсәлеге.

 Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте.

Ҡол Ғәли.

«Йософтоң матурлығы» («Йософ ҡиссаһы»нан өҙөк), Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе.

Шафиҡ Әминев-Тамъяни.

«Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы». Үҙе йәшәгән ер- һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау.

Тажетдин Ялсығол әл Башҡорди.

«Рисаләи Ғәзизә» китабы. «Тарихнамә Болғар». Китаптың дидактик характерҙа булыуы. Жанр формалары. Тәуарих жанры традициялары, тарихи-әҙәби үҙенсәлектәре. Әй ырыуы шәжәрәһенең сағылышы тураһында.

Ғәбдерәхим Усман.

«Егет булһаң...», «Ҡармасан менән Сәрмәсән» («Һуңғы Һартай» әҫәренән өҙөк), «Ғәүариф әз-заман», «Мөһиммәт әз- заман». Уларҙың тематикаһы, мәғрифәтсел рухы, жанрҙары, поэтик үҙенсәлектәре. Дидактик идеялар.

Салауат Юлаев.

«Яу», «Уҡ», «Һандуғас», «Зөләйха», «Тыуған илем», «Ура­лым»,

 «Егеткә», «Ҡайтып киләм», «Яуҙа яраланғас», «Йырҙар­ҙан», «Салауат телмәре» шиғырҙары. Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше. Туған тәбиғәткә булған һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклек. Поэтик үҙенсәлеге.

«Тыуған илем», «Уралым», «Егеткә». Салауат Юлаевтың биографияһы. Салауаттың 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән­дәр һуғышында башҡорт халҡының батыр юлбашсыһы, Пугачевтың яҡын ярҙамсыһы булыуы. Башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙа Салауаттың тотҡан урыны.

Салауат - шағир-импровизатор. «Тыуған илем», «Уралым» шиғырҙарында Тыуған ил матурлығын данлау, Тыуған илгә мөхәббәт хисенең сағылышы.

Салауат ижадында яҙма поэзия һәм фольклор традицияла­рының берләшеүе.

«Салауат телмәре» йәки «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып...» ҡобайыры. Уның идея йөкмәткеһе. Салауаттың йырҙары.

Башҡорт фольклорында, художестволы әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә Салауат образы. Рус әҙәбиәтендә Салауат образын күрһәткән әҫәрҙәр.

Әҙәбиәт теорияһы. Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Прототип. Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр (Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы миҫалында).

 XIX быуат әҙәбиәте.

Мифтахетдин Аҡмулла.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Дуҫлыҡ», «Нәфсе», «Аттың ниһен маҡтайһың?», «Өлгөр һүҙ», «Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе», «Урыным — зиндан...», «Инсафлыҡ», «Мәжлесенә ҡарай ғына», «Нәсихәттәр». Халыҡты мәғри­фәткә өндәү, иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Поэзияһының төп идеяһы, йөкмәткеһе. Халыҡ педагогикаһы­ның сағылышы, социаль мотивтар. Шағирҙың сатираһы. Шиғырҙарының идея-эстетик көсө.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.

«Йомран иле», «Ҡайыш илә Йүкә», «Үткән заманда баш­ҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы». Шиғырҙарының тематикаһы.

Поэтик эшләнеше. Башҡорт йәмғиәте тормошон сағылдырыу күҙлегенән «Йомран иле» шиғыры. Этнографик традициялар­ҙың сағылышы. «Ҡайыш илә Йүкә» мәҫәленең идея-худо- жество ҡиммәте. Ҡайыш һәм Йүкә образдарының аллегорик мәғәнәһе. Лирик шиғырҙары.

 

 

Ризаитдин Фәхретдин.

«Сәлимә», «Әсмә». Уҡымышлы ҡыҙ Сәлимә образы. Мәғрифәтселек идеяларының сағылышы. Повестың сюжеты. Башҡа образдар системаһы. Теле һәм стиле. Иҫкелек менән яңылыҡ көрәше.

                                        XX быуат башында әҙәбиәт

Сафуан Яҡшығолов.

«Башҡорт ағаларыма хитап», «Дим буйында яҙғы таң», «Башҡорт хәлдәре», «Дим буйы» шиғырҙар йыйынтыҡтары. Унда шағирҙың 1905-1907 йылдарҙағы революцияны шатла­нып ҡаршылауы, ҙур өмөттәренең сағылышы. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләре, мәғрифәт эше тураһында уйланыуҙары.

«Башҡорт ағаларыма хитап» шиғыры. Туған халҡының вайымһыҙлығы, наҙанлығы хаҡында борсолоуы. Шағирҙың мәғрифәтселек ҡараштары. Был осорҙа башҡорт әҙәбиәтендәге хитап жанры традицияларының дауам итеүе. «Дим буйы» шиғыры. Туған тәбиғәттән, башҡорттарҙы ерҙәренән яҙҙырыу­ға ҡаршы мотивтар.

Шағир поэзияһында башҡорт халҡының боронғо тормошон һәм хәҙерге хәлен тасуирлау үҙенсәлектәре. Поэзияһындағы төрлө жанрҙар. Мәҫәлдәр. Рус поэзияһы өлгөләренән өйрәнеүе.

Ямалетдин Юмаев.

«Шәкерт».

Фәтхелҡадир Сөләймәнов.

«Башҡорт моңо» шиғыры. Туған халҡының ауыр яҙмышы хаҡында уйланыуҙары. Башҡорттарҙың тарихы һәм XX быуат башындағы тормошо тураһындағы хикәйәләре: «Башҡорт йәйләүендә», «Ил өсөн», «Ҡасҡын», «Үләт» һ. б. Фольклорҙан килгән мотивтар. Романтик элементтар.

«Тимербай ҡурайсы» хикәйәһе. Тимербайҙың аяныслы яҙмышы. Уның аша башҡорт халҡы яҙмышына ишара яһау. Пессимистик уй-тойғоларҙың сәбәбе. Халыҡ һәләкәттән ҡотолор өсөн хәрәкәтләнергә, үҙ азатлығы өсөн көрәшергә тейеш тигән идеяның бүтән хикәйәләрендә ҡуйылышы («Ил өсөн» һ. б.).

«Салауат батыр» пьесаһының ошо азатлыҡ идеяһын ҡуйыуы һәм башҡорт хәрәкәттәрен һүрәтләү йүнәлешендә әһәмиәте. Милли батырыбыҙ образын сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте. Уның артабанғы традициялары.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов - Абдулҡадир Инандың әҙәби- ғилми мираҫының халыҡ-ара әһәмиәте.

 

 

 

Мәжит Ғафури.

«Себер тимер юлы йәки милләттең хәле», «1906 йылдан 1907 йылға васыят», «1907 йылдың яуабы», «Бөтһөн һуғыш!», «Икмәк», «Ант», «Аждаһа», «Бир ҡулыңды» шиғырҙарында һәм «Шағирҙың алтын приискыһында» повесында мәғрифәт­селек идеяларының сағылышы.

«Фәҡирлектә үткән тереклек». Ҡала һәм ауыл ярлылары­ның фәҡир тормошон реалистик сағылдырыу.

«һарыҡты кем ашаған?», «Ат менән эт» мәҫәлдәренең мәғә­нәһен аңлау, уларҙың әһәмиәте. Әҫәрҙәрҙең жанр үҙенсәлек­тәре. Әҫәр теленең образлылығы. Тасуири уҡыу күнекмәләре биреү.

Проза әҫәрҙәре: «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары» повестарында үткән тормошто киҫкен идеологик көрәш күҙле­генән һүрәтләү.

«Шағирҙың алтын приискыһында» повесы, уның авто­биографик характерҙағы әҫәр булыуы. Повеста иҫке йәмғиәт шарттарында йәшәгән эшселәрҙең, шәкерттәрҙең ауыр тормо­шон сағылдырыу. Әҫәрҙең образдар системаһы. Зиннәт, Мәжит, Фәйзулла, Шакир, Лотфулла кеүек шәкерттәрҙең белемгә ынтылышы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе. Сәлим, баш­ҡорт эшсеһе, ҡаҙаҡ егеттәре образдары. Ауыр тормош һөҙөмтә­һендә һаулыҡтары ҡаҡшаған, физик яҡтан зәғифләнгән эшселәрҙең рухи ныҡлығын, киң һәм саф күңелле кешеләр булыуын асыу. Прииск хужалары Закир һәм Шакир Рәмиев- тәр, управляющийҙар, штейгерҙарҙың тупаҫлығы, эрелеге, кешеләр ғүмере менән иҫәпләшмәй байлыҡ артынан ҡыуыу- ҙары. Әҫәрҙә синфи көрәш юлы менән генә эшселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яулап алыуы мөмкин тигән идея үткәрелеүе. Повестың композицион үҙенсәлектәре, сюжеты, контраст алы­мының уңышлы ҡулланылыуы. Тель-стиль сараларының байлығы.

Шәйехзада Бабич.

«Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Бер минут», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде», «Көтәм», «Йәшәһен эшселәр!», «Ҡурайҡайға», «Башҡортостан», «Салауат батыр», «Көтмәҫ­тән», «Яҙғы йыр», «Башҡорт халҡына көйлө хитап», «Беҙ».

Шағирҙың программаһы әһәмиәтендәге «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?» шиғырҙары, «Ярлы, меҫкен, ҡыҙғаныс» халыҡҡа теләктәшлек күрһәтеү яғынан «Бай һәм ярлы» шиғыры.

Бабич - романтик. «Бер минут», «Әйҙә, милләт!», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде» шиғырҙарының төп идея мотив­тары - халыҡты аң-белемле итеү теләге, уны тиҙҙән яҡты тормошло итеп күреү идеяһы менән яныу. Шағир поэзияһында романтизм.

һуғыш осоронда шағирҙың күңел төшөнкөлөгө күренеш­тәре («Аптыраған минуттарҙа», «Әйҙә, күңелем»).

Бабич - сатирик. Уның революцияға тиклем яҙылған сати­рик әҫәрҙәренән «Ҡандала» балладаһы, «Ғазазил» поэмаһы һәм «Китабеннас» эпиграммалары. Уларҙың идея йөкмәткеһе һәм художество формаһы.

Февраль революцияһынан һуңғы поэзияһы. Иҙелгән баш­ҡорт халҡына тиҙҙән аҡ көндәр тыуыуына ышаныу («Көтәм»), революцион эшселәргә дан йырлау («Йәшәһен эшселәр!»), Шәйехзада Бабичтың «Башҡортостан», «Салауат батыр», «Көтмәҫтән», «Яҙғы йыр», «Башҡорт халҡына көйлө хитап», «Беҙ» әҫәрҙәре.

Бабич - шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре: халыҡсанлыҡ, тәрән мәғәнәлек, юғары художестволылыҡ, поэтик теленең, шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.

Шәйехзада Бабичтың башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны.

                              Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы

(1917-1929 йылдар)

Дауыт Юлтый.

«Көҙ» шиғыры. «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһе. «Тимер­кәй фәлсәфәһе» хикәйәһенең йөкмәткеһе. Әҫәрҙә ябай кешенең фажиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағыл­дырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы уй- тойғоларын, һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙаттарын күрһәтеү.

                                          Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте

Һәҙиә Дәүләтшина.

«Айбикә» хикәйәһендә ауылдарҙы социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн алып барылған көрәштә әүҙем ҡатна­шыусы ҡатын-ҡыҙ образын һүрәтләү. Хикәйә теленең байлығы. Образдарға характеристика.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образ, персонаждарҙың характерын асыу саралары тураһында төшөнсә (герой тураһында автор характеристикаһы һәм геройҙарҙың эше, телмәре менән үҙ-үҙен характерлауы).

                               Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте

Рәшит Ниғмәти.

«Хәйерле юл һеҙгә!», «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар», «Йәйге ямғыр» шиғырҙары.

«Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһы. Ағиҙел образында баш­ҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен, ауыр яҙмышын, үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы көрәшеүен һәм бәхетле тор­мошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художест- нолы үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады традициялары.

Баязит Бикбай.

«Туған тел», «Рус теле» шиғырҙары. «Ер» поэмаһында

халыҡтың үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәләнеше. Лирик герой образы. Поэманың художество үҙенсәлектәре.

«Ҡаһым түрә» драмаһында башҡорт халҡының 1812 йыл- 1Ы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Драманың идея йөкмәткеһе. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһын­дағы дуҫлыҡты сағылдырыу. Халыҡ образы. Реакцион офицерҙар образдары. Әҫәрҙәге төп конфликт. Драманың композиция үҙенсәлектәре.

Ғәлимов Сәләм.

«Шоңҡар» поэмаһының темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. Төп образдар (Әхмәт, Гөлнур, шағир, архитектор, капитан, Миңьян образдары). Композиция үҙенсәлектәре, теленең образлылығы, байлығы.

 Зәйнәб Биишева.

«Дуҫ булайыҡ» (повестан өҙөк). Әҫәрҙә балалар тормошон, уларҙың дуҫлыҡҡа, хеҙмәткә мөнәсәбәттәрен сағылдырыу. Юлдаш, Ҡыҙырас образдары.

Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренең идея-тематик йөкмәт­кеһе. Һәнәрсе менән Өйрәнсек образдарының художестволы эшләнеше.

«Игенсе», «Башҡорт теле» шиғырҙары.

Мәлих Харис.

«Хат», «Онотмаһын мине Тыуған ил» шиғырҙарында Ватан һуғышы яугирҙарына хас батырлыҡ, Тыуған илгә бирелгәнлек сифаттарын кәүҙәләндереү.

                                               Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте

Назар Нәжми.

«Беренсе дәрес», «Тыуған ҡалама йыр», «Тыуған ауы­лым», «Аҡ йылғалар», «Яҡты яҙ», «Ҡар», «Башҡортостан», «Аҡ шишмә» шиғырҙарында тыуған илебеҙ Башҡортостандың бөйөклөгөн һәм тыуған ҡаланың матурлығын данлау. Тыуған ил, тыуған ҡала һәм тыуған ауыл образдарына характеристика биреү.

Али Карнай.

«Турғай», «Урманда» хикәйәләре. «Урманда» хикәйәһендә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау. Йөкмәткеһенең аллегорик харак­терҙа булыуы. Төп образдар. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү маҡсатында образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеү.

Сәғит Агиш.

«Ҡунаҡ һәм намыҫ» хикәйәһендә халыҡ характерына хас күңел күркәмлеген, кешеләр араһындағы матур ғәҙәттәрҙе тасуирлау.

«Турыҡай» хикәйәһендә күтәрелгән тема. Турыҡайҙың бүреләр менән алышы, еңеп сығыуы.

Фәрит Иҫәнғолов.

«Хәмит күпере», «Йылмайыу» хикәйәләренең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, образдары.

                                                          Хәҙерге әҙәбиәт

Мостай Кәрим. «Ләйсән», «Йәшәйһе бар», «Уҡытыусыма», «Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Айһылыуҙың күҙ йәштәре», «Ҡоролтайға ҡотлау».

«Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар» шиғырҙарында

 ҙур хеҙмәт башҡарған, оло хеҙмәткә лайыҡ кешеләрҙе һүрәт­ләү, кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.

«Айһылыуҙың күҙ йәштәре» шиғырында кешелеклелеккә, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

«Өс таған» (повестан өҙөк). Унда балалар тормошон, улар араһындағы дуҫлыҡ тойғоһон һүрәтләү. Әҫәрҙең идеяһы һәм образдары.

«Ғүмер миҙгелдәре» китабынан «Ап-аҡ мөғжизә» хикәйә­һендә ышанысҡа тоғролоҡ миҫалы булған Аҡсал образы. Балаларҙа хайуандарға ҡарата иғтибар, һөйөү тәрбиәләү.

«Айгөл иле» драмаһының йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Драмалағы Айгөл, Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы. Драманың художество үҙенсәлектәре.

«Үлмәҫбай» поэмаһы. Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу. Юмор һәм сатираны һуғыш картиналарын һәм башҡорт яугирҙарындағы хәрби традицияларға тоғролоҡ, уларҙы яңы шарттарҙа үҫтереүҙе сағылдырыу өсөн оҫта файҙа­ланыу. Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.

 

Рәми Ғарипов.

«Туған тел», «Һабантурғай йыры», «Һағыш», «Ялансәскә­ләре», «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым», «Кеше ғүмере», «Башҡортостан». Туған телдең матурлығын, байлығын данлау, телгә хөрмәт тәрбиәләү. Шиғырҙарҙың тел байлығы, образлылығы. Тыуған ерҙе һағыныу, уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы.

Ғайса Хөсәйенов.

«Һуңғы тарпан» хикәйәте. Ҡырағай аттар - тарпандарҙың ҡырылып бөтөүен күрһәтеү. Кейек-хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү.

 Рауил Бикбаев.

«Уралыма», «Салауат ҡылысы», «Бөтә донъя башҡорт­тары, берләшәйек!», «Хәҙистәр», «Башҡортостан бында башлана», «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Дауыл», «Барып етһен ине хаттарым», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта».

Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, Салауат исеменең үлемһеҙ­леген, халыҡ тарихындағы көрәшен күрһәтеү.

Шиғырҙарҙа тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге, тәбиғәт­те һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу, кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.

Ноғман Мусин.

«Атайымдың ос һәнәге». Хикәйәлә Бөйөк Ватан һуғышы­нан һуңғы осорҙағы тормош, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, балаларҙың ауыр хеҙмәте һүрәтләнә.

«Йыртҡыс тиреһе» (повестан өҙөк). Әҫәрҙә һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен, фажиғәләрен тасуирлау.

Раил Байбулатов.

«Ағас һәйкәл», «Ҡар операцияһы» («Кисеүҙә гармун тауышы» романынан өҙөк). Малайҙарҙың дуҫлығы.

Рәшит Солтангәрәев. «Осто бөркөт». М. Ямалетдинов. «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым». Әҫәрҙәрҙә Граждандар һуғышы осоронда хәрби етәксе - комбриг Муса Мортазиндың батырлыҡтарын, ил алдындағы хәрби данын, фажиғәле һәләкәтен тасуирлау. Шул осорға хас хаталарҙы, уларҙың сәбәптәрен аңлатыу.

Шакир Янбаев.

«Йәнекәй ҡарт». Хикәйәлә Бөйөк Ватан һуғышы йылда­рында тылдағы кешеләрҙең героик хеҙмәтен тасуирлау.

Әнғәм Атнабаев. «Салауат менән һөйләшеү». Муса Ғәли. «Ҡайт, Салауат!». Башҡорт халҡының милли геройы, уның көрәше һәм маҡсаттары тураһында һөйләшеү. Салауат исеме­нең үлемһеҙлеген, уның азатлыҡ өсөн көрәштәге ролен һүрәтләү.

Динис Бүләков.

«Яралы китап» хикәйәһе. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда берҙәмлек, ил азатлығын һаҡлау өсөн бөтә халыҡтың күтәре- леүен һүрәтләү.

Хәсән Назар.

«Таҡта сәй».

Ғәли Ибраһимов.

«Кинйә».

 

 

Яҡуп Ҡолмой. «Ҡыҙыҡлы китап». Нәжип Иҙелбай. «Иң яҡын дуҫ». Шиғырҙарҙа бала ғүмерендә китаптың роле, уның иһәмиәте һүрәтләнә. Балаларҙа китапты яратыу, ҡыҙыҡһыныу тойғоларын тәрбиәләү.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

«Игенсе».

Кәтибә Кинйәбулатова. «Көҙ еткәс», «Әсә күңеле», «Дуҫлыҡ төйәге».

Нәжип Иҙелбай.

« Дүрт миҙгел ».

Фәүзиә Рәхимғолова.

«Ҡыш».

Ҡәҙим Аралбай.

«Башҡорт теле», «Кисер, әсәй», «Әсәйҙең сәй япраҡтары».

Зөлфәр Хисмәтуллин. «Урман ҡунағы». Рәшит Низамов. «Ҡашҡарым минең». Шиғырҙарҙа яҙғы урман тәбиғәтен, йәнлектәрҙе һүрәтләү. Олатай һәм уның ейәне, уларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Сәғит Агиш.

«Турыҡай». Хикәйәлә Турыҡайҙың йәш-елкенсәк ҡолон­дарҙы һаҡлау өсөн бүре менән алышҡа ташланыуы һәм уларҙы еңеп сығыуы һүрәтләнә.

Тимер Йосопов.

«Ерән ҡашҡа» шиғырының идея йөкмәткеһе, образдары, художество үҙенсәлектәре.

 

Сабир Шәрипов.

«Яҙмыш менән алыш». Әҫәрҙә яҙыусының тормошо хаҡын­да уйланыуы, күҙаллауы.

Рәүеф Насиров.

«Ҡайҙан һин, Матросов?» (повестан өҙөк). Александр Матросов - Шакирйән Мөхәмәтйәнов хаҡында яңы мәғлүмәт­тәр. Уның тормошо менән бәйле ваҡиғалар, характер үҙенсә­лектәре. Исеменең үлемһеҙлек яулауы.

Факиһа Туғыҙбаева. «Эй яҙмышым минең», «Аҡмулла», «Ҡыңғырау».

Рәшит Назаров. «Башҡорт», «Бәхет», «Офоҡтағы ҡояш».

Ҡәҙим Аралбай. «Көмөш миҙалдар», «Беҙ — кеше», «Башҡорт теле».

Рәмзилә Хисаметдинова. «Эй бала саҡ». Фәниә Чанышева. «Мәрхәмәтле ерҙә табаным», «Икмәк еҫе».

Гөлфиә Юнысова. «Әсәй һыйыр һауа», «Умырзая». Абдулхаҡ Игебаев. «Яҙ башында», «Яңы йылға аҡ теләк­тәр».

Тимер Йосопов. «Күңел тула». Мәүлит Ямалетдинов. «Көрәш, кеше», «Ҡөрьән сүрәләре». Ғәлим Дәүләди. «Ҡоролтайға барам». Илгизәр Бураҡаев. «Башҡорт көсө». Ғайса Хөсәйенов. «Ете ырыу», «Алдар батыр ҡиссаһы». Булат Рафиҡов. «Әйәрләнгән ат». Яныбай Хамматов. «Төньяҡ амурҙары». Рамазан Өмөтбаев. «Атлы башҡорт». Әмир Моратов. «Башҡортлоҡ».

Талха Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкә еҫе», «Әсә һәм бала».

Әмир Әминев. «Ҡытай-город».

Ринат Камал. «Таня-Таңһылыу».

Лира Яҡшыбаева. «Бәхетең үҙең менән».

Фәрзәнә Аҡбулатова. «Атай икмәге».

Хәйҙәр Тапаҡов. «Бибинур "улуәсәй"».

Рәшит Шәкүр. «Урал батыр иле — сал Урал».

Айһылыу Йәғәфәрова. «Урал иле».

                                      

 

                                     Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте

Ғабдулла Туҡай.

«Иҫемдә ҡалғандар» автобиографик әҫәре. Әҫәрҙең автобио­график характерҙа булыуы. Шағирҙың ғазаплы ауыр бала сағы, ауыл һәм ҡала ярлыларының ауыр тормошо кәүҙәлә­неше.

Муса Йәлил.

«Йырҙарым» шиғыры. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады. Шиғырҙарының яҙмышы, концентрацион лагерҙа яҙылыуы, Моабит төрмәһенән азат ителеүе.

Дәрдмәнд.

«Нурый менән Зәйнәб» хикәйәһе.

Сабит Моҡанов. «Минең республикам» шиғыры. Шағир­ҙың тыуған республикаһын данлауы, уның менән ғорурланыуы.

Рәсүл Ғамзатов. «Туған тел» шиғыры. Туған телдең байлығы, уның иәфислеге, телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү. Шиғырҙың тел һәм поэтик үҙенсәлектәре.

Сыңғыҙ Айытматов.

«Беренсе уҡытыусы» повесы. Уҡытыусы образын тыуҙырған тәүге әҫәрҙәрҙең береһе булараҡ, повестың әһәмиәте, тел, стиль үҙенсәлектәре.

Мөхтәр Ауэзов.

«Абай юлы» романы. Күренекле ҡаҙаҡ мәғрифәтсеһе Абай­лың тормош юлын, эшмәкәрлеген һүрәтләү, романдың сюжет, композицион үҙенсәлектәре.

                                         Әҙәби белем кимәлен диагностикалау,

                          ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле

Уҡыу йылы башында уҡыусыларҙың әҙәбиәт буйынса белем кимәлен төркөмдә һәм индивидуаль диагностикалау, уның артабанғы үҫешен асыҡлау.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереүҙе тикшереү (шул уҡ ваҡытта яттан һөйләүҙе), әҫәрҙе ятҡа һөйләгәндә башҡарыу интерпретацияһының үҫеше, ролләп уҡығанда тексты сәхнә­ләштереү.

һөйләгәндә монологик телмәр күнекмәләрен асыҡлауҙа сара булып, һәр төрлө һөйләү һәм әҫәрҙең сюжетын һәм персонаж- геройҙарҙың характерын аңлау.

Әҙәбиәттән әхлаҡи-этик проблема буйынса иншалар яҙма телмәр мәҙәниәтенең кимәлен һәм әҙәби әҫәрҙең төп йөкмәт­кеһен аңлауҙы диагностикалауҙың төп формаһы булып тора. Әҙәби һәм публицистик темаларға иншалар.

Уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү буйынса дәрес-консультациялар. Әҙәбиәт буйынса уҡыусылар­ҙың белем сифатына һәм үҫешенә үҫтерешле контроль булып зачет, семинар  һәм башҡа формалар тора.

                                              Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу

 икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар­ҙан сығып, ижади характерҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусы­ларҙың үҙ иптәштәре алдында, халыҡ араһында сығыш яһай беләүҙәренә, ятҡа тасуири уҡыу оҫталыҡтарын үҫтереүгәиғтибар көсәйҙе. Уҡыусыларҙың кластан тыш уҡыуы менән етәкселек итеү, айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәргә анализ яһау өсөн махсус сәғәттәр бирелә.

Китап уҡыу уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ яҡҡа йүнәлтергә ярҙам итә. Системалы рәүештә матур әҙәбиәт уҡыу уҡыусыларҙың характерын, уларҙың әхлаҡи йөҙөн формалаш­тыра.

Уҡыған китаптар тураһында әңгәмә яһау өсөн махсус сәғәт­тәр бүленә, һәр уҡыу йылы яртыһының тәүге дәресе уҡыусы­ларҙың нимә уҡыуҙарын асыҡлауға һәм яңы китаптар тәҡдим итеүгә йүнәлтелә.

Уҡытыусы китаптарға күҙәтеү яһай, бындай эштәргә ул шулай уҡ алдан әҙерләнеп килгән уҡыусыларҙы ла йәлеп итә ила. Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың үҙаллы­лығын үҫтереүгә, әҫәрҙәр тураһында уларҙың сығыштарын тыңлауға, фекер алышыуҙар, яттан һөйләүҙәр, әҫәрҙең йөкмәт­кеһе буйынса инсценировкалар, күргәҙмәләр ойоштороуға ҙур иғтибар бирелергә тейеш.

                   Кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге

                   5 класс

«Алтын тамсы», «Етем төлкө» әкиәттәре. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар.

Э. Вахитов. «Урал толпары».

К. Мәргән. «Командарм бүләге».

М. Горький. «Мин нисек уҡырға өйрәндем».

М. Ғафури. «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа».

Н. Мусин. «Ғүмерҙең бер мәле».

С. Агиш. «Атлы Илмырҙа», «Петька Якушин һәм Петька Байрамғолов».

Ә. Бикчәнтәев. «Илсе ҡыҙы».

Ф. Иҫәнғолов. «Быйыл йәй».

К. Мәргән. «Бабайым балтаһы».

Я. Вәлиев. «Хәйерле иртә, Исмәғил!»

Ф. Рәхимғолова. « Һаумы, яҙ!»

Р. Низамов. «Ят кешеләр».

Р. Байбулатов. «Иң ауыр фән».

 К. Кинйәбулатова. «Турғайҙар рәхмәте».

 

                                                         6класс

«Башҡорт халыҡ әкиәттәре» (төҙөүсеһе Ғ. Ишбулатов), «Һинд әкиәттәре», «Венгр халыҡ әкиәттәре», «Бейеү таҡмаҡ­тары», «Кавалеристар бейеүе таҡмағы». Көләмәстәр.

 М. Горький. «Бала саҡ».

 И. Крылов. «Мәҫәлдәр».

 М. Ғафури, «Һунарсы ҡарт».

 Ш. Насыров. «Серлеҡая».

Ә. Бикчәнтәев. «Ҙур оркестр», «Яр буйы малайҙары».

 Ф. Иҫәнғолов. «Тәүге һынау», «Юлдыбай хикәйәләре», «Кисеү».

Ш. Бикҡол «Һикәлтәләр аша». Ф. Чанышева. «Һаумы, яҡты көн». Р. Низамов. «Икмәк тәме». Ш. Янбаев. «Был донъяның кеме юҡ». Б. Вәлид. «Ирәндек буйында». Я. Хамматов. «Тыуған көн». Р. Ғарипов. «Ҡурай». Ғ. Хөсәйенов. «Ҡурайсы».

                                                        7  класс

М. Ғафури. «Тормош баҫҡыстары», «Ант».

С. Агиш. «Әхмәҙулла».

К. Мәргән. «Ҡариҙел».

Ғ. Хөсәйенов. «Батырҙар ҡиссаһы».

3. Биишева. «Салауаттың һуңғы монологы».

И. Ғиззәтуллин. «Яңынан сафта», «Үлгәндән һуң утыҙ йыл».

А. Игебаев. Шиғырҙар. Поэмалар.

Ә. Вахитов. «Шәжәрә».

Д. Бүләков. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Килмешәк».

Ш. Анаҡ. «Моңдар иле».

С. Злобин. «Салауат Юлаев».

Я. Хамматов. «Төньяҡ амурҙары».

Н. Мусин. «Кеше һуҡмағы».

                                                    8класс

С. Юлаев шиғырҙары (йыйынтығы), Салауат тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр.

 Р. Ниғмәти. «Ағиҙел ярында».

С. Кулибай. «Күңелле хикәйәләр», «Яҙһылыу».

Б. Бикбай. «Тере шишмәләр».

М. Кәрим. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау».

3. Биишева. «Уйҙар, уйҙар...», «Мөхәббәт һәм нәфрәт».

Ж. Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар».

Я. Хамматов. «Башҡорттар китте һуғышҡа».

Ә. Атнабаев. «Тыуған тупраҡ», «Мөхәббәт юлы».

Р. Сафин. «Яҙҙар көтәм».

Ф. Рәхимғолова. «Тамсылар йырлай».

Ә. Хәким. «Ҡош юлы».

С. Айытматов. «Беренсе уҡытыусы», «Аҡ пароход».

Ә. Вәлиди. «Хәтирәләр».

Ғ. Ибраһимов. «Кинйә».

Н. Мусин. «Мәңгелек урман».

Н. Нәжми. «Атай йорто», «Тарафтар».

Р. Ғарипов. «Минең антологиям», «Алырымҡош менән Бирмәмҡош».

Ғ. Дәүләди. «Мөхәббәт ғазабы». Й. Солтанов. «Ҡырҡбыуын». М. Ғәли. «Аҡ ямғыр», «Ҡояшлы шишмә». Ҡ. Аралбай. Поэмалар.

Р. Бикбай. «Яҙмышым», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ». Х. Назар. «Асманға ашыу». Ф. Туғыҙбаева. «Фатихамды бирәм һиңә». Б. Ноғоманов. «Дәүер шаңдауҙары».

 

            9 класс

Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1-се китап. Өфө, 1973. III, IV томдары, 1998, 1999.

Салауат Юлаев. Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар. Өфө, 1994.

Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө, 2001. Башҡорт әҙәбиәте XX быуат башында, 1-се, 2-се китаптар. Өфө, 1983.

Ф. Сөләймәнов. Башҡорт йәйләүендә. Өфө, 1994. М. Буранғолов, һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1994.

Л. Толстой башҡорттар араһында. Өфө, 1970

 М. Аҡмулла. Шиғырҙар. Өфө, 1984.

 М. Өмөтбаев. Йәдкәр. Өфө, 2000.

 Ш. Бабич. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар. Өфө, 1994.

 Ғ. Хөсәйенов. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Өфө, 1992.

 Ә. Вилданов. Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981.

Ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге 5 класс

Р. Ниғмәти. «Хәйерле юл һеҙгә!» шиғырынан «Мәктәпкә» бүлеге.

Р. Ғарипов. «Туған тел».

Б. Бикбай. «Туған тел», «Рус теле» (өҙөк).

М. Ғафури. «Һарыҡты кем ашаған?»

Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар (уҡытыусы һайлауы буйынса). Ш. Бабич. «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?» Р. Ниғмәти. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» (өҙөк). М. Кәрим. «Ап-аҡ мөғжизә» әҫәренән өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р. Ғарипов, «Һабантурғай йыры».

6 класс

Ш. Бикҡолов. «Яңырыу».

Р. Мифтахов, «Һүҙ».

3. Биишева. «Башҡорт теле».

Ғ. Хөсәйенов. «Парсалар» (туған тел тураһында).

Р. Бикбаев. «Уралыма», «Салауат ҡылысы».

Әкиәттәр, таҡмаҡтар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Ш. Бабич. «Башҡортостан», «Тупраҡ».

Ф. Туғыҙбаева. «Эй яҙмышым минең».

М. Кәрим. «Ләйсән».

Р. Ниғмәти. «Йәйге ямғыр».

                                                           7класс

Башҡорт халыҡ йырҙары: «Урал», «Салауат», «Азамат», Илсе Ғайса», «Ҡолой кантон».

С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым».

М. Ғафури. «Мин ҡайҙа?», «Үҙем һәм халҡым», «Гөлдәр баҡсаһында».

 Аҡмулла. «Аттың ниһен маҡтайһың?»

 Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» хикәйәһенән өҙөк.

М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк (уҡытыусы Һайлауы буйынса).

Р. Ниғмәти. «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһынан өҙөк.

 Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт» әҫәренән өҙөк.

                                                            8класс

«Ай, Уралым, Уралым», «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне».

Б. Бикбай. «Ер» поэмаһынан өҙөк.

Ғ. Сәләм. «Шоңҡар» поэмаһынан өҙөк.

 М. Кәрим. «Йәшәйһе бар».

 Р. Назаров. «Йәшен», «Йөрәк», «Ғүмер».

3. Биишева, «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренән өҙөк (уҡыгыусы һайлауы буйынса).

Р.Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым».

 Р. Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана», «Бөтә донъя башҡорттары, берләшәйек!»

                  9класс

«Урал батыр» эпосынан өҙөк (Аҡбуҙатты тасуирлаған урын).

Салауат Юлаев. «Яу», «Уҡ», «Егеткә».

М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Инсафлыҡ», «Тиһеңме? »

Ш. Бабич. «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Салауат батыр».

 

                          Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

«Башҡорт әҙәбиәте» курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

I. Шәхси сифаттар:

1.               Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

2.                Этник һәм милли сағылышын таныу:

               үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

               мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;

               һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

               атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы  булырға;

3.              Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;

4.                Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

5.                Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;

6.               Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар и игеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;

7.               Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ- әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;

8.               Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә мҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;

II.                Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү. Метапредмет һәләттәре:

Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

1.                Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәр­леген ойошторорға һәләтле булыу;

2.                Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;

               уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

               әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентаңия эшләй белеү;

               билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;

3.                Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү;

4.                Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;

5.                Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшаш­лыҡты булдырыу;

6.                Әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикше­релгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;

7.                Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

III.                Предмет һәләттәре:

1.               Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;

2.                Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федера­цияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;

3.                Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;

 

4.               Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сарала­рына эйә булыу;

5.               Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;

6.                Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрә­неү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү;

7.              Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү;

8.                Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу, йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөн­сәләр менән художестволы, фәнни-популяр һәм уҡыу текста­рын үҙгәртеп ҡора белеү;

9.                Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;

10.                Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;

11.                 70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиға­ларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;

12.               Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

             өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең исемен һәм авторын белеү;

             әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;

             әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;

              юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;

              портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

             ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;

             өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

             әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;

             яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

               әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү; өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея- художество урынын билдәләү;

               телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея-художество урынын билдәләү;

               уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;

               авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;

               эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

               эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;

               телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

               үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;

               һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика биреү;

               өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

                художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

               эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

               эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

 

IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

               уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

               теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;

               мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;

               билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

 


 


 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

           


 


 


2*

 


 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирской литературе в 5-9 кл. (ФГОС)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 948 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.09.2016 1683
    • DOCX 73.4 кбайт
    • 10 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Абсаликова Гульнара Габдулахатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8803
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Маркетплейсы: организационные, правовые и экономические аспекты

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 15 регионов

Мини-курс

Стрессоустойчивость и успех в учебе: практические методики и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Мини-курс

Стратегии карьерного роста и развития

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе