Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока на тему " Правописание числительных" (6 класс)

Разработка урока на тему " Правописание числительных" (6 класс)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Нордовка урта мәктәбе






Башҡорт теле дәресе



Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы

6 класс


Уҡытыусы : Ә.Р.Мәүлеҡолова





















2011йыл









Тема: Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.


Маҡсат:1.Һан темаһы буйынса алған белемдәрен камиллаштырыу;

һандарҙы дөрөҫ яҙырға өйрәтеү;

2.Һандарҙы телмәр стилендә дөрөҫ ҡулланыу һәм дөрөҫ яҙыу

күнекмәләрен үҫтереү;

3.Туған телгә, тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа, компьютер , “маршрут биттәре”, ҡабатлау өсөн терәк схема, дәреслек

Дәрес планы:

I. Ойоштороу моменты.

II. Дәрестең маҡсаты, темаһы менән таныштырыу.

III. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.

IV. “Телефон ” уйыны

V. Ребус сисеү

VI. Һандар темаһы буйынса ҡабатлау (1-се консультантты осратыу)

VII. Яңы тема өҫтөндә эш

1)Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы (2-се консультант менән әңгәмә)

2) ) Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы буйынса ҡағиҙә сығарыу

VIII.Физминутка

IX.Спринт- һорау

X. “Маршрут биттәр”е тултырыу (Үҙ аллы эш)

X I. “Ижади юл” уйыны (Мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын әйтеп

бөтөү )

X II. “Йәш сәсәндәр ” туҡталышы (ҡобайыр яҙыу)

XIII. Күңелле Математик мәсьәләләр сисеү

XIV. Йомғаҡлау

XV. Өйгә эш биреү

XVI. Баһалау



Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ ҡәҙерле уҡыусылар, ҡунаҡтар!

Ҡыңғырау шылтыраны

Дәрес башланды хәҙер

Матур итеп яуап бирергә

Беҙ инде әҙер хәҙер.

Бөгөнгө дәресебеҙҙә һеҙҙең көләс, мөләйем йөҙҙәрегеҙҙе күреүемә мин бик шатмын.

  1. Дәрестең маҡсаты, темаһы менән таныштырыу, сәйәхәткә саҡырыу.

  • Ҙур фантазәрҙар икәнегеҙҙе белеп, мин һеҙҙе бөгөн сәйәхәткә саҡырмаҡсымын. Сәйәхәтебеҙ ябай түгел, ә үҙенсәлекле. Ул беҙҙе Морфология илендәге бер ҡаласыҡ менән таныштырасаҡ.

  • Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә ул сәйәхәт? (Сәйәхәт ул ҡайҙалыр булһа барыу)

  • Эйе, сәйәхәт – ул күңел асыу йәки белем алыу маҡсаты менән ҡайҙалыр булһа барыу.

  • Ә бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙең маҡсаты ниндәй икән: белем алыумы, әллә күңел асыумы? (Белем алыу)

  • Дөрөҫ, маҡсатыбыҙ – белем алыу. Ҡаласыҡ кешеләренең закондарынһәм ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Шул уҡ ваҡытта үткән дәрестәрҙә алған белемдәрҙе системалаштырыу ҙа.

  • Ниндәй ҡаласыҡ тураһында һүҙ бара икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?(Һандар иленә)

  • Дөрөҫ, әлбиттә Һандар ҡалаһы. Тимәк, беҙ сәйәхәтебеҙҙә һандарҙың дөрөҫ яҙылыуын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.

  1. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.

Дәфтәрҙәргә числоны яҙыр өсөн дежур уҡыусының ярҙамы кәрәк булыр.

Кем бөгөн дежур? Бөгөн нисәнсе число?

  • Рәхмәт.Барыбыҙ ҙа дәфтәргә числоны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Егерме өсөнсө декабрь, йома.

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.

IV. “Телефон ” уйыны

Әлбиттә, ҡунаҡҡа барыр булғас, балалар, беҙ алдан килеүебеҙҙе хәбәр итеп , телефондан шылтыратырға тейешбеҙ. Ә телефон номерын белер өсөн киләһе эште башҡарырға кәрәк булыр.

1-се слайд




hello_html_m23f78342.gif

Беренсе баганала бирелгән һүҙбәйләнештәрҙә һандарҙы табып, төркөмсәләрен билдәләгеҙ һәм нөктәләр урынына асҡысты ҡуйығыҙ. өҫтән аҫҡа уҡыһағыҙ телефон номерын белерһегеҙ. (Уҡыусылар эште башҡара)

- Ниндәй номер барлыҡҡа килде? (23-41-65)

-Афарин. Бына ниндәй номер икән. Килеүебеҙ тураһында хәбәр иттек.

2-се слайд

hello_html_3323d109.gif


  1. Ребус сисеү

1) -Бына беҙ ҡала ҡапҡаһы янына килеп тә еттек. Ҡалаға үтер өсөн ребус сисергә кәрәк. Балалар, ребусты сисәбеҙме? (...)









3-сө слайд

hello_html_m10456381.gif

  • Ребуста нимә тип яҙылған? (Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт).

  • Дөрөҫ, балалар, был башҡорт халыҡ мәҡәле. Ошо матур һүҙҙәрҙе дәфтәрҙәребеҙгә яҙып китәйек әле.(Уҡыусылар мәҡәлде дәфтәрҙәргә яҙалар).

2) Мәҡәл өҫтөндә эш.

- Балалар, мәғәнәһен һеҙ нисек аңлайһығыҙ?(...)

- Дөрөҫ. Бөгөнгө көндә экологик проблемаларҙың береһе – ул урмандарҙы һаҡлап ҡалыу. Ерҙә йәшәүсе һәр кешенең изге бурысы. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, урманды һаҡлауҙа беҙ нимә эшләй алабыҙ һуң? (...)

- Мәҡәлдә һандар бармы? Ниндәй төркөмсәгә ҡарай? (Төп һандар)

- Дөрөҫ.

Бына беҙгә ҡаланы күрһәтеүсе дуҫтарыбыҙ менән танышырға ла ваҡыт етте.

  1. Һандар темаһы буйынса ҡабатлау (1-се экскурсоводты осратыу)

Таҡтаға күҙ һалайыҡ әле, унда - Һан ҡаласығының картаһы.

Улар беҙҙе үҙҙәренең ҡалалары менән таныштырып үтер. Һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, осраған һәр һанды дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Рәхим итегеҙ.

4-се слайд


hello_html_5e3da824.gif




1-се экскурсовод

Беҙҙең ҡала Һандар ҡалаһы тип атала. Унда ике киң проспект: төп һәм рәт һандары проспекттары. Төп һандар проспектының һул яғында иң күп халыҡ йәшәй. Урамдың биҙәге булып ҡырҡ рауза, туҡһан хризантема һәм йөҙ тюльпан үҫкән клумбалар тора. Төп һандар проспектының күршеһе – Кәсер һандар урамы. Был урамда бөтә өйҙәр ҙә ике ҡатлы. Яҡында ғына Йыйыу һандары урамы урынлашҡан. Был урамда йәшәүселәр бик татыу. Сәскәләр үҫкән ерҙә ялғауҙар фонтаны бар. Бында бигерәк тә рәт һәм бүлем һандары килергә ярата.

VII. Яңы тема өҫтөндә эш

1)Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы (2-се консультант менән әңгәмә)

Һүҙҙе 2-се экскурсоводҡа бирәйек.

2-се экскурсовод:

Әгәр Рәт һандары проспекты буйлап атлаһаҡ, ундағы тәртипкә хайран ҡалабыҙ. Һәр өй үҙенсәлекле. Был проспектта иң ҡарт урам – Ҡушма һандар урамы. Ул бер мең ике йөҙ егерме беренсе йылда барлыҡҡа килә. Бында йәшәүселәр бик йөрөргә яратмайҙар, ләкин иң һуңғы өйҙә йәшәүселәр генә фонтанға барып ялғау алып ҡайта. Ә Сама һандары урамында йәшәүселәр һәр ваҡыт үҙҙәре менән һыҙыҡ йөрөтә. Ябай һандар урамында йәшәүселәр яңғыҙ йәшәйҙәр. Ҡала ситендә зәңгәр таҫма кеүек Һөйләм йылғаһы аға.

Беҙҙең ҡалаға рәхим итегеҙ!


- Экскурсоводтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ә класс ниндәй һандарҙы яҙҙы икән? (ике, ҡырҡ, туҡһан, йөҙ, бер мең ике йөҙ егерме беренсе )

Ә хәҙер, 2-се экскурсоводтың һөйләгәнен иҫкә төшөрөп, картаға иғтибар менә ҡарап, ҡалала ниндәй ҡағиҙәләр барлығын әйтеп ҡарайыҡ әле. (…)

2) Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы буйынса ҡағиҙә сығарыу

5-се слайд.


hello_html_m782f0287.gif


1) Сама һандары, арауыҡты күрһәтеүсе һандар һыҙыҡ аша яҙыла.

Мәҫәлән, 2-3 кеше, 4-5 көн

2) Рәт һәм бүлем һандары ялғау ҡабул итһә һыҙыҡса аша яҙыла: 5-се

парта, 2-шәр бала;

3) һандар килеш ялғауы ҡабул итһә, ялғау һыҙыҡса аша яҙыла;

4) ҡушма һандарҙа һуңғы һүҙгә генә ялғау ҡушыла: егерме бишенсе

5) датаны белдереүсе һандарҙа ялғауҙар менән уҡылһа ла, яҙғанда

ялғау яҙылмай.

Сәйәхәт итеп арып та киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ..

VIII.Физминутка

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да,

Һул күҙеңде ҡыҫып ал.

Шунан тәҙрә аша

Күк офоҡҡа күҙеңде һал.

Ике күҙеңде йом да

Бер минутҡа йоҡлап ал.

Уңға, һулға башың сайҡа,

Бына шулай була ял


IX.Спринт- тикшереү

Ҡалала аҙашмаҫҡа беҙгә үткән дәрестәрҙә алған белемдәребеҙ ярҙамға килер. Ҡабатлап үтәйек әле.

- Һандарҙы башҡа һүҙ төркөмдәренән нисек айырып була? (морфологик үҙенсәлектәре менән. Уларҙы һан йәки цифра ярҙамында яҙып була).

- Һандар ниндәй ике төргә бүленә? (ябай, ҡушма)

- Ябай һандар ҡушма һандарҙан нимәһе менә айырыла? Миҫалдар килтереп ҡарайыҡ әле. (…)

X. “Маршрут биттәр”е тултырыу (Үҙ аллы эш)

- Артабан беҙгә “маршрут бит”тәре тултырырға кәрәк. Карточкаларҙа яҙылған һандарҙы төркөмсәләр менән үҙгәртергә.

-Ә хәҙер үҙенең “маршрут бит”ен ...... уҡып күрһәтә. (1-2 уҡыусының эшен тыңлау)


X I. “Ижади юл” уйыны (Мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын әйтеп

бөтөү )

- Артабанғы юлыбыҙ “ижади юл” тип атала. Мин һеҙгә мәҡәлдең тәүге өлөшөн әйтәм, ә һеҙ икенсе яртыһын ҡушып дәфтәрҙәрегеҙгә яҙығыҙ.

Уҡығандың теле ….(икәү)

Ҡурҡҡандың күҙе …. була. (дүрт)

Егәрленең ҡулы … (ете)

Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ … (мең) үлә.

Ете ҡат үлсә, …(бер) ҡат киҫ.

- Кем ниндәй һан өҫтәп яҙҙы икән? Уҡып күрһәтегеҙ әле.

6-сы слайд




hello_html_3256b10.gif

X II. “Йәш сәсәндәр ” туҡталышы (ҡобайыр яҙыу)

Балалар, сәйәхәтебеҙҙең һуңғы туҡталышына ла килеп еттек. Ул “Йәш сәсәндәр ” тип атала. Әйҙәгеҙ бергәләп ҡобайыр яҙып ҡарайыҡ. Мин беренсе юлын әйтәм, һеҙ әйтеп бөтөгөҙ


Бер тигәс тә ни яҡшы?

(Бишле алһаң, шул яҡшы)

Ике тигәс тә ни яҡшы?

(Илең булһа, шул яҡшы)

Өс тигәс тә ни яҡшы?

(Өйөң булһа, шул яҡшы)

Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

(Дуҫың булһа, шул яҡшы)

Биш тигәс тә ни яҡшы?

(Белемең булһа, шул яҡшы)

  • Ай, афарин. Ҡобайырыбыҙ ниндәй эстәлекле булды.

Сәйәхәтебеҙ аҙағына ла етте. Оҡшанымы?

XIII. Күңелле Математик мәсьәләләр сисеү

XIV. Йомғаҡлау

Һан ҡалаһында ниндә урамдар барлығын белдек?

Ә ниндәй ҡағиҙәләр тураһында ишеттек?


XV. Өйгә эш биреү

Һандар ҡулланып, бер хайуан тураһында яҙып килергә.

XVI. Баһалау

Дәрестә ҡатнашып ултырғанығыҙ өсөн рәхмәт. Бөтәгеҙҙе лә яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә! Ә дәрестә актив ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙға “бишле” билдәләре ҡуяйыҡ.

Һау булығыҙ.


Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 10.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров437
Номер материала ДВ-143936
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх