Инфоурок Другое Другие методич. материалыРеферат: " Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм логик фекерләүен үҫтереү"

Реферат: " Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм логик фекерләүен үҫтереү"

Скачать материал

Уҡыусыларҙын һөйләү телмәрен һәм логик фекерләүен үҫтереү.

      Телмәр – баланын фекерләүен үҫтереүҙә төп сара. Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмдәрҙе һүҙҙәргә, һүҙҙәрҙе ижектәргә, ижектәрҙе өндәргә тарҡатыу һәм киреһенсә, өндәрҙән ижектәр, ижектәрҙән һүҙҙәр, һүҙҙәрҙән һөйләмдәр, һөйләмдәрҙән текст төҙөү кеүек эштәр фекерләү операцияһын тәшкил итә.

      Тел дәресендә хәтерҙе, ижади фекерләүҙе, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү маҡсатында төрлө картиналар, әҙәби текстар туплау; тәртибе боҙолған шиғырҙы йыйыу; төрлө һүҙ төркөмдәрен сағыштырыу;ребус, йомаҡ сисеү; образлы сағыштырыу (йомаҡ, мәҡәлдәр); аналогия (оҡшашлыҡ); версиялы фекер алымы (вариант); эмпатия алымы (фараз итеү); иллюстрацияға аңлатма (һүрәттәр) кеүек эш алымдарын ҡулланырға була.

      Тәүге дәрестәрҙән үк өн  артикуляцияһын өйрәтеү өҫтөндә эшләү мөһим. Мәҫәлән, «ә» өнөн өйрәнеүҙе ижектәр әйтеүҙән башлайбыҙ      -дә, -сә, -, -әл, -әс, -әм. Шунан уҡыусы ҡулына көҙгө алып, әәй һәм      а-тай һүҙҙәрен әйтеп ҡарай, яңғыраштағы айырмаларҙы таба.

      Телмәр үҫтереүҙә шиғырҙар, ике юллыҡ тиҙәйткестәр ятлауҙың роле ҙур. Улар хәрефтең, телмәрҙә өндөң дөрөҫ әйтелешен тойорға ярҙам итә. Мәҫәлән,Ҡара ҡарға арҙан бара, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға. Һүҙҙәрҙең  яңғыррашы яғынан оҡшаш булып та һәр ҡайһыһының айырым мәғәнә аңлатыуын аңлай уҡыусы.

     Балаға үҙе күреп белгән әйбер тураһында фекер йөрөтөүе еңелерәк. Шуның өсөн дәресте күргәҙмә материалдар менән байытыу мөһим.

      Ишетеү һәләтен үҫтереү, ишеткәнде төшөнөү, һүҙ әйтелешен камиллаштырыу өҫтөндә эшләү ҙә һөҙөмтәле аҙым. Балаға үҙ телмәрен тыңлап, башҡалар менән сағыштырырға, хаталарҙы төҙәтеп, дөрөҫ әйтергә, һөйләргә өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн телмәрҙе магнитафон таҫмаһына яҙҙырып үҙҙәренә тыңлау яҡшы һөҙөмтә бирә.

      Рус телле балаларҙың аҡыл эшмәкәрлеген, теленең һығылмалығын үҫтереү өсөн түбәндәге күнегеүҙәр ярҙам итә. Уларҙы башҡарғанда уҡыусылар бер-береһен тыңларға һәм ишетергә өйрәнә, һүҙ байлыҡтарын арттыра, әйтергә теләгән уй- фекерен төрлө формала еткерергө ынтыла.

 

    Һөйләмде  4, 3, 2 һүҙгә тиклем ҡыҫҡарт. Көҙ көнө һыуыҡ елдәр иҫә. Көҙ көнө елдәр иҫә. Көҙгө елдәр иҫә. Ел иҫә.

      Һөйләмде берәй һүҙ өҫтәп тултыр. Беҙ уҡыйбыҙ. Беҙ китап уҡыйбыҙ. Беҙ ҡыҙыҡлы китап уҡыйбыҙ. Бөгөн беҙ мәктәптә ҡыҙыҡлы китап уҡыйбыҙ.

      Был күнегеү һәр башҡаларҙың фекерен иғтибар менән тыңлап, уларҙы тойомлап аңларға ярҙам итә.

     Бирелгән һөйләмгә төрлө һорауҙар ҡуйыу ҙа телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Бәләкәй өңдә өс айыу бик татыу йөшәгән.

- Ниндәй өйҙә өс айыу йәшәгән?

әләкәй өйҙә нисә айыу йәшәгән?

- Бәләкәй өйҙәге айыуҙар нисек йәшәгән?

      Башҡорт теле дәрестәрендә үҫтереүсе уҡытыу методикаһын ҡулланыу белем сифатын күтәреүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә. Ул уҡыу бурысын аныҡ ҡуйыуҙан, маҡсатты дөрөҫ билдәләүҙән тора. Уҡытыусы дәрестең башынан аҙағына тиклем ойоштороусы ролен үтәй. Бала уҡытыусы ярҙамында күҙәтә, сағыштыра, төркөмләй, анализлай, һығымта яһай. Эҙләнеү диалогында иһә уҡытыусы ла, уҡыусы ла тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусы. Һәр кем үҙ фекерен яҡлай, иҫбатлай.

Үҫтереүсе уҡытыу методикаһының түбәндәге алымдарын йыш ҡулланам.

1.     Текстың исеменә йәки иллюстрацияға ҡарап, йөкмәткеһен күҙалау.

2.     Һорауҙарға яуап алыу. ( Беҙҙең күҙаллау дөрөҫ булдымы? Нимә тураһында һүҙ бара?)

3.     Яңғырауыҡлы уҡыу. ( Балалар уҡытыусы артынан ҡабатлап уҡый. Бындай  алым дөрөҫ интонация менән тасуири уҡырға өйрәтә.) 

4.      Бер-береңде ҡыуып ет! ( Уҡыусы өҙөк уҡый, бала тиҙ генә ошо урынды табып, дауам итә.)

5.     Тексты сәхнәләштереү.

Л.В.Занков концепцияһы принциптарын ҡулланыу ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Уҡытыусы һәр дәрестә дөйөм үҫеште маҡсат итеп ҡуйырға тырыша. Мәҫәлән, һүҙҙәр араһынан синонимдар, омонимдар, антонимдар яҙып алырға мөмкин. «Һүҙ төҙө!» - « Ниндәй һүҙҙәр йәшеренгән?» -  ( Башҡортостан – баш, ҡорт, ос).

     Һүҙҙәрҙе өйрәнер алдынан схема, таблицалар төҙөргә өйрәнәбеҙ. В.М. Штейнберг системаһын ҡулланып, дәрес материалын уҡтарға һалып     эшләүҙе отошло тип таптым.

     Был технология шуныһы менән уңайлы: балаларҙың күҙ алдында йәнле картина һымаҡ бер тема ята. Уҡытыусы ҡуйған һорауға китаптарҙан яуап эҙләп тораһы юҡ, уҡта конкрет яуап бар. Был алым,беренсенән, хәтерҙе үҫтерә, икенсенән, баланың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, фекерләү, сағыштырыу, анализлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

     Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, һөйләргә, иптәшен иғтибар менән тыңларға һәм уға баһа бирергә өйрәтеү йәһәтенән А.С.Границкаяның адаптация системаһының парҙар менән эшләү алымы уңайлы. Был осраҡта һәр баланың индивидуаль үҙенсәлеге,һәләте, башҡорт теленән белем кимәле асыҡлына һәм улар бер төркөмгә берләштерелә. Һөҙөмтәлә, белем кимәле бер сама булған төркөмдәр барлыҡҡа килә. Телде белмәгәндәргә еңелерәк эштәр биреп, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләргә һәм яҙырға өйрәтеү өҫтөндә эшләнһә икенсе төркөмгә ҡатмарлыраҡ күнегеүҙәр һәм грамматика буйынса тәрәнерәк белем бирелә. Уҡыусыны әүҙемләштереү маҡсатында материал күләмен арттыра барам. Мәҫәлән, «3» билдәһенә – бер бүлек, «4» билдәһенә – 2, ә «5» билдәһе өсөн ҙурыраҡ күләмендәге шиғыр ятлау, уларҙы тағы ла арттырырға, йә күнегеүҙәрҙе һайлап алыу мөмкинлеге һәм өҫтәмә эштәр тәҡдим итәм. Телде яңы үҙләштерә башлағандар өндәр, хәрефтәр, һүүҙәр, һүҙбәйләнештәр өҫтөндә эшләһә, бүтәндәргә грамматик категориалар аңлатыла, һөйләмдәр төҙөтөп, текст өҫтөндә эштәр тәҡдим ителә. Телде яҡшы белеүселәр менән ижади эштәр үткәрелә. Төрлө тмаға инша, изложение, контроль диктанттар яҙҙырыу мотлаҡ.

     Уҡыусыларға аралашып, төркөмдәргә бүленеп эшләү бик оҡшай. Улар бер-береһе менән ярыша, дөрөҫ яуаптар бирергә тырыша.

    Ошоларҙан сығып шуны әйтә алам: һәр уҡытыусы уҡытыу-тәрбиә эшен үҙенң ҡулай методик системаға таянып алып барырға хаҡлы. Тик шуны хәтерҙә тотоу мотлаҡ: уҡытыусы хеҙмәтенең төп күрһәткесе – белем кимәле, фекерләү мәғниәте юғары булған,башҡорт телен һәйбәт белгән балалар тәрбиәләү.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Реферат: " Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм логик фекерләүен үҫтереү""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Помощник руководителя отдела библиотеки

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 023 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.01.2021 146
    • DOCX 28.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хажиева Айгуль Нурисламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хажиева Айгуль Нурисламовна
    Хажиева Айгуль Нурисламовна
    • На сайте: 6 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7278
    • Всего материалов: 11

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 285 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Мини-курс

Литературные пути: от биографий к жанрам

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология учебной среды и развития детей: от диагностики к коррекции

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Эффективная самопрезентация

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 56 человек из 31 региона
  • Этот курс уже прошли 33 человека