Инфоурок Внеурочная деятельность Другие методич. материалыСценарий литературного вечера "Рәсих Ханнановтың һүнмәҫ йырҙары".

Сценарий литературного вечера "Рәсих Ханнановтың һүнмәҫ йырҙары".

Скачать материал

“Рәсих Ханнановтың һүнмәҫ йырҙары” (Яҡташыбыҙҙың 90 йыллығына арнала).

(Әҙәби кисәнең сценарийы)

1-се уҡыусы. (Ралина) Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар! Беҙ бөгөн яҡташыбыҙ, күренекле шағир, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәсих Нурғәле улы Ханнановтың 90 йыллығы тулыу айҡанлы “Рәсих Ханнановтың һүнмәҫ йырҙары” исемле әҙәби кисәгә йыйылдыҡ.

   Рәсих Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Шулай ҙа тормош ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмай, тырышып уҡый. Рәсих ағай бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена газетаһында сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра. Ул яҡташыбыҙ, танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр ҙә яҙа башлай. Ә инде илленсе йылдар аҙағында яҙыусының әҫәрҙәре матбуғатта йыш күренә. Беренсе йыйынтығы «Һин онотма» тип атала.

 2-се уҡыусы. (Нәргизә)

  Рәсих Ханнанов шиғырҙарҙан тыш, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итергә лә ваҡыт таба. Уның ошо осорҙа донъя күргән «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!» кеүек йыйынтыҡтары әҙәбиәт һөйөүселәр һәм тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителде. Бынан тыш алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы ла.
  3-сө уҡыусы(Айгизә)                      

Рәсих Ханнанов - әҙәбиәтебеҙҙең төрлө жанрҙарында уңышлы эшләгән әҙип. Әммә Рәсих Нурғәле улының ижадында йырҙар айырым урын алып тора, сөнки ул Данил Хәсәншин, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов, Айрат Ҡобағошов, Салауат Низаметдинов, Абрар Ғабдрахманов, Әкрәм Дауытов һәм башҡалар кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың күбеһе халыҡҡа киң билдәле. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм – Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.

  4-се уҡыусы.   (Радмир)           

  Моңло  йырҙар һүҙҙәренең авторы булған шағирға бындай һәләт кемдән күсте икән? Әлбиттә, әсәһенән. Әсәһе лә моңло итеп йырлаған. Ошо хаҡта автор үҙе:

   “Мин үҙемде һәр саҡ моңло тип һананым. Музыка яратыуым бала саҡтан килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күмәкләп бесәнгә йөрөгәндә әсәйем әрәмәлектән эҙләп алып ҡурай яһай ҙа, уйнай торғайны. Мин дә уға ҡушылып йырлап ебәрә инем. Мәктәптә уҡығанда әсәйем апайыма ҡайҙандыр мандолина алып ҡайтҡайны, мин уйнарға өйрәндем, ә апайым уны “еңә алманы”. Шулай киттте...

...Беренсе йырымды, Ҡырмыҫҡалының “Хеҙмәткә дан” район газетаһында эшләгәндә, 1956 йылда яҙҙым. Ул “Һин онотма” тип атала ине. Йырҙың көйөн районыбыҙҙың мәҙәниәт йорто директоры Тәлғәт Шәрипов яҙҙы. Йыр халыҡ араһында тиҙ таралды”, - тип иҫкә ала Рәсих ағай.
5-се   уҡыусы(Камилла).          

  «Һин онотма» йыйынтығына индерелгән шиғырҙарының күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә. Бөгөнгө көнгә ҡәҙәр Рәсих  Ханнановтың ижади хазинаһында береһенән-береһе үҙенсәлекле ике йөҙгә яҡын шиғыр тупланған...

  Уның композитор, уҡыусы, тыңлаусылар араһындағы популярлығы, халыҡ күңеленә, йөрәгенә үтеп инә алырлыҡ яҙа белеүендә. Шиғырҙарының тематикаһы ла тормошсан: кеше яҙмышы, уның уй-хистәре, ата-әсә, тыуған ер, Тыуған ил менән бәйләнештә”:

6-сы уҡыусы (Лилиә)      Ҡитғаларҙан ҡитғаларға күсеп

Бер йыр йөрөй донъя иңендә:

       Беҙ бәхетле, ғорур, шат йәшәйбеҙ,

Тиң хоҡуҡлы башҡорт илендә,

                                         Азат Башҡортостан ерендә.

 7-се уҡыусы.   (Лиана)  Бына баҫыу. Йәйрәп ята иген.

Шатлыҡ һыймай күңел түренә.

      Күпме байлыҡ үҫтергәндәр бында

                                           Ауылдаштар Тыуған илемә! 

8-се уҡыусы(Изген)     ...Һөйөп туймаҫ инем был күренеште

                                        Мең йыл йәшәһәм дә донъяла.

     Һөйөп туймаҫ, күреп талмаҫ инем,

                                        Мул уңышлы ошо ҡырҙарҙы,

        Тыңлап туймаҫ, йырлап арымаҫ инем

                                       Хеҙмәт тыуҙырған шул йырҙарҙы.

8.1 уҡыусы. (Эльвина)  Яңы йырҙар, яңы нурҙар кәрәк,

                                         Өмөт кәрәк килер йылдарҙа.

                                         Ҡояш итеп һинең байрағыңды

                                         Сыҡтыҡ яңы, иркен юлдарға.

9-сы уҡыусы. (Диана).Иҫ китмәле матур йөкмәткеле шиғырҙар. Р. Ханнанов  –  Тыуған  илен,  уның  бөйөклөгөн   данлаусы  ул. Беҙ һөйләп ишеттергән шиғыр юлдары ла яҡташымдың талантлы йырсы-шағир булыуын иҫбатлай.

“...Йыр текстары яҙыу өсөн, шағирлыҡ булыуҙан тыш, музыкант та, йырсы ла булырға кәрәктер. Рәсих Ханнановты ла шиғырҙың йырға хас моңло рухын тойомлауы йырсы-шағир яһаған...”, - тип билдәләй филология фәндәре докторы профессор Әхәт Ниғмәтуллин.

  10-сы уҡыусы (Айнур). Һәләтле кешеләр хаҡында әйткәндә: “Шиғырҙары  йырлап  тора тиҙәр бит”. Ә бына  Рәсих ағайҙың шиғырҙары йырлай  бит  улар, күңелдәрҙең  әллә  ниндәй   ҡылдарын  сирткеләйҙәр.Үҙе беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, мәңгелек йырҙары ҡалды халҡыбыҙға. Йырҙары йырланған, һаман да йырлана һәм йырланасаҡ.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сценарий литературного вечера "Рәсих Ханнановтың һүнмәҫ йырҙары"."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Копирайтер

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Сценарий литературного вечера, посвященного 90-летию Р. Ханнанова.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 273 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 02.01.2022 203
    • DOCX 20.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхакова Рамиля Филаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхакова Рамиля Филаритовна
    Исхакова Рамиля Филаритовна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 27171
    • Всего материалов: 21

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Современные образовательные технологии дополнительного образования детей и взрослых

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 52 человека из 33 регионов
  • Этот курс уже прошли 713 человек

Курс повышения квалификации

Методика и организация образовательной деятельности дополнительного образования

36/72/108 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 352 человека
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Формирование модели дополнительного образования детей в современных условиях

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 46 человек

Мини-курс

Эффективное взаимодействие с детьми: стратегии общения и воспитания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 663 человека из 74 регионов
  • Этот курс уже прошли 561 человек

Мини-курс

Figma: продвинутый дизайн

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 62 человека из 25 регионов

Мини-курс

История и основы галерейного бизнеса

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе