Салауат районына сәйәхәткә саҡырам
Мин Ғарипов Искәндәр Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт
республика гимназия-интернатында белем алам. Был гимназияла уҡыу миңә бик
оҡшай. Бында республиканың төрлө райондарынан малайҙар һәм ҡыҙҙар уҡый. Беҙ
барыбыҙ ҙа бер ҙур ғаилә кеүекбеҙ. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҙә бик яғымлылар,
беҙ ҙә тырышып уҡырға тырышабыҙ. Дәрестән һуң түңәрәктәргә, секцияларға
йөрөбөҙ. Беҙҙең уҡыу көндәре лә, ялдарыбыҙ ҙа бик күңелле һәм файҙалы үтә.
Мин Салауат районында тыуғанмын һәм йәмле районымды
бик яратам. Минең районым төрлө матур һәм иҫтәлекле урындарға бик бай. Әгәр
каникулға ҡунаҡҡа мин берәй иптәшемде алып ҡайтһам, уға ошо урындарҙы күрһәтер
инем.
Беренсе булып уны мин 6-сы синыфҡа хәтлем уҡыған
мәктәбемә алып барыр инем. Мәктәп бик матур, яҡты, ике ҡатлы. Мәктәптә
ауылыбыҙҙың тарихы, уның күренекле шәхестәре тураһында бәләкәй генә музей бар.
Шулай уҡ унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан йәки батырҙарса алыш яланында ятып
ҡалған, юғалған ата-бабаларыбыҙ тураһында ла мәғлүмәт йыйылған.
Унан һуң Арҡауыл ауылына Рәми Ғарипов музейына алып
барыр инем. Музейҙа Рәмиҙең бала сағы, үҫмер йылдары, Өфөлә уҡыған, эшләгән
ваҡыттары һәм ижады тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. Музейҙан кеше бер
ваҡытта ла өҙөлмәй.
Шунан тәмле, шифалы Ҡорғаҙаҡ шишмәһен күрһәтер инем. Бөтә
илгә киң билдәле булған Ҡорғаҙаҡ һыуы шул шишмәнән алына инде. Унда ошо
шишмәнең һыуын тәмләр инек.
Күптән түгел Янғантау геопаркы булдырылды. Уның менән
дә таныштырып үтер инем. Янғантау геопаркы геология, биология, тарихи
объекттары комплексын тәшкил итә. Уға Мәсетле, Лаҡлы, Оло Бөгөл киҫелештәре,
Янғантау тауы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Ҡара тау иңдәре инә.
Мәсете киҫелеше беҙҙең Мәсетле ауылында урынлашҡан. Бында
бик күп турист килә. Ошо киҫелештән өҫтәрәк Бейек исемле тауыбыҙ ҡалҡып тора.
Тауға менеп тирә-яҡҡа ҡараһаң, тәбиғәттең матурлығына иҫең китер. Тау аҫтынан
ғына тыныс Йүрүҙән йылғаһы ағып ята.
Унан һуң район үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан милли
батырыбыҙ Салауат музейына китер инек. Музей иркен, бик бай, матур итеп
йыһазландырылған.Унда инһәң, сығаһы ла килмәй. Музейҙа башҡорт халҡының яҙмышы,
тарихи йылдары, боронғо көнкүреше, уларҙың шөғөлдәре, кейемдәре, эш ҡоралдары,
һуғыш ҡоралдары тураһында бик күп нәмәләр белергә мөмкин.
Тағын бер тарихи урын - ул Иҙрис мәмерйәһе. Икенсе
төрлө уны Салауат мәмерйәһе тип тә йөрөтәләр, сөнки унда Крәҫтиәндәр һуғышы
ваҡытында халыҡ батыры Салауат Юлаев йәшенгән булған тип легенда йөрөй.
Шунан йыраҡ тугел Лаҡлы фонтаны бар. Был фонтан ер
аҫтынын һыу бәреп сыҡҡанға барлыҡҡа килгән. Фонтан эргәһенән генә Әй йылғаһы
ағып ята. Йәй көндәре был йылғанан бик күп туристар кәмәлә ағып төшә. Шул
фонтан эргәһенә килеп һыуынып алалар.
Ошондай ҡыҙыҡлы урындар минең районымда бик күп. Каникулга
йәки ҡунаҡҡа килеп рәхәтләнеп ял итергә була.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.