“Хеҙмәтенә күрә хөрмәте”
(Мәҡәлдәр аша хеҙмәткә
өйрәтеү)
Рәхимова Рәсимә Ғәйәр
ҡыҙы,
Яңы Балапан урта
мәктәбенең
10-сы класс уҡыусыһы
Башҡорт
халыҡ ижадын иғтибар менән өйрәнһәң, иҫ китмәле аҡыл хазинаһына тап булаһың.
Халыҡ әйтәһе фекерен, бирәһе аҡылын, төшөндөрәһе һабағын кеше күңеленә етекереү
өсөн төрлө юлдарын тапҡан. Хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙең күркәм өлгөләрен беҙ халыҡ
мәҡәдәрендә,әйтемдәрендә күрәбеҙ. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”,
“Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” кеүек мәҡәлдәрҙе беҙ йәшәү ҡағиҙәһе
итеп алғанбыҙ.
Хеҙмәт
тәрбиәһенә бәйле мәҡәлдәр йыйыу, уларҙы системаға һалыу һәм китапсыҡ итеп
эшләп, башҡорт теле кабинетына тапшырыуҙы изге бурысым тип һанайым.
Бала
уҡыһын тип йорт эштәренән азат итеү дөрөҫмө? Бала хеҙмәт күнекмәһе алыуҙан
мәхрүм булмаймы? Был хәл башҡаларға һалышыу ғәҙәтен барлыҡҡа килтермәйме. Үҙ
аллы тормош көтә башлағас, өлгөрмәү, эш һөймәү, эштән тиҙ генә ялҡыу кеүек
күренештәргә тарымаҫтармы? Әллә йорт тирәһендәге эштәр, аш-һыу әҙерләү,
һауыт-һаба йыуыу, мал ҡарау, баҡса эштәрендә ҡатнашыу хеҙмәткә өйрәтеүҙә бер
ниндәй әһәмиәте булмаған эштәрме?
Яҡшы
уғыу, юғары белем алыу бик кәрәк. Әммә көнкүрештә, йәшәйештә һәр ваҡыт үтә лә
мөһим булған ябай хеҙмәт күнекмәһе иҫәбенә барырға тейеш түгел ул тип яуап
бирер инем мин.
“Һөнәрҙең
артығы юҡ. Өйрәнеп ҡуй. Бер кәрәкмәһә, бер кәрәгер”, - ти Таңһылыу өләсәйем.
Ысынлап та, “һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ”, “һөнәрһеҙгә донъя тар” кеүек
халыҡ мәҡәләдре лә күп һөнәргә эйә булған тырыш кешеләрҙе хуплай.
Тикшеренеү
эшемедең практик өлөшөндә мин ололорҙан эш, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр ҙып
алып, уларҙы телмәремдә ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.
Һәр бер
баланың , хатта оло кешенең дә кумиры була. Күпселек осраҡта у сәнғәт йә спорт
вәкиле булып сыға. Ә хеҙмәт алдынғылары кумирҙар, “йондоҙҙар” араһында бик
һирәк. Телевидение, интернет, матбуғат та был тәңгәлдә эште бик үк дөрөҫ алып
бармай. Экрандарҙан, гәзит-журнал биттәренән төшмәгән сәхнә һәм спорт
йондоҙҙары бар яҡтан да өлгө, үрнәк итеп күрһәтелә. Ошо урында һорауҙар тыуа.
Ниңә замандаштарыбыҙ: алдынғы уҡытыусы, врач, ашнаҡсы, төҙөүсе, шахтер,
машинист, малсы һәм башҡа һөнәр оҫталары тураһында күберәк яҙып, күрһәтеп,
уларҙың эш, тормош тәжрибәһен, оҫталығын өйрәнмәйбеҙ? Үҫеп килеүсе йәш быуынға
хеҙмәт кешеһен маяҡ итеп күрһәтмәйбеҙ? Минеңсә, был тәңгәлдә эш дөрөҫ йүнәлеш
алырға тейеш. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, “көн дә байрам, көн дә туй булмай” бит инде.
Һуңғы
ваҡытта беҙҙең йәмғиәттә иң кәрәкле кешелек ҡиммәттәре артҡа планға күсте,
беренсе планға байлыҡ туплау, уйын-көлкө, байҙарҙың туйып һикереүе кеүек
күренештәр сыҡты. Рәсәйҙә “эшһеҙлек”тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Белеүебеҙсә,
бынан ярты быуат элек эшһеҙ кешеләрҙе “әрәмтамаҡ” тип атағандар. Ә хәҙер ауыл
ерендә эшһеҙлек номаға инеп бара тип әйтергә лә була.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.