Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Тема урока "Икмәк" 7 класс
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Тема урока "Икмәк" 7 класс

библиотека
материалов

Тема.Икмәк ҡәҙере. 7 класс (гос)

  • Һаумыһығыҙ уҡыусылар.

Бөтәгеҙгә лә хәйерле көн теләп, дәресебеҙҙе башлайыҡ.

-Уҡыусылар эште башлар алдынан телдәрҙе шымартып алайыйҡ


Таҡтала: ғы-ғы-ғы – икмәк ил байлығы.

Ма-ма –ма – икмәктән оло булма.

Мәк-мәк-мәк – табындың йәме икмәк.

Һеҙ-һеҙ-һеҙ –икмәкһеҙ өҫтәл йәмһеҙ.


-үҙ аллы уҡыу, Бергәләп уҡыу, - тәржемә итеү, - рәтләп уҡыу.


-Афарин уҡыусылар.


-Бөгөнгө дәресте таҡтала яҙылған йомаҡ менән башлайыҡ..

Аҡ ҡамырҙан әүәләйҙәр,

Бешерәләр мейестә.

Донъяла иң тәмлеһе ул,

Унһыҙ тормош юҡ һис тә.

У.М.ҡ.

Нисек уйлайһығыҙ, нимә тураһында һүҙ бара? (икмәк - һүрәт). Бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ инде? Дөрөҫ, һөйләшер һүҙебеҙ икмәк, икмәктең ҡәҙере тураһында булыр. Әйҙәгеҙ бергәләп дәфтәрҙәргә числоны, У.М. Икмәк ҡәҙере тип яҙып ҡуябыҙ.


У.М.с.


- Уҡыусылар ни өсөн беҙ дәрестең темаһын икмәк кенә тип алманыҡ, ә икмәк ҡәҙере тинек?

- Ни өсөн беҙ уны ҡәҙерләргә тейеш?

- Яуап.


  • Икмәк – иң изге, ҡәҙерле аҙыҡтарҙың береһе. Икмәк ашамай бер көн дә тора алмайбыҙ, сөнки унһыҙ тамаҡ туймай. Икмәкһеҙ табын йәмһеҙ шул. Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләгәндәр һәм ҡунаҡтарҙы икмәк – тоҙ менән ҡаршы алғандар.(Мин дә һеҙгә үҙемлең күстәнәсемде – көс , ҡеүәт биреүсе икмәк тәҡдим итәм)(Икмәктән ауыҙ итеү.)

- Ниндәй төр икмәктәр беләһегеҙ?


- Ҡара ерҙең аҡ икмәге өҫтәлгә килеп еткәнсе ниндәй юл үтә, күпме кешенең хеҙмәт көсө түгелә, шул турала уйлағанығыҙ бармы?(яуап)

- Бына ошо бойҙайҙан – икмәккә саҡлы үткән юлын кем һөйләп күрһәтергә теләй?

(Уҡыусы һөйләүе)

  • Афарин

  • Һеҙ уҡыусылар һөйләүенән икмәктең ни тиклем юл үткәнен ишеттегеҙ


  • Ә хәҙер тағы бер ҡат ошоно иҫбат итеп дәреслектәге 17-се күнегеүҙе ҡарап үтәйек.

-һүҙлек эш ҡатмарлы – сложный

Башаҡ- колос

Дымландырылған – увлажняет

Хәрәкәт – движение

Урырға – жать

Һуғырға – молотить (һүҙбәйләнеш , һөйләм төҙөү)

-үҙ алдына уҡып сығыу.

- 1 уҡыусы уҡый.

-тәржемә итеү

-сылбырлы уҡыу

- һорауҙар төҙөү (уҡыусылар үҙҙәре төҙөп яуап бирәләр)

(Сәсеү өсөн ниндәй машиналар кәрәк?трактор, һабан, культиватор, сәскес кеүек машиналар кәрәк)(Уңышты йыйып алыуғы ниндәй көрәшкә тиңләп була? Фронттағы утлы көрәшкә)

(Тартыр алдынан игенде нимә эшләтергә кәрәк? дымландырырға)

(Он хәленә килгәнсе нисә төрлө машинана үткәрәләр? 30-ға яҡын машинан үтергә тура килә.)


-Афарин уҡыусылар.


-Һеҙгә өй эше итеп “Икмәк ” тураһында шиғырҙар табып килергә ҡушылғайны. Әйҙәгеҙ тыңлап үтәйек.

(Ике уҡыусы һөйләй)


  • Дөрөҫтән дә икмәк тураһында күп шағирҙар шиғыр яҙған, композиторҙар был шиғыр юлдарына көй ижад иткәндәр, хатта рәссамдар ҙа үҙҙәренең картиналарын яҙғандар. Бына улар: (слайд)


  • Ә беҙҙең халыҡ икмәк тураһында мәҡәлдәрҙә әйтеп ҡалдырған. Әйҙәгеҙ төркөмдәргә бүленеп эшләп алайыҡ.


Карточка. Икмәк һәм тоҙ – яҡты йөҙ.

Икмәк – ғүмер.

Икмәк – табын ҡояшы.

Икмәк – бар нәмәгә баш.

Икмәк булһа – йыр ҙа була.

Ер ҡәҙере игендә, кеше ҡәҙере белемдә.

Иген ер һыуына түгел, тир һыуына үҫә.

Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.

Йәйге бер көн йылды туйҙыра.


Эштәрҙе тикшереү.



  • Таҡтаға ҡарайыҡ әле уҡыусылар. Һеҙгә һөйләм бирелгән. Иген бураға төшһөн өсөн, эшселәр көндө төнгә ялғап эшләйҙәр.

  • Балалар был һөйләмдә ҡапма- ҡаршы һүҙҙәр бармы?(көн , төн)

Ундай һүҙҙәр икенсе төрлө нисек атала?(Ҡағиҙә слайд Антоним- …)


  • һүҙҙәр бирелгән шул һүҙҙәргә антонимдарын табырға кәрәк (оло- кесе,ҙур – бәләкәй, дуҫ – дошман, яҙ – көҙ, ҡыш – йәй, яңы – иҫке, арҙан – ҡиммәт, ҡаты- йомшаҡ,иртә – кис.)

Һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.1-2 һөйләмде таҡтаға яҙыу.


-Эште дауам итәбеҙ. Мин икмәк тураһында һорауҙар бирәм, ә һеҙ антонимдар менән яуап бирегеҙ.

1) Төрлө икмәктәр бешереп магазиндарға ебәрәләр. Һеҙ ниндәй икмәк һатып алғанығыҙ ба?(Аҡ, ҡара.)

2) Икмәктең яңы ғына мейестән сыҡҡаны ниндәй була? (йомшаҡ, эҫе.)

3) Магазиндарҙа кистән ҡалғаны ниндәй була?(ҡаты, һыуыҡ)


- Афарин уҡыусылар.


Рефлексия

-Шулай итеп уҡыусылар , беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы нисек тип аталды? Иҫкә төшөрәйек.Икмәк ҡәҙере. Ни өсөн икмәкте ҡәҙерләргә кәрәк инде?

(Яуап)


  • Уҡыусылар һуғыш ваҡытында кешеләр ҙур ауырлыҡтар менән көн иткәндәр, уларҙың икмәкһеҙ тилмергән саҡтары ла күп булған.Ошо ауырлыҡтарҙы күреп Ә.Атнабаев шиғыр ҙа яҙған.

Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған,

Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,

Ҡош телендәй шул грамдар өсөн

Һуғышҡандар ,хатта үлгәндәр.

Был шиғыр юлдарын тәржемә итеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Һеҙгә автор әйткән һүҙҙәр аңлашыламы?

  • Был ваҡыт тураһында тәрәнерәк мәғлүмәт алаһығыҙ килһә: “Һуғыш осорондағы михнәттәр”, “Ленинград блоккадаһы”, “Таня Савичеваның көндәлеге” – тип аталған китаптарҙан таныша алаһығыҙ.

  • Уҡыусылар беҙҙең бөгөнгө имен тормошобоҙҙа икмәк алдында ниндәй бурысы тора?(Уны һаҡларға, ҡәҙерләргә,хөрмәтләргә, икмәк валсыҡтарын ҡоймаҫҡа, киҫәген ташламаҫҡа)

  • Яуаптарығыҙ менән килешәм. Әйҙәгеҙ бергәләп ошо ҡағиҙәләрҙе яҙып уҡ ҡуяйыҡ.

  • Икмәкте уң ҡул менән генә бүлергә.

  • Валсығын ҡоймаҫҡа.

  • Икмәктең валсыҡтарын йыйып ҡоштарға бирергә.

  • Икмәк киҫәктәрен ташламаҫҡа.

  • Ошо ҡағиҙәне балалар иҫтә тотайыҡ, бер ҙә онотмайыҡ. Һеҙгә инде өй эше итеп: – Икмәк тураһындағы әкиәт яҙып ҡарарға;

  • Икмәк ҡәҙере тигән темаға Кроссворд төҙөргә.



Йомғаҡлау.


  • Бөгөнгө дәрестәге икмәк тураһындағы һөйләшеүҙәр һеҙҙе тыныслыҡтың, икмәктең хаҡын, баһаһын белергә өйрәтһен. Әгәр ҙә бер кеше көнөнә 100 грамм икмәк ташлаһа ла, Башҡортостанда ғына көн һайын 380 тонна ҡиммәтле ризыҡ әрәм була.

  • Тәрбиәле, тәртипле,иманлы булығыҙ уҡыусылар


Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 10.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров231
Номер материала ДВ-439338
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх