Инфоурок Родная литература Другие методич. материалыТуған телдәрҙе өйрәнеүҙә Башкортстандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадының әһәмиәте

Туған телдәрҙе өйрәнеүҙә Башкортстандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадының әһәмиәте

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы МР Тәтешле районы Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Шүлгән урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

 

Проект эше

 

Тема: «Туған телдәрҙе өйрәнеүҙә Башкортстандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадының әһәмиәте»

(Кисә өсөн сценарий)

 

 

                                                                   

 

 

                                                                              Башҡарҙы:

                                                         9-сы синыф уҡыусыһы

                                                  Гаязова Лиза Фәнзит ҡыҙы

                                                                      Етәксеһе:

                                              башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                    Уҡытыусыһы Усманова Гөлфирә Марат ҡыҙы

 

                                  Шүлгән 2020

Проект эшенең төрө:

Ижади (кисә үткәреү өсөн сценарий)

Проектты башҡарыу: яңғыҙ (индивидуаль)

Үткәреү ваҡыты: ҡысҡа ваҡытлы

Проекттың маҡсаты: туған телдәрҙе өйрәнеүҙә Башкортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишева ижадының әһәмиәтен асыҡлау.

Проекттың бурыстары:

1) Төрлө сығанаҡтар менән үҙ аллы эшләү барышында белем һәм күнекмәләрҙе формалаштырыу, мәғлүмәтте анализлау, һығымталар яһау.

2) Уҡыусыларҙы үҙ фекерҙәрен телдән һәм яҙма рәүештә дөрөҫ итеп әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү.

3) Уҡытыусы менән дә, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү, материалдар йыйыу, туплау күнекмәләрен булдырыу.

4) Зәйнәб Биишева тураһында тулы мәғлүмәт табыу, иптәштәреңә, коллективҡа тәҡдим итеү.

Проблемалы һорау өҫтөндә эш:

Туған телдәрҙе өйрәнеүҙә З.Биишеваның ижадының әһәмиәте нимәлә?

Проект эшенең планы:

1) Башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы З.Биишева.

2) Башҡорт әҙәбиәтендә яҡты йондоҙ...

3) З.Биишева-күп яҡлы талант.

4) Туған тел- иҙге төшөнсә.

5) З.Биишева- беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән ҙур һүҙ оҫтаһы.

Проект өҫтөндә эшләү алымы:

1) Әҙерлек этабы;

-тема һайлау;

-маҡсат, бурыстарҙы аңлатыу;

-йүнәлеш билдәләү;

-күләмен билдәләү;

-эштең үтәлеү ваҡытын билдәләү;

-уҡытыусы менән бергә эш планын төҙөү;

-уҡыусыны сығанаҡтар, өҫтәмә материалдар менән эшләргә өйрәтеү;

-күргәҙмә материалдар туплау.

2) Проектты төҙөү этабы:

-план буйынса эш башҡарыу;

-сығанаҡтар менән эшләү;

-күргәҙмә материалдар туплау һәм яһау; презентация яһау, викторина һорауҙары төҙөү.

Проектты тормошҡа ашырыу этабы .(Эште төгәлләү һәм тикшереү).

4) Йомғаҡлау этабы .(Проектты яҡлау, башҡаларҙы хеҙмәт һөҙөмтәләре менән таныштырыу, мәктәптә сценарий буйынса кисә ойоштороу)

Эштең һөҙөмтәһе: төҙөлгән сценарий буйынса иптәштәреңде йәлеп итеп мәктәптә байрам кисәһе үткәреү; презентация ҡулланыу; викторина буйынса уҡыусылар араһында ярыш ойоштороу, З.Биишева ижадын иң яҡшы белеүсе уҡыусыны асыҡлау.

Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады менән яҡындан танышыу, уның ижады аша тыуған илгә һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: компьютер, интерактив таҡта, китаптар күргәҙмәһе.

1-се уҡыусы:

-Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең Шүлгән урта мәктәбендә иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, башҡорт әҙәбиәтенең яҡты йондоҙо Зәйнәб Биишеваға арналған әҙәби кисәгә йыйылдыҡ.

 

 

2-се уҡыусы:

Тыған ер, тыуған яҡ, тыуған ауыл...Һәр кем өсөн изге, ғазиз, ҡәҙерле ул. Тыуған яҡтың гүзәл тәбиғәте шағирҙарға илһам бирә. Ә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ-илһам сығанағы. Ошо ерлектә-тыуған, үҫкән, шәхес булып формалашҡан, яҙыусы булып етлеккән Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева.

Уҡытыусы һүҙе:

З.Биишева- башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын, драма әҫәрҙәрен, тәрән йөкмәткеле беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән һүҙ оҫтаһы.

З.Биишева ижады- башҡорт халҡының үҫеш юлында шулай уҡ ҡабатланмаҫ ваҡиға. З.Биишева-беҙҙең Шәреҡ донъяһында беренсе трилогия ижад иткән тәүге ҡатын-ҡыҙ яҙыусы ла. Бөгөнгө көндә үҙенең күп һанлы юғары художестволы әҫәрҙәре менән илебеҙ аренаһына сығып, күп милләтле уҡыусылар йөрәгенә юл алған халыҡ яҙыусыһы З.Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә.

(китап күргәҙмәһе менән таныштыра)

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында Абдулла Биишев ғаиләһендә алтынсы бала булып дөнъяға килә.

4-се уҡыусы:

Яҙыусы үҙенең бала сағы тураһында: “Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ”,-тип хәтерләй.

5-се уҡыусы:

Эйе, етемлек-ул асы ҡайғы. Башта бәләкәй ҡыҙҙың әсәһе үлһә, унан атаһы һәләк була. Фажиға артынан фажиға...

6-сы уҡыусы:

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, буласаҡ яҙыусының бала сағы ни тиклем фажиғәле һәм ҡырыҫ булмаһын, унда киләсәккә өмөт, ышаныс, рухи ныҡлыҡ һәм шиғриәт нуры уята торған мауыҡтырғыс хәл ваҡиғалар ҙа күп була.

7-се уҡыусы:

Революция йылдарынан һуң башҡорт халкының тормошонда ҙур ваҡиғалар башлана. Башҡорт ауылдарында мәктәптәр асыла башлай.

1-се уҡыусы:

Эйе, бәләкәй Зәйнәбтең күңелендә әҙәбиәткә мөхәббәт, уҡыу, бедем алыу ҡабына.

1920 йылда ул Аҡман ауылындағы башланғыс мәктәпкә инеп уҡый, унан Ташлыла белем ала.

 

2-се уҡыусы:

1924 йыл. З.Биишева Ырымбурҙағы педагогия техникумына уҡырға инә. Ул халыҡ ижады әҫәрҙәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. «Ләйлә менән Мәжнүн», «Таһир менән Зөһрә», «Йосыф менән Зөләйха»әҫәрҙәрен өйрәнеп. Ғабдулла Туҡай, Ғ.Ибраһимов әҫәрҙәрен яратып уҡый.

3-се уҡыусы:

Тиҙҙән үҙе лә (1927 йылда) үҙенең тәүге әҫәрен  «Гөрләүектәр араһында»яҙа.

Эйе, был Биишеваның әҙәбиәткә тәүге аҙымы. Бынан һуң яҙыусының матбуғат биттәрендә әҫәрҙәре бер-бер артлы күренә башлай. «Өс кис», «Далала таң», «Башаҡ», «Мөхәббәт»хикәйәләре бар.

4-се уҡыусы:

Ә «Партизан малай»повесы-яҙыусы ижадының артабанғы үҫешен билдәләй. Артабан әҙәбиә кеше тормошо, йәшәүҙең мәғәнәһен дөйөмләштереүсе философик йөкмәткеле хикәйәттәр «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Һөрәнсе менән Өйрәнсек» әҫәрҙәрен ижад итә.

 

5-се уҡыусы:

З.Биишева- күп яҡлы талант. Ул- поэзия, проза, публицистика, драматургия өлкәһендә берҙәй эшләй. Үҙ ижадында ул башҡорт халыҡ ижады традицияларына таянып «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай», «Зөлхиҙә» кеүек драматик әҫәрҙәр ижад итә.

«Тылсымлы ҡурай» тыңлау.

6-сы уҡыусы:

З.Биишева-балалар яҙыусыһы ла. Уның «Ярҙамсы», «Башаҡ», «Ҡояш нимә тине», «Дуҫ булайыҡ»һ.б. әҫәрҙәрендә балалар тормошо, уларҙың ыңғай сифаттары сағыла.

«Дуҫ булайыҡ» әҫәренән өҙөк сәхнәләштереү.

7-се уҡыусы:

Шулай итеп. З.Биишева үҙенең төп әҫәре-“Яҡтыға” трилогияһына ана шулай ҙур ижади тәжрибә туплап килә. Был әҫәр башҡорт халҡының егерме йылдан ашыу осорға һуҙылған тормошоноң художестволы йылъяҙмаһы ул.

8-се уҡыусы:

З.Биишева үҙенең лирик ижадында йөрәгенән сыҡҡан иң иҙге хистәрҙе йырланы. Мәсәлән  “Йылдар, йылдар”, “Йәшәү-хеҙмәт”, “Бәхет өләшәм” , “Һыҙланма, күңел” һ.б.

Йәшәү бәхете-күңел сафлыҡта,

Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.

Йәшәү бәхете-илең, халкың өсөн

Көрәш аша тыуған шатлыҡта, тип яҙҙы ул.

1-се уҡыусы:

Туған тел-изге төшөнсә. Ниндәй генә шағир һәм шағирәләр туған телгә мәдхиә уҡымаған, сикһеҙ рәхмәтен белдермәгән! Улар-татарҙың бөйөк шағиры Ғ.Тукай, Р.Бикбаев, Н.Нәжми. Р.Ғарипов һәм дә з.Биишева апайҙар. Ул “Туған телем”шиғырен 1960 йылда яҙа.

 

2-се уҡыусы:

Тел һәм ил... Улар һәр ваҡыт йәнәшә. Телен һөйгән генә, илен һөйә, илен һөйгән, телен һөйә,-тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәй. Был һүҙҙәр З.Биишеваға ла тап килә.

З.Биишеваның  “Туған телемшиғырен аудиояҙмала тыңлау.

3-се уҡыусы:

Эйе, яҙыусыға туған теле-башҡорт теле илһам биргән, унан көс, дәрт алған. Шуға ла бит ул үлмәҫ халыҡсан әҫәрҙәр яҙып ҡалдырған.

Зәйнәб Биишева-башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын донъяға сығарған, беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙған, киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле романдарҙан торған беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән ҙур һүҙ оҫтаһы.

4-се уҡыусы:

Шүлгән урта мәктәбенең З.Биишева ижадын иң якшы белеүсе уҡыусыны асыҡлайбыҙ. Зәйнәб Биишева ижады буйынса викторина һорауҙары тәҡдим итәбеҙ. (Экранда дөрөҫ яуап күрһәтелә бара).

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1) Туған әҙәбиәт. 8 класс (7 класс) М.Ғ. Ғималова, Ғ.Б. Хөсйенов

2) Башҡорт әҙәбиәте. Ғ.Б.Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова. Өфө-2012.“Китап” нәшриәте

3) Зәйнәб Биишева. Ғүмере һәм ижады. Ҡ.Аралбаев, Т.Әминев. Өфө.“Китап” .1998.

4) З.Биишева. Томошо һәм ижады. «Китап» нәшриәте. Өфө-2009

5) Башкортостан. 2008 йыл. 3 ғинуар.№1  

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Туған телдәрҙе өйрәнеүҙә Башкортстандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадының әһәмиәте"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор по маркетингу

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 259 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.06.2021 208
    • DOCX 21.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Усманова Гулфира Маратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Усманова Гулфира Маратовна
    Усманова Гулфира Маратовна
    • На сайте: 8 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 38198
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Формирование семейных ценностей у школьников на уроках литературы в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 90 человек

Курс повышения квалификации

Основы герменевтического анализа текста на уроке литературы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 58 человек

Курс повышения квалификации

История русской литературы конца 20 - начала 21 вв. и особенности ее преподавания в новой школе

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 46 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 543 человека

Мини-курс

Управление и стратегическое развитие высшего образования

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологические аспекты родительства и развития ребёнка

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Технологии и автоматизация в машиностроении

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе