“Урал батыр” эпосы
буйынса өҙөк сәхнәләштереү.
Маҡсат: 1) халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы менән
таныштырыу,
2)
халыҡ ижадына ихтирам тәрбиәләү, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу; 3) уҡыусыларҙың
һәләттәрен асыу.
Ҡатнашалар: Урал,
Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел, Һаҡмар, Ҡарт.
“Иҫке Урал” көйө яңғырай, Урал яралы,
хәлһеҙ ята. Уны улдары уратып ала.
Урал:
Кем һеҙ, егеттәр?
Яйыҡ: Исемем Яйыҡ булыр,
Атай, һинең өсөн үлергә,
Һине күрергә тип килдем.
Әсәм әйткәйне, юлды ла ул өйрәткәйне.
Ҡатил батша ҡыҙы
Алһыу уның исеме.
Нөгөш: Атай, килдем алыҫтан
Әсәм булыр Гөлөстан.
Нөгөш булыр исемем.
Ир булғанмын, кешемен.
Әсәм һиндәй бул тине,
Атаң юлын тот тине.
Иҙел: Атаң яңғыҙ тилмерә,
Ауыр көндәр кисерә.
Бар, атаңа юлдаш бул тип
Һомай әсәм димләне.
Атам эҙләп килдем мин,
Иҙел тигән улың мин.
Һаҡмар: Әсәм минең Айһылыу,
Атам Шүлгән булғандыр.
Шүлгән һиңә туғандыр.
Әсәм саҡырып янына
Иҙел менән кит, тине.
Һаҡмар, яуға сап, тине.
Улым, батыр бул, тине.
Урал янына йыйылалар, ҡосаҡлашалар.
Урал: Һеҙҙе тапҡан әсәләр,
Изге йәнле кешеләр.
Беҙҙе бер кем еңә алмаҫ,
Һындыра алмаҫ, бөгә алмаҫ!
Яйыҡ: Атай, беҙ һине эҙләп килдек.
Йәншишмәнең һыуын табып,
Беҙ һиңә алып килдек!
Нөгөш: Яраларың ҡаты, атай, Һин беләһең.
Йәншишмәнең һыуын эсһәң, Һин үлмәҫһең!
Йәншишмә һыуын эсергә йыйыналар.
Урал: Йәншишмәнең бар һыуын
Усыбыҙға алайыҡ...
Ҡарт килеп сыға. (“Иҫке Урал” көйө
яңғырай)
Ҡарт: Донъяла мәңге ҡалам, тип,
Донъялай ғүмер һөрәм, тип,
Үлемгә буй бирмәҫкә,
Уны бер заң итмәҫкә
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.
Донъя ул бер бағ икән,
Йән эйәһе шул бағта
Донъя быуынын һанаған,
Ҡайһы быуын аҡлаған,
Ҡайһы уны таплаған,
Төрлө төҫкә биҙәгән,
Бары- үҫемлек, гөл икән;
Беҙ Үлем тип һанаған,
Яуыз ул тип ҡараған-
Бағтың туҙған үҫмерен
Йәки көнө тулғанын
Сүпләп, бағты бушатҡан,
Унан донъя ташлатҡан
Бөтмәй торған йола икән.
Мәңге ҡалам тимәгеҙ,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ.
Урал: Уландарым,
Йәншишмәнең бар һыуын
Бар донъяға бирәйек,
(Урал Тереһыуҙы тирә-яҡҡа һибә)
Кешеләрҙе донъяла
Үлемһеҙ йәндәр ҡылайыҡ.
Тау- урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланһын,
Илһөйәргә ил булып,
Ер һөйәргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып
Балҡып торор ер булһын!
Урал батыр Йәншишмәнең һыуын тирә
–яҡҡа һибә. Дүрт улы- дүрт йылға: Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел, Һаҡмар дүрт яҡҡа китә.
Урал тауы хасил була
Ҡарт: Донъяла мәңге ҡалыр эш-
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән-
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор яҡшылыҡ
Һыуға ла батмаҫ —
яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ — яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ — яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр»!
Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһы 7-се
урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Закирова С.Х.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. – Өфө: Информреклама,
2005.-120 б.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.