Инфоурок Другое КонспектыУрок башкирский язык в 7 классе

Урок башкирский язык в 7 классе

Скачать материал

Тема: Тәбиғәәт йырсыһы.

 Маҡсат:

1.     Ноғман Мусиндың ижады менән танышыуҙы дауам итеү;  уның әҫәрҙәре аша тәбиғәттең серҙәре  менән таныштырыу;

2.     Балаларҙың фекерләү кеүәһен үҫтереү, йүгерек, тасуири, аңлы, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен  нығытыу;

3.     Тыуған тәбиғәтте ҡәҙерләй белеүен, hаҡлау тойғоhон үҫтереүҙе дауам итеү, яуаплылыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Н.Мусиндың портреты,  Н.Мусиндың ижадына арналған китаптар күргәҙмәhе, дәрес буйынса презентация.

4.     Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.

2.Психологик инеш. Ҡәҙерле уҡыусылар! Бөгөн  беҙ дәрестә  билдәле  башҡорт халыҡ яҙыусыһының ижады һәм тормошо менән танышыуҙы дауам итәсәкбеҙ. 

3.Фонетик күнегеү.- Хәҙер ниндәй миҙгел? Көҙ.

-Көҙ hүҙендә ниндәй башҡорт өндәре бар? — ө, ҙ. Әйҙәгеҙ әле ошо өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтеү өҫтөндә эшләп алайыҡ.

 

-Өйгә көҙ тураhында дүрт юллыҡ шиғырҙар ятларға бирелгән ине. Тыңлап китәйек:

Әле ҡойоп ямғыр яуа,

 Әле hалҡын ҡар төшә.

Өҙөлмәҫкә теләп, япраҡ

Елдәр менән тартыша.   Ринат Шакир

Көҙгө урман.

 Ағастарҙан

 Алтын япраҡ ҡойола.

 Зәңгәр күктән парашюттар

Төшкән кеүек тойола.   Айhылыу Йәғәфәрова

Моңhоуланды урмандар,

Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө,

Йылға күлдәр тып тыныс

 Кө ҙ килде бит, көҙ килде. Муса Fәли

Көҙ апай килә баҙарҙан,

Нимә генә алмаған!

Ниндәй бүләк кәрәклеген

 Әйтмәhәң дә аңлаған.

Ҡайындарға — һары яулыҡ,

  Миләшкә — ҡыҙыл мунсаҡ,

 Сейәгә — көрән алҡалар,

Ал да ҡолағыңа таҡ.  Айhылыу Йәғәфәрова

 

4. Маҡсатҡа сығыу:

 -Күреүегеҙсә күп шағирҙар, яҙыусылар көҙҙөң үҙенсәлеген, тәбиғәттең матурлығын шиғыр юлдарына һалған.

Дәрестең темаһын һәм маҡсатын белеү өсөн кроссворд сисеп үтәйек.Слайд 1

 Кроссворд. СЛАЙД 2

1) Энәhе бар ебе юҡ. (Терпе)

2) Башы тараҡ, ҡойроғо ураҡ. (Әтәс)

3) Ағаhы ла, ҡустыhы ла эшләпәле. (Бәшмәк)

 4) Йөҙ йәшәр ағас. (Имән)

5) Мәктәпкә  уҡырға инер өсөн нимә яҙалар. (Fариза)

6) Донъяла иң яратҡан кешең кем? (Әсәй)

7) Тау нимәhеҙ булмай. (Ташhыҙ)

 (Бер уҡыусы таҡтала  яуаптарын яҙа бара).

 — Ниндәй hүҙ килеп сыҡты? — Тәбиғәт. Слайд3

-Тимәк беҙ бөгөн дәрестә ниндәй темаға hөйләшәсәкбеҙ? Тәбиғәт темаhына.

Тәбиғәт, урман, хайуандар тураһында кем күп әҫәрҙәр ижад иткән?

Дөрөҫ. Ноғман Мусин. Слайд 4 Беҙ уның ижады менән 7 класта танышыуҙы  башлаған инек.

5.Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны hәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

-         Өйҙә һеҙ Ноғман Мусиндың  ҡыҫҡаса биографияһын һәм яҙған әҫәрҙәренең исемдәрен яҙып килергә тиеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ белгәндәрҙе ҡабатлап үтәйек. (Яҙыусының тыуған йылын, ҡайҙа тыуыуын һәм бер нисә әҫәренең исемдәрен дәфтәргә яҙып барабыҙ)

 

-         Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡортостандың Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа.

 

-         1944 йылда үҙҙәренең ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылына һигеҙенсе класҡа уҡырға инә. Унынсы класты тамамлағас, үҙе уҡып сыҡҡан мәктәпкә уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ауылда ике йыл уҡытҡас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә алына.

 

-         1953 йылда, һалдаттан ҡайтыу менән, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник, унан үҙ ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, “Ағиҙел” журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник булып эшләй.

-         Н. Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор булып эшләй. Слайд 5

-         Н. Мусиндың тәүге күләмле әҫәре— “Зөһрә” повесы.

Унан һуң инде “Ғорурлыҡ”, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Ауылым юлы”, “Кеше йылмая”, “Сәскәләр керпеген аса” тигән повестары баҫылып сыға. Ул 1968 йылда колхоз тормошона арналған “Өҙәрем юл кешеләре” исемле романын яҙҙы.

-         Әҙип Һуңғы йылдарҙа “Һайлап алған яҙмыш”, “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан” (“Яралы кеше тауышы”), “Мәңгелек урман”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батыр һөйәге” романдары һәм ҡыҙыҡлы повестарын яҙа. (Китаптар күргәҙмәһе менән танышыу)

-         Н. Мусин әҙәбиәт өлкәһендәге оло хеҙмәте өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды (1991 й.). Уға 2001 йылды Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем бирелде.

-         1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

7.Яңы тема

-Беҙ һеҙҙең менән бөгөн “Мәңгелек урман” романыннан өҙөк менән танышып үтәбеҙ.

-Дәреслектән 26- сы  күнегеү.

Уҡытыусы уҡый.

 Һүҙлек эше.

Ҡорой-высыхает

Ризыҡ- пища

-Тексты  тәржемә итергә.

-Сылбырлы уҡыу.

-Текстан ҡылымдарҙы табып, заманын билдәләгеҙ.

-Хәҙер инде текстан сығып, үҙебеҙҙең белгәннәрҙән алып түңәрәктәр эсенә тәбиғәткә бәйле Ниндәй? Кем? Нимә?Ни эшләй? һорауҙарына яуап бирерлек һүҙҙәр яҙып үтәйек. Һуңынан ошо һүҙҙәрҙе бәйләп һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөп дәфтәрҙәргә яҙып үтәрбеҙ. Слайд 6 (Бер нисә һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәрҙе таҡтаға яҙабыҙ).

- Эйе, беҙгә аҙыҡты ла,  кейемде лә дарыуҙы ла, ғөмүмән йәшәү өсөн бөтә нәмәне тәбиғәт бирә.  Шулай булғас, урманды һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, бер генә ағасты ла, йәнлекте лә зәғифләмәгеҙ. Тәбиғәтте, йылға – күлдәрҙе, урмандарҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлағыҙ.  Ошоға ҡағылышлы бер мәҡәлде ошо ребустан сисеп уҡыйыҡ әле. Слайд 7

Дәресте йомғаҡлап нимә әйтергә була?   Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.

Тимәк, Н.Мусин кем инде ул? Ноғман Мусин  - тәбиғәт йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Дәресте мин Михаил Пришвиндың матур һүҙҙәре менән тамамлайым: Слайд 8

“ Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау”.

Баһалау.

Өй эше. Слайд 91. Һорауҙарға яуап яҙыу.Урманда ниндәй тауыштар ишетеп була?  2. “Тәбиғәт ҡосағында”- һүрәт төшөрөү

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                      Тәбиғәт йырсыһы.

 

 

 

 

Выполнила:  Ахматдинова Лилия Наилевна учительница башкирского языкаМБОУСОШ им. А Искандарова  д. Ирсаево Мишкинского района

 

Үтәне:   Әхмәтдинова Лилиә Наил ҡыҙы Мишкә районы Ирсай ауылы А.Искәндәров исемендәге муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2016

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок башкирский язык в 7 классе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по работе с молодежью

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 769 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.02.2018 520
    • DOCX 27.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Aхматдинова Лилия Наилевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Aхматдинова Лилия Наилевна
    Aхматдинова Лилия Наилевна
    • На сайте: 8 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2256
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 158 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Современные подходы к преподаванию географии: методика, технологии и практика

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Искусственный интеллект: возможности и применение

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Занятия спортом при заболеваниях опорно-двигательного аппарата

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 41 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 50 человек