Инфоурок Другое Другие методич. материалыУрок "Мы не забыли вас герои "

Урок "Мы не забыли вас герои "

Скачать материал

                           Класс сәғәте

Тема : “ Онотманыҡ һеҙҙе батырҙар”

Маҡсат : Уҡыусыларҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү тойғоһо уятыу.

Тыуған илебеҙгә, тыуған еребеҙгә ысын патриоттар тәрбиәләү.

Тыуған илебеҙҙең батырҙарын белеү.

Дәрес барышы.

Инеш һуҙ.

Тәрбиәсе :

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар.

 

-Уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән күп тапҡыр көнүҙәк темаларға әңгәмәләр, класс сәғәттәре үткәреп торабыҙ.Мәҫәлән : Этикет, тәртип, кейенеү әҙәптәре, юл ҡәғиҙәләре, таҙалыҡ, изгелек.

Тәрбиәсе:

Ә бына батырлыҡ, бурыс, патриотизм төшөнсәләрен нисек аңлайһығыҙ?

Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.

Тәрбиәсе:

Тимәк беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ Тыуған илебеҙҙең батырҙары тураһында.

Был дәрес “Курск” һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған егеттәрҙең яҡты иҫтәлегенә арнала.

Колонкаларҙан көй менән ҡуша яҙылған шиғыр.

Слайд

Ҡарап торҙом диңгеҙ ситендә

Аҡсарлаҡтар уйын ҡорғанын

Күтәрелеп бейек күктәргә

Килеп бәреләләр тулҡынға

Күҙәтәләр балыҡтарҙы улар

Ҡарап торһаң шундай күңелл

Әйтерһеңдә донья уларҙа

Әммә.... Аҡсарлаҡтар тауышын ишетеп

Уйға ҡалдым

Ниңә шулай йөрәк өҙөрлөк,

Ахыры уларҙа ишетә һымаҡ,

Диңгеҙ төбөнән килгән йөрәк өҙгөс

«Беҙ тереләр, беҙ тереләр ҡотҡарығыҙ»-тигән тауышты.

Тәрбиәсе:   Балалар тороп 1 минутлыҡ тынлыҡ менән батырҙарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ.   Рәхмәт балалар.

Слайд

Тәрбиәсе:

Балалар ошо фәжиғә тураһында ниндәй мәғлүмәттәр беләһегеҙ?

Яуаптар алыу.

Тәрбиәсе:

Бөгөнгөләй бөтәбеҙҙең дә хәтеребеҙҙә ошо аяныс фәжиғә. 2000 йылдың 12 авгусында Баренц диңгеҙендә «Курск» кәмәһе һыу аҫтына китә һәм 118 егеттең ғүмере өҙөлә. 118 ..... Кемдеңдер ғәзиз улы , яратҡан атаһы , ағаһы һәм кемдеңдер киләсәге, ышанысы , тормош иптәше.” Курск” экипажы башҡа юҡ. Әммә һәр бер әсә , һәр бер ата , ҡатын ,бала уларҙы ҡотҡарыу өсөн һыу төбөнә төшөргә әҙер ине.

Экипажда уҙ эшен ,Тыуған илен яратҡан , илебеҙҙең ысын патриоттары йыйылған ине. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған Дағыстан , Хакасия һәм төрлө милләт, сыуаш,татар,башҡорт егеттәре. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы ла урап үтмәне был фәжиғә. Беҙҙең 5 егетебеҙ улар араһында ине.

Тәрбиәсе:

Балалар кемдәр улар исем,фамилияларын әйтегеҙ?

Яуаптар алыу.

Тәрбиәсе:

Слайд

1.                 Хафизов Наиль - Әлшәй районы

2.                 Гесслер Роберт –Благовар районы

3.                 Янсапов Салауат – Ишембай районы

4.                 Зубайдуллин Ришат – Силәбе өлкәһе

5.                 Ишморатов Фәнис – Баймаҡ районы

Хафизов Наиль оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп,уҙ яҡташтарын улдары һымаҡ күреп , хәрби хеҙмәттең нескәлектәрен өйрәтә . Буш ваҡыттарын бергә йыйылышып  баян уйнап, тыуған яҡтары,ауыл тураһында йырҙар йырлап, тыуғандарынан килгән хаттар уҡып үткәрәләр. Башҡорт халҡының йырҙар тарихын, күренекле кешеләрен башҡа милләт егеттәренә ғорурлыҡ һөйләй ине.Башҡорт ҡатын –ҡыҙҙарының әҙәпле,тәүфиҡле булыуҙарын ғорурлыҡ менән һөйләй ине.

Гесслер Роберт йәш булыуына ҡарамаҫтан бик аҡыллы , яуаплы  кеше була. Һәр ваҡытта йөҙөндә йылмайыу.Уҙе һайлаған һөнәрен  бик ярата.Тыуған яҡтарын да ғорурлыҡ менән үҙ һөнәре тураһында тиҫтерҙәренә һөйләй.

 

Янсапов Салауат кәмәлә ашнаҡсы булып хеҙмәт итә. Тыныс холоҡло, тырыш егет була.Хеҙмәттәштәренә башҡорт  милли аштарын бешереп һыйларға ярата. Башҡорттарҙың йолаларын , аш – һыуҙарын ғорурлыҡ менән һөйләй ине.

 

Зубайдуллин Ришат Силәбе өлкәһенән булһа ла Башҡортостанды бик уҙ итә. Хәрби  хеҙмәтен дауам итергә контракт төҙөшә. Әсәһенә :  “Мин хаҡлы ялға тиклем ошо кәмәлә хеҙмәт итәсәкмен” –тип хат яҙа.

Слайд

Тәрбиәсе:

Ишморатов Фәнис Мәлик улы тураһында мин күп   мәғлүмәттәр беләм, сөнки ул минең интернатташым  һәм иң яҡын дуҫым ине.

Ул 4-се кластан Баймаҡ мәктәп- интернатында уҡый .Мәктәп йылдарында ул һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә ине. Уҡыу, спорт , тәртип буйынса. Ул уҙенең буласаҡ һөнәрен бала саҡтан уҡ бик асыҡ белә ине. Уҙ-уҙен тотоуы, кейеме , холоҡ –фиғеле менән хәрби кеше буласағы күҙгә куренеп тора ине. Быға этәргес көс булып ағаһының милиция хеҙмәткәре булып эшләүе булғандыр тип уйлайым.Һаулығы буйынса хәрби военкоматтан кире бороп ҡайтарһалар ҙа , ул уҙенең хыялын тормошҡа ашырыуҙан баш тартмай. Уҙ теләге менән әрмегә алына һәм контракт төҙөшә.Уның шундай тырыш һәм түҙемле булыуы, миндә бары тик һоҡланыу уята.

«Мичмандар мәктәбенә уҡырға индем, ләкин аҡсам булмау сәбәпле ,уҡый алманым.Икенсегә индем , уҡый алманым , кителемде һатып, подьезда йоҡлап йөрөнөм , аҡса булмау арҡаһында уҡый алманым, өсөнсөгә индем уҡып бөттөм,сөнки эш хаҡы түләй башланылар” –тип һөйләр ине. “Воронеж”кәмәһендә, ә аҙаҡ” Курск “кәмәһендә мичман званиеһында 7-се отсекта техник –турбинист булып хеҙмәт итә.

 

Колонкаларҙан көй менән ҡуша яҙылған Фәнистең яҙған хатын тыңлау.

Уның әйткән һуҙҙәренән яҙылған цитаталар тыңлау,яратҡан йыры менән.

 

Ф.Ишморатовтың командиры Д.Колесниковтың хатын слайдта күрһәтеп һөйләү.

Балаларҙың уй,фекерҙәрен белеү.

Тәрбиәсе:

Балалар, дәресебеҙ диңгеҙ батырҙары тураһында барғас ,минең һеҙгә серле һандығымда бар.Уның эсендә нимәләр бар тип уйлайһығыҙ?

Эйе,хазина. Бер ниндәйҙә аҡсаларға һатылмай торған хазина.

Сөнки был Ф. Ишморатовтың ,мәңге онотолмаҫ батырыбыҙҙың әйберҙәре.

Конверттарға һалынған әйберҙәрҙе таратып биреү.

Балалар,ошо әйберҙәрҙе ҡулығыҙға тотҡанда һеҙҙә ниндәй хистәр уяна?

Балаларҙан яуаптар алыу.

Тәрбиәсе:

Ә бына минең ҡулымда Ф.Ишморатовтың кортигы.Был кортикты уҡыу йылы аҙағында иң яҡшы уҡыған, тәртипле булған бала үҙ ҡулдары менән тотоп ҡараясаҡ,фотоға төшәсәк.

Хәрби номеры тураһында көн тәртибе менән сағыштырып һөйләү.Балаларҙы режим менән йәшәргә,һәр эшкә ваҡытында йөрөргә, ғөмүмән һәр эшкә яуаплы ҡарарға кәрәк икәнде бәйләп һөйләү.

 

 

Тәрбиәсе:

Балалар һеҙ батырҙарыбыҙ тураһында нимәләр белдегеҙ?

Улар тыуған яҡтарын яратҡандармы?

 Улар ниндәй батырлыҡ эшләгәндәр?

Яуаптар алыу.

Тәрбиәсе:

Эйе.Бөгөн беҙ һеҙҙең менән батырҙарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ.Улар беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҙ йәндәрен бирҙеләр.Уларҙан өлгө алып илебеҙҙең ысын патриоттары булып,Тыуған илебеҙгә тоғро булып үҫәйек.

 

Дәрес тамам.Рәхмәт балалар һәм ҡәҙерле ҡунаҡтар.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок "Мы не забыли вас герои ""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Культуролог-аниматор

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 630 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 13.04.2017 903
    • DOCX 18.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ишмуратова Фаима Гибатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ишмуратова Фаима Гибатовна
    Ишмуратова Фаима Гибатовна
    • На сайте: 7 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16059
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой