Инфоурок Другое Другие методич. материалыУрок по башкирскому языку и литературе на тему"Обобщение"(8-11 класс)

Урок по башкирскому языку и литературе на тему"Обобщение"(8-11 класс)

Скачать материал

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?

 

(Телевизион уйын)

 

Тема: «Әсәм теле – сәсән теле».

 

Маҡсат: - үтелгәндәрҙе нығытыу, дөйөмләштереү;башҡорт халҡының тарихына ҡарата ихтирам , ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;Туған     телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уҡыусыларҙың белемдәрен барлау, фекерләү  ҡеүәһен үҫтереү.

Йыһаз; күргәҙмә, проектор, экран, презентация,мәҡәлдәр, барабан.

Уйын «Башҡорттарым,уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» йыры менән башланып китә.

8 - 11 класс уҡыусылары араһынан иң – иңдәре һайлап алына.(«Сәсәндәр» командаһы.)

 

 

Уйын барышы:

 

Алып барыусы: - Хөрмәтле тамашасылар! Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең  ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы.Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Бына ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн мин бөгөнгө кисәбеҙҙе уйын формаһында үткәрергә булдым. Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? телевизион  уйынын башлайбыҙ. Бөгөнгө уйында иң көслө командаларҙың береһе «Сәсәндәр» командаһы,йәғни, һеҙ ҡатнашаһығыҙ. Һәм һеҙгә ҡаршы телевизор ҡараусылар уйнаясаҡ.(Уҡытыусылар,укыусылар) Бөгөнгө уйындың темаһы « Әсәм теле – сәсән теле ».

                   

      1 –се конвертты асыу.

 

- Һеҙгә ҡаршы уйнай китапханасы Ирғәлина Дилә Фитрат ҡыҙы.

- Хөрмәтле сәсәндәр! Башҡорт халҡының тарихы ҙур ваҡиғаларға һәм тарихи шәхестәргә бик бай. Исемдәре бөтә Рәсәйгә билдәле ғалимдарыбыҙ, данлы кешеләребеҙ әллә ни хәтле.Беҙҙең йәш быуын уларҙың исемдәрен белергә, өйрәнергә тейеш.

Иғтибар һорау: Башҡорт ғалимдарының   исемдәрен исемлектәр араһынан һайлап  әйтеп бирегеҙ.

 

Александр Матросов(Шәкирйән Мөхәмәтйәнов)

Муса Мортазин

Салауат Галин

Вәли Псәнчин

Жәлил Кейекбаев

Ғәли Сәйетбатталов

Юлай Псәнчин

                          

                        ЯУАП:

Салауат Галин

Вәли Псәнчин

Жәлил Кейекбаев

Ғәли Сәйетбатталов

 

  1- се  уйын  --------------------- файҙаһына тамамлана.

 

                                                             Иҫәп:             

 

Йомаҡ ҡойоу

 

2- се конвертты асыу.

 

- Иғтибар менән экранға ҡарайбыҙ. Һеҙгә ҡаршы тарих уҡытыусыһы Рәсүлев Айнур Нурислам  улы   уйнай.

- Хөрмәтле сәсәндәр! 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеп, Рәсәйгә ҡайтып килешләй, рус ғәскәрҙәре Веймарға яҡын урында ялға туҡтайҙар. Шул ваҡыт Ҡаһым түрә йөҙ баштарын эйәртеп , немец шағиры Гетены күрергә килә. Гете уларға:

- Тәржемәсе кәрәгерме беҙгә? – тип һорай.

 

Иғтибар һорау: Ҡаһым түрә нимә тип яуап бирә! « Мин немецса һәм французса һөйләшә беләм»,- тип яуап ҡайтара.

1812 йылда йәшәгән башҡорт полководецы ниндәй сифаттарға эйә булған?

    

                       - ҡыйыу,батыр,белемле,ғорур,юғары культуралы,ғәҙел…

 

2- се уйын                            файҙаһына тамамлана.

 

                                                                     Иҫәп:

 

Р.Ғариповтың “Туған тел”шиғырын уҡыу.Тыңлау.(видео)

 

                                    3- сө конвертты асыу.

 

- Иғтибар! Һеҙгә ҡаршы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡоланбаева Л.Ғ. уйнай.

- Сәсәндәр! Туған тел тураһында бик күп шиғырҙар, йырҙар ижад ителгән.Улар телдең байлығын, яғымлылығын,күркәмлеген сағылдыра.

 

    Иғтибар һорау: Туған тел тураһында ниндәй шиғырҙар, йырҙар беләһегеҙ.Һанағыҙ.

 

          Яуап. Б.Бикбай “Туған тел”

                      З.Биишева “Башҡорт теле”

                      Р.Ғарипов “Туған тел”

                      Б.Бикбай “Рус теле” һ.б.

 

 

 

3- сө уйын                                файҙаһына тамамлана.

        

               Иҫәп:

 

Музыкаль пауза! “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры

 

4-се конвертты асыу.

Һеҙгә ҡаршы уҡыу- тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Ниғмәтуллина Фәзимә Кинйәбай ҡыҙы уйнай.

 

Иғтибар һорау: Ни өсөн һәм нисәнсе йылда 21 февраль халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.

 

Яуап.

5 – се конвертты асыу.

 

(Ҡара ҡумта)

 

 

 -Һеҙгә 5 класс уҡыусылары уйнай.

-Сәсәндәр!Толя, Анатолий!

                   Балалыҡ дуҫым ҡайҙа?

                   Ул өйрәткән ине дүрт һүҙ:

                   Ер.Ут.Һыу. Һауа.

                   Толя -тимерсе ҡарт улы,

                   Ә мин – игенсе.

                   Уға тик һигеҙ йәш булыр,

                   Ә миңә етенсе.

                   Юшатыр буйында уйнап,

                   Йөрөнөк һыу инеп.

                   Ул минеңсә,мин уныңса,

                   Аңламай инек.

                   Ләкин беҙгә уртаҡ ине,

                   Балалыҡ хисе.

 Яуап серле ҡумта эсендә.

 Яуап:

4- се уйын                                           файҙаһына тамамлана.

                                                                        Иҫәп:

 

 

6-сы конвертты асыу.

 

- Һеҙгә ҡаршы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кәримова З.Ғ. уйнай.

- Хөрмәтле сәсәндәр! Кешеләр һөйләшкән, әңгәмәләшкән саҡта үҙ фекерҙәрен ҡеүәтләп ебәрер өсөн тапҡыр һүҙҙәр ҡулланалар.Боронғолар «Йөҙ күрке- һаҡал, һүҙ күрке -мәҡәл»,- тип әйтеп ҡалдырған. Мин дә һеҙҙең уйынығыҙҙы ҡеүәтләп мәҡәлдәр ебәрәм.

Иғтибар һорау:      I. Ир- егеттең аҫылы нимәлә танылыр? (ил эшендә)

                             2. Халыҡ бар ерҙә кем бар? (батыр)

                             3. Ирҙең даны иленән,(халҡы менән еренән)

                             4.Иле берҙәмдең- (көнө берҙәм)

                             5. Ат үлер майҙан ҡалыр,(батыр үлер- дан ҡалыр)

                             6. Күмәк көс тау аҡтарыр,(күмәк кеше яу ҡайтарыр)

                             7. Ир ҡәҙерен белмәгән- башын юғалтҡан,

                                 (ер ҡәҙерен белмәгән ашын юғалтҡан)

 

- Ошоноң менән уйындың телевизор ҡараусылар менән  ярыш өлөшө тамам.

 

Уйын                                             файҙаһына тамамланды.

 

                                                                         Иҫәп:

 

 

 

 

 

-          Бөгөн һеҙгә бирелгән сифаттарҙан сығып,уларға биргән яуаптарығыҙҙан сығып һығымта яһайыҡ әле.

-          Дөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт халҡы ниндәй сифаттарға эйә булғандар? Мин һеҙгә хәреф күрһәтәм, һеҙ ошо хәреф менән башланған сифаттарҙы атап күрһәтегеҙ.

Батыр,баш бирмәҫ, булдыҡлы,бай рухлы.

Аҡыллы,абруйлы.

Шат, шаян, шуҡ.

Ҡыйыу, ҡунаҡсыл,ҡырыҫ.

Отҡор,оялсан.

Рухлы, Рәсәйҙе һаҡлаусы.

Түҙемле,тыныс,таҫыллы.

-          Эйе,халҡыбыҙҙың ошондай матур әҙәп- әхләҡ сифаттары быуындан- быуынға тапшырыла килгән.Башҡорт яугирҙары Рәсәй һалдаттары менән берлектә 1812 й. Ватан һуғышында, граждандар һуғышында,Бөйөк Ватан һуғышында    батырлыҡтар күрһәткәндәр.

-          Бөгөнгө көндә лә батыр егеттәре Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә тыуған ил һағында торалар, үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын намыҫ менән үтәйҙәр.Һәм иң күп хеҙмәт итеүселәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора. Беҙҙең йәш быуын да халҡының данлыҡлы, матур традициялары өлгөһөндә тәрбиә алырға тейеш. Ә хәҙер бөгөнгө уйындың еңеүселәрен билдәләргә ваҡыт етте.

-           «Сәсән телле уйынсы»

«Һәйбәт тарихсы»

«Иң күп яуап биреүсе»   номинациялары буйынса еңеүселәрҙе билдәләү.

 

-          Ә хәҙер уйынбыҙҙы йомғаҡлап ,һеҙҙең өсөн 6-сы класс уҡыусыһы башҡарыуында «Һунарсы» бейеүе.

-          Рәхмәт! Һау булығыҙ!

 

 

 

 

      

 

 

 

 

 

 

 

 

  

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирскому языку и литературе на тему"Обобщение"(8-11 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Логист

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Әсәм теле- сәсән теле темаһына дәрес планы.үтелгәндәрҙе нығытыу, дөйөмләштереү;башҡорт халҡының тарихына ҡарата ихтирам , ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;Туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уҡыусыларҙың белемдәрен барлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Йыһаз; күргәҙмә, проектор, экран, презентация,мәҡәлдәр, барабан. Уйын «Башҡорттарым,уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» йыры менән башланып китә. 8 - 11 класс уҡыусылары араһынан иң – иңдәре һайлап алына.(«Сәсәндәр» командаһы.)Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы.Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Бына ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн мин бөгөнгө кисәбеҙҙе уйын формаһында үткәрергә булдым. Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? телевизион уйынын башлайбыҙ. Бөгөнгө уйында иң көслө командаларҙың береһе «Сәсәндәр» командаһы,йәғни, һеҙ ҡатнашаһығыҙ. Һәм һеҙгә ҡаршы телевизор ҡараусылар уйнаясаҡ.(Уҡытыусылар,укыусылар) Бөгөнгө уйындың темаһы « Әсәм теле – сәсән теле ».

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 498 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.02.2018 503
    • DOCX 51.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кагарманова Загура Сагадатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 10 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 9276
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 22 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 158 человек

Мини-курс

Теория вероятности и комбинаторика в современной математике

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология и педагогика в работе с подростками

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 61 человек из 31 региона
  • Этот курс уже прошли 31 человек

Мини-курс

Создание контента и заработок в онлайн среде: регулирование, продвижение и монетизация

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 247 человек из 62 регионов
  • Этот курс уже прошли 71 человек