Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок по башкирскому языку Н.Мусиндың " Тайғаҡ баҫма" әҫәре 5 класс
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Урок по башкирскому языку Н.Мусиндың " Тайғаҡ баҫма" әҫәре 5 класс

библиотека
материалов

Ноғман Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” әҫәре буйынса 5-се класта дәрес эшкәртмәһе.

Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.Ә.Х.Вильданов,В.И.Хажин.2007.



Тема.Яҡшы янында яман беленә.

Н.Мусиндың “Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен өйрәнеү.

Маҡсат. Хикәйәнең идея тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү, проза әҫәрен тикшерергә өйрәтеүҙе дауам итеү, уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Ҡылығына, эшенә ҡарап, кешеләргә характеристика бирергә, яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың нимә икәнен айырырға өйрәтеү. Башҡаларға ҡарата ихтирамлы булырға, изгелек эшләргә йүнәлеш биреү.

Йыһазлау. Сағыу ҡояш төшөрөлгән плакат, яҙыусылар портреты, магнитофон, компьютер, мультимедаиалы проектор.


Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле, психологик инеш.

Гүзәл һәм алыҫ” (Е.Крылатов музыкаһы, Ю.энтин һүҙҙәре) йыры яҡғырай.

  • Һаумыһығыҙ,уҡыусылар! Хәйерле иртә! Шундай матур көй яңғыраны, моғайын, ул һеҙҙең кәйефтәрегеҙҙе күтәреп ебәргәндер Әйҙәгеҙ барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, бер-беребеҙгә уңыштар теләп, эшебеҙҙе йылмайыуҙан башлайыҡ.

  • Бәгән беҙҙең бүлмәбеҙ нисектер яҡтырып киткән кеүек күренә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ни өсөн икән?

  • Таҡтаға сағыу ҡояш рәсеме ҡуйылған.

  • Матур көй яңғыраны.

  • Дөрөҫ. Уҡыусылар. Тағын да беҙҙең йылмайыу ҙа класыбыҙҙы яҡтыртып ебәрҙе.

  • Бөгөнгө датаны яҙып ҡуйығыҙ.

  • Ә дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ һуң? Бына асыҡлар өсөн һеҙҙе яңы әҙәби термин менән таныштырып үтәм.

Акростих (грекса akros-ситтәге юл, stichis – русса стих) – шиғыр юлдарындағы беренсе һүҙҙәрҙең тәүге хәрефтәрен өҫтән аҫҡа уҡығанда, кеше исеме йәки фамилияһы, йә айырым һүҙ, һөйләм килеп сығырлыҡ итеп яҙылған шиғыр.


Мультимедиалы проектор аша шиғырҙар уҡыу.

  1. Милләт хәле өсөн борсолоуың

Әле һаман халҡым хәтерендә

Жыу иткәндәй йөрәк иңрәп һыҙлай

Икмәк шиғыры иҫкә төшкәндә.

Тамырҙарын ижад ағасының

Ғафури, һин тәрән ҡаҙаның

Аҫыл ташын илһам донъяһының

Фирүзә таш булып ҡабыҙҙың.

Уҡымышлы булыу был тормоштоң

Рәүешеләр, - тиеп яҙҙың,

Инсафлылыҡ юлын шиғриәткә

Гөлдәр баҡсаһы”нан һин алдың.


  1. Рәхәтләнеп, эй кинәнеп-көлөп

Әсәм телкәйендә һөйләшәм,

Милләтемә ҡушылып, бер үк сафта

Ирек йырын бөгөн көйләшәм.

Ғәжәп түгел, башҡорт башҡорт менән

Аралаша туған телендә.

Рәми һүҙе ҡайтауаздар булып

Иркен яңғырай Тыуған илендә,

Паклығылай ҡышҡы саф ҡарҙарҙың

Онотолмаҫ шағир һүҙҙәре,

Васияты булып яңғырарҙар

Аманаты”, “Туған тел” дәре.


  1. Ныҡлы баҫып ерҙән һалдат үтте,

Асты ҡапҡаларҙы, донъяны.

Заман йырын яҙҙы, улар көсө

Ағым һыуҙы быуҙы, даръяны.

Рух ныҡлығы ине яҙмышында,

Ныҡышмал һңҙ, кеүәт, дәрт, дарман

Әйтер һүҙе үтте йөрәктәргә,

Жыу итерлек ине ул фарман.

Миңә бөгөн Назар йыры етмәй,

Илатырлыҡ ине ул йырҙар…

  1. Мөғжизәле, бер ҡатлыраҡ донъяың,

Оҙон-оҙоҡ бала саҡтарың,

Сабый саҡта миңә үтә яҡын,

Таныш кеүек тыуған яктарың.

Алыҫтарҙа, донъя гиҙгән саҡта

Йыр аламын һинең шишмәңдән.

Киңәш тә ул, хис тә һәм көтөлгән

Әсәм сәләме ул илемдән.

Рәсемеңә бағам, һүҙҙәреңдә

Ил-ереңдең һалҙан хәстәре…

Мөхәббәтле мөләйемлек менән

Унда ҡайнай Мостай хистәре.


5. Замандарҙың үтә хәтер мәле

Әллә тәтегенгә үҙеңә,

Йөрәктәргә үтерр ҡайғыларҙы

Насып итер инең үҙеңә.

Әсәйҙәрсә күреп һин телеңде

Бала кеүек наҙлап әүрәттең

Башҡорт телен көйләп, иркәләнең

Илһам шишмәһендә бәүелттең.

Ирлек булды әйтер һүҙҙәреңдә,

Шик-шөбһәне енең һөймәне.

Емештәре әсе ағастар бит

Ваҡланмайҙар ҡырау төшмәйсә,

Аумайҙар ҙа ваҡыт етмәйсә,

Емештәрен биреп бөтмәйсә…

(Һәр яҙыусының портретын күрһәтә барыу, исемлеген төҙөү)

М ә ж и т Ғ а ф у р и, Р ә м и Ғ а р и п о в, Н а ж а р Н ә ж м и,

5 8 2 1 7 3

М о с т а й К ә р и м.

6 4

- Был исемлек тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

- Башҡорт халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары.

- Тағы нимәгә иғтибар иттегеҙ?

- Һандар яҙылған.

- Дөрөҫ. Был асҡыс-һандар. Һеҙ улар ярҙамында тағы бер яҙыусының исемен аса алаһығыҙ. Йә, кемегеҙ тиҙрәк!.



3 7 1 5 8 3 5 2 6 4 3

Н о ғ м а н М у с и н

(мультимедиалы проектор аша портретын к-рһәтеү)


  • Уның тураһында нимә беләһегеҙ?

  • Башҡорт халыҡ яҙыусыһы.

  • Ишембай районы Ҡолғон ауылында тыуған.

  • Дөрөҫ, уҡыусылар. Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән уның бер хикәйәһен уҡыған инек. Һеҙ уны нисек үҙләштереҙегеҙ икән, шуны асыҡлап үтәйек.

(мультимедиалы проетор аша тест һорауҙарын уҡыу һәм дөрөҫ яуаптарҙы билдәләү.)


Тест.

  1. Хикәйәнең исеме нисек?

А) Тайғаҡ күпер

Ы) Тайғаҡ баҫма

Б) Тайғаҡ юл.


  1. Баҫма ниндәй йылға аша һалынған?

В)Баҙы

Ҡ)Ҡамышлы

Г)Таналыҡ.


  1. Хикәйәнең төп геройҙары кем?

Д)Садиҡ менән Гөлсөм

Е)Рәхмәт менән Ринат

З)Илнар менән Илнур

Ш)Әсҡәт менән Рәхмәт.


  1. Малайҙар ҡайһы мәктәптә уҡыйҙар?

И)Таштау башланғыс мәктәбендә

К)Исмаил урта дөйөм белем биреү мәктәбендә

Я)Ташморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә.



  1. Кем ҡайһы аяғын һындыра?

М)Әсҡәт уң аяғын

л)Әсҡәт һул аяғын

н)Әсләм һул аяғын.



  • Ә хәҙер яуаптарығыҙҙа килеп сыҡҡан хәрефтәрегеҙҙе бирелгән тәртип буйынса теҙеп сығығыҙ.


4 2 3 1 5 1 2

Я ҡ ш ы л ы ҡ

(уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшереп, баһалай)


  • Әгәр ҙә һеҙҙең яуаптарығыҙ дөрөҫ булһа, дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағын белерһегеҙ

  • (Слайдта дөрөҫ яуап сыға)

  • Ә хәҙер иғтибарҙы дәресебеҙҙең девизына йүнәлтәйек.

Донъяла мәңге ҡалыр эш-

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор – яҡшылыҡ.

Һыуҙа ла батмаҫ – яҡшылыҡ.

Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ.

Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.

Урал батыр” эпосынан.


  • Яҡшылыҡ эшләү ул батырлыҡ та, бурыс та түгел. Бер-береңә ярҙам итеү, терәк-таяныс булыу – ул кешеләр араһында аралашыуҙың тәбиғи көндәлек нормаһы. Кешенең ашарға, эсергә, йоҡларға ихтыяжы булған кеүек, яҡшы эштәр ҡылыуға ла ихтыяжы булырга тейеш.

  • Ә Ноғман Мусиндың хикәйәһеендә ниндәй яҡшылыҡ тураһында һүҙ бара?

  • Рәхмәт бәләгә осраған Әсҡәтҡә ярҙам итә.

  • Рәхмәт менән Әсҡәткә ниндәй сифаттар хас икәнлеген асыҡлап үтәйек. Бының өсөн хикәйәнең йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек.

(м/м проекторҙан һүрәттәр сыға)

  1. Рәхмәт менән Әсҡәттең бергә өй эшен әҙерләүе.

  2. Мәктәпкә бергә йөрөмәүҙәре.

  3. Рәхмәттең Әсҡәтте күтәреп алып килеүе.

(Һүрәттәр буйынса йөкмәткеһен иҫкә төшөрөү)

  • Ә хәҙер, уҡыусылар, Рәхмәткә хас сифаттарҙы һанап сығығыҙ.

  • Рәхмәт-яҡшы күңелле, ярҙамсыл, ныҡыш, маҡтанып йөрөмәй. тимәк ул ниндәй малай?

  • Яҡшы.

  • Ә Әсҡәткә ниндәй сифаттар хас?

  • Әсҡәт – үпкәсел, алдаҡсы, маҡтансыҡ, ҡурҡаҡ. Уны ниндәй малай тип әйтерһегеҙ?

  • Насар.

  • Ә яҙыусы Рәхмәтте яҡшы, ә Әсҡәтте насар тип әйтәме?

  • Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Шулай тип әйтеп буламы? Ни өсөн?

  • Тимәк кешенең характеры уның эштәре, ҡылыҡтары аша асыла. Яҡшылыҡ менән яманлыҡ эштә, ҡылған ҡылыҡта, һөйләгән һүҙҙә беленә икән. Шуның өсөн дә ата-бабалар яҡшы янында яман беленә тип әйткәндәр (дәрестең темаһына иғтибарҙы йүнәлтеү).

  • Яҡшы булыр өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк инде?

  • Яҡшы эштәр эшләргә, кеше хәленә инә белергә, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға.

  • Эйе, яҡшылыҡ ҡылған кеше һөйкөмлө, матур ҙа була. Ундай кешенең дуҫтары ла күп була.

  • Балалар, әгәр кеше үҙең генә ҡайғыртһа, үҙ файҙаһына ғына күҙәтһә, үҙең генә яратһа, нисек булыр икән

  • Ул бер үҙе ҡала, дуҫтары, ауыр саҡта ҡайғыһын уртаҡлашыусыһы ла булмай.

  • Яҙыусы хикәйәһен Тайғаҡ баҫма тип атаған. Ә баҫма нимә ул? Һеҙ уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Уның синонимы нисек?

  • Күпер.

  • Һүҙҙең ниндәй күперҙәр күргәнегеҙ бар?

  • Ә донъяла ниндәй күперҙәр бар икән? Мин һеҙҙе интернет сәйәхәткә саҡырам?

(м/и пректорҙан күперҙәр ҡарау)

-Күперҙәр оҡшанымы? Уларҙы ни өсөн төҙөнөләр икән? Уларҙы төҙөгән кешеләр турәһында нимә әйтерһегеҙ?

-Кешеләргә йөрөргә уңайлы булһын өсөн. Тырыш, яҡшы, башҡаларҙы ла ҡайғыртыусы кешеләр төҙөгән.

-Шундый иҫ киткеҫ баҫмалар бар икән. Исемдәре лә матур.

-Ә ни өсөн яҙыусы үҙенең әҫәрен “Тайғаҡ баҫма” тип атаған икән?

-……………………….

-Әсҡәт тайып йығылған өсөн генәме икән?

-……………………….

-Эйе, уҡыусылар, кешегә үҙ ғүмерендә бик күп тормош күперҙәре аша үтергә тура килә. Ул күперҙәр һәр ваҡыт ныҡлы, тигеҙ генә булмай, араларында тайғаҡтары ла осрай.

-Ноғман Мусин яҡшы юлдан яман юлға тайып китмәҫкә, уларҙы айыра белергә, үҙеңдең тирә-яғындағы кешеләргә иғтибарлы булырға кәрәклекте иҫкәртә.

-Һәр кешенең холҡонда ыңғай, иғтибарға лайыҡ сифаттар була. Шулай уҡ һәр кешенең холҡонда етешһеҙ яҡтар ҙа була. Башҡаларҙың етешһеҙлегенә түҙемле була белергә кәрәк. Төрлө конфликтлы хәлдәрҙе көлкөгә әйләндереп, кешене үҙегеҙ ғәфү итә белегеҙ.

әҙер Яҡшылыҡ төшөнсәһенең моделен төҙөйөк. Нигеҙен ҡояш итеп алайыҡ, сөнки ҡояш-шатлыҡ, яҡтылыҡ, йылылыҡ билдәһе.

(Слайд)

-Был төшөнсәне кешенең ниндәй сифаттары аша аҫыҡлап була?



Мәрхәмәтлелек Шәфҡәтлелек



Изгелек Яҡшылыҡ Ҡиң күңеллек



Йылмайыу Яҡшы һүҙле булыу


-Ә бына ошо сифаттарға эйә булған кешене ни эшләйҙәр?

-Маҡтайҙар, хөрмөт итәләр.

-Был турала яҙыусы нисек тип әйткән?

-Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып бирмәй. Үҙең тырышмаһаң…

- Эйе, бик матур итеп әйткән яҙыусы. Ғөмүмән, хикәйәнең теленә иғтибар итһәк, ул ниндәй һүҙҙәрҙе бик күп ҡулланған?

- Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе.

- Эйә, уларҙы яҡшы белеү, оҫта, ҡулланыу телмәрҙе матурлай, йыйнаҡлата, образлы яһай.

- Мин һеҙгә өйҙә хикәйәнән нығынған һүҙбәйләнештәр табып яҙып килергә кушҡан инем. Кем уҡып ишетерергә теләй?

- ………………………

- Кем өҫтәй?

- ………………………

- Ә хәҙер әҙрәк уйнап алайыҡ.


Серле һүрәттәр уйыны.


  • Мин бер рус рәссамына түбәндәге нығынған һүҙбәйләнештәргә һүрәт төшөрөргә ҡушҡайным. Ул тура мәғәнәһендә аңлаған һәм ошо һүрәттәрҙе эшләп ебәргән. (һүрәттәр м/м проектор аша күрһәтелә)


Балтаһы һыуға төшкән – ныҡ күңелһеләнеү, бошонҡо йөрөү.

Бүрәнә үтә бүре күреү – белмәгәнде беләм тигән кеше.

Соҡор ҡаҙыу – насарлыҡ уйлап, этлек эшләү.

Аранан ҡара бесәй үтеү – икәү-ара ыҙғышыу, дуҫлыҡ мөнәсәбәте боҙолоу.

Алма беш, ауыҙыма төш - әҙерҙе генә көтөп торған кешегә әйтелә.


- Был рус рәссамына нисек ярҙам итеп була?

  • Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәрҙе рус теленә тәржемә иткәндә һүҙҙәр түгел, ә мәғәнәһе тура килергә тейеш.

159-сы күнегеүҙе телдән вариантлап эшләү, тикшереү.(Слайд)


1.Балтаһы һыуға төшкән – как в воду опущенный.

Ҡыҙыл ҡар яуғас – после дождика в четверг.

Танау аҫты кипмәгән – молоко на губах обсохло.

Башы һуҡҡан яҡҡа – куда глаза глядят.

Май эсендәге бөйөр кеүек – кататься как сыр в масле.

Энә төртөр урын юҡ – негдн яблоку упасть.

2. Ҡапсығыңды тот – держи карман шире.

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә - у страха глаза велики.

Тырнағына ла тормай – в подметки не годится.

Түбәһе күккә тейеү – быть на седьмом небе.

Яр аҫтынан яу сығарыу – много шуму из нечего.

  • Яҡшы. Тырыштығыҙ, бөгөнгө эшегеҙҙән мин бик ҡәнәғәтмен. Һәр ваҡыт шулай тырыш, яғымлы булығыҙ, йышыраҡ йылмайығыҙ. Ҡайҙа гына йөрөһәгеҙ ҙә, кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә тырышығыҙ. Һеҙҙең турала ғорурланып телгә алырлыҡ булһын.

  • Аралашыу, кешеләр менән аралаша белеү-ауыр хеҙмәт. Бөтә күңелеңде биреп эшләһәң генә ул файҙа килтерә.

  • .

  • Ә хәҙер бер-берегеҙгә ҡарағыҙ ҙа тағы ла бер тапҡыр йылмайығыҙ. Кеше күңеленә рәхәт, яҡшы булғанда ғына йылмая. Йылмайыу менән күп бейеклектәргә ирешергә була. Дуҫтарыңдың күңелен яуларға теләһең – йылмай, кешенең ыңгай яуап биреүен теләйһең икән-йылмай, һәр ваҡыт йәш булмайым тиһәң-йылмай, оҙон ғүмерле булайым тиһәң – йылмай. (“Йылмайыуҙар таратам” шиғырын уҡыйым. Экранда ҡояш.)

Йылмайыуҙар таратам.

Йылмайыуҙар йыйып алып

Йылмайыуҙар таратам.

Көләс йөҙлө юлдаштарҙы,

Яҙ ҡояшын яратам.

Ҡояштың алтын нурҙары

Сағылғас күҙҙәреңдә -

Нурға ҡойонған сәскәләй

Күрендең күҙҙәремә.

Баҫҡан һайын эҙҙәремдә

Сәскәләр үҫер һымаҡ

Ҡолас йәйеп берәй дуҫым

Ҡаршыма сығыр һымаҡ.

Сәбәпле лә, сәбәпһеҙ ҙә,

Йылмвйып китеп барам.

Йылмайыуҙар йыйып алып

Йылмайыуҙар таратам.

Йылмайыуҙан ҡарҙар ирей,

Гөлдәр япраҡ яралар.

Йылмайыуҙан тыуа йырҙар

Яҡыная аралар.



Рефлексия.

  • Бөгөнгө дәрестән нимәләр алдығыҙ? Дәрес һеҙгә нимә бирҙе?

  • Яҡшылыҡ ҡына эшләргә кәрәк. Яңы әҙәби терммин (акростих) менән таныштыҡ. Күперҙәр ҡараныҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе рус теленә тәржемә иткәндә мәғәнәһен тура килтерергә кәрәклеген нығыттыҡ.


Өйгә эш. 1. Нығынған һүҙбәйләнештәр ҡулланып «Мажаралы сәйәхәт” тигән темаға хикәйә яҙырға.

2. Нығынған һүҙбәйләнешкә һүрәт төшөрөргә.


Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 18 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДВ-403201

Похожие материалы