Инфоурок Другое Научные работыҒәлимов Сәләм - яңы дәүер шағир-новаторы

Ғәлимов Сәләм - яңы дәүер шағир-новаторы

Скачать материал

                               Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығы

 

 

 

 

     Ғилми-тикшеренеү эше

Тема:  

Ғәлимов Сәләм - яңы дәүер шағир-новаторы

 

муниципаль бюджет дөйөм белем учреждениеһы Дүртөйлө ҡалаһы 1-се һанлы  урта  дөйөм белем  биреү мәктәбенең 

9 А класс уҡыусыһы Фазылова Ленараның  тикшеренеү эше.

Ғилми етәксеһе муниципаль бюджет дөйөм белем учреждениеһы Дүртөйлө ҡалаһы 1-се һанлы   урта дөйөм  белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байрамшина Миләүшә Наил ҡыҙы

 

 

 

 

 

Дүртөйлө -  2020 й

 

 

 

 

Йөкмәтке

       Инеш....................................................................................................................     3

        Ғәлимов Сәләм. Тормош юлы...........................................................................    4

        Ижад юлы............................................................................................................    6

Ғәлимов Сәләм - шағир-новатор....................................................................      8

       Һығымта............................................................................................................       11

Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................................................... 11

Ҡушымталар......................................................................................................... 13

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                                                                       I.       Инеш

Был донъялағы йәшәү теләгем ун тормошҡа етерлек...

                                                                                                     Ғ. Сәләм 

Быйыл күренекле шағир-новатор, башҡорт шиғриәтенең әүҙем реформаторы Ғәлимов Сәләмгә 110 йәш тулды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош уға был ваҡыттың йәшәү өсөн сиреген генә бүләк иткән. Уның шиғырҙарына тормош философияһы  мәнән нығытылған лирика булып яңғырарға насип булмаған. Был донъяла егерме һигеҙ йыл ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, Сәләмдең шиғриәте донъяға ҡарашын мәңгелеккә һаҡлап ҡалды, күп әйтер һүҙҙәрен әйтәлмәне... Ғәлимов бик аҙ ғүмер йәшәне, нәҡ Ғабдулла Туҡай һәм Михаил Лермонтов кеүек.

 Ғәлимов Сәләмдең башҡорт әҙәбиәтендә ҡалдырған эҙе  үтә лә яҡты. Төпһөҙ шиғри һәләте, даими эшкә тартылышы уға ҙур оҫтаҙ булырға ярҙам итә.

Шағирҙың язмышына ныҡлы ҡараш уның яҡты исеме миллионлаған кеше йөрәгендә һаҡлана.

Минең һайлаған темам актуаль тип уйлайым, сөнки Ғәлимов Сәләм шағир-новатор булараҡ,  башҡорт шиғриәтен икенсе бер йүнәлешкә борған. 

Гипотеза: Сәләм Ғәлимов башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡулланыусы

Тикшеренеү объекты: Сәләм Ғәлимов ижады 

Тикшеренеү предметы: Ғәлимов Сәләмдең шиғырҙарында һәм поэмаларында новаторлыҡты эҙләү.

Тикшеренеүҙең маҡсаты: Сәләм Ғәлимов башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡулланыуын асыҡлау.

Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн миңә киләһе мәсьәләләрҙе сисергә кәрәк:

-          бирелгән тема буйынса ныҡлап әҙәбиәтте өйрәнергә;

-          Сәләмдең ижади мираҫын өйрәнеү аша  иң һөҙөмтәле шарттар асыҡларға;

-          ижады буйынса үткәргән сараларҙың һәм тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен ҡулланыу.

Тикшеренеү ысулдары: бирелгән тема буйынса ентекләп әҙәбиәтте өйрәнеү; социологик һорау үткәреү.

Теоретик әһәмиәте: Тикшеренеү эше материалдарын дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа ҡулланылырға мөмкин. 

Уның ижады – таҙа һүҙ сәнғәте өлгөһө, бай донъяның нәфис серен өйрәнеү, ғазап менән ҡанатланған, таҙартылған кисерештәр донъяһы, тоғролоҡ, шатлыҡ, ҡаҡшамаҫлыҡ донъяһы. Күпме беҙҙең быуын замандаштары, үҙҙәре бының тураһында һөйләмәһә лә,  Сәләм шиғриәтендә тәрбиәләнгән. 

Тормош юлы.

Башҡорт әҙәбиәтенә Ғәлим Сәләм псевдонимы менән билдәле булған, Сәләм

Ғәлим улы Ғәлимов, 1911 йылдың 18 ғинуарында  Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районының Оло Тәгеш ауылында мулла ғаиләһендә  тыуған. Бына ул үҙе тураһында нимә яҙған: “Мин Оло Тәгеш ауылында тыуҙым һәм үҫтем. Башҡортса әйткәндә “Ҙур Тәгеш”. Үҙенең исеменә бөтөнләй ҙә туры килмәй ине ул. Сөнки был ҡараңғы, фәҡир ауыл бер ҙә ҙур түгел. Һуғыш алдынан, Оло Тәгештә бөтәһе иллеләп йорт бар ине. 

Дөрөҫөрәге, ауылдың эре мөгөҙлө малдар һәм аттар тота торған фермаһы, амбары булған колхозы бар ине.  

Колхозсылар икмәк үҫтерҙеләр, мал ҡаранылар. Ауылда почта ла, ауыл советы ла, магазин да юк ине,  мәҙәни усаҡ булараҡ башланғыс мәктәп кенә бар ине. Шуға ҡарамаҫтан Оло Тәгеште “айыу мөйөшө” тип әйтеп булмай, сөнки ул Силәбе юлында тора. Ә юл –  тормош сығанағы. 

Утыҙынсы йылдар аҙағына халыҡ һаны бер йөҙ һикһән дүрт булып иҫәпләнгән, уларҙың  туҡһан икеһе ир-ат, ҡалғандары - ҡатын-ҡыҙ булған. Күреүебеҙсә, халыҡ бик аҙ булған. Шуға ҡарамаҫтан, һуғышҡа тиклем был бәләкәй генә ауылдан бик күп билдәле  уҡымышлы кешеләр сыҡҡан. Ҡабатлап әйтәм, башланғыс мәктәптән башҡа, мәҙәниәт һәм мәғрифәтселек усағы булмаған, хатта клуб менән китапхана ла ...”

  Шағирҙың 10 йәшендә атаһы үлгән. Шул йәшенән башлап батрак булып йөрөй. Сәләмде әсәһе мәнән өләсәһе тәрбиәләй. Йәш шағирға өләсәһе бик ҙур йоғонто яһай. Ул ейәненә  бик күп башҡорт әкиәтттәре, мәҡәлдәре, әйтемдәре, бәйеттәр һөйләй.  13 йәшендә Сарино ауылы мәктәбен тамамлай. Унан Арғыяш мәктәбенә уҡырға китә, 14 йәше тулғас комсомолдар рәтенә инә. 1928 йылда мәктәпте гел яҡшы билдәләренә генә тамамлағас, Сәләм Арғыяш ауылы янында булған Ибраһим һәм Ғәликәй ауылдары мәтәптәрендә 1928-1929 йылдарҙа  уҡытыусы булып эшләй, балаларға башҡорт телен

уҡыта, Ғәликәй һәм Ибраһим ауылдарының  комсомол ойошмаһын етәкләй. 

Педагог булараҡ, ул бигерәк тә үҙе уҡытҡан предметҡа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, балаларҙы әҙәбиәткә ғашиҡ иткән. Уларҙың эстетик зауыҡтарын үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Билдәле башҡорт поэтэссаһы Кәтибә Кинйәбулатова хәтерләүенсә, Сәләм Ғәлимов һәләтле педагог булған: ”Уның дәрестәре тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки ул ҡыҙыҡһынып әҙәбиәтте уҡыта. Класс буйлап йөрөгәндә, ул шул ҡәҙәрле мауыҡтырғыс итеп бүтән шағирҙарҙың ижады тураһында һөйләй, шул арала уларҙың шиғырҙарынан хәтерҙән цитаталар һөйләй. Уҡыусылар уны тын да алмай,  йотлоғоп тыңлай

Педагог булараҡ, ул бигерәк тә үҙе уҡытҡан предметҡа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы менән  айырыла. Балаларҙың эстетик зауыҡтарын үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Минеңсә, тап бында ошонда, Сәләмдең туған телгә ҙур мөхәббәте барлыҡҡа килгән.

Урта мәктәптә уҡығанда Сәләм мәктәп гәзитен редакциялағанда  әүҙем ҡатнашҡан, уның бында шиғырҙары һәм яҙмалары барлыҡҡа килгән. Өлкән кластарҙа  Саләм мәктәптең  әҙәби журналын редакциялай.

"Яҙ һәм йәй  Сәләм бик иртә тора ине, - тип хәтерләй Сәләх Кулибай, - үҙ алдына шиғыр юлдары мығырлап, ҡулына китап, йә блокнот тотоп күҙҙән юғалыусан булды. Ул баҡсаға, йәиһә берәй тыныс урынға йөрөштөрөп килергә тип китеп, унда дәрестәргә әҙерләнә, йә яңы шиғыр яҙа ине. Шиғырҙарын ул ултырып яҙманы, улар тормош барышында нисектер үҙенәнүҙе тыуҙы, ә Сәләм уларҙы һуңынан шымартты, төҙәтте, кәрәк урындарын алмаштырҙы. Ундай ваҡыттарҙа, эргәһендә кеше булһа, ул уның барлығын бөтөнләй онота торған булды, Сәләм ҡысҡырып үҙенең шиғырҙарын уҡып тикшерҙе, яңылары тураһында уйланды.”

           1933 йылда башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, унда  әҙәбиәткә ғашиҡ булған  йәштәрҙе етәкләй.

1937 йылда ул Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының тел һәм әҙәбиәт бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ғалимов Сәләм 1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалы аспирантураһына юллана.

Ул бында минингит ҡаты ауырыуынан һуң 1939 йылдың 19 июнендә вафат була.

Сәләм Ленинградтың  Волков зыяратында Иван Тургенев, Михаил

Салтыков-Щедрин, Александр Куприн ҡәберҙәре менән йәнәш ерләнелгән.

 

Ижад юлы

1929                   йылда         баҫыла        башлай.      Ауыл          корреспонденты      булып

“Башҡортостан йәштәре”, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзиттәрендә эшләгән

1930                   йылда ун туғыҙ йәшлек егетте “Башҡортостан” гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар. Системалаштырылған әҙәби белем алыу теләге Сәләмде Башкорт педагогик институтының әҙәбиәт факультетына килтерә. Шағирҙың әҙәби таланты тулыһынса юғары уҡыу йортонда уҡығанда асыла. Нәҡ бына ошо йылдарҙа уның “Мәскәү”, “Өс йыр”,  “Республика иртәһе”, “Һәйкәл” тигән шиғырҙары, билдәле  “Шоңҡар”поэмаһы тыуа. Үҙенең шиғырҙарын ул Ғ.Сәлдәм псевдонимы менән билдәләгән. Бер үк ваҡытта гәзиттең әҙәби хеҙмәткәре булып, ауыл хужалығы бүлеген  һәм “Трактор” журнал ҡушымтаһын редакциялай. 

“Тревога” исеме аҫтындағы тәүге шиғыр китабы 1932 йылда донъя күрә.

Ҙур булмаған Урал ауылынан сыҡҡан  һәләтле егет ун дүрт йыл эшмәкәрлеге эсендә дүрт поэма,  алтмышҡа яҡын шиғыр, тиҫтәләгән очерк һәм фельетондар эшләп өлгөрә.

Әлегә тиклем аңлашылмай, шундай яҡты итеп янып башланған шағирҙың тормош һәм ижад юлы үҫеш юлында мәғәнәһеҙ өҙөлә. Ленинград ҡалаһының аҡ төндәре ҡыҙған сағында уның ҡаты ауырыуына нимә сәбәп булды икән? Терелтеп булырлыҡ булмағанмы икән? Йәш шағирҙың был донъянан киткәндә янында кемдәр булды икән? Бының тураһында беҙ бер ҡасан да белмәйәсәкбеҙ.

Шағирҙың көн-төн арымай эшләүенең иң мөһим яғы ул шиғырҙарының асыҡ фекере, ябайлылығы, моңлолоғо, һалмаҡлығы.

Ҡыҫҡалыҡ, минималь сығымдар менән күп нәмә белеүе тураһында әйткән һүҙ - Сәләм шиғриәтенә хас үҙенсәлектәр. Уның шиғриәтенең теле тере халыҡ теле. Авторҙың лирикаһында төп герой – халыҡ. Автор бик күп әйтемдәр,ҡобайырҙар белгән, уларҙы оҫта итеп һөйләгән. Сәләмдең ҡуйын дәфтәре булған. Ул уның менән бер ҡасан да айырылмаған. Шул дәфтәрҙә матур почерк менән башҡорт классик бәйеттәре яҙылған булған. Уны яңы шиғри форма эҙләп таба һәм сәғәттәр буйы бер һүҙ өҫтөндә эшләргә мөмкин була. Шағир яҙғанса: “Минең шиғырһыҙ уҙған минуттарым ул иң бәхетһеҙ уҙған ғүмерем”.

Беренселәрҙән булып шағир баллада жанрына мөрәжәғәт итә. Уның “Боролош”, “Һүҙҙәр һәм эштәр”, “Өнһөҙ һалдаттар” балладалары  алдағы империалистик агрессия ҡурҡынысы тураһында иҫкәртә. Улар шартлы сюжетҡа ҡараған. Был балладаларҙа башҡорт халҡының мәҙәниәтенең үҫеше күҙәтелә. 30 йыл аҙағында ижад ителгән “Йылдар аша”  эпик әҫәрендә Ғәлимов Сәләм халыҡтың яҡты киләсәген күрһәтә,  юғары гуманистик идеалдарын билдәләй. Уның ижадының эволюцияһы  декларативностан фәлсәфәүи тәрәнлеккә  күсеү  менән билдәләнә.

Сәләм шулай уҡ тәржемәүи эш менән шөғөлләнгән. Ул А.С.Пушкиндың “Сегәндәр”, М.А. Светловтың “Гренада” әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

Ғәлимов Сәләмдең иң ҙур поэмаһы булып “Бала” поэмаһы һанала.  Шул дәүерҙә ғаиләлә мөнәсәбәттәр тураһындағы етди проблемалары,  һәр ваҡытта актуаль  булған теманы шиғри формала ижад иткән.

Ринат Камал былай тип яҙған: “Ғ.Сәләм шиғырҙары рухты күтәрә, йәнгә тантаналыҡ бирә, һәр яңы көн тыуғанда иҫкә төшә. Яңы көндө, яңы тормошто раҫлай, данлай, уға мәҙхиә йырлай шағир. Ул шиғырҙар башҡорт иленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү, инаныу менән республиканың киләсәк көнөнә  ҡаҡшамаҫ ышаныс менән һуғарылған”. 

Ғәлимов Сәләм – шағир – новатор

1932 йылда Ғәлимов Сәләмдең  “Тревога” исемле беренсе шиғырҙар  китабы сыға. Ә тағы ике йылдан һуң уның “Тревоганан һуң” китабы баҫыла. Сәләм  башҡорт шиғырының беренсе реформаторына әүерелә.

Ул өҙлөкһөҙ интонацялы милли шиғриәт өлкәһендә, ритм өҫтөндә өҙлөкһөҙ эш алып бара. Шиғырҙарҙың интонация яңғырашы, рифма системаһы, төрлө традициялар синтезын, шул уҡ ваҡытта шиғриәткә новаторство индерә ул.

Үҙ заманына күрә “Йыр, йыр кәрәк” тигән  ҙур шиғри әҫәре актуаль булған. 30 йылдарҙа вульгар социологизм тенденциялары  көсәйгән шарттарҙа, әҙәбиәттә  удар төҙөлөш, нефть вышкалары, завод торбаларын маҡтаған саҡта, шағир, беренселәрҙән булып,   кешенең әхлаҡи асылы тураһында борсолоу белдерҙе.

“Республика иртәһе”, “Һәйкәл” шиғырҙарында авторҙың юғары гражданлыҡ яуаплығы, жанр үҙенсәлектәре күҙәтелә. “Шоңҡар”, “Бала”, “Ғүмер” поэмаларында новелла алымдары күренә, ярҙамсы образдарҙың роле көсәйә, шиғри деталлелек һәм сәсәнлек мөмкинлеге менән һәм  тәрән пихолгик яҡтан ҡылыҡһырлана.

Революцион максималлелек, хистәрҙең тәрән булмауы, аскетлыҡ, донъяға ҡарата “аҡлы-ҡаралы” ҡараш – егерменсе йылдарҙың башҡорт шиғриәтенә хас йүнәлеш. Утыҙынсы йылдарҙа ла был йүнәлештән ҡотолоп булмаған.

Дуҫтар дошман булып сыҡты...

Ғәлимов Сәләмдең был шиғырында кеше язмышы, туғанлыҡ хисе яңы тормошта үҙенең мәғәнәһен юғалтыуы тураһында һөйләй.

“Республика иртәһе” шиғырында ул үҙ халҡына гимн йырлай. Ғ.Сәләм – үҙ дәүеренең йырсыһы. Үҙе йәшәгән осорға мәҙхиә йырлауы ла тәбиғи. Конкрет маҡсатлылыҡ, шиғриәттә ниндәйҙер яңы һүҙ әйтеү, әҙәбиәткә Сәләмсә генә яңғыраған яңылыҡ индереү, уны тәьҫирле итеү, уҡыусыларға үҙенә күрә дөрөҫ йәшәү рецебы биреү – Сәләмдең маҡсаты. Ныҡышмалылығы, яңылыҡ һөйөүсәнлеге, тормош арбаһының ҡайһы юлдан тәгәрәрен шағир тойомлоғо менән алдан һиҙгән шағир тормошсан, бөтәһе лә ҡабул итерҙәй йәшәмеш һәм уҡымлы әҫәрҙәр ижад итә.

Сәләмдең поэма жанрына үҙенсәлекле мөхәббәте - шул замандар өсөн яңылыҡ булған.

Ә Ленинград ҡалаһында яҙылған “Бала” поэмаһын бөтә совет әҙәбиәтендә яңы төр тип атағандар. Ошо поэманы башҡорт теленә тәржемә итергә теләүселәр дә булған. Сәләм ғилми эш менән мауыҡҡан, тәржемәләргә үҙе етешмәгән. Ҡәһәрле ауырыу уны тиҙ арала кешелек донъяһынан алып киткән.

Ким Әхмәтйәнов Сәләм ижадын бик ентекләп өйрәнгәндән һуң

“Шонҡар” поэмаһы тураһында былай тигән: “Был поэма ашанан-аша тәрән мәғәнәле лирика менән һуғарылған...”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был поэма ла рус теленә тәржемә ителмәгән.

Ҡәләмдәштәре менән 1937 йылда “Октябрь” журналында  “халыҡ дошманы” тип ғәҙелһеҙ иғлан ителгән, күптәре атып үлтерелгән, йә һөргөнгә китеп олаҡҡан  иң яҡшы өлкән быуын яҙыусыларына ҡаршы “асыҡлаусы” һәм дөрөҫ булмаған ҡырҡа мәҡәл яҙып сыҡҡас  Сәләмдең даны ҡаҡшаған.

Беҙгә хәҙер шул алыҫ ваҡиға тураһында объектив фекер йөрөтөүе ауыр. 

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ғәлимов Сәләм күп быуатлы башҡорт шиғриәтенең иң яҡшы традицияларын байытыу һәм үҫтереүсе бөйөк һүҙ осталары рәтенә инә. Уның шиғриәте художество оҫталығы, тәрән хислелеге, дәрте, замансалығы,  кешелеклеге менән айырылып тора.

50-70 йылдарҙа Ғәлимов Сәләм ижади йәштәрҙең кумиры булған, уның драматургияһына, шиғриәт оҫталығына бик күп башлаусы яҙыусылар тап килергә тырышҡан. Ул шул йылдарҙың иң яҡшы ижади интеллигенция вәкилдәре уның әҫәрҙәрен, алымдарын, ысулдарын, романтик рухын ҡабатларға тырыша.

Сәләм Ғәлимов шиғриәте  -  ул, иң элек, ялҡынлы, тәрән мәғәнәле.

Башҡорт халҡының талантлы улы халыҡ хәтерендә мәңгелеккә урын алған. Уның исеме менән урам, сквер аталған, яһалған портреты,  уның  әҫәрҙәрен баҫтырыу – бөтәһе лә Ғәлимов Сәләмде халыҡтың яратыуы һәм уның исемен мәңгеләштереүе тураһында һөйләй.

Ғәлимов Сәләм исемендәге республика премияһы 1967 йылда булдырылды (Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов). Ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн бирелә, йәштәрҙең данлыҡлы эштәре өсөн. Өфө ҡалаһының Ленин урамындағы икенсе һанлы йортта ҡасандыр Сәләм Ғәлимов йәшәгән.

Бөгөн унда мемориал таҡта ҡуйылған.

Мәктәп һәм район китапханаларында, Интернет селтәрендә тейешле әҙәбиәт һәм материалдар менән танышҡас, тел һәм әҙәбиәте уҡытыусылыры менән һөйләшкәс, мәктәптә анкеталаштырыу үткәргәс, мин шундай нәтижәгә килдем: ҡыҫҡа ғына ғүмер йәшәһә лә, Ғәлимов Сәләм башҡорт әҙәбиәтендә бик ҙур эҙ ҡалдырған. Кем белә, бәлкем ул оҙон ғүмер йәшәһә беҙҙең әҙәбиәтте ниндәй генә шиғырҙар һәм поэмалар менән байытыр ине... Был һорауға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуап юҡ.

Ғ. Сләмдең “Бала” һәм “Шоңҡар поэмаһы” бөгөнгө көндә лә ифрат тормошсан һәм актуаль яңғырай. Ул уҡыусыларҙы уйландыра, Сәйҙел, Зәйнәп һымаҡ хаталар яһамаҫҡа өйрәтә, әхләҡи тәрбиә бирә.

 Халыҡ уны онотмай, уның әҫәрҙәрен башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә балалар яратып уҡый, уның тыуған көнөндәрендә мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, мәҙәни усаҡтарҙа бөйөк шағирҙы иҫкә алыу кисәләре үткәрелә, Сәләм исемен урамдарға, сверҙарға биргәндәр.

Силәбелә башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең юбилейы уңайынан күргәҙмә асылды  («Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 ғинуар).

Башҡорт АССР-ында әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәр һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн йәштәргә 1967 йылдан 1990 йылғаса Башҡортостан комсомолының «Ғәлимов Сәләм исемендәге премия»һы бирелде.

Шағирҙың тыуған төйәге Силәбе өлкәһе Сосновка районында 2011 йылда «Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия» булдырылған. Уның лауреаттары өс номинацияла («Нәфис әҙәбиәт», «Тыуған яҡты өйрәнеү» һәм «Журналистика») билдәләнә.

Һығымта

  Мин үҙемдең тикшеренеү эшен башҡарып, Сәләм Ғәлимов башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡулланыусы тигән гипотезамды раҫланым.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.     Ғәйнуллин М.Ф. Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡортостан яҙыусылары . Библиографик белешмә. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1977. 

2.     Ғәйнуллин       М.Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет   Башҡортостаны   яҙыусылары.

Библиографик белешмә.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. 

3.     Р.Н.Баимов, Ғ.Н.Гәрәева, Р.Х.Тимерғалина. Башҡорт ере яҙыусылары. – Өфө:

Китап, 2006. 

4.     Тере шишмәләр (Башҡортостан тарихы, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте). Өфө:

Китап, 2006.

5.     Күзбәков Ф.Т. Сәләм Ғәлимов// Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020.

6.     Ҙур Совет энцеклопедияһы

7.     Башҡортостан ҡыҫҡа энциклопедияһы

8.     Рәшит Ниғмәти, Ғ. Сәләм, Назар Нәжми. Һайланма әҫәрҙәр/ Төҙөүсеһе И.Ә.

Шарапов. - Өфө: Китап, 2009.

9.     К. Әхмәтйәнов Ғ. Сәләм Тормошо һәм ижады. - Өфө: 1980.

10. Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. - Өфө: 2003.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡушымталар

         

 

 

 

               Ғәлимов Сәләм, А.Ҡудаш, М.Ғәлимов

 

 

Ғәлимов Сәләм, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай

                                                                                               

 

                                                    Шағир уҡыған мәктәп

 

 

 

 

Ғәлимов Сәләмдең тормош юлы һәм ижады тураһында анкета һорауҙары.

 

1.       Ғ.Сәләм ҡайҙа тыуған? 

1.  Оло Тәгеш 

2.  Әсән 

3.  Келәш

2.       Ҡасан тыуған? 

1.  1918 

2.  1911    

3.  1919

3.       Ниндәй ғаиләлә тыуған?

1.  Мулла  

2.  Уҡытыусы

3.  Крәҫтиән

4.       Ниндәй уҡыу йорттарын тамамлай?

1.  Башҡорт дәүләт университетын

2.  Башҡорт педагогия институтын  

3.  Уҡытыусылар әҙерләүсе институтты

5.       Тәүге хеҙмәт юлын ниндәй һөнәр буйынса башлай?

1.  Редактор 

2.  Уҡытыусы

3.  Рәссам

6.       Ғ.Сәләмдең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?_______________________________________________

_________________________________________________________

7.       Ғ.Сәләмдең ниндәй поэмаларын беләһегеҙ?_______________________________________________

8.     “Тревога” китабы ҡасан баҫтырылған? 

1.   1932

2.   1936 

3.1939

9.     Һиңә уның ниндәй әҫәре оҡшай? Ни өсөн?__________________________________________________

10. Ул ҡасан үлгән? 

1.1932

2.1941 

3.1939

11. Исемен  нисек мәңгеләштергәндәр?_____________________________________ _______________________________________________________

 

 

Анкеталаштырыуҙың анализы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                    Класташтарым менән анкетирование үткәрәм

 

 

 

 

Район китапханаһында

 

 

 

Мәктәп китапханаһында

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ғәлимов Сәләм - яңы дәүер шағир-новаторы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Музыкальный журналист

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 364 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Индивидуальный проект и метапредметные результаты
  • Учебник: «Право (углублённый уровень)», Боголюбов Л.Н., Лукашева Е.А., Матвеев А.И. и др. /Под ред. ЛазебниковойА.Ю., Лукашевой Е.А., Матвеева А.И.
  • Тема: § 7. Гражданское общество
  • 18.02.2021
  • 5250
  • 81
«Право (углублённый уровень)», Боголюбов Л.Н., Лукашева Е.А., Матвеев А.И. и др. /Под ред. ЛазебниковойА.Ю., Лукашевой Е.А., Матвеева А.И.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.02.2021 580
    • PDF 2.2 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Байрамшина Миляуша Наиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Байрамшина Миляуша Наиловна
    Байрамшина Миляуша Наиловна
    • На сайте: 9 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 49237
    • Всего материалов: 40

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Мини-курс

Эффективные практики по работе с тревожностью

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 112 человек из 46 регионов
  • Этот курс уже прошли 56 человек

Мини-курс

Карьера и развитие в современном мире

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

ФАОП: регулирование образовательного процесса и программ

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе