Инфоурок Другое КонспектыҠол Ғәли Йософ матурлығы дәресе 6 класс

Ҡол Ғәли Йософ матурлығы дәресе 6 класс

Скачать материал

Тема: Ҡол Ғәли «Йософтың матурлығы»

Дәрес маҡсаттары

-         Уҡытыу: Әҫәр менән танышыу.

-         Үҫтереү: Логик фекерләүҙе, һөйләү телмәрен, тексҡа анализ эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

-         Тәрбиәүи: Ҡол Ғали ҡиссаһына булған ҡыҙыҡһыныуҙы уятыу, яҙма ҡомартҡыларыбыҙға, тарихҡа  ҡарата һөйөү хистәрен тәрбиәләү.

Дәрес тибы

-         Яңы тема үтеү.

Йыһазландырыу:

-         Дәреслек, һүҙлектәр, компьютер, проектор, экран.

Күргәҙмәлек:

-         Презентация, билдәләү карточкаһы.

-          

Дәрес барышы

I.Организацион момент.

Һаумығыҙ, уҡыусылар!

Уҡыусылар.

Һаумыһығыҙ, хәйерле көн барығыҙға,

Ҙур маҡсаттар менән килдек беҙ уҡырға.

Эмоциональ момент

Ултырығыҙ, балалар. Мин һеҙгә яҡшы кәйеф һәм бөгөнгө дәрестә уңыштар теләйем. Матурлыҡ тураһында һөйләшәйек.

-         Һеҙҙең өсөн «матурлыҡ» нимә ул?

 

Дәрестең темаһын һәм маҡсатын әйтеү.

Ә хәҙер бөгөнгө дата һәм теманы дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Егерме өсөнсө ноябрь. Ҡол Ғәли  “Йософтоң матурлығыҡиссаһы. Әҫәргә  анализ.

Уҡыусылар, тема буйынса,  нисек уйлаһығыҙ, бөгөнгө дәрестең маҡсаты ниндәй?

II. Яңы тема үтеү.

1.     Инеш әгәмә.

Башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш тарихы мең йыллап дәүерҙе  үҙ эсенә ала. Әҙәби ҡомартҡылар һәм уларҙың авторҙары төрки телдәрендә һөйләшкән байтаҡ халыҡтар өсөн – башҡорттар, татарҙар, үзбәктәр, төркмәндәр һ.б халыҡтар өсөн уртаҡ булған, әҫәрҙәр ошо халыҡтарҙың бөтәһе өсөн дә аңлашылып торған дөйөм төрки телендә яҙылған. Тап шул дәүерҙә – XII – XV быуаттарҙа  - Ҡол Ғәлиҙең «Йософ ҡиссаһы», Ҡотбтың «Хөсрәү һәм Ширин», Хөсәм Кәтибтең «Жөмжөмә Солтан» кеүек данлыҡлы әҫәрҙәре ижад ителгән. Улар хәҙер бөтә донъяға билдәле. Бөгөн шуларҙың береһе менән беҙ танышып китәсәкбеҙ.

Атаҡлы шағир Ҡол Ғәли XII быуат аҙаҡтарында – XIII быуаттың беренсе яртыһында йәшәй.

Ә хәҙер беҙгә Исхакова Йолдыз Ҡол Ғәлиҙең биографияһын уҡып ишеттерә.  

Бөтә донъяға таныш булған «Йософ ҡиссаһы» әҫәре менән танышып китәйек. Йә ле Әлфиә, уҡып ишетер беҙгә.

2.     Өлгөлө уҡыу. (Әлфиә тасури уҡып сыға) Рәхмәт, Әлфиә беҙгә уҡып ишеттерҙе. Ә хәҙер тағы бер тапҡыр үҙ-аллы уҡып сығабыҙ һәм ғәрәп теленән ингән һүҙҙәрҙе табабыҙ.

3.     Һүҙлек эше (презентация)

-         Кем уҡып ишеттерә? (Эйе, рәхмәт.) Бөтә һүҙҙәрҙә аңлашыламы?

 

4.     Текст өҫтөндә эш.

а) Әҫәр нисек атала?

– Йософтың матурлығы.

Ниндәй матурлыҡ тураһында һүҙ бара?

        Кешенең гүзәл ҡиәфәте тураһында. Ошо турала яҙылған урынды табып уҡыйбыҙ.

Тағы ниндәй матурлыҡ тураһында һүҙ бара?

        Матур холоҡ тураһында.

        Аҡылдың матурлығы тураһында.

        Изгелектең матурлығы тураһында.

 

Кешенең матурлығы тураһында Ҡол Ғәли әҫәр яҙған.

1212 йылда Ҡол Ғәли поэмаһының тәүге яҙылышын тамамлай, 1233 йылда уны эшкәртеп, бер аҙ өҫтәмәләр индерә. Был даталар уның ҡулъяҙмаларына ҡуйылған. Әҫәр халыҡ-ара, милләт-ара, батшалыҡ-ара ғына түгел, донъя һәм йыһан кимәлендәге проблемаларҙы, кисерештәрҙе сағылдырған һәм күҙ алдына килтермәҫлек киң даирәлә таралған әҫәргә әйләнә.

б) Уның тормош менән бәйлелегетураһында нисек уйлайһығыҙ? (шул дәүерҙәге тормошто сағылдырған)

Ҡиссалағы Зөләйха образы ла юҡтан алынмаған. Ҡол Ғәли Ҡоншаҡ хандың ҡыҙы Сәүлиәне яратып йөрөй. Был ҡыҙҙы ул атаһы менән Биләр ҡалаһына килгәнендә күрә лә, ғашиҡ була. Әммә Сәүлиәне икенсе кешегә кейәүгә бирәләр. Һуңынан инде, Сәүлиәнең ире вафат булғас, шағир уның менән күрешә. Был һөйөүҙең дауамы ла була.

в) Жанр үҙенсәлеге тураһында ниә әйтерһегеҙ? (ҡисса)

Нимә була ул «ҡисса»? (аңлатып китәм)

г) Авторҙың фекернең сағылышы нисек?

XII быуатта яҙылған поэмалағы уйлап сығарылған донъя ысынбарлыҡтың сағылышы булып сыға. Автор Алланың дөрөҫлөктө өҫкә сығарырына ышана һәм һәр кешелә ғәҙелһеҙлеккә ҡараш тыуҙырырға тырыша. Әҫәрҙә уның үҙ тормошо элементтары ла сағылыш таба. Донъяуи ҡиммәттәре, фекерҙәре, ниндәйҙер күңел төшөнкөлөктәре лә таныла. Бигерәк тә шул осор батшалыҡ итеүсе ғаилә хәлдәрен яҡшы һүрәтләй.

III. Йомғаҡлау.

1.     Әҫәрҙең әҙәбиәт үҫешендәге роле, әҙәби процессҡа йоғонтоһо.

-         Ҡол Ғәли был әҫәре менән тарихта эҙ ҡалдырған. Беҙ был әҫәрҙе уҡып халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен һәм ижадын өйрәнәбеҙ.

2.     Баһалау.

Өҫтәмә материал:

Был поэма Волга алды – Урал буйында табылған яҙма әҙәбиәттең иң ҙур ҡомартҡыһы булып һанала. Ул Бөйөк Башҡортостан дәүләте дәүеренә тура килә. Ҡол Ғәли әҫәрен «Йософ Ҡиссаһы» тип атай, ә аҙаҡ уның архив варианттарында  «Йософ Китабы», «Ҡиссаһи Йософ ғәләйһи әссәләм», «Уитабы ҡыссан хәҙрәти Йософ аннаби ғәләйһиәссәләм» кеүек атамалылары ла табыла. Ә күсереп  яҙыусылар һәм телдән һөйләүселәр уны «Йософ менән Зөләйха» тип тә үҙгәртеп ебәрә. Йыйып әйткәндә, Йософ тураһында 360 төрлө поэма йәшәй.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ҡол Ғәли Йософ матурлығы дәресе 6 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Заведующий доп. образованием

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 638 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.11.2020 1386
    • DOCX 22.3 кбайт
    • 32 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Фаткуллина Лилия Фануровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Фаткуллина Лилия Фануровна
    Фаткуллина Лилия Фануровна
    • На сайте: 3 года и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3750
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Мини-курс

Психология детства и подросткового возраста

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 103 человека из 48 регионов
  • Этот курс уже прошли 72 человека

Мини-курс

Постановка базовых звуков раннего онтогенеза

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Электронный архив: нормативно-правовые требования и основы оцифровки

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе