Инфоурок Другое Другие методич. материалыЕңеү көнөнә арналған әҙәби-музыкаль композиция

Еңеү көнөнә арналған әҙәби-музыкаль композиция

Скачать материал

Ил хөрмәтләй батыр улдарын

(Еңеү байрамы митингылары өсөн сценарий)

1-се уҡыусы.  Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар, байрам менән!

2-се уҡыусы.  Эйе, байрам. Байрамдың да ниндәйе! Изгеләрҙән изгеһе, ололарҙан олоһо.

3-сө уҡыусы.  9 май – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ.

4-се уҡыусы.  Ватанды һаҡлау - борон-борондан килгән изге бурыс. Шул бурысты халҡыбыҙ һәр саҡ намыҫ менән үтәгән.

5-се уҡыусы.  Килеп тыуған хәл иткес мәлдәрҙә ҡурҡыу белмәй яуға күтәрелгән һәм илебеҙҙе, еребеҙҙе батырҙарса һаҡлаған.

6-сы уҡыусы.  Чуд күлендә немецты тонсоҡторған, Бородинола Наполеондың иманын уҡытҡан, ваҡыты еткәс, Гитлерын да дөмөктөргән беҙҙең күп милләтле Рәсәй илебеҙ.

 

Йыр.

 

1-се уҡыусы.  Тыуған илебеҙ был көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығын билдәләй. Ә ул бит беҙгә еңел генә бирелмәне.

2-се уҡыусы.  Совет илен юҡ итеп, халҡын ҡоллоҡҡа төшөрөргә теләгән Гитлер фашистарын тар-мар иткәнсе дүрт йыл йән аямай алышырға тура килде.

3-сө уҡыусы.  Ошо дүрт йыл эсендәге ҡот осҡос ҡанлы бәрелештәрҙә егерме ете миллион кеше ғүмере ҡорбан ителде.

4-се уҡыусы.  Ҡырҡ беренсе йылдың июнь таңы…

Көнсығыштан ҡояш ҡалҡа алланып,

Ә көнбайышта шул ваҡытта уттар яна,

Снарядтар шартлай, туптар ярыла.

Үлем менән яғалаша һалдат,

Тыуған илен һаҡлап алыша.

5-се уҡыусы.    Көнбайышты ҡаплап алып,

Үлем сәсә фашист эттәре.

Ҡара ҡайғы баҫты Совет илен,

Нуры китте матур көндәрҙең.

Күп милләтле халыҡтарҙың

Ҙур һынауҙар баҫты иңдәрен.

6-сы уҡыусы.    Ҡорал тотоп ҡулдарына

Ил һаҡларға китә яугирҙәр.

Ғәзиз башҡайҙарҙың алда

Бер кем белмәй әле ниҙәр күререн,

Берлинғаса юлдың әле бер кем

Белмәй урау-урау, оҙон булырын.

1-се уҡыусы.  Шатланғандыр фашист эттәр

Мәскәүҙәргә килеп еткәндә.

Тик уйламаған улар совет кешеһенең

Ҡорос сыҙамлығы хаҡында,

Имандарын уҡытып, дөмбәҫләр

Берҙәмлеге, көсө хаҡында.

2-се уҡыусы.    Үлһә үлде һалдат, әммә ләкин

Сигенмәне артҡа бер аҙым.

Панфиловтар, Гастеллолар,

Талалихин, Клочковтар һаҡланы

Тыуған ерҙең һәр бер аяһын.

Халҡыбыҙ шулай яҡланы

Мәскәү тигән ҡалаһын.

3-сө уҡыусы.  Сталинград, Курскиҙа

Еңеп сыҡты совет һалдаты,

Тар-мар итеп дошмандарҙы

Йәһәннәмгә тура оҙатты.

Азат итте яугир һалдат

Ғәзиз тыуған Ватанын,
Фашист ҡоллоғонан ҡотҡарҙы

Тотош ерҙе, донъяны.

Йыр.

 

4-се уҡыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостаныбыҙ ҙа Еңеүҙе яҡынайтыу үҙәктәренең береһе булды.

5-се уҡыусы.  Беҙҙең республиканан 700 меңдән ашыу кеше тарихта тиңдәше булмаған ошо ҡанлы яуҙа ҡатнашты, уларҙың һәр өсөнсөһө һуғыш яландарында ятып ҡалды.

 6-сы уҡыусы.  Тыуған илебеҙ  шул ҡаһармандарҙың батырлығын һәм ҡыйыулығын юғары баһаланы. 200 меңдән ашыу кеше орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде, 300-ҙән ашыу һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы исеме алды һәм Дан орденының тулы кавалеры булды.

1-се уҡыусы.  Башҡортостаныбыҙ ғына түгел, тотош илебеҙ Александр Матросов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин кеүек батыр улдарының исеме менән сикһеҙ ғорурлана.

2-се уҡыусы.  Халҡыбыҙҙың батыр ыласыны ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев батырлығына ла тиңләшеүселәр бар микән?

3-сө уҡыусы.  Таһир Кусимов кеүек батыр улдары менән данлы Башҡортостан еребеҙ.

4-се уҡыусы. Дошмандың ҡотон алған Даян Мурзин – “ҡара генерал”.

5-се уҡыусы.  Үҙенән һуң мәңгегә даны ҡалған Шайморатов генерал.

6-сы уҡыусы.  Һынатманы тиңһеҙ яуҙарҙа һинең улдарың, Урал.

 

Йыр “Шайморатов генерал”.

 

1-се уҡыусы.  Беҙҙең ауылыбыҙ ир-уҙамандарын да һуғыш елдәре урап уҙманы. Ил саҡырыуына яуап итеп яуға китте Бишул улдары.

2-се уҡыусы.  Киткәндәр…

Гармун уйнап, моңло йырҙар йырлап,

“Беҙ ҡайтырбыҙ бер!”- тип киткәндәр,

“Еңеп ҡайтырбыҙ!”- тип киткәндәр.*

3-сө уҡыусы. Киткәндәр ҙә…

Әсәйҙәрҙе яңғыҙ иткәндәр,

Балаларҙы етем иткәндәр…

Үҙҙәре бит, моңло йырҙар йырлап,

“Беҙ ҡайтырбыҙ бер!”- тип киткәндәр.

4-се уҡыусы. “Еңербеҙ!”- тип киткәс – еңгәндәр бит,

Рейхстагҡа байраҡ элгәндәр!..

Исемдәрен данға күмгәндәр!..

“Беҙ ҡайтырбыҙ бер!”- тип киткәндәр бит,

“Ҡайтырҙар!”- тип һеҙҙе көткәндәр…

5-се уҡыусы.  Ҡыҙғаныс, күптәренә яңынан тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыу насип булманы. Сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалды Биш-Уңғарҙың аҫыл ирҙәре.

6-сы уҡыусы.  Шуныһы шатлыҡлы, 1945 йылда ауылыбыҙға еңеү яулап, күкрәктәрен орден-миҙалдар менән биҙәп, яугир ир-егеттәр ҡайтып төштө. Үҙҙәре өсөн дә, яуҙарҙа ятып ҡалғандар өсөн дә бар көсөн биреп, тыныс тормошҡа тотондо яугирҙәр.

1-се уҡыусы. Яуҙарҙа сыныҡҡан ауылдаштарыбыҙ ер емертеп эшләне лә, матур итеп донъяһын да көттө. Үҙҙәренә алмашҡа улдар, ҡыҙҙар үҫтерҙе, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләне.

2-се уҡыусы.  Беҙ, 21-се быуат балалары, беҙгә ошондай матур тыныс тормош яулап, һуғыш юлдары үткән ауылдаштарыбыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.

3-сө уҡыусы.  Бына улар – Ғайса һәм Муса Ҡаһармановтар, Лотфулла һәм Ғарифулла Исхаҡовтар, Һиҙиәт һәм Ғибаҙулла Ҡәйүмовтар.

4-се уҡыусы.  Ғәлимйән Абдрафиҡов, Имаметдин Фәхретдинов, Йәшәретдин Абдрасов, Баязит Вәлиев, Ильяс Сәхибгәрәев.

5-се уҡыусы.  Фәрит Абдрафиҡов, Динислам Ғөбәйҙуллин, Ғәйсәр Искәндәров, Мөҙәрис Мирхәйҙәров, Ғәлиулла Ибәтуллин.

6-сы уҡыусы.  Фәүзи Күсемов, Мансаф Фәтихов, Әйүп Заһиҙуллин, Мөхәрләм Дәүләтбаев, Шәйхетдин Хөснөтдинов.

1-се уҡыусы. Мофаззал Искәндәров, Фәтхетдин Заһиҙуллин, Тимерйән Хәйретдинов, Саҙретдин Шәйбәҡов.

2-се уҡыусы.  Һөйләгән һүҙе хаҡ, ҡылған эше маҡтаулы булды уларҙың. Бөгөн һәр береһенең исемен тағы ла бер тапҡыр хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

3-сө уҡыусы.  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып хәтергә алайыҡ, яугирҙәр хөрмәтенә ҡуйылған обелискҡа сәскәләр һалайыҡ. Мәңгелек дан һеҙгә, батыр яугирҙәр!

 

Бер минут тынлыҡ. Венок һалыу.

 

4-се уҡыусы.  Һуңғы һуғыш ҡағылмайса уҙған

Ауылымда юҡтыр бер өй ҙә.

Бер кемде лә онотҡаныбыҙ юҡ,

Онотолмай әле бер ни ҙә.

5-се уҡыусы.  Ҡайтмай ҡалғандарҙың йөрәк уты

Йондоҙҙарға күсеп нурлана:

Кәрниздәрҙә, ҡапҡа баштарында

Әллә күпме йондоҙ – күр, ана!..

6-сы уҡыусы.  Бер кемде лә онотҡаныбыҙ юҡ

(Һыҙлана ла күңел, әрней ҙә…):

Берәү генә, икәү генә түгел,

Өсәр-дүртәр йондоҙ һәр өйҙә…

 

Йыр.

 

1-се уҡыусы. Май ҡояшы балҡый күк өҫтөндә,

Нурға күмә барлыҡ донъяны.

Майҙан тулы халыҡ ташҡынына

Оркестрҙар марш уйнаны.

 2-се уҡыусы.  Еңеү көнө оло шатлығыбыҙ,

Йөҙөбөҙҙә беҙҙең сағыла.

Ватан күген биҙәй ал байраҡтар

Тантаналы байрам сағында.

3-сө уҡыусы.  Ғорурланыу хисе мәңге һүнмәҫ,

Һәйкәлдәрҙә сәскә бәйләме.

Донъя балҡый, илем салют бирә,

Бөгөн - ерҙә Еңеү байрамы.

4-се уҡыусы.  Еңеү көнө – иң ҙур байрам бит ул,

Дүрт күҙ менән зарығып көткән көн,

Күпме ҡайғы, юғалтыуҙар аша

Илгә шатлыҡ алып килгән көн.

5-се уҡыусы.  Байрамдарҙа гөл-сәскәләр һалына,

Изге һәйкәлдәргә илемдә.

Батырҙарҙың данлы исемдәре

Мәңге йәшәр беҙҙең күңелдә.

6-сы уҡыусы.  Бөгөн байрам, күҙҙән йәш тамһа ла,

Беҙ- бәхетле: аяҙ күгебеҙ.

Һаҡлай алһаҡ именлекте ерҙә,

Яҡты булыр килер көнөбөҙ.

 

Йыр.

 

1-се уҡыусы. Кеше ышанмаҫ ғазаптарҙы еңеп,

Ҡот осҡос ҡорбандар хаҡына,

Яуыз фашизмды юҡ иткәнгә

Барыһы бергә.  “Рәхмәт!”- тим мин туған халҡыма, “Рәхмәт!”- тим мин батыр һалдатҡа.

2-се уҡыусы. Тормош алға бара. Илебеҙ, халҡыбыҙ 71-се тапҡыр Еңеү көнөн билдәләй.

3-сө уҡыусы.  Күгебеҙ аяҙ. Көн һайын алланып ҡояш ҡалҡа. Һәр кемебеҙ алдағы көнгә ышаныс, өмөттәр менән баға. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме?

 4-се уҡыусы.  Илебеҙ сиктәре ышаныслы һаҡлана, хәрби ҡоралыбыҙ ҡеүәтле. Халҡыбыҙҙың тыныс тормошо Ватанды һаҡлаусы ҡыйыу ир-егеттәр ҡулында.

5-се уҡыусы.  Уң булыр эшебеҙ, аҡланыр өмөтөбөҙ, тормошҡа ашыр хыялыбыҙ. Тик башҡаса һис ҡасан булмаһын һуғыштар.

6-сы уҡыусы.  Шулай булһын. Уяу булайыҡ. Ерҙә булһын һәр саҡ  тыныслыҡ. Тик шуны бергәләп теләйек.

Йыр.

 

Рим Исхаҡов

 

                                     Иҫкәрмә*. Артабанғы шиғыр өҙөктәре “Йырҙарымда – һуғыш һулышы” (Өфө, 2005. Төҙөүселәре- Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов) китабынан алынды.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Еңеү көнөнә арналған әҙәби-музыкаль композиция"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по охране труда

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 665 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 17.12.2016 4293
    • DOCX 24.6 кбайт
    • Рейтинг: 1 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхаков Рим Рифович. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхаков Рим Рифович
    Исхаков Рим Рифович
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 98650
    • Всего материалов: 87

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой