Инфоурок Другое Конспекты"Каһым түрә" драмаһы буыйынса йомғаҡлау дәресе 8 класс

"Каһым түрә" драмаһы буыйынса йомғаҡлау дәресе 8 класс

Скачать материал

“Ҡаһым түрә” драмаһы буйынса йомғаҡлау дәресе

Маҡсат: драма жанрының үҙенсәлектәрен асыҡлау драма йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү; сюжет элементтарын табыу; башҡорт һәм рус халҡының дуҫлығы, татыулығы тураһында мәғлүмәт; Ватанды һөйөү хистәре тәрбиәләү.

Дәресте йыһазландырыу: «Ҡаһым түрә» драмаһы, дәреслек, китап күргәҙмәһе, драманың айырым күренештәре яҙылған магнитофон яҙмалары, видеояҙма, әҫәргә ҡарата иллюстрациялар, яҙыусы портреты, «Ҡаһым түрә»йыры яҙылған кассета.

Методик алымдар: әңгәмә, текст йөкмәткеһе буйынса класс менән бергә эшләү, тасуири уҡыу, әҫәргә анализ яһау аша тәрбиә биреү, төркөмдәр менән эш.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү, дәфтәргә тема, числоны яҙыу.

Б.Бикбайҙың биографияһын иҫкә төшөрөү. (Бер уҡыусы һөйләй)

Уҡытыусының инеш һүҙе.

Б.Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһын уҡып сыҡтыҡ. Был драма Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылып бөтә. Был темаға яҙыусының мөрөжәғәт итеүе осраҡлы түгел. Ни өсөн был темаға мөрәжәғәт иткән яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған әҫәрҙәрҙә илде һаҡлау темаһы төп урынды алып торҙо. Был драмала башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы, уның был һуғышта күрһәткән батырлыҡтары, рус халҡы менән дуҫлығы, Ватанға, хәрби антҡа тоғролоғо кәүҙәләндерелә.Минеңсә, Б.Бикбай башҡорт халҡының элекке батырлыҡтары, хәрби традициялары тураһында яҙҙы. Немец фашистарына ҡаршы барған Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡта милли ғорурлыҡ, батырлыҡ сифаттары тәрбиәләү бурысын ҡуя.

IV. Яҙыусының драма әҫәрҙәре тураһында белешмә, китап күргәҙмәһенән был әҫәрҙәрҙе күрһәтеү.

V .   Һорауҙарға яуаптар.

Драма төшөнсәһен иҫкә төшөрөү.

Драманың персонаждарын һанап сығыу.

Драма нисә шаршауҙан тора?

Ыңғай һәм кире образдарҙы һанап сығыу.

Ниндәй образдар халыҡ вәкилдәрен сағылдыра?

VI. Драма әҫәренең үҙенсәлеге нимәлә? (Уҡытыусы аңлата)

Драма әҫәрҙәре эпик әҫәрҙәрҙән айырылып тора. Бында портрет, пейзаж хикәйәләү, лирик сигенеүҙәр бар.

Драма  айырым шаршауҙарға, күренештәрегә бүленә, диалог, монолог, реплика, ремаркаларҙан тора. Сәхнә әҫәрҙәренә ваҡиғалар үҫеше ҙур көсөргәнешлелек менән алып барыла, персонаждарҙың характеры, уларҙың телмәре һәм эше, ҡылыҡтары аша асыла. Пьесаларҙы уҡығанда тәүҙә беҙ ҡатнашыусыларҙың исемлеге менән танышабыҙ, был исемлек аша геройҙар тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе алабыҙ, ваҡиғаның ҡайҙа һәм ҡасан барғанын беләбеҙ.

VII. Интерактив таҡта менән эш. Образдарға характеристика.

Ыңғай образдар

Кире образдар

Аҡйегет

Аҫылбикә

Ҡаһым түрә

Фольгнер

Ҡолтүбә

Халыҡ вәкиле үҙен аямай, ҡыйыу, дыуамал, үлемдән ҡурҡмай, дошманға ҡаршы атакаға ташлана, яраланғас та лазареттан баш тарта. Батырлыҡ-тары өсөн маҡтау көтмәй, үҙ илен ярата.

Ҡыйыу ҡыҙ,ҡурҡыу белмәй,мәргән атыусыла, ат өҫтөндә лә оҫта йөрөүсе, тура һүҙле, Ватанын өҙөлөп яратыусы, батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнә.

1812-1814 йылдарҙа барған Ватан һуғышында полковник булараҡ ҡатнаша.Батырлыҡ-

тар күрһәтә. Үҙенең ғүмерен Ватандың азатлығы өсөн көрәшкә арнай, Тыуған илен бөтә йөрәге менән һөйә. Һалдаттары ла, рус ғәскәрҙәренең командирҙары ла хөрмәт итә. Уның бөтә хәрби эшмәкәрлеге башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән.

Рус армияһында ялланып хеҙмәт итә. Кешеләрҙе күрә алмай,уңарҙан ҡыйыу батырҙарға көнләшеп ҡарай. Үҙен генә яратыусы, үҙен генә ҡайғыртыусы,көнсөл.   

Үҙ мәнәфәғә-те менән генә йәшәүсе эгоист, кешеләр-

ҙе күрә алмай, үҙен генә ҡайғыр-

тыусы,

Тархан нәҫеле-

нән булыуы ла азатлыҡ өсөн көрәшкән халыҡҡа ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. 

VIII. Ял минуты ойоштороу.

1812 йылдағы Ватан һуғышы һәм унда ҡатнашҡан яугир ир-егеттәр тураһында ниндәй йырҙар беләһеҙ?

(«Француз көйө», «Байыҡ», «Икенсе әрме», «Ҡаһым түрә» һ.б.)

«Ҡаһым түрә» йырын магнитофон яҙмаһында тыңлау.

IX.Төркөмдәр менән эш.  ( Беренсе төркөм өсөн һорау).

Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында бара? Автор был әҫәре менән ни әйтергә теләгән? Әҫәрҙә башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты күрһәтеүгә ҙур урын бирелгән. Башҡорт халҡы 1812 йылдағы Ватан һуғышы осоронда, башҡа халыҡтар кеүек үк сикһеҙ ҡысым аҫтында йәшәй. Әммә ләкин ул ваҡытта дуҫлыҡҡа, хәрби антҡа тоғро ҡала. Бынан 450 йыл элек үк ул үҙ ирке менән Рәсәй составына инеп, үҙ яҙмышын рус халҡы яҙмышы менән бәйләне һәм уның менән бергә, иңгә-иң терәп, һәр ваҡытта Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшә килде.

Икенсе төркөм өсөн. (Башҡорт халҡының бөйөк рус халҡы менән мәңгелек дуҫлыҡҡа ынтылыуы).

Башҡорт атлылары XVII быуатта, поляк баҫҡынсылары илебеҙгә баҫып ингәндә, Минин һәм Пожарский отрядында көрәштеләр, ошо быуаттың аҙағына Швеция менән барған Төньяҡ һуғышта һәм Пруссия менән Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаштылар. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда башҡорт халҡы һәр береһе 500 һыбайлынан торған 30 полк бирҙе. Башҡорт һуғышсылары рус армияһының сит илдәрҙәге походтарында ҡатнашып, Данциг, Лейпциг, Веймар, Генау, Шатабриан ҡалалары янындағы һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәттеләр һәм беренселәр рәтендә Парижға барып инделәр. Был һуғыштарҙа башҡорт халҡы менән рус халҡы араһында дуҫлыҡ ептәре үҫте һәм нығынды.

Өсөнсө төркөм өсөн. ( Драмалағы синфи ҡаршылыҡтар).

Осорға хас ҡаршылыҡтар Ҡаһым түрә яҙмышында сағыла. Күп милләтле Россияның алдынғы улдарының береһе булған Ҡаһым түрә прогрессив рус кешеләре командирҙары менән бергә Россияның азатлығы өсөн батыр көрәшә, шуның өсөн башҡорт ғәсҡәрҙәре маҡтау-рәхмәт һүҙҙәре ишетә.Ул үҙенең тура һүҙле булыуы менән, ҡыйыулығы менән айырылып тора. Күптәр уға көнләшеп ҡарай, киләсәктә үҙ иленә ҡайтҡас, «Салауат булмағайы», тип тә уйлап ҡуялар. Шул сәбәпле Ватан һуғышы тамаланғандан һуң, ул хыянатсыл рәүештә үлтерелә. Был турала халыҡ йырында ла әйтелә.  «Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем, Владимир губерна башында...»

X.Видеояҙманан «Ҡаһым түрә» драмаһының аҙағын ҡарау.

(Ҡаһым түрәнең үлеме...)

XI. Әҫәрҙә батырлыҡ һәм сәсәнлек йәнәшә һүрәтләнә.Кем образы быға миҫал булып тора?

Байыҡ сәсән образы. Китаптан өҙөк  уҡыу. ( 82, 87, 88 биттәр).

Уҡытыусы. Эйе, хәрби тормоштоң иң ауыр шартарында ла улар күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйҙәр, юмор өсөн һәр саҡ урын табыла.

XII.Белемдәрҙе актуальләштереү.

Әҫәрҙән сюжет элементтарын табыу.

Төп конфликтты билдәләү.

Тема, идея, проблемаларын асыу, дәфтәргә яҙыу.

XIII. 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған тағы ла ниндәй әҫәрҙәр бар?

Яныбай Хамматов «Төньяҡ амурҙары» романы, В.Зефиров  «Йәнтүрә» хикәйәһе, «Ҡаһым түрә», «Икесе әрме» риүәйәттәре һ.б.

XIV. Рефлексия.

Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн? Ҡайһы урында шатландығыҙ? Ҡайһы урында һеҙгә моңһоу булды? Әҫәрҙе уҡығанда нимәләр күҙ алдына килде? Ниндәй картиналар тыуҙы?

XV. Дөресте йомғаҡлау.

XVI. Баһалау.

XVII. Өйгә эш. Ни өсөн Б.Бикбай әҫәренә «Ҡаһым түрә» тип исем бирә. Фекерҙәрегеҙҙе дәфтәргә яҙып килергә.

 

 

 


 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Каһым түрә" драмаһы буыйынса йомғаҡлау дәресе 8 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Социальный работник

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 542 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.11.2017 3939
    • DOCX 22.5 кбайт
    • 38 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Усманова Гулфира Маратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Усманова Гулфира Маратовна
    Усманова Гулфира Маратовна
    • На сайте: 8 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 38134
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Педагогические идеи выдающихся педагогов и критиков

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Готовимся к ЕГЭ по литературе

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стартап: стратегия, развитие, и инвестиции

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе