Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Календарно-тематическое планирование по башкирскому языку (6класс).
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Календарно-тематическое планирование по башкирскому языку (6класс).

библиотека
материалов

Тема


Йыһаз-

ландырыу

Өйгә эш

Дата

Сәғәт

һаны

план

фактик



Һаумы, мәктәп!

Белем байрамы менән! Һаумы мәктәп!Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

7


1

Дәреслек, һүрәттәр, алфавит, презентация

4-се к (шиғырҙы тасуири уҡырға)


1-се аҙна



Йәйге каникулым.Үҙенсәлекле өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

1

Дәреслек, һүрәттәр, алфавит, презентация

Минең йәйге каникулым” тигән темаға хикәйә төҙөргә

1-се аҙна



Минең мәктәбем.

Тартынҡыларҙың сиратлашыуы.

1

Дәреслек, һүрәттәр, презентация

25-се күнегеү (һөйләмдәрҙе төҙөргә)

2-се аҙна



Кереш диктант

1



2-се аҙна



Уҡыу кәрәк-яраҡтары.Исем тураһында төшөнсә.

1

Дәреслек, таблица, һүрәттәр, презентация

28-се күнегеү (һорауҙарға яуап бирергә)

3-сэ аҙна



Беҙ мәктәптә.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

1

Дәреслек, таблица “Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше, презентация

53-сө күнегеү (тәржемә итергә)

3-сэ аҙна



Беҙ мәктәптә.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше” таблицаһы, һүрәттәр, презентация

51-се кү-негеү (һорауҙарға яуап бирергә)

4-се аҙна



Башҡортостан ере буйлап…

Тыуған ерем – Башҡортостан.Исемдәрҙең эйәлек төшөнсәһе.

11

1

Презентация, мәҡәлдәр һүҙлеге

- 63-сө к. (яҙма);

- 62-се к., шиғырҙы ятл.

- 62-се к. һүрәт б-са һөйләмдәр төҙөргә

4-се аҙна



Башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаев.Исемдәрҙең эйәлек төшөнсәһе

1

Презентация, “С.Юлае” плакаты, эйәлек кат. Б-са плакат, видеокассета, электрон дәреслек,

В.Сидоровтың “Салауатҡа ғашиҡмын” тексын һөйләргә

5-се аҙна



Башҡортостан – бай ил.Исем темаһын ҡабатлау.

1

презентация, һүҙҙәр яҙылған карточкалар

79-сы күнегеү, алтынсы бирем: һорауҙарға яҙма рәүештә яуап бирергә.

5-се аҙна




Башҡортостанда көҙ.Сифат тураһында төшөнсә.

1

презентация

Көҙ тураһында топикты һөйләргә әҙерләнергә.


6-сы аҙна




Башҡортостан символикаһы Сифат дәрәжәләре.Төп һәм сағыштырыу дәрәжәләре

1

презентация

97-се күнегеү (яҙма).


6-сы аҙна




Тәбиғәт ҡомартҡылары.Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе.

1

презентация

-Тексты һөйләргә әҙерләнергә

-Башҡортостандың билдәле бер тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһында проект эшләү


7-се аҙна




Тәбиғәт биҙәктәре.Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһе.

1

һүҙлек

103-сө күнегеү. төҫтәрҙе сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләренә ҡуйып күсереп яҙырға.


7-се аҙна




Контроль диктант Илем -Башкортостан

.

1

дәреслек, проектор, экран, Рәсәй картаһы (йәки слайдта), башҡорт ырыуҙарының тамғалары менән һүрәттәр)



8-се аҙна




Хаталар эстэндэ эш. Башҡортостанда үҫемлектәр, ағастар. Башҡорт ырыуҙары.Синоним


1


Яңы һүҙҙәрҙе ятларға

8-се аҙна




Антоним. Омоним.

1

Дәреслек, проектор, экран

Яңы һүҙҙәрҙе ятларға, антонимдар менән биш һөйләм төҙөп яҙырға

9-сы аҙна




Башҡортостан ере буйлап…” темаһын ҡабатлау. Инша.


1



9-сы аҙна




19.

Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр.

Рәүеш тураһында төшөнсә.

.

6


1

Юл йөрөү тамғалары, “Рәүеш” темаһына таблица, презентация

124-се күнегеү. “Светофор” шиғырын тасуири уҡырға

10-сы аҙна




20.

Юл ҡағиҙәләре Рәүеш.

1

Юл йөрөү тамғалары, “Рәүеш” темаһына таблица, карточкалар, юл билдәләре төшөрөлгән һүрәттәр, презентация

136-сы күнегеү (һүҙлек диктантына эҙерләнергә)

10-сы аҙна




21.

Юл билдәләре нимә аңлата?Рәүеш


1

Юл йөрөү тамғалары, “Рәүеш дәрәжәләре” таблицаһы, карточкалар, һүрәттәр

юл билдәләре тураһында белешмә төҙөргә

11 -се аҙна




22.

Мин, юл һәм машина. Рәүеш дәрәжәләре.

1

Һүрәттәр, таблица

143-сө күнегеүҙе күсереп яҙырға

11 -се аҙна






23.

Ҡала урамдары буйлап …Рәүеш дәрәжәләре

1

Һүрәттәр, таблицалар


12 -се аҙна




24.

Юл ҡағиҙәләре темаһын ҡабатлау.Рәүеш темаһын ҡабатлау.

1

Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы”


12 -се аҙна




25

Почта. Телефон. Телеграф.

Телефон шылтырай…Ҡылым тураһында төшөнсә.

6

1

Дәреслек, уйынсыҡ телефон

Мин телефондан һөйләшәм” темаһына диалог төҙөп килергә

13-сэ аҙна




26

Телефондан һөйләшә беләһеңме?Ҡылым.

1

Дәреслектәр

153-сө күнегеү

13-сэ аҙна




27

Почтала Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше.

1

Дәреслек

161-се к.

14-се аҙна




28

Ваҡытлы матбуғат.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.

Хәҙерге заман.

1

Дәреслек, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары, башҡа гәзит-журналдар

170, 173-сө к., туғаныңдың йәки дуҫыңдың фотоһын алып килергә

14-се аҙна




29

Изложение.

1


170-се

15-се аҙна




30

Ҡыш дауам итә.

Ҡыш башлана Ҡылымдың үткән заман формаһы.


10

1

Дәреслек, иллюстрациялар

70-се биттәге 186-сы күнегеүҙе эшләп килергә

15-се аҙна




31

Ҡышҡы уйындар.Ҡылымдың үткән заман юҡлыҡ формаһы.

1

Дәреслек, иллюстрациялар

189-сы күнегеүҙе яҙып эшләргә, хикәйә төҙөргә

16-сы аҙна




32

Контроль диктант Кыш башы.

1



16-сы аҙна




33

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡышҡы кейемдәр

Ҡылымдың заман формаларын ҡабатлау.

1

Дәреслек, иллюстрациялар

С.Әлибайҙың “Тәүге ҡар” шиғырын ятларға

17-се аҙна




34

Ҡылымды ҡабатлау.

1


ҡабатлау

17-се аҙна




35

Ҡыш дауам итә.Ҡылымдың киләсәк заман формаһы.

1

Дәреслек, иллюстрациялар

77-се биттәге “Хыял” шиғырын ятлап килергә

18-се аҙна




36

Ҡышлаусы ҡоштар.Ҡылымдың киләсәк заман формаһы

1

Дәреслек, ҡош һүрәттәре, интерактив таҡта

Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!” шиғырын ятлап килергә

18-се аҙна




37

Ҡышын йәнлектәр.Ҡылым формаларын ҡабатлау

1


206-сы күнегеү буйынса диктант яҙырға, хат яҙып килергә

19-сы аҙна




38

Ҡыш дауам итә.Ҡылым темаһын ҡабатлау.


1


Яҙма эшкә әҙерләнергә

19-сы аҙна




39

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел .

Нимә ул дуҫлыҡ?Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

6

1

Карточкалар, презентация

Яңы һүҙҙәрҙе ятларға, 212-се к. мәҡәлдәрҙе тәржемә итергә

20-се аҙна




40

Ысын дуҫ ниндәй була?Ҡылымдың шарт һөйкәлеше

1

Карточкалар презентация ,

Ысын дуҫ нисек булырға тейеш?” тигән һорауға яуап яҙып килергә

20-се аҙна




41

Минең иң яҡын дуҫым.Ҡылым.

1

Карточкалар, презентация

Топикты һөйләргә әҙерләнергә

21 -се аҙна






42

Минең әсәйем. (Тәржемә эше)Ҡылым.

1

Карточкалар

Минең әсәйем” һөйләргә әҙерләнергә

21 -се аҙна




43

Телмәр үҫтереү. Инша Минең ғаиләм.

1



22 -се аҙна




44

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. (Әкиәт Ҡылымдың һөйкәлештәре.

1

Дәреслек, открыткалар

Актив үҙләштерелгән ҡылымдарҙы ятларға, өс һөйләм төҙөргә

22-се аҙна




45

Изложение

1



23-сэ аҙна




46

Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе. Башҡортостан тәбиғәте.Ҡылымдың һөйкәлештәрен ҡабатлау.

8

1

Карточкалар

Тәбиғәт тураһында бер нисә һөйләм яҙырға йәки һүрәт төшөрөргә(Башҡортостан тәбиғәте)

23-сэ аҙна




47

Башҡортостандың ҡаҙылма байлыҡтары Ҡылымдың һөйкәлештәрен ҡабатлау.

1

Карточкалар

Тексты һөйләргә өйрәнергә, файҙалы ҡаҙылмаларҙы белеп килергә

24-се аҙна




48

Башҡортостандағы йылғалар. Ҡылымдың заман формаларын ҡабатлау.

1

Карточкалар

Тексты һөйләргә, һүҙлек диктанты, йылға тураһында шиғыр табып килтерергә

24-се аҙна




49

Башҡортостандағы билдәле күлдәр.Ҡылымдың зат ялғауҙарын ҡабатлау.

1

Карточкалар

Тексты һөйләргә өйрәнергә

25-се аҙна




50

Башҡортостандағы таштар. Текст менән эш.Ҡылым. Барлыҡ, юҡлыҡ формалары.

1


Яңы һүҙҙәрҙе ятларға

25- се аҙна




51

Нимә ул экология?Ҡылым. Барлыҡ, юҡлыҡ формалары.

1


Яңы һүҙҙәрҙе ятларға

26-сы аҙна




52

Контроль диктант

1


Яңы һүҙҙәрҙе ятларға

26-сы аҙна




53

Хаталар 56т5нд9 эш.

Ҡылымдарҙы йомғаҡлау.

1


Яңы һүҙҙәрҙе ятларға

27-се аҙна




54

Бына тағы яҙ килде.

Кеше һәм һан.Һан тураһында төшөнсә.

10

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

255-се күнегеү.


27-се аҙна




55

Минең көн режимым Ябай һәм ҡушма һандар

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

Яҙма эш: “Минең бер көнөм”

28-се аҙна




56

Магазинда. Ни хаҡ?Төп һандар

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

264-се күнегеү (телдән), 265-се күнегеү (яҙма)

28-сы аҙна




57

Мин ҡалала йәшәйем Рәт һандары

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

Бәләкәй инша: “Мин Өфөлә йәшәйем”

29-сы аҙна




58

Хәрәкәттә - бәрәкәт Бүлем һандары

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

272 – се күнегеү

29- сы




59

Баҡсала Йыйыу һандары

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

273-сө күнегеү

30-сы




60

Тәбиғәттә Сама һандары

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

Тәбиғәттә” темаһына һандар ҡулланып 5 һөйләм яҙырға

30-сы




61

Урман – ил байлығы Кәсер һандары

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

«Урманға нисек ярҙам итергә?» һорауына яҙма яуап


31-се




62

Башҡорт халҡының тормошонда тылсымлы “ете”

һаны

Ҡабатлау. Һан.

1


Проектор, экран, электрон дәреслек

Кроссворд, реклама

31-се




63

Инша. “Тыуған илемә - яҙ килде

1



32-се




64

Яҙғы байрамдар. Ҡабатлау

Еңеү көнө. Алмаш


1

Проектор, экран, электрон дәреслек

Кроссворд төҙөргә

32-се




65

Кеше һәм үҫемлектәр Ҡабатлау. Исем

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

Кроссворд төҙөргә, текст, һүрәт

33-сэ




66

Йәшел аптека Ҡабатлау. Сифат

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

Проект, реклама

33-сэ




67

Һаумы, йәй!Ҡабатлау.

1

Проектор, экран, электрон дәреслек

Йәй” шиғырын ятларға

34-се




68

Контроль эш. Диктант Йүкә - бал биреүсе”

1



34-се




69-70

Йомғаҡлау.

2


35-се









































Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

Средняя общеобразовательная школа №1 села Кушнаренково

муниципального района Кушнаренковский район Республики Башкортостан


«РАССМОТРЕНО»

на заседании ШМО учителей

родных языков

Протокол №1 от 26.08.2014 г.

__________ Р. Ф. Рамазанова

«СОГЛАСОВАНО»

зам. директора по УВР

_________ Р.М. Салахова

«___» ___________ 2014 г.


«УТВЕРЖДАЮ»

Директор МБОУ СОШ №1

с.Кушнаренково

____________ Р.Р. Идрисов

Приказ № 68 от 27.08. 2014 г.






Рабочая программа

по предмету «Башкирский язык» для 5-9 классов

на 2015-2016 учебный год



Составили: Рамазанова Резида Фанилевна

учитель первый квалификационной категории

Саетгалиева Индира Завилевна

Учитель высшей квалификационной категории

Ахматнурова Алсу Акрамовна

учитель первый квалификационной категории

Арсланова Резида Фанисовна




с. Кушнаренково, 2015 год





Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-9–сы кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

1.1. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

- Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

- Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

- Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Был документтарҙа мәктәптәрҙә башҡорт телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде. Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Программа кимәле: базис

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа « Кушнаренко 1- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на(2014йылдың 27августынан 68-се бойороҡ) ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

1.2. «Башҡорт теле» дәресе «Филология» өлкәһенә ҡарай.

1.3.Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

- Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу( аудирование)

- Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

- Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү. 

- Башҡорт телен практик өйрәтеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, Милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

1.4. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе үҙ эсенә ала.

Аралашыу компетентлыҡуҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу.

Этнокультура өлкәһен ҡараған компетентлыҡул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләү, йола, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, ихтирам итеүе.

1.5. Программаның нигеҙләнеше.

Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

1.6. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар түбәндәге принципларға нигеҙләнеп өйрәнә:

- башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү;

- башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы;

- башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү;

- башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

- һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

- баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

- башҡорт телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәр мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

- баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

1.7. Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

- Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

- атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

- Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

- һаулыҡты нығытыу.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

- Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

- тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

- уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

- тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

- үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

- алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

- билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

- диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

- мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

1.8. Ҡулланыу ваҡыты 5 йыл (2014 – 2019й.)

2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

2.1 Башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны.

Башҡорт телен өйрәнеүгә 2014-2015 йылғы уҡыу планына яраҡлы рәүештә 348 сәғәт ҡаралған. Шул иҫәптән:5класс- аҙнаһына 2сәғәттән - 70 сәғәт, 6класс- аҙнаһына 2сәғәттән -70 сәғәт, 7класс- аҙнаһына 2сәғәттән -70 сәғәт, 8класс- аҙнаһына 2сәғәттән - 70 сәғәт, 9класс- аҙнаһына 2сәғәттән- 68 сәғәт.

2.2. Уҡытыу предметына дөйөм характеристика.

Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

Башланғыс кластарҙа белем икенсе баҫҡыс (5-9 класс) талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың төп мәсьәләләре билдәләнде:

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу;

- тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

- башҡорт теле фәне аша тирә-яҡты, йәғни баланы уратып алған мөхитте, объекттарҙы, күренештәрҙе танып белергә өйрәтеү,

- башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен,эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.

- башҡорт телендә аралашыу, уҡытыусы һәм тиҫтерҙәр менән мөнәсәбәт ҡороу; мәғлүмәт, белем алыу сығанағы итеп ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу зарур. Тимәк, башҡорт теле баланы тирә-йүнде танып белеү, мәғлүмәт, белем алыу, тыуған еренә, халҡына, теленә һөйөү тәрбиәләү сараһы булып та тора. Шуға күрә уҡыу процесында башҡорт телен өйрәнеүҙең баһаһы арта, роле тағы көсәйә төшә.

2.3. “Башҡорт теле” предметтарын өйрәнеү һөҙөмтәләр.

1.Предмет буйынса белем алырға:

- һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә,уларға тейешле һорау ҡуйырға;

- һүҙҙәрҙең өн - моделен төҙөргә,уны хәрефтәр менән яҙырға;

- һөйләмдәр төҙөргә,уларҙы тулыландырырға;

- һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр,өндәү,һорау һөйләмдәргә айыра белергә;

- һөйләмдең баш киҫәктәрен белергә ;

-һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға;

-башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын,ҡағиҙәләрен үҙләштерергә;

-тексты күсереп яҙырға.

2.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштерергә:

- үҙ-аллы уҡыу,мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу,мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш,эште планлаштырыу;

- алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү;билдәләмә,ҡағиҙә, алгоритм,һығымта һ.б. график схема,модель,таблица ярҙамында теркәргә;

- диалог ҡорорға,уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;

- мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә,аңламағанды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткеререргә , уны яҡлай белергә тейеш.

3.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендә уҡыусы өйрәнә:

ҙ-аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

- мәктәп йыһаздарын, уҡыу әсбаптарын һаҡларға;

- Тыуған илде яратырға, телде, илде һаҡларға;

- һаулыҡты һаҡларға;

- тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларға, атай-әсәйеңә, яҡындарыңа, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға

4.Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү;- толерантлыҡ;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

5.Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;

- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;

6.Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу;

- телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.

2.4 Предмет бәйләнеше.

Предмет-ара бәйләнеш, рус теле, география, Башҡортстандың тарихы һәм мәҙәниәте, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

2.5. Уҡыу йылы аҙағында уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

5 класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

-Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

-уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

6класс уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

-Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

-бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

- ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

- ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

-һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

-дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

- ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

-программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

7класс уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

-Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

-яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

-эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

-программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

удожестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

-художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

ур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү;

-йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

-фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

-графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

-лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

-исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

ылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

-ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

жади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

8класс уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

-Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу;

-тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу;

-ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү;

-ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу;

-һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

-дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү;

-80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү;

-Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау;

-программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

9класс уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

-Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү;

-уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

әҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

-10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

-эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

-һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

-уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

-телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

-һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

-диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

-өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

-һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

3. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

6класс

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Һаумы мәктәп – 7сәғәт

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап- 11 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре Рәүеш. - 6 сәғәт

Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш.

Рәүеш дәрәжәләре.

Почта.Телефон.Телеграф Ҡылым. -6 сәғәт

Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөй-кәлеше.Хәҙерге заман.

Ҡыш дауам итә– 10сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

Дуҫ ҡәҙерен бел. – 6 сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Башҡортостан йылғалары,күлдәре.Экология мәсьәләһе- 8сәғәт.

Башҡортостандың тәбиғәте,уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың атамаларының мәғәнәһе,килеп сығышы тураһында һөйләшеү.Экология мәсьәләһе.Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

Бына тағы яҙ килде-10сәғәт.

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май  байрамдары.

Грамматика буйынса 6-сы  класта  үтелгәндәрҙе ҡабатлау- 6сәғәт.

Тема, название раздела

Количество часов по рабочей программе

Контрольные работы

Развитие речи

1

Һаумы, мәктәп.

6

1

0

2

Башҡортостан ере буйлап

9

1

1

3

Рәүеш.

Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләр. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр.

6

0

0

4

Ҡылым.

Почта. Телефон. Телеграф.

5

0

1

5

Ҡыш дауам итә.

9

1

0

6

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

4

0

2

7

Башҡортостан йылғалары, күлдәре.

Экология мәсьәләһе

6

1

0

8

Бына тағы яҙ килде.

9

0

1

9

Ҡабатлау.

5

1

0

10

Диктант

0


0

11

Бөтәһе бергә

60

5

5

4.БАҺАЛАУ. 5-9 класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары.

4.1.Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

-яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

телгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

-яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

әҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсөлөренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

-үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтә;

-материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһәәкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәғдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

-материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

йткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

-яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

4.2. Диктанттарҙы баһалау.

Контроль эштәрҙең иҫәбе.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарында һәм яҙма эштәрендә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр синыфта түбәндәге күмәлдә контроль эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

V

VI

VII

VIII

IX

Күсереп яҙыу

1

1




Һорауҙарға яуаптар

1

1

1



Диктант

4

6

6

6

6

Изложение

2

2

3

3

4

Иншалар

2

3

3

4

4

Контроль диктанттар текстары күләме түбәндәгесә билдәләнә:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Кластар

V

VI

VII

VIII

IX

Һүҙлек диктанты

12-15

15-18

18-20

20-22

22-24

Диктант

40-50

60-65

70-75

80-85

90-95

Изложение

40-45

45-50

50-55

55-60

60-65


Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

- мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

-әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

-автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

-механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

-ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

-бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

-бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

4.3. Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән изложениелар һәм иншалар яҙҙырыу өсөн һайланған текстың күләме түбәндәгесә:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

V

VI

VII

VIII

IX

Изложение

2

2

3

3

4

Иншалар

2

3

3

4

4

Излжожение күләме түбәндәгесә билдәләнә:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Кластар

V

VI

VII

VIII

IX

Изложение

40-45

45-50

50-55

55-60

60-65

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

-теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмөткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.




Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менә айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1.Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

4.Яҙма эш,нигеҙҙә ,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

5.Эш бер төрлө стилдө яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа,йәки бер орфографик хата3ы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаәа,

«4» билдәһе ҡуйыла

Яҙма эштә теманы ситкә ките1г2 ҡараған етди хаталар булһа,

1.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

2.Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,

3.Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

4.Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән ,йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаҙыҙ булһа,шулар өҫтөндә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билд23е 7уйыла

1.Яҙма эш темаға тура килмәһә,

2.Фактик хаталар күп булһа,

3.Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

4.Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

5.Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә ләға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе уйыла

Әҙәбиәт буйынса

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан

айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

Баһалар


Баһалар

Кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк

Йомғаҡлау билдәләрен сығарыу.

Сирек, ярты йыллыҡ һәм уҡыу өсөн дөйөм йомғаҡлау билдәһе сығарыла. Был билдә дөйөмләштерелгән рәүештә уҡыусының башҡорт теленән бөтә яҡлап белем һәм күнекмәләре кимәленән сығып билдәләнә. Уҡыусының уҡыу йылы буйына башҡорт телен өйрәнеүгә етди мөнәсәбәтен стимуллаштырыу өсөн, йомғаҡлау билдәһен сығарғанда, уның ағымдағы өлгәшеү һөҙөмтәләрен дә (телдән яуаптар, өйрәнеү эштәре, контроль эштәрҙе үтәү кимәле һ.б.) иҫәпкә алырға кәрәк.

6. Техник ҡулланмалар:

-Класс таҡтаһы;

-Ноутбук;

-Мультимедиялы проектор;

-Магнитофон;

-Сканер, лазерлы принтер.

Йыһазландырыу:

-Киҫмә һыҙмалар, киҫмә фишкалар;

-Күргәҙмә материалдар, һүрәттәр;

-Үҫтереүсе өҫтәл уйындары;

-Үҫтереүсе электрон уйындар;

-Таблицалар, картиналар;

7.Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

Дәреслектәр:

-М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн. Өфө : Китап, 2010.

-М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн .Өфө : Китап, 2010.

-М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек.

Өфө: Китап, 2010.

-М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се класы уҡыусылары өсөн. Өфө: Китап, 2010.

-М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн. Өфө: Китап, 2010

-Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

-Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

-Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

-Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

-Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

-Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

-Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

-М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. Өфө : Китап, 2010.

-Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

- Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь.


8. Программаға ҡушымта.

Башҡорт теленән контроль эштәр.



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 19.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Номер материала ДВ-172122
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх