Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Развитие творческих способностей учащихся во внеурочной деятельности

Развитие творческих способностей учащихся во внеурочной деятельности



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:



Г.А. Хәкимова


Кластан тыш эштәр аша уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү






Йөкмәткеһе


1.Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү

2. I йүнәлеш. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларға әҙерләнеү

3. II йүнәлеш. Уҡыусылар менән фәнни-тикшеренеү

эштәре ойоштороу

4. III йүнәлеш.«Әҙәби-ижад» түңәрәге эшен ойоштороу

5. IV йүнәлеш. Драма түңәрәге Өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры






Бөгөнгө тәрбиә эшендә ҡалыплашҡан алымдар һәм ҡағиҙәләр ҙур һөҙөмтә бирмәй. Баланы шәхес булараҡ үҫтереүҙә халыҡ аҡылына һәм тәжрибәһенә таянылған, тормош һабаҡтарына нигеҙләнгән кластан тыш саралар мөһим роль уйнай. Замана уҡытыусыһы төплө белем биреүҙән тыш, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, быуаттары дауамында тупланған рухи, матди байлығыбыҙҙы бөгөнгө көнгә яраҡлаштырырға бурыслы. Дәрестә генә телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға ирешеп булмай. Уҡыу барышында бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, әүҙем ҡатнашыусы, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. Уның һәләтен күреү һәм үҫтереү, әүҙемлегән арттырыу, берҙәмлек тойғоһы тәрбиәләү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе фаҙанылырға кәрәк.

Мин үҙ тәрбиә эшемдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ошо һүҙҙәрен төп девиз итеп ҡулланам: “Кеше үҙ халҡының үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә баш эйергә тейеш. Үткән һәм киләсәк – кешелектең ике ҡанаты ул”.

Ә халыҡтың, белеме, үҙ халҡының үткәне һәм хәҙергеһе менән ҡыҙыҡһынған, уның традицияларын ихтирам иткән шәхес тәрбиәләүҙә төрлө ижади конкурс, фестиваль, ярыштарҙың роле баһалап бөткөһеҙ «Башҡортостан ынйылары», «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр бәйгеһе, «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» кеүек конкурстар уҡыусыларымдың башҡорт теленә булған ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте. Телде өйрәнеүгә ниндәйҙер яңы ынтылыш тыуҙы, төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға теләүселәр араһында башҡа милләт балалары ла барлыҡҡа килде. Әлбиттә, тәү сиратта, балаларға командаға дан яулау өсөн көрәш, алыҫ юлға сәйәхәттәр һәм мажаралар оҡшай. Ә бындай юл йөрөүҙәр ысын мәғәнәһендә тормош һабаҡтары бирә: уҡыусы ғәҙәти булмаған хәл – ваҡиғаларҙа һынала, яңы сифаттары асыла, ул бүтәндәрҙе күҙәтергә һәм, иң мөһиме, үҙен тәрбиәләргә өйрәнә. Бындай саралар ойоштороу өсөн уҡытыусынан көслө эшмәкәрлек, ваҡыт, һөнәргә бирелгәнлек талап ителә.

Уҡыусының ижади һәләтен үҫтереү, күңел донъяһын тейешле йүнәлештә тәрбиәләү өсөн уҡытыусы үҙе лә һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныусан, яңылыҡтар менән хәбәрҙәр булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә алдан күҙаллау, талантлы баланы асыҡлап, уның күңелдә ижади осҡон ҡабыҙыу һәләте булыуы ла мөһим. Филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Ғ.С.Ҡунафин әйтеүенсә “Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы балаларҙа дөрөҫ һәм айыҡ ҡараш, ижади һәләт, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейешле философ та, тарихсы ла, этнограф та, әҙәбиәтсе лә, фольклорсы ла, музыкант та, хореограф та, артист та, оратор ҙа булырға тейеш. Филология уҡытыусыһы – халыҡ аңының, теленең, халыҡ хәтеренең һаҡсыһы”.

Ижади һәләт – ул баланың тәбиғи һәләтме әллә үҫтереүҙе талап иткән йәшерен һәләтме? Уны нисек үҫтерергә? Тәжрибә күрһәткәнсә, ижади һәләтте үҫтереү – күп йыллыҡ, системалы, тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.

«Кластан тыш эштәр аша уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү проекты» 1988 йылда башланды. Шунан бирле минең эш йүнәлештәремдең иң мөһим бер өлөшө булып тора. Был проект нисек башланды? 1988 йылда Учалы ауылына эшкә килгәс, аптырап ҡалдым: күп кенә рус кластарында башҡорт теле уҡытылмай ине. “Эште артабан нисек дауам итергә?” – тигән һорау тыуҙы.Традицион дәрестәр уҡытып ҡына балаларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләп булмай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырға, мауыҡтырырға, активлығына ниндәйҙер бер йүнәлеш бирергә кәрәк ине. Уҡыусыларҙа тыуған телдең серҙәренә, уның мәғәнә биҙәктәренә төшөндөрөү серҙәрен кластан тыш ойошторолған эштәр ярҙамында таптым. Баштараҡ был эш конкурстарға, олимпиадаларға уҡыусылар әҙерләү, дәрестәрҙә, кластан тыш ойошторолған сараларға уларҙы күберәк йәлеп итеү кеүек эштәрҙән башланһа, һуңғы 28 йыл эсендә был эш йүнәлешемдең айырым үҙенсәлектәре, айырым методтары барлыҡҡа килде.

Ошо йүнәлештәге эш дөрөҫ ойошторолған һәм һөҙөмтәле булһын өсөн, иң беренсе үҙем өсөн уның маҡсатын асыҡланым:


Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙ алдыма түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙым:


Дәрестәр кеүек кластан тыш эштәрҙе лә дөйөм дидактик принциптарға нигеҙләнеп ойошторам.



«Кластан тыш эштәр аша уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү проекты» үҙ эсенә 5 йүнәлеште ала:



Эш барышында шундай үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотам:

а) баланыны һөйләндереү, уйларға, фекерләргә өйрәтеү;

б) күҙәтеүсәнлек, үҙ аллылыҡ, һәр нәмәгә үҙ ҡарашын булдырыу;

в) эшләгән эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу;

г) талапсанлыҡ, уңышҡа, һөҙөмтәгә ынтылыу;

д) төрлө бәйгеләрҙә актив ҡатнашыу.


Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә ҡулланған алымдар:


а) дәрестә, кластан тыш эштәрҙә уҡыусыларҙы уйландыра торған һорауҙар ҡуям;

б) һәр бер уҡыусыға төрлө кимәлдәге эш тәҡдим итәм;

в) район һәм республика кимәлендә үткән конкурстарҙы тикшерәбеҙ, нимәләр эшләргә кәрәклекте күҙаллайбыҙ, алдан әҙерлекте башлайбыҙ;

г) үткән бәйгеләрҙән, ярыштан һуң түңәрәк өҫтәлгә йыйылабыҙ, етешһеҙлектәрҙе асыҡлайбыҙ;

д) яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларҙың эшен баһалайбыҙ.

Шундай эҙмә – эҙлекле эшләгәндә генә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнаған түңәрәктәр: “Мөғжизәләр” әҙәби ижад түңәрәге, драма түңәрәге, фольклор түңәрәге, олимпиадаларға әҙерләнеү, ғилми-тикшеренеү эштәре.

Был эштәрҙе нисек ойошторорға икәнлеге шулай уҡ ҙур тәжрибәләр арҡыры, бер нисә йылдар дауамында барлыҡҡа килде.







I йүнәлеш

Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларға әҙерләнеү


Билдәле булыуынса, районда был бәйге 9-11 класс уҡыусылары араһында үтә. Ләкин мин был эшкә 5-се синыфтан уҡ башлайым. Һәләтле уҡыусы үҙенең хәтерле булыуы, тиҙ отоп алыуы, логик фекергә эйә булыуы менән айырылып тора. Бындай уҡыусыларға өйгә эш биргәндә үтелгән теманы тәрәнтен белеү талап ителә торған, ижади эштәргә урын ҡала торған ҡатмарлыраҡ эштәр тәҡдим ителә. Класта башҡарыла торған эштәрҙә лә улар ауырыраҡ, абстракт фекерләү талап ителгән осраҡтарҙы үтәгәндә йышыраҡ йәлеп итәм. Былай эшләү 5-11 синыф дауамында системалы итеп алып барыла. 9-сы синыфтан башлап иһә уҡыусылар бер нисә йыл дауамында үткәрелгән олимпиада һорауҙары буйынса ҡабатлау-күнегеүҙәр башҡара, улар менән тел һәм әҙәбиәттән генә түгел, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихына ҡағылышлы һорауҙар тикшерәбеҙ, эштәрҙе анализлап, хаталар өҫтөндә эшләйбеҙ. Йәйге каникулдарға өҫтәлмә әҙәбиәт, гәзит – журналдар уҡырға ҡушам. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы менән бик күп эшләйбеҙ. Төрлө практик эштәр, һорауҙар теҙмәһе, тестар уҡыусыларға алған белемдәрен иҫкә төшөрөргә, нығытырға, системаға килтерергә, тәрәнәйтергә ярҙам итә. Уҡыусылар менән инша, хикәйә яҙыу кеүек ижади эштәр ҙә башҡарабыҙ, яҙыусылар ижадын ныҡлап өйрәнәбеҙ.

Һөҙөмтәлә, уларҙа ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирә алырлыҡ белем кимәле үҫә, логик фекерләү дәрәжәһе юғары була, улар бындай олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай. Башҡорт теле дәрестәренең сифатын күтәреүҙә, балаға белем һәм тәрбиә биреүҙә, балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә олимпиада эштәренең дә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

II йүнәлеш

Уҡыусылар менән фәнни-тикшеренеү эштәре ойоштороу

Икенсе йүнәлеш – һәләтле уҡыусылар менән фәнни-тикшеренеү эштәре ойоштороу.

Төп маҡсат – уҡыусыларҙы фәнни һәм популяр әҙәбиәт менән эшләргә өйрәтеү, тейешле материалдар тупларға һәм эшкәртергә өйрәнеү; бай әҙәби мираҫтан үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте айырып алырға һәм һайлаған теманың төп идеяһын асырға өйрәнеү, һәм, ахыр сиктә, балаларҙа фәнни эшкә ҡыҙыҡһырыу тәрбиәләү. Уҡыусыларҙы бындай эштәргә йәлеп итеү урта синыфтарҙа, уҡытыуҙың актив методы булараҡ, бөтә класс менән рефераттар яҙҙырыуҙан башлана. Берәй яҙыусының юбилейы ыңғайынан, йә иһә ауыл, район, республикабыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән башланып киткән эштәр киләсәктә лә фәнни эшкә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа тәүге этәргес булып тора. Артабан шул эштәрҙе теләк һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарған уҡыусыларға айырым темалар бирелә. Ғәҙәттә, класс һайын 1-2 бала был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотона. Уҡыусылар менән план төҙөйбөҙ. Һәр пункт өсөн кәрәкле әҙәбиәт исемлеге асыҡлана. Уларҙы уҡыу, эшкәртеү, файҙаланыу, билдәле, уҡытыусы етәкселегендә бара. Яҙыу барышында уҡыусылар фәнни эш күнекмәләре туплай, иң мөһиме, тупланған материалға үҙ мөнәсәбәттәрен белдерергә өйрәнәләр. Шулай итеп мәктәбебеҙҙә уҡыусылар көсө менән «Учалы ауылы тарихы», «Учалы районы ауылдарының топонимикаһы» тигән ҙур күләмле рефераттар яҙылды, «Башҡорт теленең диалекттары», «Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!», «М.Кәримдең «Айгөл иле» драмаһында тел-һүрәтләү саралары ярҙамында образдарҙың асыҡланыуы», “Ир балаһы Шакирйән” темаларына фәнни-тикшеренеү эштәре башҡарылды, улар районда үткәрелгән тикшеренеү эштәре конкурстарында юғары баһа алды. Шуныһы ла әһәмиәткә лайыҡ, тикшеренеү эштәрендә ҙур тәжрибә туплаған уҡыусы һуңынан кескәй коллегаларына материал йыйырға, йыйылған материал буйынса докладтар яҙырға ярҙам итә. Былар бөтәһе лә эҙләнеүҙәр, көндәлек тырышлыҡ, әлбиттә,

беренсе сиратта, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү йүнәлешендә фиҙаҡар эшләү һөҙөмтәһе. Уҡыусыларҙа уңышҡа ирешеү ситуаияһы булдырыу. Бындай уңыш, әлбиттә, баланы ла ҡанатландыра. Шуға күрә уҡыусының эшкә, ижадҡа булған һәр бер ынтылышы, һәр бер уңышы күренмәй калмаҫҡа тейеш. Тел һәм әҙәбиәт буйынса күп һанлы сараларҙа айырыуса актив, ижади ынтылышлы уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында беҙ мәктәптә шундай сараларҙы ҡулланабыҙ:

- райондың, республиканың крайҙы өйрәнеү, Ш. Мөхәмәтйәнов (Ҡунаҡбай ауылы) һәм Ә. Хөснөтдинов музейҙарына алып барыуҙы ойоштороу;

- уҡыусыларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаты яҙыу;

- уҡыусыларҙың ижади эштәрен әҙәби альманахҡа туплау, матбуғат биттәрендә баҫтырыу;

- тел һәм әҙәбиәт аҙналыҡтарында айырым рәхмәт белдереү,

уларҙың ижад емештәре буйынса буклеттар төҙөү;

Был саралар, уҡыусылар күңеленә ҡанат ҡуйып, киләһе эштәргә этәргес булһа, алда һанап үтелгән төрлө йүнәлештәге бөтә башҡарылған эштәр улар өсөн белем йәки күнекмәләр сығанағы ғына түгел, ә тормош мәктәбе, киләсәктә үҙҙәренә юл һалыуға бер маяҡ.

Ундай уҡыусыларҙың милләтебеҙ өсөн файҙалы, кәрәкле һәм бәхетле кеше булып үҫеүҙәренә иманым камил. Ромэн Ролландың «Тормоштоң бөтә йәме – ижадта. Ижад итеү үлемде үлтерә» тигән һүҙҙәре быны раҫлай.



III йүнәлеш

«Әҙәби-ижад» түңәрәге эшен ойоштороу


Эштең маҡсаты: уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу, уларҙа яҙма һәм һөйләм телмәрен үҫтереү, эстетик зауыҡ тәрбиәләү. Был түңәрәк 2008 йылдарҙан бирле эшләй, йыл һайын унда 12-14 бала шөғөлләнә. Түңәрәк ағзаларының төп эше билдәләнгән датаға мәктәптең «Мөғжизәләр» тип аталған стена газетаһын сығарыу. Уҡыусылар был дата буйынса мәғлүмәт эҙләп табып, мәҡәләләр яҙалар, үҙҙәренең беренсе хикәйә, әкиәт, шиғыр һәм башҡа ижад емештәре менән таныштырҙылар. Был эштәр менән бер рәттән түңәрәк эше ағзалары әҙәби әҫәрҙәрҙең яҙылыу законсалыҡтарын тикшереү, йәғни әҙәрҙең төрө, жанры , образ, композиия, сюжет, һүрәтләү саралары кеүек теоретик һорауҙарҙы өйрәнделәр, әҙәби әҫәрҙең телен тикшереү буйынса күнегеүҙәр башҡаралар. «Әҙәби-ижад» түңәрәге ағзалары шулай уҡ З.Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған асыҡ дәрестә үҙҙәренең ижади эштәре менән ҡатнаштылар. Уҡыусыларҙың инша, реферат, чайнворд, кроссворд, докладтары яҙыусының тыуған көнө ыңғайынан райондың «Яйыҡ» гәзитендә баҫылды.

Биш йыл рәттән был уҡыусылар, «Башҡортостан ынйылары» конкурсы өсөн үҙҙәре сценарийҙар төҙөп, бәйгеләрҙә ҡатнаша, район һәм зона ярыштарында еңеү яуланы.

Һәләтле балалар менән ирекле темаға иншалар яҙырға өйрәнәбеҙ. Был эш йылдар дауамында тел-әҙәбиәт дәрестәрендә алып барыла. Уҡыусылар унда бирелгән темаға инша яҙыу өсөн план төҙөй, материал туплай, уны системаға һала, камиллаштыра, яҙа. Ләкин ул сәғәттәр генә аҙ, шунлыҡтан беҙ күберәге әҫәрҙе өйрәнгәс, иншаларҙың әҙәби, әҙәби-ижади төрҙәрен яҙҙырабыҙ, йәғни әҫәр буйынса образ йә ваҡиғаларға ҡылыҡһырлама биреү, уның идеяһын асыу маҡсатынан сығып эшләнелә. Ҙурыраҡ синыфтарҙа әҙәби-ижади иншалар тәҡдим ителә, уларҙа әҫәрҙәге геройҙарға, ваҡиғаларға ҡарата баланың үҙ фекерен, үҙ баһаһын биреүҙе булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Йәғни бындай иншалар бөтә класс менән бер темаға яҙыла, уның күпселек өлөшөн шул әҫәр материалы алып тора. Ирекле иншалар иһә уҡыусыларҙың көндәлек тормоштан, тирә-яҡты күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫирҙәренән сығып яҙыла. Бында уҡыусының үҙенең хистәре, кисерештәре һүрәтләнә. Мин уҡыусыларҙың ихлас күңелдән үҙ фекерҙәрен сағылдырған инша яҙыуҙарын маҡсат итеп ҡуям. Бындай иншаларҙы ижади фекерләү һәләте ярылып ятҡан, күп уҡырға, шиғырҙар ятларға, үҙҙәре шиғыр яҙырға яратҡан, ғөмүмән, әҙәбиәткә мөкиббән киткән уҡыусылар менән яҙабыҙ. Ғәҙәттә, уҡыу йылының беренсе сирегендә үк мәктәптә иншалар конкурсы ойошторола. Ҡатнашырға теләүсе балалар менән темаларҙы билдәләйем, ирекле иншаның үҙенсәлектәрен аңлатып, унда төп иғтибарҙы шуңа йүнәлтәм: инша ниндәй генә темаға яҙылмаһын, унда төп герой - уҡыусы үҙе. Иншала уның әйтергә теләгән фекере асыҡ билдәләнергә тейеш. Бының өсөн уҡыусы үҙәккә бер образ ҡуйып, төп теманы ошо образ аша сағылдыра. Иң ҡыйыны – был образды табып, яңы фекер әйтеү. Балаларға һүрәтләү саралары, образлылыҡ тураһында аңлатам, элек яҙылған иншаларҙы уҡып күрһәтәм. Төрлө алымдар ҡулланғанда ла, уҡыусыларҙың һоҡландырғыс образдар тыуҙырыуына ирешеү еңел түгел.

Уҡыусылар шулай уҡ бер-береһенең ижад емештәренә анализ һәм баһа бирергә, уңыщлы яҡтарын билдәләргә, етешһеҙлектәрен тәнҡитләргә өйрәнә, бер-береһенә кәңәштәр бирә, ярҙам итә. Шул материалдар буйынса әҙәби газета, китап йыйынтыҡтары сығарабыҙ, уҡыусыларҙың ижадын газета – журнал биттәренә тәҡдим итәм. Һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙың ижадын үҙ эсенә алған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Был түңәрәктә шөғөлләнгән уҡыусыларҙың район күләмендә күрһәткән күрһәткестәре лә ҙур. Ижади конкурстарҙа улар беренселекте бирмәй. Эштең төп күрһәткесе – һөҙөмтәлелек. Балалар тағы ла нығыраҡ илһамланып эшкә тотоналар.

Ижади эш менән ҡыҙыҡһынған уҡыусыларымдың күбеһе үҙенең киләсәген уҡыу йорттары менән бәйләй. Ундайҙар артабан уҡытыусы, журналист буламы йәки фән өлкәһендә эшләйме, яҙыусы йәки шағир буламы, үҙ хеҙмәтенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараусы, әҙәби ижадҡа әүәҫ һөнәр эйәһенә әүерелә. Шулай уҡ улар әҙәби телдә логик яҡтан бәйләнешле, стилистик яҡтан дөрөҫ итеп сығыш яһай беләләр. Йомғаҡлап, шуны әйтергә була: был түңәрәктең эше балаларҙың ижадын үҫтереүҙә бик ҙур роль уйнай.







IV йүнәлеш

Драма түңәрәге

Өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры

Драма түңәрәктәрен һәр мәктәптә ойоштороп була. Күп урындарҙа эшләй ҙә. Драма түңәрәктәрендә балалар күңелендә әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләнә, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә мәмкинлектәр асыла.

Беҙ, уҡыусылар менән, бик күп әкиәттәр сәхнәләштерҙек, дәрестәрҙә Әкиәт иленә сәйәхәт иттек, төрлө образдарға кереп уҡыныҡ. Бәләкәй ҡарһүҙҙәрҙән тыш, «Кәзә менән Һарыҡ», «Ҡамыр батыр», «Урал батыр»,«Кем көслө?» «Хеҙмәтйән менән Бапаҡ»,«Ҡурай»,«Тауыҡ, Ҡор, Сысҡан», «Йылан менән Балыҡ» кеүек халыҡ әкиәттәрен, А. Йәғәфәрованың, М. Кәримдең, С. Суринаның, С.Әлибайҙың, И. Йомағоловтың, М. Ғафуриҙең әҫәрҙәрен дә мауыҡтырғыс, мажаралы итеп тамашасыларға күрһәттек. Балалар сәхнәгә бар күңеле менән тартыла. Ролдәрҙе илһамланып ысын артистар һымаҡ башҡаралар.

Беҙҙең Учалы ауылы башҡорт гимназияһында әкиәттәрҙе, яҙыусыларҙың төрлө әҫәрҙәрен сәхнәләштерергә яратҡан йәш артистарҙың бөтәһе лә «Бөҙрәкәй» балалар театрында ролдәрҙе башҡарыу оҫталыҡтарын камиллаштыра. Был ижади ойошма 1996 йылдан башлап эшләп килә. 2007 йылда «Өлгөлө балалар театры» исемен яҡлай. Унда утыҙҙан ашыу бала шөғөлләнә. Улар өс төркөмгә бүленә: кескәйҙәр, уртансылар, өлкәндәр. Кескәйҙәр төркөмө алмаш әҙерләү, үҙеңде сәхнәлә һынап ҡарау маҡсаты менән ойошторола.

Театр эшмәкәрлеге сығыш яһау ғына түгел, танып белеү, тәрбиәүи һәм үҫтереүсе бурыстарҙы ла тормошҡа ашырырға тейеш. Шуға ла эшемдең төп маҡсаты булып йәш быуындың буш ваҡытын файҙалы үткәреү, уларҙың ижади һәләттәрен, хис-тойғоларын үҫтереү, тормошта үҙ юлыңды табырға, тәрбиәле булырға,туған телдә матур итеп һөйләй белергә өйрәтеү тора.


Әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү юлдары һәм алымдары: (беренсе осорҙа)


а) әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә башлар алдынан тәүге дәрестәрҙә актерлыҡ һәм театр сәнғәте тураһында йәнле аңлатыу үткәрелә, бурыстар, алдағы эштәр асыҡлана;

б) уҡыусылар менән бергәләп сәхнәлә ҡуясаҡ әҫәрҙе һайлайлана;

в) ролдәргә бүлеп уҡыуҙы ойошторола;

г) әкиәттең йөкмәткеһе тураһында әңгәмәләшеү;

д) һәр геройҙың холоҡ-фиғелен, уларҙың ыңғай һәм кире яҡтарына ҡылыҡһырлама

биреү;

е) образға кереү өсөн нисек һөйләшергә, сәхнәлә үҙеңде нисек тототорға икәнлеге тураһында фекер алышыу;

ё) театрҙың һәр бер ағзаһы үҙенә бирелгән роль һүҙҙәрен ятлай, уларҙы ул мотлаҡ белергә тейеш;

ж) Шул осорҙа һәр һөйләмде, абзацты, телмәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү эше башҡарыла. Уларҙың артикуляцияһын, интонацияһын, дикцияһын үҫтереүгә, һүҙлек байлығын арттырыуға ҙур баҫым яһала. Ғөмүмән, әҫәрҙең телмәре өҫтөндә эшләүгә ҙур иғтибар бирелә.


Әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү юлдары һәм алымдары: (икенсе осорҙа)

а) әкиәттәге ролдәрҙең һүҙҙәре ятлатып бөтөрөлгәс, репетициялар сәхнәгә күтәрелә;

б) бында инде телмәр менән бергә сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотоу, хәрәкәткә, ҡыланыштарға иғтибар йүнәлтелә;

в) сәхнәне музыкаль яҡтан биҙәү;

г) декорация эшләү;

д) костюмдар әҙерләүгә ҡарата ойоштороу эштәре алып барыла;

Шундай эҙмә-эҙлекле эш ярҙамында ғына уңыш юлдаш була.

Беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә, мәктәптә, клуб сәхнәһендә, балалар баҡсаларында, төрлө ауылдарҙа сығыш яһайбыҙ. Район һәм республика буйынса үткәрелгән төрлө конкурстарҙан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ, актив ҡатнашабыҙ һәм ҙур еңеүҙәргә өлгәшәбеҙ. Шундай ҙур уңыштарыбыҙҙың береһе булып Шакирова Зилиәнең Бөтә донъя башҡорттарының III ҡорлтайына арналған донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусы балаларҙың «Һаумы, Һаумы, Әкиәт!» I республика конкурсында Гран-при яулауы булды. Был ҙур бәйгенең йомғаҡлау һәм бүләкләү тантанаһы баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтте. Беҙҙең оҫта әкиәтсебеҙ Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан Диплом һәм велосипед менән бүләкләнде. Ярышта беҙҙең Зилиә «Кем көслө?» тигән башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләне.Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ун ике төрлө образға инде, ун ике төрлө кейем алмаштырып өлгөрҙө. Бабай роле төп булһа, шул уҡ ваҡытта ул Боҙға, Ҡояшҡа, Болотҡа, Ямғырға, Ергә, Үләнгә, Салғыға, Сысҡанға, Бесәйгә, Егеткә, Ҡыҙға әйләнде. Уның аллы-гөллө кейемдәре күҙҙең яуын алып торҙо. Һәр бер образды үтә лә матур уйнаған ҡыҙыҡай үҙенең интонацияһы, ҡыланыштары, тауышы менән барыһын да үҙенә арбаны ла ҡуйҙы. Шулай итеп, беҙҙең оҫта артистарыбыҙҙың береһе конкурста иң-иңдәрҙең рәтенә баҫты һәм “Алтынай” студияһы тарафынан сығарылған аудиодискыға Зилиә һөйләгән әкиәт тә индерелде. Ә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусы балаларҙың «Һаумы, Һаумы, Әкиәт!»

Бына ошо 28 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм өлгөлө «Бөҙрәкәй» театрының етәксеһе булып эшләү дәүерендә әкиәттәр дәресемдең йәме, тәме булып торалар. Сөнки улар балаларҙа халыҡ ижадын, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыуға, өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шулай уҡ уларҙа сәхнәләштергән әҫәрҙәр аша күреү, ишетеү, хәтер, күҙәтеүсәнлек, зирәклек, фантазия, образлы фекерләҙе үҫтерергә тырышам, оялыу һәм тартыныуҙы бөтөрөргә, иптәштәре менән килешеп эшләргә, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булырға өйрәтәм.

Һәр әҫәрҙе сәхнәләштереп, уйнаған ваҡытта балаларҙа изгелек, ҡыйыулыҡ, эшсәнлек, әҙәплелек, түҙемлек, йомартлыҡ кеүек ыңғай сифаттарҙы тәрбиәләүҙе, ә көнсөллөк, ялҡаулыҡ, ҡурҡаҡлыҡ, алдашыу, хәйләкәрлек, кешене мыҫҡыллау кеүек кире сифаттарҙан арыныуҙы маҡсат итеп ҡуям.

Миҫал өсөн «Хеҙмәтйән менән Бапаҡ» башҡорт халыҡ әкиәтен алайыҡ. Бында ике улдың ата-әсәһенә, ауылдаштарына, тыуған еренә ҡарата мөнәсәбәттәре төрлө эштәрҙә, килгән ауырлыҡтар алдында асыла. Хеҙмәтйән эшһөйәр, изге күңелле, шәфҡәтле, ҡыйыу булһа, Бапаҡ мәрхәмәтһеҙлеге, оятһыҙлығы, ҡомһоҙлоғо, хәйләкәрлеге менән бөтәһенән дә айырылып тора. Әкиәтте сәхнәләштергәндә йәш артистарҙың бер ҙә Бапаҡҡа оҡшағыһы килмәй, уларһың уның ҡылыҡтарына, ырыуҙаштарына ҡарата эшләгән яуызлыҡтарына иҫтәре китә. Иң мөһиме яҡшылыҡ менән яуызлыҡ араһындағы айырманы күрәләр, сағыштыралар. Ә был рухи-әхлаҡи тәрбиәнең төп йүнәлештәренең береһе булып иҫәпләнә.

Беҙҙең сығыштарҙы тамашасылар түҙемһеҙлек менән көтөп алалар, балаларҙың да оҫталыҡтары артҡандан-арта бара.

«Урал батыр» эпосы буйынса республикала уҙғарылып килгән йәш сәсәндәр конкурсында лә беҙҙең Учалы ауылы башҡорт гимназияһының өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры артистары бишенсе йыл рәттән ҡатнашып, юғары бейеклектәргә күтәрелеп, призлы урындар яулап килә. Уларҙың уңыштары республика һәм урындағы матбуғат биттәрендә лә киң яҡтыртыла. Әлбиттә, конкурстың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ни өсөн тигәндә, уҡыусылар эпос нескәлектәренә төшөнөү менән бер рәттән, үҙҙәренә яңы танышлыҡтар булдыра, дуҫтар таба. Шулай уҡ, уҡыусылар Мираҫ Иҙелбаев, Розалиә Солтангәрәева, Әхмәт Сөләймәнов, Сәрүәр Сурина кеүек арҙаҡлы шәхестәр менән аралаша, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт һәйкәлдәре менән дә таныша.

Учалылар бәләбәйҙәрҙе лә таң ҡалдырҙы!

Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» белем биреү – һауыҡтырыу үҙәгендә уҙғарылған Xl “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр республика бәйгеһендә театр артистары уңышлы сығыш яһап, призлы урындар алып ҡайтты. 59 команда араһында беҙҙекеләр илленсе булып сығыш яһаны. Таныштырыу программаһында өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры уҡыусылары 3-сө урынды яулай. Икенсе көн «Урал батыр» эпосы өҙөгөн сәхнәләштергәндә лә учалылар уңышҡа өлгәшә һәм беренсе урынды яулайҙар. Ярышта ҡатнашҡан Әхмәҙуллин Фәнил, Малик, Зилиә, Айнур, Шакировтар, Ғәбитова Алиналар маҡтауға лайыҡ. Улар үҙҙәренең оҫта сығыш яһауҙары менән бөтәһендә таң ҡалдырҙы! Урал образын сәхнәләштергән Фәнилдең башҡорт батырына хас көр, рухлы тауышына, Шүлгәнде кәүҙәләндергән Айнурҙың оҫталығына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Бөтә төр конкурстарҙа ла үҙҙәрен яҡшы күрһәткәндәре һәм һәйбәт һөҙөмтәләре өсөн Учалынан килгән коллектив БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнә. Дөйөм иҫәп буйынса команда икенсе урынға лайыҡ була.


Дәүләкән еренән – еңеүҙәр менән


Дәүләкән районында Xll республика ярышында Учалы районының намыҫын тағы ла шул уҡ уҡыусылар яҡланы. Был юлы ла актерҙарыбыҙ һынатманы. Һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ булды: таныштырыу программаһында – өсөнсө, “ Урал батыр” ҙы сәхнәләштереү номинацияһында икенсе урынды алдылар. Әхмәҙуллин Фәнил, Малик, Зилиә, Айнур, Шакировтар, Мөхәмәтйәнова Азалина, Ғәбитова Алиналар - «Бөҙрәкәй»ҙең иң талантлы артистары булып танылдылар. Бәйге дүрт көн барҙы, уҡыусылар яҡшы ял да итеп ҡайтты. Асылыкүлдә һыу инделәр, «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында данланған Балҡантауға менделәр.


Туймазыла ла Урал батыр вариҫтары һынатмай

Туймазы районының йәмле Ҡандракүл буйында Xlll “ Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр республика бәйгеһе уҙҙы. Бындай мәртәбәле сарала өсөнсө йыл рәттән ҡатнашҡан өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры артистары был юлы ла районыбыҙ намыҫын уңышлы яҡлап, призлы урындар яулап ҡайтты. Ижади командала Шакиров Марсель, Юнысов Айрат, Әһлиев Cалауат, Хужаева Айгөлдәр сығыш яһаны. Учалыларҙың визиткаһы һәм эпостан өҙөк күрһәтеүе лә үҙенсәлекле тип билдәләнде. “Визитка”, йәғни таныштырыу бәйгеһендә улар өсөнсө урынға сыға һәм икенсе турҙа ла уңышлы сығыш яһап, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнде. Бәйге дүрт көн барҙы. Балалар өсөн бик күп саралар ойошторолдо. Алыҫтан килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр Ҡандракүлдә рәхәтләнеп һыу төштө. Улар шулай уҡ танышыу кисәһендә ҡатнаштылар, “Дуҫлыҡ ” усағы янында күңел астылар. Беҙҙең бейеүсе егеттәр, төрлө халыҡ бейеүҙәрен бейеп, бөтәһен дә таң ҡалдырҙы.

Сибайҙан да еңеүҙәр яулап ҡайттылар

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры артистарының XlV “ Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр республика бәйгеһендә лә уңышлы сығыш яһап, еңеүҙәр яулап ҡайтыуы күптәргә мәғлүм. Был бәйгелә ҡатнашҡан 9-сы класс уҡыусылары Шәрифйәнов Булат, Шәһәбутдинов Дим, Оморғолова Алина, Варин Эмилдәр маҡтауға лайыҡ. Конкурста 63 команда ҡатнашты. Уңыштар ҡыуанырлыҡ: артистар БР Мәғариф министрлығының 4 Маҡтау ҡағыҙын алып ҡайтты. Йәрәбә буйынса 31-се булып сығыш яһаны улар. Ярыштың таныштырыу турында «Учалы» легендаһын сәхнәләштереп, икенсе урынға сыҡтылар. Улар үҙҙәренең ролдәрен бик оҫта башҡарҙы, хатта «Атайсал» төбәк баҫмаһы Эмилдең ролен башҡарғанын оҡшатып, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Сәхнәләштереү турында «Урал батыр Ҡәһҡәһә илендә» тип аталған өҙөктө күрһәтәләр. Ысын күңелдән тырышып уйнаған артистар был төр ярышта ла ҙур уңышҡа ирешеп, күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре өсөн БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнде. Дөйөм командалар күрһәткесе буйынса учалылар икенсе урын яулап ҡайтты.


Баймаҡ районының мөғжизәһе булған Талҡаҫ күле буйында

Быйыл йәш сәсәндәр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең XV республика конкурсы Баймаҡ ерендә Талҡаҫ күле буйында “Орленок” пионер лагерында үтте. Төрлө төбәктәрҙән килгән килгән ҡунаҡтарҙы халҡыбыҙҙың боронғо тормошон, йолаларын сағылдырған матур тирмәләр ҡаршы алды. Улар башҡорт халҡының рухи хазиналарын киләсәк быуындарға ҡалдырыусы атаҡлы Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов сәсәндәргә бағышланғайны.

Конкурсты асыу тантанаһы ла бик үҙенсәлекле булды. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов йәш сәсәндәрҙе райондың тарихы менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева конкурсанттарҙы ысын күңелдән ҡотланы. Тантанала илселәр ҙә сығыш яһаны. Улар “Урал батыр”ҙың тыуған ере Бөрйән районынан килгәйне. Бөрйәндәр дәртле итеп бейенеләр һәм үҙҙәренең мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерҙеләр.Унда киләһе ярыштарҙы үҙҙәренең районында Шүлгәнташ мәмерйәһе янында уҙғарырға тәҡдим иттеләр. Ә хужалар бай йөкмәткеле концерт күрһәтте.

Ярыш дүрт көн буйына дауам итте. Йәш сәсәндәр эпостан өҙөктө ятҡа һөйләү, викторина һорауҙарына яуап биреү, төрлө эпостарҙан өҙөктәр сәхнәләштереү, үҙ районың менән таныштырыу (визитка) кеүек дүрт төрҙән торған конкурста үҙҙәрен һынап ҡараны.

Конкурста барыһы алтмыштан ашыу команда ҡатнашты. Бындай мәртәбәле сарала бишенсе йыл рәттән ҡатнашҡан өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры артистары был юлы ла районыбыҙ намыҫын уңышлы яҡлап, призлы урындар яулап ҡайтты. Ижади командала Шәрифйәнов Булат, Шәһәбутдинов Дим, Варин Эмиль, Ғәбитова Алина, Атйетәрова Лилиә ун дүртенсе һан аҫтында сығыш яһаны.

Иң алда командалар менән таныштырыу туры уҙа. Учалыларҙың визиткаһы танылған журналист Р. Насыровтың “Ете һыу башы” тигән китабы буйынса Әүлиә һыуынының “Урал батыр” эпосындағы Тереһыу түгелме икәнлеген фаразлауға ҡорлғайны. Улар был шишмәнең нисек килеп сығыуы тураһындағы легенданы ла сәхнәләштереп күрһәтәләр. Гимназия уҡыусыларының был сығышы бик үҙенсәлекле тип танылды. Улар был төр ярышында өсөнсө урынды яулай һәм БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнә..

Дүртенсе турға “Урал батырҙың дейеү батшалығын ҡыйратҡаны” тип аталған өҙөктө күрһәтәләр. Бында ҡайһы бер йәш артистар бер нисә ролде башҡара, мәҫәлән, Шәрифйәнов Булат эпорстың төп геройы Урал батыр образына ла инә, Һомайҙы ҡоҡарыусы Аҡбуҙат булып та уйнап өлгөрә. Шүлгәнде Шәһәбутдинов Дим уйнаһа, Йылан-Зәрҡүм образын Варин Эмиль кәүҙәләндерә. Ә Һомай образына Ғәбитова Алина бик оҫта инә. Уларҙың сығыштарын тамашасылар бик йылы ҡабул итә һәм “Афарин!”тигән һүҙҙәр аҫтында оҙаҡ итеп алҡышлай. “Яҡшы һөҙөмтәләр” номинацияһында еңеүселәр БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.

Баймаҡ районының мөғжизәһе булған Талҡаҫ күле буйында уҙған көндәрен учалылар файҙалы, матур һәм онотолмаҫ тәьҫораттар, хәтирәләр алырлыҡ итеп үткәрергә тырышты.Тәбиғәт менән һоҡланды, туйғансы һыу инде. Жюри ағзаһы Розалия Солтангәрәева үткәргән сәсәндәр мәктәбе лә конкурсанттарға бик оҡшаны. Ул ҡобайырҙар һөйләп, уҡыусыларҙы тыңлап ҡараны, шул уҡ ваҡытта кәңәштәрен дә бирергә онотманы. Йылы мөхиттә үткән был аралашыу уҡыусылар күңелендә мәңге уйылып ҡалыр.


Урал батыр” – рухи хазиналар төбәге Бөрйән ерендә

Быйыл йәш сәсәндәр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең XVI республика конкурсы Башҡортостандың йөҙөк ҡашы һаналған, әкиәти илһамлығығын һаҡлаған, “Мәсем”, “Яуымбай”, “Илсекәй”, “Бөрйәндең егеттәре” һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙары, легендалары, башҡорт батырҙары һәм ил уҙамандары тыуған ерҙә йәмле Бөрйән районының «Ағиҙел» һауыҡтырыу лагерында үтте. Бөрйәнде ысын мәғәнәһендә тарихи ҡомартҡылар иле, аҫылташтар һандығы, рухыбыҙҙың сәңгелдәге, эпостар төйәге тип атаһаҡ, һис тә хата булмаҫ, сөнки “Шүлгәнташ мәмерйәһе”, “Урал батыр”, “Мәсем хан”, “Бапсаҡ менән Күсәк”, “Аҡбуҙат” эпостары аша даны бөтә илгә таралған. Унда өс көн буйына район-ҡалаларҙан 250 уҡыусы көсөн һынаны, матур тәбиғәт ҡосағында ял итте. Конкурстың төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү.

Сараны асыу тантанаһы район үҙәгенең мәҙәниәт һарайында үтте. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Б. Шарипов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары В.Ф. Вәлиевалар йәш конкурсанттарҙы ысын күңелдән ҡотланы һәм барыһына ла күтәренке кәйеф, балҡыштар, ижади уңыштар теләне. Ә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының профессоры, академик, филология фәндәре докторы, жюри рәйесе Ә. Сөләймәнов үҙенең сығышында былай тине: “Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы булған әҫәрҙе яттан һөйләүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы, конкурстың матур традицияға әүерелә барыуы һөйөндөрә. Йыл һайын ҡатнашҡан уҡыусылар, тотош эпосты, бөтәһе 4500 юлды, яттан һөйләүселәр ҙә бар. Балаларҙың феноменаль хәтере, эпосты бар күңелен биреп һөйләүе – үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү яулау ҙа күптәргә филология йүнәлешендә уҡырға этәргес бирә. БДПУ студенттары лидерҙарының күпселеген ошо ҡыйыу, рухлы, маҡсатлы егет-ҡыҙҙар тәшкил итә.”

Конкурста барыһы илле дүрт команда ҡатнашты. Бындай мәртәбәле сарала алтынсы йыл рәттән ҡатнашҡан Учалы ауылы башҡорт гимназияһының өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры артистары был юлы ла районыбыҙ намыҫын уңышлы яҡлап, еңеүселәр сафына баҫты. Ижади командала Булат Шәрифйәнов, Дим Шәһәбутдинов, Эмиль Варин, Алина Ғәбитова, Мулдаҡай мәтәбенән Зарема Әминева егерме икенсе һан аҫтында сығыш яһаны.

Тәүге тур командаларҙың үҙҙәре менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған визит карточкаһы ине. Учалыларҙың визиткаһы райондың исеменең килеп сығыуына ҡарата төрлө варианттары, тарихи ваҡиғалары, арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырыуға һәм уның байлығын, матурлығын данлауға ҡоролдо. Егеттәр гармунда, ҡумыҙҙа уйнаһа, Алина ҡобайыр әйтте. Был һынауҙа улар икенсе урын яуланы һәм БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Артабан йәш сәсәндәр эпосты яттан һөйләү буйынса көсөн һынаны. Мулдаҡай мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Зарема Әминева (уҡытыусыһы З.Ә. Әминева) “Урал батыр”ҙы тулыһынса ятлаған. Оҫта ҡыҙ, ундағы төрлө образдарға инеп, сәхнәлә ҡоштар тауышын сығарҙы, ҡумыҙ, думбыра менән дә импровизацияланы, көйгә һалып та йырланы. Тамашасылар алдында тулҡынланһа ла, юғалып ҡалмай, жюри туҡтатҡанда ла, улар әйткән шиғри юлдарҙы дауам итеп, бар күңелен һалып сығыш яһаны һәм беренсе урынға лайыҡ булып, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙын алыуға иреште.

Конкурстың иң тулҡынландырғыс һәм һоҡландырғыс мәле – йәш ҡатнашыусы Яңы Байрамғол ауылынан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе алты йәшлек Ләйсән Золотареваның (етәксеһе И.Ә. Нуретдинов) сығышы булғандыр, моғайын. Ул был тормош дәреслеге булған үлемһеҙ әҫәрҙең 3500 юлын ятлауға үҙ аллы ирешкән. Ҡыйыу ҡыҙ эпостың тәүге юлдарынан уҡ тыңлаусыларҙың, жюри ағзаларының бар күңелен яуланы. Бар һәләтен, оҫталығын һалып, әҫәрҙе йөрәге аша үткәреп һөйләне һәм сәхнәлә тыпырлатып бейеп төшөргә лә өлгөрөп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙын алды.

Өсөнсө турға махсус рәүештә кейемдәр тектереп, төрлө реквизиттар, музыка ҡулланып ете минутлыҡ спектакль ҡуйыуға өлгәшеү ине. Гимназия уҡысылары “Урал батыр Йыландар илендә” тип аталған өҙөктө күрһәттеләр. Бында йәш артистар бер нисә ролде башҡара, мәҫәлән, Варин Эмиль Туғыҙ башлы йылан, Аҡ йылан, Егет ролдәрен уйнаһа, Дим Йылан-Зәрҡүм, Егет образдарына инә, Алина Юха йылан менән Ҡыҙҙы һынландыра, Булат эпостың төп геройы Урал батырҙы кәүҙәләндерә. Ул – халыҡ бәхете, ирке, бәхетле тормошо өсөн йәнен-тәнен аямаған батыр. Урал батырҙың Ҡатил батшаны, йылан батшалығын ҡыйратыуы, төрлө аждаһаларҙы, дейеүҙәрҙе еңеп сығыуы кешегә дошман заттарҙы бөтөрөп, илгә, халыҡҡа ирек, донъяға именлек алып килеүгә йүнәлтелгән.

Уларҙың сығыштарын бөтәһе лә бик йылы ҡабул итте һәм алҡыштарға күмеп, сәхнәнән ебәрмәй торҙо, ә жюри ағзалары үҙҙәре менән таныштырыуҙарын һораны. Батыр - яуҙа, сәсән дауҙа һынала, тигәндәй, был төр ярыш та еңеүсеһеҙ булмай. Театр “актерҙары” инсценировка буйынса ла беренселекте бирмәне, улар тағы ла БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙын лайыҡ булды.

Һәр бер этапта ла конкурстың талаптары ҡаты ине: әҙәби текст менән оҫта, ентекле эш итә белеү, һәр образдың эске донъяһына инеү, актёрлыҡ алымдарын, үҙҙәре ижад иткән образды сәхнәлә күрһәтеү, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау, орфоэпия ҡағиҙәләрен күҙәтеү һәм башҡалар. Учалының йәш сәсәндәре һынатманы, һәр береһе мәртәбәле, рухлы бәйгегә ысын мәғәнәһендә телгә оҫта, ҡыйыу, телһөйәр, эшһөйәр егет-ҡыҙҙар килгәнлеген иҫбатланы, конкурстың өс турында ла уңышлы сығыш яһап, команда иҫәбендә лә беренсе урынды алыуға өлгәшеп, районға һигеҙ грамота һәм бик күп бүләктәр алып ҡайтты. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ЮНЕСКО тарафынан бирелгәндәре лә бар.

Өс көн дауамында барған конкурста ҡатнашып, уҡыусылар матур тәбиғәт ҡосағында ял да итеп ҡайттылар.Улар өсөн хужалар бик күп матур саралар ойошторҙо.

Кискеһен сәхнәне ҡунаҡсыл, алсаҡ бөрйәндәр биләне. Иҫке Собханғол уҡыусыларының, “Осҡон”,”Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамблдәренең сығыштары конкурсанттарҙың күңеленә айырыуса хуш килде. Билдәле фольклорсы, ғалимә Розалия Солтангәрәеваның конкурста ҡатнашыусылар менән бергә, йорт-илебеҙгә именлек теләп, ҡот-ырыҫ саҡырып, “Ҡайт, ҡотом!” йолаһын башҡарыуы ла был хозур төбәккә тағы бер биҙәк өҫтәне. Учалылар шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәр менән дә осрашты, танышыу кисәһендә лә ҡатнашты, “Дуҫлыҡ ” усағы янында ла күңел асты, саф тулы һыулы, балыҡҡа бай Ағиҙел йылғаһында ла рәхәтләнеп һыу төштө, тарихи урындарға сәйәхәт тә ҡылды. Һәр ташы, һәр һуҡмағы тарих һөйләгән, боронғо легенда-риүәйәттәргә бай Инсебикә ҡаяһына, Шүлгән мәмерйәһенә, Шүлгән, Йылҡысыҡҡан күлдәренә, Мәсем тауына, Бапсаҡ бей йөрөгән ерҙәргә барып ҡайтыу улар күңелендә тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы, уның менән ғорурланыуҙы көсәйтте генә. Ә халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы уҡыусыларыбыҙ күңелендә уйылып ҡала икән, улар уны, һис шикһеҙ, киләһе быуындарға ла түкмәй- сәсмәй еткерер.

Ҡасандыр рухи хазиналар төбәге Бөрйән ерендә башланғыс алған был конкурс быйыл да шулай шаулап-гөрләне. Быйылғы ярыш ойоштороу йәһәтенән бик айырылып торҙо һәм юғары кимәлдә үтеп, мәҙәни мираҫыбыҙға хөрмәт күрһәтеүсе, рух күтәреүсе сара булып торҙо. Ә учалылар үҙҙәрен һынатманы, районыбыҙҙы данға күмде.

Шундәй матур конкурста ҡатнашыу мөмөкинселеге биргәне өсөн, Өлгөлө “Бөҙрәкәй” балалар театры уҡыусылары, уларҙың етәксеһе Г. А. Хәкимова Учалы районы һәм ҡалаһы мәғариф бүлегенә үҙенең ҙур рәхмәтен белдерә.

Халҡыбыҙҙың мәңгелек оло хазинаһы булып танылған “ Урал батыр” эпосын данлаусыларҙың тап гимназия уҡыусылары булыуы күңелдә бөтмәҫ – төкәнмәҫ ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ата – бабаларыбыҙҙан күсә килгән рухи ҡиммәтебеҙ “ Урал батыр” эпосын һаҡлаусы, һанлаусы уҡыусыларға «Афарин!» тип әйтке генә килә. Нисек кенә булмаһын, йәш быуын ауыҙ – тел ижадын, халҡыбыҙ мираҫын, мәҙәниәтебеҙҙе белеп, иманлы, әхлаҡлы, тәрбиәле булып үҫергә тейеш.


Драма нигеҙендә лә әҙәбиәт дәрестәрендә ҡулланылған алымдар ята:


хор менән уҡыу, ролдәргә бүлеп уҡыу, теге йәки был өҙөктө яттан һөйләтеү, драма әҫәрҙәрен дәрестәрҙә өйрәнеү һәм башҡалар. Йәғни ошо түңәрәктә үтелгән материал дәрестә баланың белемен тағы ла нығыраҡ байыта, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй, уның ижади һәләтен үҫтерә.

Дәрестәремдә йыш ҡына “театр - дәрестәр ” үткәрәм. Дәрескә әҙерләнгәндә уҡыусылар афиша, программа, әҫәрҙең яҙылыу тарихы, сәхнәләштереү, кәрәк урында компьютер, видеоролик ҡулланыу кеүек эштәрҙе үҙҙәре башҡара. Күңел ятҡан, көсөнән килгән эште һайлап алғас, уҡыусы тырышып әҙерләнә, ижади эш уны ҡанатландыра, бер-беренә кәңәш бирәләр,төҙәтәләр ярҙам итәләр, - ғөмүмән, күмәк эштең һөҙөмтәһе арта. Декорацияларҙы ла компьютер аша эшләйбеҙ. Бындай эш ҡуйылған әҫәрҙе тағы ла ҡыҙығыраҡ һәм мауыҡтырғыс итә. Компьютер аша эшләнгән күренештәр тамашасыларға бик оҡшай. Йылмайып ҡояш килеп сығыуы, һауала болоттар йөҙөүе, шыбырлап ямғыр яуа башлауы мөғжизәле бер донъяға әйләнә. Сығыш яһаған артистар ҙа,тамашасыларҙа үҙҙәрен Әкиәт илендә тип хис итәләр.

Шулай уҡ дәрестәремдә, кластан тыш сараларҙа “ролләп уйнау” алымын йыш ҡулланам. Был алым беренсе сиратта уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. “Мин - президент”, “Министр кабинетында”, “Табипҡа күренеү” кеүек эшлекле уйындар ойошторам.

Мәктәп сәхнәләре йыш ҡына сценарийҙаға, пьесаларға ҡытлыҡ кисергәнен үҙ тәжрибәмдән белгәнгә күрә, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы материалдарҙы файҙаланып, музей материалдарын ҡулланып, риүәйәттәргә, легендаларға таянып сәхнә күренештәрен үҙем яҙам. Йыйынтыҡ “Мәктәп сәхнәһе өсөн сценарийҙар” тип атала. Был сәхнәләштереү өсөн яҙылған сценарийҙар «Урал батыр» эпосы буйынса ойошторолған йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында ҡатнашыусыларға ла ҙур ярҙам булыр тип ышанам. Был йыйынтыҡта тәҡдим ителгән бөтә сәхнә күренештәрен дә беҙ тамашасыларға күрһәттек. Уҡыусылар үҙ районының арҙаҡлы шәхестәре, үҙ ауылдарының тарихы тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар, «Урал батыр» эпосының йөкмәткеһен үҙләштерҙеләр. М. Кәримдең дә бик күп әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙек. Шуларҙың араһынан иң оҡшағандарының береһе «Ҡайынлыҡ урманында» тигән хикәйәһе булды. Ошондай бай йөкмәткеле әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп күрһәтһәк, улар балалар күңелендә мәңге уйылып ҡаласаҡ!

Башланғыс кластарҙа бәйләнешле телмәр үҫтереү өсөн программа өҫтөндә лә эшләнем. Был йыйынтыҡ та уҡытыусыларға ҙур ярҙам булыр.Театрҙың эшмәкәрлеге тураһында матбуғат биттәрендә лә сығыш яһап торам.

Кәңәш итеп шуны әйтер инем: балалар менән күберәк сәхнә күренештәре күрһәтергә, уларға тормошта дөрөҫ юл һайлауҙы маҡсат итеп ҡуйырға, уҡыусыларҙы бөтә эшкә илһам менән тотонорға өйрәтергә, халҡына, әҙәбиәтенә, тарихына, теленә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.

Драма түңәрәге уҡыусыларҙа бер нисә төр сәнғәт нигеҙҙәренә башланғыс һала һәм уларҙы беректерә. Шул яғы менән ул башҡаларға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ та, үҙенсәлерәк тә. Әммә маҡсаты бер: йәш кешенең ижади һәләтен үҫтереү, уның рухи донъяһын киңәйтеү, һөҙөмтәлелекте юғары бейеклектәргә күтәреү. Мәктәпте тамалағас,ҡайһы бер уҡыусыларҙың шөғөлө буласаҡ һөнәргә әүерелергә мөмкин. Ә “Бөҙрәкәй” театры артистары араһында шундай уҡыусылар бар ҙа инде.


Театрҙың бер бүлеге – фольклор түңәрәге

Әҙәби ижад түңәрәктәре араһында халыҡ ижады һәм йолаларын өйрәнеү түңәрәктәре лә ҙур урын ала. Халҡыбыҙға, уның тарихына, әҙәбиәтенә, теленә, мәҙәниәтенә, үткән һәм бөгөнгөһөнә һөйөү тәрбиәләүҙә был түңәрәктәрҙең роле бик ҙур. Театрҙың бер бүлеге булып фольклор түңәрәге тора.Унда егермегә яҡын бала шөғөлләнә. Был бүлек тә балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Элек –электән халыҡта ҡулланылып та бөгөнгө көндә төшөп ҡалған йолаларҙы ҡайтарыу, шуларға яңы йөкмәтке һалыу, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп һүрәтләү, уны сәхнәләштереп уйнау, төрлө формаларҙа ойоштороу балалар өсөн бик әһәмиәтле. “ Ҡарға бутҡаһы”,“Кәкүк сәйе”, “Килен төшөрөү” кеүек йолаларҙы сәхнәләштереп күрһәттек. “Шәжәрә”байрамын үткәрҙек. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ яҙмышын өйрәндек һәм уларҙың тормоштарынан күренештәр сәхнәләштерҙек. Район һәм республика күләмендә үткән ярыштарҙан да ситтә ҡалмайбыҙ призлы урындар яулайбыҙ.

Һөҙөмтәһе:

театрҙа шөғөлләнгән уҡыусылар, беренсенән, әҙәби текст менән оҫта, ентекле эш итергә өйрәнәләр, һәр образдың эске донъяһына инәләр, икенсенән, үҙҙәре ижад иткән образды сәхнәлә күрһәтергә күнегәләр, актёрлыҡ алымдарын үҙләштерәләр. Йәш артистар эш һөҙөмтәләренең генә түгел, ә үҙҙәренең дә тамашасыларға күренеп тороуын беләләр. Был байтаҡ көсөргәнеш талап итә, балаларҙы тәртип һәм яуаплылыҡҡа өйрәтә.


Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Беҙҙең байрамдар. - Өфө: Китап, 2004. Төҙөүсеһе

Ф.Х.Ғөбәйҙуллина

2.Туған телдәрҙе өйрәнеү: проблемалар һәм перспективалар. -

Стәрлетамаҡ, 2009

3. Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар. – Өфө: Китап, 2011. Төҙөүсеһе

Н. Ә. Ғәйетбаев













57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 06.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров506
Номер материала ДВ-311118
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх