Инфоурок Другое КонспектыКонспект мероприятия, посвященное женскому дню 8 Марта (нач.кл)

Конспект мероприятия, посвященное женскому дню 8 Марта (нач.кл)

Скачать материал

"Әсәләр  нур сәсәләр" исемле концерт

 

    Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәр яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;

Уҡыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу  һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

 

Алып барыусылар:

5 класс монтаж менән сығыш яһай.

1.     Йыр “Әсәйем,ҡәҙерлем”

 

1-се алып барыусы:

Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәйҙәр, уҡыусылар, уҡытыусылар!

Хәйерле көн, тамашасылар!

  Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

2.     “Ҡайындар” бейеүе. Ҡарша алығыҙ!

 

2-се алып барыусы:

      Көндөң яҡтылығы-ҡояшта,

  Күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

   Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйеҡ беҙ  әсәйҙәрҙе,ололайыҡ!Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын,тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен!Ҡатын-ҡыҙ һәр вакытта  ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын!

 

3.      Һеҙҙең өсөн “Йәшлек”бейеүе.

1-се алып барыусы:

-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.

3. Ҡаршы алығыҙ! 1-се, 3-сө класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Бейеүсе”йыры

 

1-се алып барыусы:

Әсә бөйөк исем                                                             

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

4.     2 класс башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеүе. Ҡаршы алығыҙ!

 

2-се алып барыусы:                                                          

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

5.     Һеҙҙең өсөн йырлай 4-се класс ҡыҙҙары. Йыр “Татыу ғаилә – ил терәге”. Рәхим итегеҙ!

 

1-се алып барыусы:

 -Әсә!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяға килгән сәғәтенән уҡ әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп,яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк пәрҙәһе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.

6. Ҡаршы алығыҙ! Шаян ҡыҙҙар бейей.

 

2-се алып барыусы:

   -  Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

7. 7 класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Әсәйемә”йыры.

 

1-се алып барыусы:

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

8. Тик һеҙҙең өсөн генә бейей 2 класс ҡыҙҙары

 

2-се алып барыусы:

“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                   

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.

Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт

Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!

9. 1 класс башҡарыуында йыр “Шаян бесәй балаһы”

 

 1-се алып барыусы:

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

10. Ҡаршы алығыҙ “Гөлнәзирә” бейеүе

 

2-се алып барыусы:

Һинән дә яктыраҡ

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтә ер шарында.

11. Һеҙҙең өсөн йырлай 6 класс уҡыусылары. Ҡаршы алығыҙ!

1-се алып барыусы:

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!               

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

12. “Бөрйән ҡыҙҙары”бейеүе менән ҡыҙҙар сыға бейергә. Ҡаршы алығыҙ!

 

2-се алып барыусы:

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

13. 4 класс малайҙары башҡарыуында  йыр.

 

1-се алып барыусы:

   Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,   һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.

14. ҡыҙҙар башҡарыуында “кәсәләр менән” бейеү. Ҡаршы алығыҙ!.

 

2-се алып барыусы:

  Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағыла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

 

15. “атай-әсәй ҡәҙерлеләрем” йыры менән 9 класс уҡыусылары

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект мероприятия, посвященное женскому дню 8 Марта (нач.кл)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Менеджер образования

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 863 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.04.2017 1300
    • DOCX 46 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Булякова Альфия Исламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Булякова Альфия Исламовна
    Булякова Альфия Исламовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 3
    • Всего просмотров: 5196
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой