Инфоурок Другое КонспектыКонспект по башкирскому языку и литературе "ҡоштарға ярҙам" 5 класс

Конспект по башкирскому языку и литературе "ҡоштарға ярҙам" 5 класс

Скачать материал

Тема. Ҡоштарға ярҙам.

Маҡсат. Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар менән танышыу. Һүҙлек байлығын үҫтереү.Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш,ярҙамсыллыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Йыһаҙлау. Ҡоштарҙың һүрәттәре, карточкалар.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.

Һаумы,ҡояш! Һаумы, дуҫым!

Хәйерле иртә,уҡытыусым!

Ҡояш! Ғаләм! Тыуған ер!

Миңә йән тыныслығы бир…

Мин сәләмәт.Мин матур!

Салауат кеүек батыр!

Бер-беребеҙгә ҡарап, йылмайып, уңыштар, хәйерле көн теләйек. Ә хәҙер инде күтәренке кәйеф менән дәресте башлап ебәрәйек.

2.Артикуляцион күнегеүҙәр.

Башҡорт теле дәресендә тасуири уҡыу һәм дөрөҫ һөйләү өсөн телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.

1. Тә-тә-тә -ултырабыҙ дәрестә

Са-са-са- һөйләшәбеҙ башҡортса

Ый-ый—ый – уҡыусы шиғыр уҡый

Ыш-ыш-ыш-беҙ шундай тырыш

2.Кәк-күк, кәк-күк-саҡыра кәкүк,,

Рүк-рүк-рүк-туҡтама берүк,

Рәк-рәк-рәк саҡыр шәберәк,

Кәк-күк, кәк-күк, ниндәй аяҙ күк.

3.Күрҙем ҡарға: төштө ҡарға,

Ҡарға төштө аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны күрер өсөн

Ҡарға йыйылды

3.Темаға инеш.

Бөгөнгө дәрестең темаһын белер өсөн беҙгә кроссворд сисергә кәрәк булыр.

 

ҡ

а

р

ғ

а

 

т

о

р

н

а

 

 

 

ш

о

ң

ҡ

а

р

 

т

у

м

ы

ртҡа

 

һ

а

н

д

у

ғ

а

с

т

у

р

ғ

а

й

 

 

 

1. “Ҡар” ҙа “ҡар” тип осоп йөрөй,

Ҡысҡыра юҡҡа-барға.

Исеме уның ... .

 

2.Торған булалар ҙа ҡысҡыралар:

Торайыҡ та торайыҡ.

 

3.Ыласындар ғаиләһенә ҡараған,ҡарғанан ҙурыраҡ

Йыртҡыс ҡош.

 

4.Ул ағастың ҡабығын

Суҡып тишеп бөтә,

Суҡый ҙа суҡый аяуһыҙ,

Исеме уның….

 

5.Яңғыратып һыу буйҙарын

Һайрай,алһыу таң тыуғас,

Моңло,дәртле…

 

6.Һауаға күтәрелһә,аттан бейек,

Ергә төшһә, үләндән тәпәш.

 

-Тимәк, уҡыусылар бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Эйе,  дөрөҫ.Дәрес темаһы: Ҡоштарға ярҙам.

  Матур яҙыу минуты:

Матур итеп ултырҙыҡ, дәфтәрҙәрҙе астыҡ, числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

 

Дәрестең маҡсаты:

- Эйе,  бөгөнгө дәресте Тыуған илебеҙ тәбиғәтенә матурлыҡ өҫтәүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙ – ҡоштар тураһында һөйләшербеҙ,ҡоштарға арнап  һынамыштар, йомаҡтар уҡырбыҙ.

Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны – һандуғас, ҡыйыу көрәшсене – бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы – ҡарлуғас, аҡҡошом тип йөрәтәләр.

Бөгөнгө дәресте ҡоштарға бағышлайбыҙ ,ҡоштар хаҡында сығыштар тыңлап үтәсәкбеҙ, йомаҡтар ҡоясаҡбыҙ, уйындар уйнап, мәғлүмәттәр туплап дәресте йомғаҡларбыҙ.

2. Өй эшен тикшереү

Өй эше итеп ҡош һүрәте төшөрөп килтерергә ине.

Күргәҙмә ойоштороу.(эштәр бик матур эшләнгән, афарин, ҡоштарҙы яратыуығыҙ әллә ҡайҙан күренеп тора  эшләгәндәргә бишле билдәһе )

-Нисек уйлайһығыҙ, нимә тураһында һүҙ бара?

- “Ҡоштарҙы таныйһығыҙмы?” уйыны. Әйҙәгеҙ,хәҙер ҡоштарҙы атап үтәйек. Мин һүрәттәр күрһәтәм, ә һеҙ әйтә барырһығыҙ.

 

-Уҡыусылар,урманда ҡоштар тауышы ишетәләме ?Ни өсөн ?Ә беҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышларға ҡала?

Грамматик күнегеү.  Карточка менән эш.

 Ҡош исемдәрендә тейешле хәрефен ҡуйып һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ.

 

Т...мыртҡа, һ…йыҫҡан, к…гәрсен, с…үкә, ҡ…рға, ҡ..р…баш   сә…кә,  к...күк, т…рғай, ҡ…ҙылтүш, һанду…ас, шо…ҡар,

ҡарл...ғас, т...рғай, ...айыҫҡан, к..гәрсен,  б...ркөт, һаб...н турғай, т...рна, аҡ...ош.

Мин дөрөҫ яҙылған һүҙҙәрҙе күрһәтәм, һеҙ тикшерегеҙ. Хаталарығыҙ булһа, төҙәтегеҙ.

4. Яңы тема.

Текст менән танышыу.(уҡытыусы уҡый)

Һүҙлек эше.(һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ)

“Яңғыраубикә” уйыны

Ярҙам итте-помог, ярма-крупа, бойҙай-пшеница,

көнбағыш-семечки, элеп ҡуйыу-повесить, тағараҡ-кормушка

Үҙаллы уҡыу

Текст өҫтөндә эш: сылбырлы уҡыу, тәржемә итеү.

 

Текстың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

1.Текста һүҙ нимә тураһында бара?

2.Балалар ҡоштарға нисек ярҙам итәләр?

3.Улар тағараҡтарға нимә һалдылар?

4.Ҡышын ҡоштарға ни өсөн ауыр?

Балалар,ҡоштарға ҡышлауы бик ауыр.1.Ә беҙ ҡоштарға нисек ярҙам итә алабыҙ?

( Тағараҡ эләбеҙ, ем һибәбеҙ, балалары ҡолап төшһә, ояһына һалабыҙ).

2.Ҡоштарҙың файҙаһы ҙурмы ? (зарарлы-вредный бөжәктәрҙе ҡыралар,йыртҡыс ҡоштар кимереүселәрҙе (грызуны) ҡыра).

 

Һығымта: Эйе, ҡоштар бик файҙалы. Улар зарар килтереүсе бөжәктәрҙе, ҡоротҡостарҙы ашайҙар. Шуға күрә ҡоштарға яңы оялар яһап өй ҡыйыҡтарына, ағастарға ҡуйырға кәрәк.

 

Әйҙәгеҙ бергәләп “Ҡоштарҙы ашат” уйынын уйнап алайыҡ.

Һәр уҡыусы ҡоштар темаһына һөйләм уйларға тейеш , һөйләме дөрөҫ итеп төҙөлгән булһа ҡошто тағараҡ эргәһенә ашарға элә, һөйләме дөрөҫ түгел икән ҡошо ас ҡала.

 

 Матур яҙыу минуты.

Грамматик эш.

Һөйләмдәрҙе дөрөҫләп яҙ.

1)  Ҡанатлы, ҡоштар-, дуҫтар, беҙҙең.

2) Ҡыш көнө, бик, ҡоштар, асыға.

3)  Тумыртҡа,ағасты,таҙарта,ҡорттарҙан,зарарлы.

4) Ярҙам итәбеҙ,ҡоштарға,беҙ.

 

Һөйләмдәрҙе  матур итеп дәфтәргә яҙабыҙ.

 

-Афарин,һеҙ ҡоштарҙың ысын дуҫтары! Ҡоштар –беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ. Мәҫәлән,1 пар сыйырсыҡ,балаларын осороп ебәргәнсе, һигеҙ меңләп зарарлы ҡорттарҙы ҡыра. Бәләкәй генә ҡарабаш турғай балаларын тәүлегенә 400 тапҡыр ашата.Ә ул бер йәйҙә ике тапҡыр бала сығара,етмәһә йылы яҡҡа китмәй. 1 пар ҡарабаш турғай бер йәйҙә 40 төп алмағасты зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлап ҡала. Ә инде йыртҡыс ҡоштар кимереүселәрҙе ҡыра.

5.Ял минуты.

Күрһәт әле, дуҫҡайым,

Нисек ҡоштар осалар

-Бына шулай, бына шулай,

-Ҡоштар шулай осалар

Нисек йөҙә аҡҡоштар?

-Нисек сума өйрәктәр?

-Нисек бейей торналар?

-Бөркөт ҡанат ҡағына

 

1)Грамматик эш. 1-се рәт текстан исемдәрҙе,2-се рәт ҡылымдарҙы яҙа,3-рәт алмаштарҙы.(был,улар,унда,шунда)

2) Текстағы яңғыҙлыҡ исемдәрҙе әйтәгеҙ.

3) Күплек формаһындағы исемдәрҙе әйтегеҙ.

 

Уҡытыусы.Элек-электән беҙҙең гүзәл тәбиғәтле Уралыбыҙ ҡоштарға бай булған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан тәбиғәт торошон ҡоштарға ҡарап билдәләгән.

-Балалар,мин һеҙгә һынамыштар әйтәм,ә һеҙ уларҙы тамамлап ҡуйығыҙ.

Ҡарлуғас түбән осһа,( ямғыр яуа).

Һайыҫҡан шыҡырыҡлыһа,( кеше килә).

Ҡаҙ томшоғон ҡанат аҫтына тығып, бер аяғын күтәрһә,(көндәр һыуына).

Торналар килһә,(баҫыуға ашыҡ).

Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа,( ел булыр).

Ҡыр ҡаҙҙары көҙөн түбәндән осоп китһә,( тиҙ арала ҡар яуыр)

Бейектән осһалар, (ҡыш һалҡын булыр) .

Һауала ҡоштар күп осһа, (ҡарлы көнгә)

.

- Балалар, әйҙәгеҙ йомаҡ ҡойоп алабыҙ.

1.Был ҡош ҡурҡа кешеләрҙән,

Эттән, өрһә абалап.

Шуға күрә төндә генә

Осоп йөрөй .(Ябалаҡ) өкө

2.Гөлдөр-гөлдөр гөлдөрәк,

Ҡыҙыл ситек, күк күлдәк.(күгәрсен)

3.Ҡоштар батшаһы.(Бөркөт)

4.Айырып булмай был ҡоштоң

Исемен есеменән,

Һоҡландыра бөтәһен дә

Аҡтан-аҡ төҫө менән.(аҡҡош)

5.Үҙенән ҡойроғо оҙон.(һайыҫҡан) Уҡыусылар,йомаҡтарҙың яуаптарын дәфтәрегеҙгә яҙа барығыҙ.

 

Уйын.1-се команда :Ҡышларға беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштарҙың исемдәре яҙылған карточкаларҙы тағараҡтарға һала.

2-се команда ҡышларға йылы яҡтарға китеүсе ҡоштарҙың исемдәре яҙылған карточкаларҙы  ағастарға беркетә.

 

 

Уҡытыусы: “Уйла, эҙлә,тап!”уйыны үткәреп алайыҡ.

Был ҡыҙыҡлы һорауҙарға уйлап ҡына яуап бирергә кәрәк.

 

Бер турғай турғай булыр,

Ете турғай ни булыр?

(турғайҙар)

Был һайыҫҡан- һайыҫҡан,

Ә былары ни икән?

 

(һайыҫҡандар)

Осҡандары- күгәрсендәр,

Ә ҡалғаны ни булыр?

 

(күгәрсен)

Яңғыҙы был ҡыҙылтүш,

Бөтәһе бергә ни булыр?

(ҡыҙылтүштәр)

Ҡара ҡарғалар йыйылған ,

Айырылғаны ни булыр?

(ҡара ҡарға)

 

Һығымта: Тимәк исемдәргә ( –ҙар,-ҙәр),(-дар,-дәр),(-тар,-тәр),(-лар,-ләр) ялғауҙары ҡушылһа ниндәй һанды белдерә? (күплекте)

Уҡытыусы:

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү өсөн викторина тәҡдим итергә мөмкин.

Викторина һорауҙары.

1. Үҙ халҡын һуғыш афәтенән ҡурсалаусы ҡош.  (торна)

2. Урман докторы.

3. Йомортҡаһын сит ояларға һалып, бала сығарыусы ҡош. (кәкүк)

4. Ниндәй ҡош мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып тора? (аҡҡош)

5.Ҡоштар өсөн нимә ҡурҡынысыраҡ: һалҡынмы әллә аслыҡмы? (аслыҡ)

6. Башҡортостанда ҡоштарҙың нисә төрө йәшәй? ( 300  яҡын)

7. Һауалағы акробат ҡоштар.(сыйырсыҡ)

Баһалау критерийҙары.

О ошибок – “5!”, 1- 2 ошибки – “4”, 3- 4 ошибки – “3”.

Йомғаҡлау.-Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә нимәләр белдегеҙ, күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар тыуҙы  Уҡыусылар, ҡыш көнө ҡоштар беҙҙең  ярҙамға мохтаж. Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар. Ҡыш көнө тағараҡтар элеп,көн һайын ем, орлоҡ, ярма , икмәк валсыҡтары  һалырға онотмағыҙ.

Ҡоштар тәбиғәттең матурлығы ғына түгел, ә тәбиғәтте һаҡлаусылар ҙа, кешегә ҙур файҙа килтереүселәр ҙә. Тәбиғәтте һаҡлау -үҙ-үҙеңде һаҡлау ул.Өлкәндәр юҡҡа ғына :Ҡара урман –ҡурҡыныс түгел, ҡарар ере ҡалмауы ҡурҡыныс, тип әйтмәгәндәр. Кейектәр донъяһына йыртҡыстар булып инмәйек. Уларҙы һаҡлағыҙ, ҡурҡытмағыҙ!

Дәресебеҙҙе уларға арналған шиғыр менән тамамлайбыҙ.

 

Ҡанатлы дуҫтар

Һағынып көткән,

Тағараҡтарҙа

Емдәре бөткән.

Ҡоштарыбыҙға

Өҫтәп ем һалдыҡ.

Улар шатланып,

Һырып уҡ алды.

Күңелле икән

Дуҫтар ҡыуанып

Көтөп торғанда.

- Ҡоштар тураһында ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?

- Дәрестә кемдәр әүҙем ҡатнашты?

-Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?

 

11. Баһалау:

                                                                       

12. Өй эше: Уҡыусыларҙың белемдәренә ҡарап ошондай өй эштәре тәҡдим ителә.

1. Ҡоштар тураһында шиғыр уйлап яҙырға.

2. “Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ” темаһына диалог йәки хикәйә төҙөргә.

3. Турғай, ҡарабаш турғай, ҡарға һүҙҙәрен ҡулланып һөйләмдәр төҙөп килергә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект по башкирскому языку и литературе "ҡоштарға ярҙам" 5 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 105 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.10.2016 955
    • DOCX 56.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хазиева Альфия Нагимьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хазиева Альфия Нагимьяновна
    Хазиева Альфия Нагимьяновна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5734
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Мини-курс

Эффективное планирование и управление временем

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Эффективная самоорганизация и планирование

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 117 человек из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 48 человек

Мини-курс

Методика образовательных игр с детьми раннего возраста

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 36 человек