Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока по башкирскому языку 6 кл

Конспект урока по башкирскому языку 6 кл

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 22 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов


 

Тема: Р. Солтангәрәев “Осто бөркөт”. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

 

Маҡсат: уҡыусыларҙың тексты үҙләштереү кимәлен тикшереү,    

                 йомғаҡлау;

                 һөйләү телмәрен үҫтереү;

                 уҡыусыларҙың уңышлы эшләүҙәренә булышлыҡ итеү  

                 юлдарын ҡулланыу.

Барышы:

Һаумыһығыҙ ҡәҙерле ҡунаҡтар! Хәйерле көн!

 

Һаумыһығыҙ минең ҡәҙерле дуҫтар,

Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!

Ҡулға тотоп белем асҡыстарын,

Йә, әйҙәгеҙ, түрҙән үтегеҙ!

 

Бөгөн беҙҙә ижади оҫтахана. Ижади оҫтаханабыҙҙа “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың уңышлы өлгәшеүен булдырыу юлдары” тигән темаға һөйләшәсәкбеҙ. Ошо ҙур теманы асыу өсөн иң беренсе шуны әйтеп китәһем килә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың уңышлы өлгәшеүен булдырыу өсөн беҙҙҙең мәктәптә бик күп эштәр башҡарыла.

         Хәҙер ҡыҫҡаса ғына уҡыусыларҙың нисек, ни рәүешле тырышып яҡшы билдәләргә генә уҡыу теләген үҫтереү өсөн башҡарылған эштәрҙән презентация ҡарап китәйек.( презентация ҡарау) 

Иң беренсе шарт булып уҡытыусының дәресте уйлап үткәреүе мөһим. (Видеопроекторҙан дәрес үткәреү буйынса теләктәр ҡарап китеү)

 

Ҡыңғырау шалтырар алдынан дәрескә әҙерләнеү

 

  1. Дәрестең мөһим урындарын күҙ алдынан үткәреү.

  2. Дәрес планын иҫкә төшөрөү, синыфты һәм айырым уҡыусыларҙы күҙ алдынан үткәреү.

  3. Дәресте яҡшы үткәреү өсөн кәрәкле хис, тойғо булдырырға тырышыу.

 

Дәрес алдынан кәрәкле хис, кәйеф булдырыу

 

  1. Алда планлаштырылған хисте, кәйефте күҙ алдына килтереү.

  2. Дәресте иң яҡты, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғанан, эштән башлау.

  3. Уҡыусыларҙың нисек ҡабул итеүҙәрен күҙ алдынан үткәреү.

 

 

 

 

Дәрескә психологик әҙерлек

 

  1. Дәрестең мөһимлеген аңлау.

  2. Уй менән үткәреләсәк дәресте байҡау.

  3. Дәрескә үҙеңдең хисеңде, тойғоңдо уятыу.

  4. Дәресте хисле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреү өсөн тормошта булған ваҡиғалар менән бәйләү.

  5. Дәрестә уҡылған әҫәрҙәрҙе, һуңғы ваҡытта булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөү.

 

Дәрестең уңышына булыша

 

  1. Дәрес материалын яҡшы белеү.

  2. Яҡшы кәйеф.

  3. Ентекле уйланылған дәрес планы.

  4. Үҙеңде дәрестә иркен тотоу.

  5. Бөтөн алымдарҙы дөрөҫ һайлау,ҡулланыу.

  6. Төрлө эш алымдары ҡулланыу.

  7. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләү.

  8. Бай нтонация, үҙеңде дөрөҫ тотоу, хәрәкәтләнеү.

 

 

 

Дәрес үткәрергә ҡамасаулай

 

  1. Үҙ-үҙеңә ышанмау, материалды белмәү.

  2. Дәрескә һалҡын мөнәсәбәт.

  3. Дәресте ентекле уйламаулыҡ.

  4. Уҡыусыларҙың бирелгән эш алымдарын ҡуллана белмәүе.

  5. Бер төрлө алымдар ҡулланыу.

  6. Уҡытыусының хисһеҙ телмәре.

  7. Яңы теманы хисһеҙ, тойғоһоҙ, ҡоро аңлатыу.

 

Уҡыусыларҙы һәр уҡытыусы дәрес ваҡытында дәртләндерергә тейеш. Беҙ ниндәй дәртләндереү һүҙҙәрен ҡуллана алабыҙ һуң?

(Видеопроекторҙан дәртләндереү һүҙҙәрен ҡарап китеү)

 

Уҡыусыларҙы дәртләндереү картаһы

 

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау”

 

  1. Баһалау.

  2. Уҡытыусының өлгөлө, яҡты, асыҡ телмәре.

  3. Һүҙ менән маҡтау ( “Афарин”, “Бик яҡшы” ).

  4. Киләсәккә маҡсат ҡуйыу.

  5. Күмәк эште ойоштороу.

  6. Төрлө ауырлыҡтағы эш биреү.

  7. Эште ауырлаштырыу, ҡатмарлаштырыу.

  8. Уҡыусының уңыштарын элекке һөҙөмтәләре менән сағыштырыу.

  9. Ыңғай өлгө.

 

Уҡыусыларҙың файҙалы һәм мөмкин тиклем көсөргәнешһеҙ эшен ойоштороу юлдарын булдырыу”

 

  1. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғалар.

  2. Өйгә эште күп биреү менән мауыҡмаҫҡа.

  3. Танып белеү, төшөнөү уйындары.

  4. Ярыш элементтарын ҡулланыу.

  5. Уҡыусының бәләкәй генә уңыштарына ла иғтибар итеү.

  6. Үҙ -ара аралашыу минуты.

  7. Уҡыусының уңыштарын ата- әсәләр йыйылышында баһалау.

  8. Уҡыусының эшен башҡалар алдында күрһәтеү (мәҫәлән: иншаны синыф алдында уҡыу).

  9. Проблемалы- эҙләнеү эшмәкәрлеге.

  10. Тормоштан алған ваҡиғаларға, хәлдәргә таянып хәл итеү.

 

Уҡыусының эшмәкәрлеген ваҡытында баһалау”

 

  1. Ышаныс.

  2. Практик характерлы эш.

  3. Юмор минуты.

  4. Көндәлеккә маҡтау һүҙҙәре яҙыу.

  5. Бер- береңде тикшереү.

  6. Уҡыу бәхәсе, дискуссия.

  7. Иң һәйбәт эштәрҙән күргәҙмә ойоштороу.

  8. Параллелдәр һәм синыф эсендә иң яҡшы эштәр, уҡыу буйынса рейтинг ойоштороу.

  9. Һөнәр һайлау буйынса төрлө мәсьәләләр сисеү, һөйләшеү.

  10. Уҡыусының эше буйынса иптәшенең фекерен тыңлау.

 

Бына әле ҡарап киткән дәртләндереү картаһы нигеҙендә мин үҙем дәрестә нисек уҡыусыларҙың уңышҡа ирешеү теләген үҫтереү юлдарын ҡулланыуымды күрһәтеп китергә уйлайым.

Бөгөнгө дәрес темаһы: Р. Солтангәрәевтың “Осто бөркөт” повесынан өҙөк, исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

- Беҙ үткән дәрестә әйтеп киткән инек, яҙыусы Р.Солтангәрәев тураһында нимәләр иҫегеҙҙҙә ҡалды?(С.Юлаев премияһы лауреаты, күпселек әҫәрҙәрендә нефтселәр тормошон һүрәтләй, нефтсе булып эшләй.

-Эйе, дөрөҫ. Беҙ уның ниндәй әҫәре менән таныштыҡ?

-Был әҫәрҙең төп геройы кем? (М.Мортазин)

-Ә Муса Мортазин тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Белешмә биреү: Муса Лутый улы Мортазин Учалы районында тыуып үҫә. Беренсе Донъя һуғышында ҡатнаша. Аҡтарға ҡаршы һуғыша. Башҡорт атлыларының командиры була. Ләкин ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1937 йылда ҡулға алына һәм атып үлтерелә. 1956 йылда аҡлана.

-Бына Муса Мортазиндың портреты. Уның тураһында кинофильм төшөрөлә. Ҡыҙы Шәүрә Мусовнаның ярҙамы менән төшөрөлә был кинофильм.Китабы менән таныштырыу.

- Беҙ һеҙҙең менән “Осто бөркөт” повесынан өҙөк менән танышып сыҡтыҡ. Һеҙ төп геройға ниндәй ҡылыҡһырлама бирә алаһығыҙ?Төп геройға ҡылыҡһырлама биреү өлгөһө һеҙҙең алдығыҙҙа.

 

Әҙәби персонаж образын тикшереү

 

  1. Персонаждың портреты (тышҡы күренеше).Был күренеш һеҙҙә ниндәй тойғо уята? Портретта автор бигерәк тә ниндәй һыҙатҡа нығыраҡ иғтибар итә? Ул һыҙат геройҙы нисек ҡылыҡһырлай?

  2. Персонаждыңтелмәре.

Персонаждыңбашҡалар менән мөнәсәбәте. (Уныңхаҡында кем нимәтей.Уны нисек ҡылыҡһырлай. Уға башҡаларҙыңсимпатияһы.Һүҙбарған персонаж үҙен башҡалар менән нисек тота. Шуларҙан ниндәй һығымта яһап була? )

3. Персонаждың йөрөш-торошо тураһында. (Һүҙе эшенә тап киләме?)

4. Персонажды уратып алған мөхит. (Ул кемдәрҙе үҙ итә, кемдәр менән аралаша, ул йәшәгән, эшләгән шарттар, интерьер, пейзаж һ.б)

5. Үҙенеңперсонажы тураһында автор нимәуйлай?

6. Тулайым алғанда персонажды образы беҙҙеңкүҙалдыбыҙҙа нисек һынлана?

7. Әҫәрҙең образдар системаһында һүҙ барған персонаждыңурыны. Уның һынланышы әҫәр идеяһын асыуға ни тиклем ҡулай?

8. Персонаждың образы, тормош, кешеләр тураһында ниндәй уйҙар тыуҙыра?

 

Һеҙҙең алдығыҙҙа кешегә хас сифаттар яҙылған һүҙлек бар. Шуны ҡуллана алаһығыҙ.(батыр, иғтибарлы, кешелекле, тәртипле, хәстәрлекле, ныҡ, көслө)Үҙегеҙ әйткән сифатты текстан табып иҫбатлап ҡуйығыҙ.

аккуратный-              йыйнаҡ, тәртипле

бездельник-              ялҡау

бессовестный-         намыҫһыҙ

бестолковый-           аңра, белекһеҙ

благородный-           намыҫлы

богатырь-                  баһадир, батыр

болтун-                     тел биҫтәһе

вежливый-                 ипле, әәпле, тәрбиәле

верный-                     тоғро

веселый-                     шаян, көләс, күңелле

внимательный-         иғтибарлы

глупый-                     ахмаҡ, йүләр

гордый-                   ғорур

грамотный-               уҡый, яҙа белеүсе, белемле

грустный-                 күңелһеҙ

гуманный-                 кешелекле

дисциплинированный- тәртипле

доверчивый-             ышаныусан

догадливый-             зирәк, һиҙгер

достойный-               лайыҡлы

жадный-                    ҡомһоҙ, һаран

жестокий-                аяуһыҙ, ҡаты күңелле (бәғерһеҙ)

заботливый-             хәстәрлекле, ҡайғыртыусан

завистливый-           көнсөл

застенчивый-           оялсан

здоровый-                 һау- сәләмәт

злой-                         уҫал, яман, асыулы

искренний-               ысын күңелдән

капризный-               мыжыҡ, көйһөҙ

крепкий-                   ҡаты, ныҡ, таҙа

ласковый-                 һөйкөмлө, иркә

ленивый-                   ялҡау

любознательный-    ҡыҙыҡһыныусан

меткий-                     мәргән

милосердный-           шәфҡәтле, мәрхәмәтле

милый-                     яғымлы, һөйкөмлө

молчаливый-           өндәшмәҫ, шым

мрачный-                 ҡараңғы, күңелһеҙ

мощный-                   ҡеүәтле, көслө

мудрый-                   аҡыллы, төплө

мужественный-        ғәйрәтле, көслө

надежный-                ышаныслы

нарядный-                ҡупшы, матур

невинный-                ғәйепһеҙ

небрежный-             иғтибарһыҙ

неласковый-             ҡырыҫ, яғымһыҙ

непокорный-             баш бирмәүсән, буйһомаусан

неприветливый-       һөмһөҙ, ҡараңғы сырайлы

нерешительный-        ҡыйыуһыҙ

обаятельный-              һөйкөмлө

обманщик, лжец, лгун- алдаҡсы

опытный-                  тәжрибәле

отважный-                  батыр, ҡыйыу

отзывчивый-              ярҙамсыл

подхалим-                   ялағай

подлый-                      ҡәбәхәт,яуыз

положительный-       ыңғай

порядочный-               намыҫлы, һәйбәт, яҡшы

послушный-               тыңлаусан

почетный-                   хөрмәтле

правдивый-                 дөрөҫ, хаҡ, ысын

приветливый-             алсаҡ, асыҡ йөҙлө

работящий-                  уңған, эшсән

разумный-                   аҡыллы

растеряха-                   асыҡ ауыҙ, ебегән

расчетливый-               һаҡсыл, алдан иҫәпләп эшләүсе, уйлап эшләүсе

решительный-           тәүәкәлл

самостоятельный-      үҙ аллы

сердитый-                     асыулы, уҫал

сильный-                       көслө, ҡеүәтле

слабый-                         көсһөҙ, хәлһеҙ, насар, йомшаҡ

скромный-                     баҫалҡы, инсафлы, ябай

смелый-                         батыр, ҡыйыу

сознательный-              аңлы

спокойный-                   тыныс

справедливый-             ғәҙел

толковый-                     башлы, аҡыллы

угрюмый-                       ҡараңғы сырайлы

умный-                          аҡыллы, башлы

упрямый-                       кире, үҙһүҙле, тиҫкәре

хитрый-                           хәйләкәр

хладнокровный-             тыныс, һалҡын ҡанлы

храбрый-                         батыр, ҡыйыу

худой-                             ябыҡ, арыҡ

честный-                         дөрөҫлөктө яратыусан

человечный-                   кешелекле

 

- Һеҙ уны нисек итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ?Уны нисек итеп һүрәтләй алаһығыҙ?( оҙон, ҡыҫҡа буйлы, мыйыҡлы, ҡара ҡашлы, киң яурынлы...)

Портретын күрһәтеү. 

- Беҙ уны батыр тип әйтеп киттек бит инде. Әйҙәгеҙ әле төркөмдәр менән эшләп алайыҡ.

1-се төркөм: батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр иҫкә төшөрә.

Батырмын тип кем әйтмәй- яу килгәндә, йүне юҡ; сәсәнмен тип кем әйтмәй- дау килгәндә, өнө юҡ

 

Бахыр алдында батыр, батыр алдында үҙе бахыр.

 

Һуғыштан һуң йоҙроҡ төйнәмәйҙәр.

 

Дауға барғансы, яуға бар.

 

Егет күрке дан менән, айғыр күрке ял менән.

 

Батыр кәрәк яу килгәндә, түрә кәрәк дау килгәндә.

 

Ат үлер- майҙан ҡалыр, батыр үлер дан ҡалыр.

 

Дандың төбө- хөрмәт, хөрмәт төбө- хеҙмәт.

 

Батыр үлһә лә, даны ҡалыр.

 

2-се төркөм: мәғәнәһе, яңғырашы буйынса мәҡәлдәрҙең дауамын таба.

 

Ат үлер -майҙан ҡалыр                                             даны ҡалыр

 

Дандың төбө- хөрмәт                                               батыр үлер-дан ҡалыр

 

Батыр үлһә лә                                                             хөрмәт төбө- хеҙмәт

 

3-сө төркөм: мәҡәлдәрҙең рус телендәге варианттарын таба.

 

Күмәкләгән яу ҡайтарған.                     Один в поле не воин.

 

Һуғыштан һуң йоҙроҡ төйнәмәйҙәр.   Храбрость после боя и гроша не стоит.  

                                                                   После драки кулаками не машут.

Дандың төбө хөрмәт-

Хөрмәт төбө-хеҙмәт.                               По труду и честь.

 

Бахыр алдында батыр,                             Не храбрись на медведя,

Батыр алдында үҙе бахыр.                       а храбрись при медведе.

 

 

Синквейн

Бөгөн беҙ кем тураһында һөйләштек? Муса Мортазин.

Уның тураһында нимә тип әйтә алабыҙ? Батыр, ҡыйыу.

Ул нимә менән шөғөлләнә, ни эшләй? Һаҡлай, көрәшә, яҡлай.

Текстан уның тураһында ниндәй фекер һеҙгә нығыраҡ оҡшаны? Атта оҫта йөрөй, ҡылыс менән оҫтаэш итә.

Ә үҙегеҙ Муса Мортазин тураһында нимә белдегеҙ?Башҡорт халҡының легендар геройы.Оҫта командир.

         Һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә карточкалар ята .Унда һөйләмдәр яҙылған, танышмы был һөйләмдәр? Афарин, тексты яҡшы уҡығанһығыҙ икән.Улар “Осто бөркөт” повесынан алынған. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән килеш һорауҙарын иҫкә төшөрөп китәбеҙ. Кем килеш һорауҙарын әйтеп сығыр? Бик һәйбәт, яҡшы. Кем ҡабатлап сығыр?

Һеҙҙең карточкаға координаталар һыҙылған. Ошо координаталарҙы дөрөҫ үтәһәгеҙ тырышлығығыҙ юҡҡа сыҡмаҫ. Кем таҡтаға сығып эшләргә риза. Һеҙгә координаталарға нөктәләр ҡуйып сығырға кәрәк? Ә хәҙер нөктәләрҙе тоташтырып сығығыҙ. Нимә килеп сыҡты?

-         Эйе, кем килеште һәйбәт белә улар бөгөн “бишле” билдәһе алдылар.Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын.

 

 

 

 

 

1. Таңғы сәғәт дүрттә башҡорт бригадаһы частары, казак корпусының төп көстәре торған урындарҙы уратып алып, позицияға сыҡҡайны һәм фарман көтә ине.

 

 

 

 

2. Төп көс иҫәпләнгән Йәнбулатов полкы, Березовканы уратып үтте лә ...урманға йәшеренде.

 

 

 

3.Ә төнгө һөжүмде Муса, ысынлап та, ярата.

 

 

 

4.Казактар Ибраһимов дивизионына ҡаршы китте, егеттәрҙең хәле мөшкөл.

 

 

 

 

5. Тегеләрҙең күңеле үҫте.

 

 

 

 

 

6. Бының менән полк командирының урынба¿ары шөғөлләнһә лә, манежға ул көндөкомбриг үҙе лә сыҡҡайны

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

             6

 

 

             5

 

 

             4

 

 

             3

 

 

             2

  

 

             1

 

                    Төп Эйәлек Төбәү Төшөм Урын-ваҡыт Сығанаҡ

                 килеш   килеш   килеш килеш килеш           килеш  

 

-         Эйе, кем килеште һәйбәт белә улар бөгөн “бишле” билдәһе алдылар.Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын.

 

 

 

 

Йомғаҡлау.

Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Нимәһе менән оҡшаны? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Улар һеҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡмы?



Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 22 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДБ-338559
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 22 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>