Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку на тему " Творчество Салавата Юлаева. Союзы."

Конспект урока по башкирскому языку на тему " Творчество Салавата Юлаева. Союзы."

Скачать материал

Салауат Юлаев ижады. Теркәүестәр.

Дәрестең маҡсаты

-           Салауат Юлаевтың тормошо һәм яҙмышы менән танышыуҙы ҡабатлау, тулылындырыу, уның  шиғырҙары, йырҙары аша уҡыусыларҙы Тыуған илгә мөхәббәт, илһөйәрлек тойғолары, батырлыҡ, кешелеклек,  ғаиләңә ихтирам сифаттары тәрбиәләү.

-          Уҡыусыларҙың  теркәүестәрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү күнекмәләрен булдырыу, һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу.

Йыһаҙландырыу:

Плакаттар, слаидтар, мультимедия проекторы, ситуатив һүрәттәр,  дәреслектәр, таратма карточкалар.

Эпиграф.

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,

Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,

Салауаттың йыры илдә тынмаҫ,

Еңә алмаҫ рухын ҡорал—дау.

                                       Р. Ғарипов

Дәрестең барышы.

Хәйерле көн, уҡыусылар,

Хәйерле көн, барығыҙға

Теләйем ысын йөрәктән

Башлайыҡ, дуҫтар, дәресте

Шундай изге теләктән.

 

Ойоштороу мәле.

Фонетик-артикуляцион күнегеү.

Ә-әй-әйҙә-зәңгәр

Ү-сүп- дүрт

Ҙ –аҙ- ҙур-һигеҙ-ҡыҙыл

Һ-һәм-һин-алһыу-һикһән.

Тренажер.(карточкалар таратыла)

Әйтеш.

              -Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
                -Әсәй һәм атай кәрәк

                -Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
                -Яҡты йылы өй кәрәк.

                -Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
               
-Бишек йырҙары кәрәк.

                -Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
                -Мәңге йәшәр тел кәрәк.

                -Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
                -Тыуып үҫкән ил кәрәк.

                -Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
                -Быуын ныҡлығы кәрәк

              -Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
                -Мәңге имен ил кәрәк.

Инеш һүҙ.

“Штейнберг уҡтары” буйынса теркәүестәр тураһында белгәндәрҙе нығытыу.

Терәк схема.

 

Бирелгән текстан  теркәүесле һөләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ.

 

Оло һәләттәр Салауатҡа тыумыштан уҡ бирелгән. Егет ҡорона ингәндә ул үҙенә тиңдәше булмаған батыр, бил бирмәҫ көрәшсе данын алған. Сәсәнлек, шағирлыҡ  һәләте лә иртә асылған. Уғы ла мәргән булған, һүҙе лә мәргән булған. Даны халыҡ араһында киң таралған. Үҫмер сағынан ил - йорт хәстәре менән йәшәгән. Атаһы Юлай старшинаның яуаплы эштәрендә ышаныслы таянысына әйләнгән. Бер мәл хатта үҙе лә старшина вазифаһын башҡарған. Ырыуҙа уны йәше лә, ҡарты ла хөрмәт иткән.

Эйе, батыр егет илен, халҡын яҡлап, азатлыҡ өсөн көрәшкәндә дан ҡаҙана, сәсән егет илдең иң күренекле, хөрмәтле яратҡан кешеһе була. Ә бына ошо ике сифатты ла үҙенә алған шәхестәр бик һирәк, шулай ҙа улар булған. Кем тип уйлайһығыҙ һеҙ уны?

-Эйе бик дөрөҫ әйтәһегеҙ. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең араһындағы иң сағыу шәхес, башҡорт халҡының  легендар улы, данлы батыр, йырсы һәм шағир Салауат Юлаев шундай кеше булған. Беҙ бөгөн уның тормошо тураһында белгәндәребеҙҙе ҡабатлап үтәйек.

-Салауат Юлаевтың тыуыуына нисә йыл булды?

-Салауат Юлаев кем менән бергә көрәшкән?

-Салауат Юлаевты ҡайҙа һөргөнгә ебәрәләр?

-Ул ҡасан вафат була?

Уҡытыусы һүҙе.

Салауаттың ялҡынлы һүҙҙәре халыҡ тарафынан үҙ итеп ҡабул ителгән, уларға дәрт-кеүәт өҫтәгән.

“Салауат йыр-йырлаһа кешеләр һуғышҡа ҙур теләк менән барҙылар, яраланғанда ла һыҙланыу һиҙмәгәндәр, аслыҡтан һәм һыуыҡтан ҡурҡмаҫ булдылар, үлгәндә лә шат үлделәр”- тип яҙа рус яҙыусыһы Р.Игнатьев.

Шулай итеп Салауат Юлаев батыр ғына түгел , ә кем булған?

Яуаптар.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә Салауат Юлаевты шағир булараҡ күҙаллайбыҙ. Уның йырҙарын, шиғырҙарын  халыҡ 200 йылдан артыҡ күңелендә һаҡлай.Хәҙер уның “Тыуған яғым” шиғырын тыңлап үтәйек.

Шиғыр тыңлана.

Был шиғыр башҡа халыҡтарға ла таныш.Салауат Юлаевтың ошо шиғырын Б. Турганов тәржемә иткән.

Уҡыусылар уҡый.

Ял минуты.

Урал тауҡайҙары ай-һай бейек,

Ҡара өҫкә бүркең ҡолаһын

Баҫкыс-баҫкыс Урал ҡаяһында

Бөркөткәйе осора балаһын.

Күкрәк кейереп, ҡанатын киңәйтеп

Бөркөт биләй тыуған илкәйен.

Таҙа булып, матур булайыҡ та

Яратайыҡ тыуған илкәйҙе.

 

Ситуатив картина буйынса эш.

-Бында ниндәй миҙгел һүрәтләнгән?

-Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

-Был ниндәй тауҙар икән?

 

 

Уның “Егеткә” тигән шиғыры менән танышып үтәйек.

-Һүҙлек эше.Әле уҡыясаҡ шиғырҙа ошондай һүҙҙәр осрар, мәғәнәләрен асыҡлап, һүҙлектәргә яҙып үтәйек.

-Уҡытыусы уҡый.

-Үҙаллы уҡыу.

-Сылбырлы уҡыу.

 

Һорауҙарға  яуап бирегеҙ.

 

-          Был шиғыр нимә тураһында?

-          Егеттәргә нидәй булыу кәрәк?

-          Салауат Юлаев егеттәрҙе нимәгә саҡыра?

 

Салауат Юлаевтың шиғырҙарында тыуған иленә, ғаиләһенә оло һөйөү хисе, азатлыҡ өсөн көрәш дәрте, иҙеүселәргә ҡарата үс тойғолары сағыла.

 

Дөрөс яуапты һайлап ал.

 

1. Салауат Юлаев шиғырын тап.

А.Салауат маршы.

Б.Уҡ.

В.Тыуған ил.

  2. Салауат Юлаев ҡасан тыуған?

А. 16  июнь 1752 йыл

Б.  25 июль 1775 йыл

В. 1 сентябрь 1800 йыл

   3. “Салауат Юлаев” романының авторы

А. Мостай Кәрим

Б. Тамара Нечаева

В. Степан Злобин

    4. Алтын – көмөш яуған ерҙән...  яҡшы

А. Тыуып үҫкән ер

Б. Бай дуҫың

В. Аҡса тулы банк

   5. Салауаттың йөҙөндә ихтыяр ҡөсө... ,  ныҡлыҡ..., ышаныс... бар.(Теркәүестәрҙе дөрөҫ яҙ)

А.   ла, ҙа, лә

Б.   лә, та,та

В.  ла, та, та

 

Йомғаҡлау.

 

Салауат Юлаев – шағир импровизатор. Ҡайҙа ғына барһа ла, ул тыуған ере, ҡаҙерле халҡы, изге еренең матур тәбиғате тураһында шигырҙар яҙыр булған. Ул халыҡ күңелендә мәңге тере йәшәй. Салауат һәр ваҡытта һеҙҙең дә таянысығыҙ, идеалығыҙ булһын. Үҙегеҙҙең бөтә эштәрегеҙҙә, уй хыйялдарыгыҙҙа уға лайыҡлы булыгыҙ. Ҡәҙерле балалар, дәрестә әүҙем ҡатнашыуғыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Һәр кайсығыҙҙың өйөндә – муллыҡ, тәнендә – һаулыҡ, фекерендә – ҙирәклек, илебеҙҙә именлек һәм тыныслыҡ булһын.

Билдәләр ҡуйыу.

Өйгә эш.

-          “Салауат Юлаев ижадында тыуған яҡ образы” тигән темаға кескенә күләмле инша.

-          “Егеткә” шиғырын ятларга.

-          “Башҡорт батырҙары” темаһы буйынса һүрәт төшөрергә.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку на тему " Творчество Салавата Юлаева. Союзы.""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Бизнер-тренер

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 658 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.03.2018 669
    • DOCX 137 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Распаева Дилбар Валериевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Распаева Дилбар Валериевна
    Распаева Дилбар Валериевна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3531
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 500 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 335 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 157 человек

Мини-курс

Эффективная самопрезентация

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 56 человек из 31 региона
  • Этот курс уже прошли 34 человека

Мини-курс

Введение в тренинг и профессия тренера

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы политической науки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе