Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирскому языку на тему "Я. Хамматов. “Төнъяҡ амурҙары”

Конспект урока по башкирскому языку на тему "Я. Хамматов. “Төнъяҡ амурҙары”

Скачать материал

Дәрес темаһы: Я. Хамматов. “Төнъяҡ амурҙары”

Йыһазландырыу: магнитофон яҙмалары, картиналарҙың репродукциялары.

“Башҡорт яугиры”( шадров гравюраһы), “Башкорт казактарының француз отрядтары менән алышы” ( дрездендағы гравюра), “Башҡорт яугиры Бородино алышында” ( А.О.Орловский һүрәте)

Дәрес барышы:

1.Инеш.

  1) Шиғриәт минуттары.

Уҡыусылар әҙерләп килгән шиғырҙарын уҡый. Темаһын, идеяһын асыҡлай.

Миҫал өсөн А.Игебаевтың шиғырын алырға була.

Ата-бабаларҙың рухы…

Ата-бабам күптән донъя ҡуйған,

Көл-тупраҡҡа инде әйләнгән…

Әммә йәнем мең-мең быуат аша

Улар рухы менән бәйләнгән!

    Күкрәгемдә – ата-бабам көсө,

    Ә ҡандары тибә тамырҙа!

    Мин тыуғанмын ерҙә ғүмрем буйы,

    Атайсал, тип өҙөлөп янырға!

Юҡ! Юҡ! Рәнйетмәнем һис ҡасан да

Ата-бабаларҙың рухын…

Маҡтап йырлармын мин улар данын,

Киң илемдең күркен, ырыҫын!

2) Әңгәмә.

- Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ алып барыла?

- Олатайға булған ихтирам хисе кем исеменән әйтелә?

- Лирик герой беҙҙең дә хисебеҙҙе сағылдырамы?

3) Йомғаҡлау.

“ Ата-олатайҙарҙың даны менән ғорурланыу кәрәк кенә түгел, был хатта бик мөһим һәм мотлаҡ”, - тигән А.С.Пушкин.

2. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  1) Дәрестең үткәрелеү формаһы, исеме.

“ Уҡ, һаҙаҡ һәм … талир тәңкәләр” ( плакат).

  2) Һүҙлек эше ( плакатта)

      Уҡ – ян менән ата торған төҙ нәҙек таяҡ;

      Һаҙаҡ – уҡ һалып йөртә торған һауыт;

      Талир тәңкә – боронғо бер һумлыҡ көмөш аҡса.

  3) Төп шарт:

Элек йыйындарҙа, туйҙарҙа ҡатнашып, һөнәрҙәрен күрһәткән балаларға тәңкәләр биргәндәр. Бөгөнгө дәрестә һеҙҙең белемегеҙҙе лә тәңкәләр менән баһалаясаҡбыҙ. Яуабығыҙға ҡарап тәңкәләр аласаҡһығыҙ.

   4) “Өлөшөңә төшкән көмөшөң” уйыны ( аҡ сәскә таждарындағы һорауҙарға яуап бирергә)

Һорауҙар:

1.     Драмалағы төп тема – патриотизм темаһы – ниндәй образдарҙа яҡтыртыла?

2.     Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһы нимә тураһында?

3.      Француз илбаҫарҙарына ҡаршы алып барылған Ватан һуғышы тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһең, ниндәй кинофильмдар ҡарағаның бар?

4.     “ Ҡаһым түрә” драмаһында халыҡтың патриотизмы нисек сағылдырыла?

5.     “Ҡаһым түрә” драмаһы ҡасан яҙылған?

6.     Ҡаһым түрә үлер алдынан үҙ халҡына нимә тип өндәшә?

7.     Халҡыбыҙға башҡорттарым тип өндәшкән тағы ниндәй арҙаҡлы шәхестәрҙе беләһең?

8.     Драмала башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡ ниндәй образдар аша сағылдырыла?

3. Яңы темаға инеш.

1) һорау-күпер.

  Уҡыусылар, 1812 йылғы Ватан һуғышына, Ҡаһым түрәгә арналған башҡа әҫәрҙәрҙе беләһегеҙме?

2) Олатайҙарҙың бар тарихы…

 Ваҡыт даръяһы рәхимһеҙ; ул беҙҙең теләгебеҙгә ҡарап тормай, алға ынтыла. Тарих тәгәрмәсе лә кирегә әйләнмәй, һәр үткән көн тарих була бара. Ә кем тарихын белмәй, онота, ул – маңҡорт. Шуға күрә лә бөгөнгө бурыс: үткәндәребеҙ менән һоҡлана һәм ғорурлана белергә, тарихыбыҙҙы башҡалар хөрмәт итерлек итеп күтәрә белергә тейешбеҙ.

3) Бынан 197 йыл элек 1812 йылдың 12 июнендә Рәсәйгә ҡаршы француздар һуғыш башлаған. Яман-яҡшы булһа ла, уртаҡ Ватаныбыҙ һаналған Рәсәйҙе һаҡлап, Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай тартып, дан-шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡан батырҙарыбыҙ бер ваҡыттала халыҡ хәтеренән сыҡмаҫ.

                     Әйҙәгеҙ, тарих төпкөлөнә күҙ һалайыҡ.

                     “ Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында” темаһына сы1ыш тыңлайыҡ ( уҡытыусының сығышы)

4. Яңы тема.

  1) тема;

  2) маҡсат әйтелә;

  3) яҙыусы тураһында биографик белешмә;

  4) әҫәрҙең яҙылыу тарихы.

         а ) Л.Толстойҙың “ Һуғыш һәм солох” әҫәре йоғонтоһо;

         б) архивтарҙа эшләүе;

в) ата- олатайҙар эҙенән йөрөү;

г) 1983 йылда киап булып сыға;

д) әҙәбиәт, сәнғәт яңылыҡтары;

5) әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.

“Төнъяҡ амурҙары” ике китаптан тора. 19 быуат башында башҡорт халҡының тормош- көнкүреше. Кантондарға бүленеш ( 1798 йыл – 11 кантон). Урыҫ армияһы составында башҡорт полктары хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа ҡатнаша. Француздарға ҡаршы һуғышта ҡурҡыу белмәҫ башҡорт полктары айырыуса ҙур батырлыҡтар күрһәтәләр. Романда Ҡаһым түрә етәкселегендәге башҡорт полктарының Бородино һуғышында, Мәскәүҙе азат итеүҙә, Польша, Германия, Франция ерҙәрендә һуғыштарҙағы батырлыҡтары һүрәтләнә.

6) Дәреслек буйынса эш.

   - Ни өсөн башҡорт яугирҙарын француздар “ Төнъяҡ амурҙары” тип йөрөткәндәр?

- Бородино алышында башҡорт яугирҙары нисек һүрәтләнгән?

- Барон генерал де Марбо көндәлектәрендә нимә яҙа?

- Парижда еңеүселәр тантанаһы һәм Александр 1 үткәргән смотр нисек һүрәтләнә?

- Уҡ- һаҙаҡ бүләк тә, дан да, йән дә була алыуы нисек һүрәтләнә?

7) Мәҡәлдәр өҫтөндә эш .

      1. Дошманға үс – һуғышсыға көс.

      2. Ил һаҡлау – ҙурлыҡ, ил баҫыу – хурлыҡ.

      3. Батыр яуҙа һыналыр. Һ.б.

5. Нығытыу.

1) Ҡасан Ватан һуғышы башланған?

2 ) 1812 йылда Башҡортостан ниндәй губернаға ингән?

3) Башҡорттар һуғышҡа нисә полк оҙата?

4) Атлы полк 500 һалдаттан торған. Ә башҡорт казак ғәскәренең командирҙар составы кемдәрҙән торған?

5) Яугирҙың төп ҡоралы нимә булған?

6) Улар нисек һуғышҡан?

7) Башҡорт яугирҙары тураһында генерал де Марбо нимәләр яҙған?

8) Ниңә башҡорттар Гетеға һуғыш ҡоралы бүләк иткәс яҙыусы: “ Бындай ҡоралды минең ише кешеләр файҙалана алмаясаҡ”, - ти?

9) Кенәз Карл Гюнтерға башҡорт егеттәренең ниңә асыуы килә?

10) 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар темаһы ныҡлап өйрәнелгәнме?

6. Йомғаҡлау

     “ Любезники, любизар” йырын тыңлау.

7. Өйгә эш.

  “ 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының батырлыҡтары” темаһына инша яҙырға әҙерләнергә.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку на тему "Я. Хамматов. “Төнъяҡ амурҙары”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по автотранспорту

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 159 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.01.2016 3104
    • DOCX 17 кбайт
    • 13 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тухбатшина Ляйсан Камиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тухбатшина Ляйсан Камиловна
    Тухбатшина Ляйсан Камиловна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 11550
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 490 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 329 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Мини-курс

Искусство звука: путешествие по музыкальным жанрам

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Личность в психологии

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 14 регионов

Мини-курс

Путь к осознанным решениям и здоровым отношениям

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 102 человека из 39 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек