Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока по башкирской литературе "Р.Камал "Таня-Таңһылыу"" (10 класс)

Конспект урока по башкирской литературе "Р.Камал "Таня-Таңһылыу"" (10 класс)

Скачать материал

Башkортостан Республикаhы Ауырғазы районы муниципаль район Таштамаk ауылы  урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

 

 

 

Дәрес темаhы:

Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» әҫәре

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Төҙөнө: башkорт теле hәм әҙәбиәт уkытыусыhы

Сидорова Нәсимә Бәhәмән kыҙы

 

         Дәрес темаһы:  Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» әҫәре.

Маҡсат: Р.Камалдың ижады менән таныштырыу, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп, балаларҙа, бигерәк тә, ҡыҙҙарҙа, милли үҙаң булдырыу, милли рух тәрбиәләү йүнәлешендә эшләү;

- уҡыусыларҙың ижади фекерләү һәләтен үҫтереү.

- Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар! Бөгөнгө оҫталыҡ дәресебеҙҙе Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» әҫәренә нигеҙләнеп үткәрергә булдыҡ.

(Экранда «Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» әҫәре буйынса оҫталыҡ дәресе» тигән яҙыу сығарыла).

1. Әҙәбиәт дәрестәре, иң беренсе сиратта, тәрбиә дәрестәре ул. Улар башҡа бер дәрескә лә оҡшарға тейеш түгел. Шуның өсөн дәрестең  инеш өлөшөнә, психологик көйләнешкә, ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Психологик минутлыҡ йәки көйләнеш уҡыусыларҙың дәрес башында уҡ иғтибарын, уй – фекерҙәрен үтеләсәк темаға, дәрестә күтәреләсәк проблемаға йүнәлтә, туплай, уларҙы уйларға, фекер йөрөтөргә, геройҙарҙың кисерештәрен күңелдәренән үткәрергә мәжбүр итә.

Экранда мәҡәлдәрҙең башы сыға.

Бирелгән мәҡәлдәрҙең аҙағын уҡыусылар әйтеп бөтөрә.

1.                 Ете ҡат үлсә...

2.                 Кәңәшле туй...

-                     Ни өсөн беҙ дәресебеҙҙе был эштән башлайбыҙ?

Бик боронғо замандарҙа, беҙҙең эраға ҡәҙәр үк әле, кешеләр етди мәсьәләләр хаҡында бергә йыйылышып һөйләшергә, кәңәшләшергә яратҡандар. Тора – бара ул ғәҙәт беҙҙең дәүергә лә килеп еткән. Боронғо төрки бабаларыбыҙ уны ҡор тип атағандар. Шунда, етди мәсьәләләрҙе асыҡлап, ҡарарҙар, ҡанундар ҡабул иткәндәр. Ҡорға саҡырылыу – ҙур хөрмәт булып һаналған. Бына бөгөн беҙ ҙә үҙебеҙҙе шундай ҡорҙа тип хис итәйек әле.

Ошондайыраҡ психологик минутлыҡтан һуң дәрестең темаһы һәм маҡсаты әйтелә.

Экранда яҙылған юлдар менән ҡор асыла. Ул дәрескә эпиграф итеп алына.

Кәңәш итеп әйтәм, һеңлем,

Үкенмәҫлек булһын үткәнең.

Ҡырыҫ елдәр ҡаршы иҫһәләр ҙә,

Һулымаһын өмөт гөлдәрең.

                                       (М.Ишметова)

Эпиграф әҫәрҙең темаһын, төп идеяһын аңлауға ярҙамсы сара булып тора.

2.                 (Экранда автор портреты)

Ринат Камалдың биографияһын өйрәнеү барышында уның ижады, һүрәтләү алымдары, яҙыу рәүеше һыҙыҡ өҫтөнә алына. Уларға баҫым яһау әҫәрҙе артабан өйрәнеү өсөн йүнәлеш булып тора. Сөнки Р.Камалдың әҙәбиәткә яңырыу дәүерендә, республикабыҙҙың үҙаллылығын яулау мәлендә килеүе сәбәпле, уның ижады үҙенән алдағы быуын яҙыусыларыныҡынан ярайһы уҡ айырылып тора.

3.                 Дәрес материалын актуалләштереү маҡсатында уҡыусыларға һорауҙар бирелә һәм яуаптары тыңланыла.

(Экранда)

- Әлеге йылдар ниндәй айырым үҙенсәлектәргә эйә һәм был әҫәр ниндәй ижтимағи шарттарҙа яҙылған?

- «Таня – Таңһылыу» әҫәре ниндәй әҙәби йүнәлештә яҙылған?

-  Ни өсөн сентименталь роман тип атала?

Һәр эштең, биремдең, әңгәмәнең аҙағында һығымта яһап китеү мөһим.

4.                 Әҫәргә анализ яһау барышында әҫәрҙең теленә иғтибар ителә. Әҫәрҙә халыҡ мәҡәл - әйтемдәре киң ҡулланыла.

(Экранда)

«Әйтһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ»

«Һөймәгәнгә һөйкәлмә».

«Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын»

«Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит».

«Ситтә лә ситәнгә элеп ҡуймайҙар» һ.б. 

Әҙәбиәт дәрестәрендә халыҡтың ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен ҡулланыу отошло алымдарҙың береһе булып тора. Уҡыусыларҙы ижади эшкә ылыҡтырыу, дәрестә өҫтәмә материал ҡулланыу йәһәтенән мәҡәлдәр уйлап әйтелә. Былай эшләгәндә дәрес йәнле лә, мауыҡтырғыс та үтә. Халыҡ ижады өлгөләрен дәрестең ойоштороу өлөшөндә лә, төп өлөшөндә лә, йомғаҡлау өлөшөндә лә берҙәй уңышлы ҡулланып була. Был осраҡта ла мәҡәлдәр файҙаланыу отошло.

(Зал менән эшләү)

Экранда – мәҡәлдәр:

a.                 Ағас та үҙ нәҫелен үҙ тирәһенә йыя.

b.                 Ағас урмандан йыраҡ үҫһә лә, шунда табан һығыла.

c.                 Һәр йоҙаҡтың үҙ асҡысы.

d.                 Һәр кем ише менән яралған.

e.                 Һәр кемдең үҙ тиңе.

f.                   Һәр кемдең үҙ ҡиблаһы.

Мәҡәлдәрҙе уҡығандан һуң, өйрәнеләсәк әҫәрҙең темаһын, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыҡлау нигеҙендә билдәләнелә. Һеҙ бөгөнгө дәрескә ниндәй тема ҡуйыр инегеҙ?(Зал менән эшләү)

«Милләт яҙмышы» темаһы бөгөнгө дәрестең темаһы итеп экранға сығарыла.

(Экранда) «Милләт яҙмышы»

5.                 Һәр әҫәрҙе өйрәнгәндә һүҙлек эшен үткәреү мотлаҡ.

(Экранда):

Форсат табыу, өлтөрәү, нәзәҡәтле, өнәп еткермәү, ҡыҫтау, балауыҙ һығыу, ҡобара осоу, кафыр, басурманка, нәҫел – нәсәп, бисара, болоҡһоу, күтәрмә, упҡын, өтәҫләү.

Һүҙлек эше уҡыусыларға әҫәрҙең йөкмәткеһен ҡабул итергә ярҙам итә. Был һүҙҙәрҙе контекста ҡулланыу өсөн һүҙҙәр менән һөйләм төҙөп китеү, уларҙың мәғәнәһен асыҡлау, синонимдар табыу мөһим.

Һүҙбәйләнештәргә иғтибар итеү – уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өсөн кәрәкле алым. Һүҙбәйләнештәрҙең дә мәғәнәһе асыҡлана, улар менән һөйләмдәр төҙөп кителә.

6. Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышыр алдынан мотлаҡ проблемалы һорауҙар ҡуйыла. Проблемалы ситуация тыуҙырыу – уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә бер алым булып тора. Уҡыусы яңы «асыш» яһарға әҙерләнә, логик фекерләүгә орлоҡ һалына.

Экранда һорауҙар сыға:

-                     Әҫәр ни өсөн “Таня – Таңһылыу” тип атала?

-                     Таня – Таңһылыу ниндәй ҡыҙ?

-                     Ни өсөн Таня – Таңһылыуҙың яҙмышы фажиғәле тамамлана?

7.Әҫәрҙең йөкмәткеһен нисек аңлауҙарын тикшереп сығыу маҡсатынан әңгәмә ойошторола. Әңгәмә барышында, төркөмдәргә бүлеп, эш бирелә. Был образдарға ҡылыҡһырлама биреү булырға мөмкин йәки сағыштырма анализ биреү. Мәҫәлән,

-                     I төркөм: Фәнисә менән Таня – Таңһылыуҙы сағыштырыу,

-                     II төркөм: Петрик менән Таня – Таңһылыуҙы сағыштырыу,

-                     III төркөм: Петрик менән Полина Сергеевна һәм Николай Григорьевичты сағыштырыу.  

Бындай эш ваҡытты экономияларға, бирелгән әҙ генә ваҡыт эсендә бер нисә образға ҡылыҡһырлама бирергә һәм хатта уларҙы сағыштырырға мөмкинселек бирә. Ә уҡыусылар, үҙ сиратында, сығыш яһарға, үҙ фекерен әйтергә һәм яҡларға, бер – береһенең фекерен тыңларға һәм хатта бәхәскә керергә, фекерен нигеҙләргә, иҫбатларға өйрәнә.

8.Әҫәрҙең төп асылын аңлау өсөн дәреслеккә мөрәжәғәт ителә.

(Экранда түбәндәге һүҙҙәр сыға):

«Юҡ, аңламайым мин Таңһылыуҙы, зиһенем етмәй, үҙенә кемде иш иткән! Ниндәй кеше ул, ҡайҙа нисек тәрбиәләнгән? Ҡайһылай ул Таңһылыуҙан Таняға, Татьяна Владимировнаға әйләнгән? Кем тыуҙырған уны, кем үҫтергән, тәрбиәләгән? Ҡайҙа тыуған ул? Ниндәй күктәр аҫтында йәшәгән? »

Дәреслеккә, әҫәр йөкмәткеһенә нигеҙләнеп, уҡыусыларға проблемалы һорауҙар ҡуйыла.

-                     Таня – Таңһылыуҙың мөхәббәте ниндәй ҡаршылыҡтарға осрай?

-                     Ни өсөн ул ата - әсәһен, дуҫ ҡыҙҙарын, коллегаларын тыңламайынса Петрикка кейәүгә сыға?

-                     Һеҙ Таня – Таңһылыуҙың был аҙымын нисек баһалайһығыҙ?

-                     Таня – Таңһылыу бәхетлеме?

-                     Ҡатнаш ғаиләләргә һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ ниндәй?

Һуңғы һорауға яуап алғанда әҫәрҙә күтәрелгән проблеманы бөгөнгө тормош менән бәйләү бик тә мөһим, сөнки класта ултырған балаларҙың ғаиләләрендә лә шундай проблема торорға мөмкин.

Дәреслек менән эшләүҙе күҙ уңында тотоп, «Таня – Таңһылыуҙың бәхетһеҙлеге нимәлә? » – тигән һорауға яуап эҙләргә ҡушыла.

(Экранда):

«Бихисап илдәр гиҙеп, иҫәпһеҙ – һанһыҙ ер – һыуҙарҙы күреп – кисеп, ярты донъяны айҡап сыҡһа ла, Балтика ярҙарына – Ер сигенә етеп, аяҡтарын һәлендереп ултырһа ла, яҙмышы уны барыбер һиңә алып ҡайтҡан, Түбә. Барыбер һиндә башланып, һиндә килеп осланып ҡуйған юлдары ғәзиз балаңдың. Быныһы – иң мөһиме!.. Иҫләйһеңме икән: ниндәй ҡыҙың, ниндәй затың ине ул? Һиндә тыуған, һиндә тәрбиәләнгән. Нишләп, ҡайһылай ул Таңһылыуҙан Таняға әйләнгән? Һин тәрбиәләгәнһең, ошо күктәр аҫтында тыуған ул... Һине яҡын күрә, кисерә белә, ярата инеме ул? Уны аңлай, кисерә алаһыңмы һуң һин үҙең? Әллә... »

Әллә” һүҙенән һуң ҡуйылған күп нөктәгә иғтибар итәбеҙ.

-«Нимәне әйтеп бөтөрмәгән автор?»

Был һорау уҡыусыларҙы төптән уйларға, ижади фекер йөрөтөргә өйрәтә.

(Экранда):

-                     Был әҫәре менән автор ни әйтергә уйлаған?

-                     Ни өсөн ул романын Таня – Таңһылыу тип атаған?

9. Бирелгән һорауҙарға уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлағандан һуң, видеояҙма күрһәтелә һәм яҙыусының үҙ фекере тыңланыла. (Видеояҙма күрһәтелә). Видеояҙмалар ҡулланыу балаларҙа әҫәрҙе өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, дәресте лә йәнләндереп ебәрә.

Һәр биремдән һуң яһалған һығымта дәфтәрҙәргә яҙыла бара. Был үҙ йәһәтендә уҡыусыларҙың яҙыу телмәрен үҫтереүгә ярҙам итә.

10. Ижади эш.

Әҫәр тамамланған. Таня – Таңһылыуҙың тарихы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик үкенесле тамамлана.

(Экранда:)

Ижади эш.

-                     Әгәр автор булһағыҙ һеҙ әҫәрҙе нисек тамамлар инегеҙ? Ни өсөн? (Көй яңғырай, уйларға ваҡыт бирелә). Яуаптарҙың бер нисә варианты тыңланыла. Бындай ижади эштәр уҡыусыларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә, шәхес булып формалашыуына ла этәргес көс булып тора.

-                     11. Йомғаҡлау.

-                     - Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әҫәрҙең әһәмиәтле яғы нимәлә?

( Яуаптарҙың варианттары:

Кеше күңелен аңларға өйрәтә.

Һәр ваҡыт уйлап эшләргә кәрәклегенә ишара яһай.

Милли үҙаң тәрбиәләй.

Йәмғиәттә булған ҡатнаш ғаиләләрҙең тормошо менән таныштыра.)

Уҡытыусы.

Яҙыусының бөтә өмөтө һеҙ – киләсәк быуын ҡатын – ҡыҙҙары! Милләт яҙмышы һеҙҙең ҡулда! Саф күңелегеҙ, матур өмөттәрегеҙ менән киләсәккә ынтылығыҙ һәм бөгөнгө әҙәби ҡоробоҙҙа үҙебеҙ яһаған һығымталарҙы иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Киләсәктә, уҡытыусы булараҡ, әсәй булараҡ, үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға, балаларығыҙға милли рух орлоҡтары, өмөт өләшерһегеҙ, тип ышанаһы килә.

Әйҙәгеҙ, дәресебеҙҙе ошо шиғри юлдар менән тамамлайыҡ, уны бергәләшеп уҡыйыҡ.

Экран:

Кәңәш итеп әйтәм, һеңлем,

Үкенмәҫлек булһын үткәнең.

Ҡырыҫ елдәр ҡаршы иҫһәләр ҙә,

Һулымаһын өмөт гөлдәрең!

Йомғаҡлап шуны әйтергә мөмкин, совет осоро әҙәбиәтендә рус кешеһе образы сағыу күренә башлай. Яҙыусылар күбеһенсә рус кешеһе образына мөрәжәғәт итәләр, сөнки улар революционер, алға әйҙәүсе, көрәшсе, дуҫ-иптәш, кешелекле, хеҙмәт һөйөүсе, яугир, комсомолец һәм башҡа һыҙаттарҙа күрһәтелеп кителә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирской литературе "Р.Камал "Таня-Таңһылыу"" (10 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Экономист по планированию

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Дәрес темаһы: Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» әҫәре.

Маҡсат: Р.Камалдың ижады менән таныштырыу, уның әҫәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп, балаларҙа, бигерәк тә, ҡыҙҙарҙа, милли үҙаң булдырыу, милли рух тәрбиәләү йүнәлешендә эшләү;

- уҡыусыларҙың ижади фекерләү һәләтен үҫтереү.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 401 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.02.2018 3955
    • DOCX 23.8 кбайт
    • 33 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сидорова Насима Багмановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сидорова Насима Багмановна
    Сидорова Насима Багмановна
    • На сайте: 6 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 9
    • Всего просмотров: 56995
    • Всего материалов: 39

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Мини-курс

Основы управления проектами

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Институциональные основы современного инвестирования

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Договоры и их правовое регулирование

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 13 регионов