Инфоурок Другое Тесты"Контрольно- измерительные материалы по башкирскому языку 5клас"

"Контрольно- измерительные материалы по башкирскому языку 5клас"

Скачать материал

 

КӨҘ КИЛДЕ.

 

Йәмле йәй үтеп китте. Тәбиғәттә көҙ билдәләре күберәк күренә башланы. Болондар ҙа, яландар ҙа үҙҙәренең йәм- йәшел төҫтәрен юғалттылар. Бөтөнләй буш ҡалған иген баҫыуҙары ла көҙ башланыуы ту­раһында хәбәр итә.

Ағастарҙа һары япраҡтар күбәйҙе. Ҡоштар һай­рауҙан туҡтаны. Ҡара ҡарлуғастар һәм торналар йылы яҡтарға осоп киттеләр.  Йәнлектәр донъяһында ла ҙур үҙгәрештәр бар. Уларҙың бөтәһенең дә балалары үҫеп етте һәм үҙ алды­на көн күрә башланы.

Беҙҙе солғап алған тәбиғәт көндән-көн үҙгәрә бара. Хайуандар һәм үҫемлектәр һалҡын ҡышҡа әҙерлә­нәләр. Көндәр ҡыҫҡара. Һәр аҙымда ямғырлы һәм ҡыраулы көндәр яҡынайыуы һиҙелә.

 

Эштәр:

1.     Билдәләнгән һөйләмгә синтаксик анализ эшләргә

2.     Тиң киҫәктәрҙең аҫтына һыҙырға

 

 

 

ЯҢЫ ДУҪТАР.

 

Нәфисә ҡышҡы каникулды ауылда үткәрҙе. Маһи­ра менән Сабира уны өҫтө быяла кеүек булып туңған йылғаға алып төштөләр. Тирмәнгә алып барҙылар, унда бойҙайҙан нисек итеп он яһауҙы күрһәттеләр. Нәфисә ондо үҙ ҡулы менән тотоп ҡараны. Он бик йылы ине. Фермала уға яңы һауып алынған йылы һөт эсерҙеләр.

Иртәгә ҡалаға ҡайтып китәбеҙ тигән кистә Нәфисә атаһы һәм өләсәһе менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Ул яңы иптәштәрен ҡалаға саҡырыуы, уларға ҡалала парктарҙы, музейҙарҙы күрһәтергә теләүе тураһында әйтте.

      Атай, яңы иптәштәремә трамвай күрһәтермен­ме? — тине.

      Уларға ҡыҙыҡ әйберҙәр табырбыҙ, ҡыҙым, саҡыр, — тине атаһы.

Яңы дуҫтары Нәфисәне оҙатырға килделәр.

 

Эштәр:

1.     Текстан өндәш һүҙҙәрҙе табырға

2.     Музейҙарҙы, фермала, уларға тигән һүҙҙәрҙең тамырын, ялғауҙарын билдәләргә


 

ДУҪТАР.

 

Борис менән Камал утрауҙа үҙҙәре генә ҡалған. Улар нимә тураһындалыр шым ғына һөйләшә.

Был утрау бер юғала, бер һыу аҫтынан ҡалҡып сыға. Уға ситке урам малайҙары хужа. Бында улар ниндәй генә серҙәр һөйләшмәй ҙә, ниндәй генә уйындар уйнамай! Йә батыр, йә партизандар командиры, һис юғында атаман булалар. Ошонда ғына Аза­маттың өс тапҡыр Чапай, бер тапҡыр Пугач булғаны бар. Ә Салауат булған саҡтың инде иҫәбе лә, һаны ла юҡ.

Малайҙар һөйләшеп туйҙылар ҙа һыу инергә тотон­долар. Шунда улар төҫө ҡасҡан Азаматты күрҙеләр. Уға ни булған? (Ә. Бикчәнтәев.)

 

Өҫтәлмә эш.

1.     Текстан 5 яңғыҙлыҡ һәм 5 уртаҡлыҡ исемде табырға

2.     Билдәләнгән һөйләмгә синтаксик анализ эшләргә

 

 

 

МАТУРҠАЙҘАР.

 

Беҙҙең өйҙә көн дә төрлө яңылыҡтар, үҙгәрештәр булып ҡына тора.

— Улым, ҡыҙым, уянығыҙ әле! Ҡарағыҙ, оло һарыҡ һеҙҙең икегеҙгә лә матур бәрәстәр килтергән!

Әсәйҙең ҡыуаныслы тауышына уянһаҡ, күҙҙәребеҙ ни күрһен! Ишек төбөнә түшәлгән йәшел бесән өҫтөндә оло һарыҡ үҙенең кескәй генә бәрәстәренең һыртта­рын, ҡорһаҡтарын алмаш-тилмәш ялай.

-         Эй, матурҡайҙар! Береһе — аҡ, икенсеһе — ҡара! Һике йөҙлөгөнә баҫҡан ағайым талпына-талпына сәпәкәй итә.

-         Ҡара бөҙрәкәйе һиңә булыр, улым, ә ағы — Зөбәржәт туғаныңа, — ти әсәй, үҙе шатланып йылмая.

 

Эштәр:

1.     Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙең тамырын һәм ялғауҙарын билдәләргә.

2.     Йәшел тигән һүҙгә фонетик анализ эшләргә

 

 


 

ҠОШ ЮЛЫ.

 

Башҡортмон тигән кеше өс нәмәне белергә тейеш. Беренсеһе — үҙенең ырыуын, ете быуынын. Икен­сеһе — халыҡ йырҙарының тарихын. Өсөнсөһө — йон­доҙҙарҙы айырырға, уларҙың исемдәрен белергә тейеш.

Йондоҙҙар бик күп. Ләкин кешеләргә уларҙың өс меңдән ашыуы ғына күренә. Күктең буйынан буйына һуҙылған яҡты бер һыҙатҡа иғтибар итегеҙ. Был йон­доҙҙар һыҙаты Ҡош юлы тип атала. «Ҡош юлы» тигән хикәйәт тә бар. Имеш, бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торна­лар аҙаша башлаған. Шул саҡ оло торналар, ҡалғанда­рына юл күрһәтеү өсөн, ҡауырһындарын күк йөҙөнә сәскән, ти. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән. Ҡош юлы тигәндәре ана шунан ҡалған, ти.

Эштәр:

1.     Билдәләнгән һөйләмгә синтаксик анализ эшләргә

2.     Үҙ аллы һүҙ төркөмдәренә миҫалдар яҙырға

 

 

Кемдәр шатлана?

Бер ваҡыт Йәмлиха яман сыйылдашып осҡан ҡарлуғастарға ихтибар итә ҡалды. Ҡыйыҡҡа күҙе төштө. Унда күршеләренең оло бесәйе! Йәмлиха йүгереп килде, һөйәп ҡуйылған ҡолғаны эләктерҙе лә ҡараҡ бесәйгә ташланды. Бик ҡаты һелтәнеп йүгерҙе, ләкин бесәй етеҙерәк булып сыҡты. Әммә уның шул һелтәүе әллә күпме ҡыуаныстар тыуҙырҙы, сөнки күктә – ҡарлуғастар, ерҙә әсәһенең итәгенә тағылып йөрөгән малай шатланды.

         Бына ул көйәнтә- биҙрәләрен алды ла һыуға китте. Йәмлиха атлай, уның алдында ғына ҡарлуғастар осоп бара.

         Улар уны ҡоҙоҡҡа тиклем оҙата барҙылар. Бына Йәмлиха һыу алды, ә ҡарлуғастар уның баш осонда әйләнеп торҙолар, бөтмәҫ- төкәнмәҫ шатлыҡтарын һөйләй- һөйләй, серләшеп бергә ҡайттылыр.

 

Шәжәрәңде беләһеңме?

         Боронғоларҙың һәр береһе үҙенең ете быуынын яҡшы белгән. Берәүҙәр ата- бабаларының исемдәрен хәтерендә генә йөрөткән. Икенселәр исемләп яҙа барған. Бына шундай йылъяҙма шәжәрә тип атала ла инде. Хәҙер уны һирәк ғаиләлә генә осратырға була. Ә бит шәжәрәһен белмәгән кеше – хәтерһеҙ тигән һүҙ.

         Борондан ҡалған шәжәрәләр – башҡорт халҡының яҙма ҡомартҡыһы ул. Шәжәрәне берәүҙәр ағас, икенселәр ҡояш рәүешендә эшләй. Ҡайһылары ябай яҙманан ғына ғибәрәт.

 

 

Изложение 

ҠОТҠАРҘЫ

           Фәрит йылға буйында ҡармаҡ һалып ултыра ине. Шул ваҡыт Гөльямал әбей һыу буйына килде лә керҙәр сайҡарға тотондо. Кер сайҡау ҡармаҡ һалыусыға бәлә инде ул. Фәриттең быға кәйефе китте. Бәләкәс Гөлнур ҙа өләсәһенә эйәргән, керҙәр сайҡарға килгән икән. Уныһы тағы ла тыныслыҡ бирмәй.

Фәрит ҡармаҡтарын йыйҙы ла китергә ҡуҙғалды. Шул арала яҡында ғына әллә нәмәнең сулп итеп һыуға төшкәне ишетелде. Күтәрелеп ҡараһа, яр ситендә генә Гөлнурҙың аҡ күлдәге ҡабарып торғанын күрҙе. Фәрит ҡаушап китте. Ләкин шул ваҡытта уҡ ҡармаҡ һаптарын ергә ырғытты ла һыуға һикерҙе. Ҡыҙҙы ике ҡулы менән күтәреп алды ла тиҙ генә ярға менде. Ул арала ҡыҙҙың өләсәһе лә йүгереп килеп етте. Ләкин өләсәһе бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтә алмай ине.

Фәрит бер аяғы менән ергә теҙләнде лә Гөлнурҙы күкрәге менән ятҡырҙы. Унан һуң бер ҡулы менән кәүҙәһен тотоп, икенсеһе менән елкәһенә йомшаҡ ҡына итеп һуҡҡыланы. Шунда ҡыҙҙың йотҡан һыуы ауыҙы­нан кире сыҡты. Фәрит бәләкәс ҡыҙҙы сиҙәмгә ятҡырып, яһалма һулыш алдырырға тотондо. Шунан һуң ҡыҙыҡай иркен һулыш ала башланы һәм илап та ебәрҙе.

Өләсәһе Гөлнурҙы ҡосағына алды ла иркәләй баш­ланы. Гөлнур менән мауығып, әбей Фәриткә бер йылы һүҙ ҙә әйтә алманы. Фәрит ҡармаҡ һаптарын алды ла ҡайтып китте. Уның бөтә еренән һыу аға. Ләкин уга шундай рәхәт, шундай еңел! Баяғы борсолоуҙары бөтөн­ләй онотолған. Ул баланы ҡотҡарыуына шатлана, үҙ-үҙенә күңелле йылмая ине.

 

АУЫР ХЕҘМӘТ

Терпенең энәләренә эләктереп үлән ташыуы хаҡында һәр кемдең ишеткәне барҙыр, һөйләгәндә был эш еңел кеүек булһа ла, эшләгәндә ул терпе өсөн бик үк еңел тү­гел икән.

Мин терпене урманға бәшмәк йыйырға барғанда күрҙем.

Терпе йүгергеләп үлән ташып йөрөй ине. Ул, энәләренә эләктереп, өс япраҡ алып китеп бара. Ике япраҡты ҡабырғаһына, бер япраҡты арҡаһына эләктереп алған. Был йөк бик еңел. Уны терпе хатта һиҙмәйҙер ҙә. Үләнде күп кенә итеп алып китер ине лә бит, ләкин уны энәләргә эләктереүе ҡыйын. Мин ҡыҙыҡһынып әкрен генә терпенең артынан киттем.

Терпенең өйө ҡарт шыршы төбөндәге соҡорҙа икән, ул шунда килеп туҡтаны. Хәҙер үләндәрҙе энәләренән ысҡындырып, өңгә түшәргә кәрәк. Ә уларҙы нисек итеп ысҡындырырға һуң? Аяҡ менән эләктереп булмай, ә теш менән ысҡындырыу тураһында уйларға ла ярамай. Уны һелкетеп тә төшөрөп булмай. Бына бит ниндәй ауыр хәл! Терпе арҡаһын ағасҡа ышҡый башланы. Ҡабырғалағы япраҡтарҙы ул шулай итеп төшөрҙө, ә арҡаһындағыһын төшөрә алмай ҙа ҡуя бит. Арып бөттө, бахырың. Үлән төшмәй ҙә ҡуя.

Терпе бик оҙаҡ маташты, ләкин үләнде ыскындыра алманы. Ул бер урында баҫып торҙо ла:    «Туфф! Туфф!» — тип ҡуйҙы. Был беҙҙеңсә «ох, ах» тигән һымаҡ булалыр инде. Ул тағы ла һуҡмаҡ буйлап кире китте.

Терпе күҙҙән юғалғас, мин уның өңөнә япраҡтар килтереп һалдым.

Терпегә ярҙам итмәй мөмкин түгел ине. Уның эше бик ауыр икән шул.

 

ЛӘЛӘ ҮҪТЕРГӘН ҠЫЯР

Ләләгә инде һигеҙ йәш тулды. Яңы өйгә күсеп, аҙна-ун көн йәшәүгә, Ләләнең үҙенең дә йәшелсә баҡсаһы барлыҡҡа килде. Күрше ағайҙарҙың баҡсаһы янында гына ике төп көнбағыш ултыра ине. Уларҙы ҡыҙыҡай тәүге көндә үк күргәйне инде. Ул көн һайын үҙенең бәләкәй генә биҙрәләре менән көнбағыш­тарға һыу ҡойҙо, уйынсыҡ көрәге менән төптәрен күмде.

Бер көндө Ләлә әсәһенең ашҡа турай торған һуған­дары араһынан йәшел ҡыяҡ сығарған ике баш һуғанды алып сыҡты ла көнбағыштар янына ултыртып ҡуйҙы.

Ләләнең көнбағыштары үҙенән әллә күпмегә бейек булып үҫеп китте. Кутандары ла, бер төптән әллә нисә йәшел ҡыяҡ сығарып, үргә үрләне. Тик бына ҡыярҙың ике һары сәскәһе генә әллә ни эшләп икеһе лә бер-бер артлы һулыны ла ҡуйҙы. Ҡыҙыҡай күпме генә һыу һипһә лә, яңынан күҙҙәрен асманылар.

Ләлә сүгәләп кенә ергә ултырҙы, үҙенең баҡсаһында- гы һулыған сәскәләренә моңһоу ғына ҡарап торҙо. Унан һуң ҡапыл урынынан һикереп торҙо. Уның йөҙөндә шатлыҡ нуры балҡый ине: һулыған сәскәләрҙең төбөндә бәләкәй генә ике йәшел ҡыяр үҫә башлаган.

Бер ҡояшлы иртәлә Ләлә башҡа көндәрҙәгенән ир­тәрәк уянды. Ул йүгерә-атлай тышҡа сығып китте һәм, күп тә үтмәй, ҡояш төҫлө балҡып, ҡулына бер башы аҡһыл, оҙонса йәшел ҡыяр тотоп, килеп тә инде.

— Был ҡыяр минең баҡсамда үҫте. Кин, әсәй, шуны ла белмәйһеңме ни! — ти, Ләлә. Ул, ай-вайға ҡуймай, әсәһен тышҡа алып сыҡты. Көнбағыштарын, һуғанда­рын, ҙурайып килгән икенсе ҡыярын күрһәтте. Уларҙы нисек ҡарап үҫтереүе тураһында һөйләп бирҙе.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Контрольно- измерительные материалы по башкирскому языку 5клас""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Тьютор

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 528 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.01.2021 1126
    • DOCX 25.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Амакасова Айзиля Загитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Амакасова Айзиля Загитовна
    Амакасова Айзиля Загитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 38584
    • Всего материалов: 50

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 157 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 288 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Мини-курс

Общественные движения и организации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Figma: продвинутый дизайн

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 62 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 11 человек

Мини-курс

Организация и планирование воспитательной работы в СПО

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе