Инфоурок Музыка КонспектыМультимедийный урок музыки "Башкирские народные музыкальные инструменты"

Мультимедийный урок музыки "Башкирские народные музыкальные инструменты"

Скачать материал

Тема: Башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралдары иленә сәйәхәт (инеш дәрес).

Маҡсат:

·        уҡыусыларға башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралдары тураһында мәғлүмәт биреү,

·        ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра музыка ҡоралдары тауышы үҙенсәлектәре менән төптән таныштырыу,

·         һаналған инструменттарҙың тауышын бер-береһенән айырырға өйрәтеү,

·         тыуған мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: мультипроектор; компьютерҙар; наушниктар; электромузыкаль инструмент (синтезатор); ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡубыҙ, думбыра; башҡорт милли кейеме; газеталар, медальондар.

Мультимедиа менән йыһазландырыу: «Башҡорт халыҡ милли музыка ҡоралдары» тип исемләнгән 8 слайдтан торған презентация (авторы – Фәйзуллина Т.Р.); ҡурай, ҡумыҙ, думбыра триоһы сығышы видеояҙмаһы; йомғаҡлау этабы өсөн яһалған, уҡыусыларҙың дәрестә алған белемде үҙләштереү кимәлен билдәләүсе компьютер тесты (авторы – Фәйзуллина Т.Р.).

Дәрес барышы

I.                   Ой            оштороу моменты – 1 минут

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Презентация – слайд 1

 

II.                 Темаға инеш. – 1 минут.

 Мин - музыка илендә йәшәүсе Ҡурай ҡыҙымынҠурай олатайым, балаларҙың музыка менән бик ҡыҙыҡһынғандарын белеп ҡалды ла, мине һеҙгә ҡунаҡҡа ебәрҙе. Уҡыусыларҙы башҡорт халҡының изге, наҙлы, моңло тауышлы музыка ҡоралдары менән таныштырырға тип әмер ҙә бирҙе.Слайд 2

 

Уҡыусылар! Һеҙ ниндәй башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән танышһығыҙ? (уҡыусылар яуап бирәләр). Әй, афариндар!

 

III.              Видеояҙма менән эш. 3 минут

Бәлки һеҙ ошо видеояҙмала башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын танырһығыҙ?

    Видеояҙма ҡарау (ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра - яуап).

 

- Афариндар! Тағы ла ҡыл-ҡубыҙ, шаҡылдаҡ, дөңгөр, һорнай исемле инструменттар ҙа бар башҡорт халҡында. (һүрәттәре күрһәтелә). Ә бөгөнгө сәйәхәттә беҙ башҡорт халҡының 4 музыка ҡоралы менән төптән танышасаҡбыҙ.

 

IV.              Инструменттар менән танышыу.15 минут.

1.     Ҡурай менән танышыу.

-         Әйҙәгеҙ эле тылсымлы экранға күҙ һалайыҡ. (проектор менән эш) – Презентация – слайд 3 ( ! Презентацияла музыкаль әҫәрҙәр яңғырай, тауыш көсәйтеүсе колонкалар  булыуы кәрәк).

 

 

 

 

-         Беренсеһе, әлбиттә…(уҡыусылар слайдҡа ҡарап яуап ҡайтаралар – слайд 3). Әйе, ҡурай! Башҡорт халҡының тынлы милли музыкаль инструменты.  Ишеткәнегеҙ бармы был серле музыка ҡоралында уйнағандарын. Урал тауҙарында үҫкән ябай үләндән яһалған ҡурай ниндәй моңло тауыш сығара! Уны хатта француздар ҙа яратып тыңлайҙар икән. Йә, күрһәтегеҙ әле, нисек уйнайҙар был инструментта. Әйе, өрөп. Шуға ла был инструментты тынлы инструменттар төркөмөнә индерәләр.Әйҙәгеҙ әле тағы ла берҙе ҡурай моңон тыңлап алайыҡ (музыка тыңлау).

-         Ҡурай уйнаған көй нимә тураһында һөйләй икән, уҡыусылар?

Уҡыусылар яуабы – тыуған ил тураһында, уның киңлеге, иркенлеге тураһында.

-         Экранда күргән ҡурайсыны бәлки таныйһығыҙҙыр? Ул Азат ағай Айытҡолов. Иң оҫта, иң танылған ҡурайсыларҙың береһе. Әле беҙ тыңлап үткән көйҙө ошо ағай башҡарҙы ла инде.

 

 

2.               Ҡумыҙ менән танышыу.Презентация – слайд 4

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

-         Киләһе танышасаҡ музыка ҡоралы – ҡумыҙ тип атала (инструментты күрһәтеү, уҡыусылар тотоп ҡарарға мөмкин). Был бәләкәй генә инструмент та шундай күңелгә үтеп инерлек моң сығара. Ҡумыҙға оҡшаш музыка ҡоралы ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡтар ҙа ла бар. Был музыка ҡоралын күп халыҡтар үҙ иткән. Әйҙәгеҙ әле, ҡумыҙ моңон тыңлап алайыҡ (музыка тыңлау).

-         Был көйгә бейеп буламы икән?   Әйҙәгеҙ,   бейеп ҡарайыҡ. (Ҡумыҙ көйөнә бейеү ).

-         Бик талғын ғына бейеү килеп сыға, әйе бит.

Республикабыҙҙа иң оҫта ҡумыҙсы – Роберт ағай Заһретдинов.

3.     Ҡыл-ҡумыҙ менән танышыу.Презентация – слайд 5

-         Уҡыусылар! Ә был музыка ҡоралын нимәгә оҡшатаһығыҙ? (скрипкаға)

-         Әйе. Шул уҡ оҡшаш корпус, смычок тигәне лә бар. Ләкин ҡыл-ҡубыҙҙың тауышы ҡалыныраҡ, байыраҡ. Әйҙәгеҙ әле, был серле инструменттың моңон тыңлайыҡ. (музыка тыңлау).

-         Нисек? Оҡшанымы?Нимә тураһында йырай икән ҡыл-ҡубыҙ? (балалар яуап бирәләр – күңелһеҙерәк, һағыныу тураһында).

-         Афарин, уҡыусылар! Һеҙҙең турала Ҡурай олатайға һөйләйәсәкмен. Ниндәй аҡыллы, үҙ илен, мәҙәниәтен яратҡан шәхестәр үҫеп килә тип ҡыуаныр әле бына.

4.     Думбыра менән танышыу.Презентация – слайд 6

-         Был музыка ҡоралының ҡылдары бар һәм унда сиртеп уйнайҙар. Әйҙәгеҙ әле, музыка уйнағанда, беҙ ҙә ҡулдарға думбыра тотоп уйнап ҡарайыҡ.

-         Ҡайһылай килештереп уйнайҙар һуң. Афариндар!

V.                 Уйнап алыу. Ял итеү.  3 минут

-         Уҡыусылар! Ҡурай олатай һеҙгә күстәнәс ебәргән. Әйҙәгеҙ, бергәләп уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә музыкаль әҫәр ҡуям. Был әҫәрҙә беҙ танышып үткән ҡурай, ҡумыҙ , ҡыл-ҡумыҙ, думбыра алмашлап та, бергә лә уйнап китәләр Беҙҙең 1-се рәт – ҡурайсылар булһын, 2 – ҡумыҙсылар, 3 – ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусылар, 4 – думбырала сиртеүселәр. Һәр рәт үҙенең музыка ҡоралын ишетһә, уйнай башлай. Аңланығыҙмы? Музыка ҡуйыла, балалар музыка ҡоралдарында уйнауҙы күрһәтәләр.

1)     Ҡумыҙ башлай

2)     ҡурай, думбыра ҡушыла

3)     ҡыл-ҡубыҙ.

VI.                 Белемде үҙләштереүҙе тикшереү. Компьютерҙа музыкаль тест башҡарыу.

      !(Был музыкаль тесты үтәр өсөн тауыш көсәйтеүсе колонкалар кәрәк. Әгәр һәр 2 баланы бер компьютерға ултыртыу, наушниктар менән тәьмин итеү мөмкинселеге булмаһа, музыкаль тесты бөтә класс менән ҙур экран аша үтәргә мөмкин.!Тест башында “Включить все содержимое” тигән түңәрәкте һайлар кәрәк). 5 минут

-         Компьютерҙа ниндәй музыка ҡоралы көйөн ишетәһегеҙ, шул инструментты һайлап, мышкаға баҫаһығыҙ. Аңлашылдымы? Тимәк, башлайбыҙ.

1-cе бит

 

2-се бит

 

3-сө бит

 

4-се бит

 

Компьютер һөҙөмтәне сығара. Уҡытыусы һәр баланың һөҙөмтәһен ҡарап сыға, яҡшыларҙы  билдәләп үтә.

 

VII.           “Ҡурай” йырын өйрәтеү. 15 минут

Йырҙың һүҙҙәре - слайд 7.

 

1.     Тауыш көйләү.

-         “Ҡурайҙа оҫта уйнайым” һүҙҙәренә күнегеү (полутондар буйлап менеү, төшөү).

2.     Йырҙы йырлап күрһәтеү.

 

3.      Иске юллап йырҙың көйөн өйрәнеү.

4.     Уҡытыусы менән бергәләп йырҙы башҡарыу.(уҡытыусы синтезаторҙа уйнай).

 

VIII.         Йомғаҡлау. 2 минут

-    Уҡыусылар! Ҡайһылай аҡыллы, уңған икәнһегеҙ! Ҡурай олатай һеҙгә бәләкәй генә күстәнәстәр ҙә ебәрҙе (медальондар, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары тураһында буклеттар таратыу ). Ә башҡорт халыҡ инструменттары менән танышыуыбыҙҙы киләһе сәйәхәттә дауам итербеҙ.

-         Миңә бөгөнгө дәрес, уҡыусыларҙың актив, дәртле булыуҙары бик оҡшаны. Ә һеҙгә дәрес оҡшанымы? (балалар яуабы)

-         Киләһе осрашҡанға тиклем, дуҫтарым! Ҡурай олатайым янына ҡайтайым инде. Бөгөнгө cәйәхәт тураһында һөйләйһе бар бит әле. Һау булығыҙ!

Презентация – слайд 8

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Мультимедийный урок музыки "Башкирские народные музыкальные инструменты""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор детского оздоровительного лагеря

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 244 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.12.2016 2565
    • DOCX 7.2 мбайт
    • 33 скачивания
    • Рейтинг: 3 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Файзуллина Танзиля Рауфовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Файзуллина Танзиля Рауфовна
    Файзуллина Танзиля Рауфовна
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5131
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности педагога дополнительного образования при обучении игре на скрипке

Преподаватель игры на скрипке

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности педагога дополнительного образования при обучении академическому вокалу

Преподаватель академического вокала

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Курс профессиональной переподготовки

Музыка: теория и методика преподавания в сфере дополнительного образования

Педагог музыки

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 89 человек

Мини-курс

Общие понятия и диагностика антивитального поведения

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Комплексный подход к работе с детьми с тяжелыми нарушениями развития

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Прощение и трансформация: освобождение от родовых программ и травм

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 179 человек из 56 регионов
  • Этот курс уже прошли 52 человека