Инфоурок Другое КонспектыӘҙәп төбө - матур ғәҙәт. Дәрес өлгөһө.

Әҙәп төбө - матур ғәҙәт. Дәрес өлгөһө.

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы

                                    Ҡырмыҫҡалы районының

Мөкәй урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль ҡаҙна дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

«Әҙәбиәт –әҙәп донъяһы»

темаһына 5 кластар өсөн дәрес планы

 

Төҙөүсеһе: Юлдашбаева Лилиә Азамат ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                                                                                  

                                                         Мөкәй-2015

 

Дәрес барышы

I.                  Психологик инеш:

Уҡытыусы:   Һаумыһығыҙ, уҡыусылыр!

           Слайд:  Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым!

                                        Һаумыһығыҙ,  уҡытыусым!

                                        Мин сәләмәт, мин матур,

                                        Салауат кеүек батыр!

Уҡытыусы:  Афарин! Берберебеҙгә ҡарап  йылмайып,  яҡшы кәйефтәр теләп дәресебеҙҙе башлайыҡ. Дәфтәрҙәрҙҙе асып бөгөнгө датаны яҙып ҡуябыҙ.

-   Өйгә эшкә нимә бирелгән ине?

-               Шулай, үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән балалар өсөн яҙылған шиғырҙар менән танышып үткән инек. Хәҙер һеҙҙең шиғырҙарҙы тыңлап үтәйек.  (балалар шиғыр уҡый)

-               Балалар, һеҙгә ҡайһы шиғыр нығыраҡ оҡшаны? Ә миңә  _________ уҡыған шиғыр оҡшаны. Был шиғырҙың нигеҙе булып нимә тора?

-               Ә нимә була ул мәҡәл?

-               Дөрөҫ, мәҡәл ул, ҡыҫҡа ғына итеп әйтелгән тос фекер. халыҡ ижадының башҡа жанрҙарынан айырмалы рәүештә, мәҡәлдәр теге йәки был фекерҙе көсәйтеү, раҫлау йә булмаһа кире ҡағыу өсөн телмәр ағышына индерелә. Уларҙы ҡулланыу фекергә ҡеүәт, телмәргә йәм өҫтәй. Шуға ла боронғолар, мәҡәлде ололап, уның тормоштағы әһәмиәтен билдәләп, “Йөҙ күрке – һаҡал, һүҙ күрке - мәҡәл”, “Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ” тип әйтеп ҡалдырған.

-               Мәҡәлдең мәғәнәһен дөрөҫ аңлау мөһим. Был шиғырҙа беҙгә бөтөн нимәне лә сәсеп үҫтереп булмау тураһында һүҙ бара. Яҡшылыҡ, изгелек, матурлыҡ өлөшергә өндәй был мәҡәл. Бына Абдуләзиз уҡыған шиғырҙа ла шундай уҡ хәл күҙәтелә. Шиғырҙағы балалар мәҡәлдең асылына төшөнөп етмәгәнлектән ҡыҙыҡ хәлгә тарығандар.

-               Шулай итеп, нимә ул мәҡәл? Мәҡәл ул ҡыҫҡа ғына итеп әйтелгән тос фекер. Мәҡәлдәр телмәрҙе йәнләндереү, ниндәйҙер фекерҙе раҫлау йә иһә иңҡар итеү өсөн ҡулланалар. Юҡҡа ғына “Йөҙ күрке - һаҡал, һүҙ күрке- мәҡәл ”, “Мәҡәлле һүҙ-аҡыллы һүҙ ” тип әйтмәгән бит ололар.

-               Ул мәҡәлдәрҙе һеҙ күберәк кемдәрҙән ишетәһегеҙ?

-               Һеҙ үҙегеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

-               Афарин, бик матур мәҡәлдәр әйттегеҙ! Бына һеҙ һанап үткән мәҡәлдәр нимәгә өйрәтә ул? (тәртипле, тыйнаҡ, ғәҙел, тырыш, эшһөйәр, илһөйәр…)

-               Шулай балалар! Бер һүҙ менән дөйөмләштереп  әйткәндә әҙәпкә өйрәтә. Әҙәп төбө-матур ғәҙәт, тигән бик матур мәҡәл яңғыраны, әйҙәгеҙ шул мәҡәлде бөгөнгө дәрестең темаһы итеп алайыҡ. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө дәрестең темаһын яҙып ҡуябыҙ. Ниндәй кешене әҙәпле тип әйтәләр? Әйҙәгеҙ әле  һеҙҙең менән әҙәпле кешенең формулаһын төҙөп үтәйек, Бының өсөн беҙгә уны  аныҡлаусы сифаттар эҙләрбеҙ. (схема төҙөү). Таҡтаға ҡарағыҙ әле, нимә килеп сыҡты? Дөрөҫ балалар – ҡояш. Ҡояш ни эшләй? (Йылыта, яҡтырта, нур өлөшә,) Әҙәпле кешеләр ҙә ҡояш кеүек  бар донъяға йәм бирә.

-               Борон боронодан әҙәпле кеше ихтирамға лайыҡ булған. Шуға күрә бала тыуғас та уны әҙәпле булырға өйрәтәләр. Бишек йырҙары, һамаҡтар, мәҡәлдәр, ғөмүмән әйткәндә, балалар өсөн яҙылған һәр бер әҫәр тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

-               Әйҙәгеҙ балалар һеҙҙең Ләлә исемле ҡыҙ менән танышып үтәйек. Ләләне әҙәпле бала тип әйтеп буламы?  Ә уның дуҫтары әҙәплеме? Ләләнең дуҫтары урынында һеҙ нимә эшләр инегеҙ?

-               Ә һеҙ үҙегеҙ әҙәплеме, бәләкәстәрем?

-               Ниндәй кеше әҙәпле була?

-               Әҙәпле кеше нисек кейенә? Нисек һөйләшә?

-               Дөрөҫ балалар! Әҙәпле кеше матур, бөхтә итеп кейенә, ул һәр саҡ итәғәтле, тыныс итеп һөйләшә. Бер ваҡытта ла ҡысҡырмай, телмәрендә тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмай. Мәҡәлдәр ҙә шуны һөйләй: татлынан-татлы –яҡшы һүҙ, затлынан затлы-яҡты йөҙ .

-                Дәресте беҙ ниндәй шиғыр менән башлаған инек балалар?

Һаумы ҡаяш, Һаумы дуҫым,

Һаумыһығыҙ уҡытыусым,

Мин сәләмәт, мин матур

Салауат кеүек батыр!

-   Афарин, зирәктәрем! Һеҙ “һаумыһығыҙ”һүҙен нисек аңлайһығыҙ? Ниндәй һүҙҙән алынған ул?

-   Ә һеҙ беләһегеҙме, төрлө илдәрҙә төрлөсә һаулыҡ һорашалар.

-    Һиндостанда, мәҫәлән, ҡулды тәүҙә маңлайға унан йөрәккә һалалар. Был: “Минең уйҙарым һәм йөрәгем һеҙгә тигәнде аңлата.” Африкала иһә, “Мин һине күрәм” тип сәләмләгәнгә,  “мин дә һине күрәм” тип яуап бирәләр. Ә беҙ нисек иҫәнләшәбеҙ?

-   Дөрөҫ, уҡыусылар, шуның өсөн,  (Открытка таратам) бына һеҙгә минән кескәй бүләк. (Балалар рәхмәт әйтәләр) Балалар, бүләкте ҡабул итеп алғанда мин һеҙҙән йәнә бер тылсымлы һүҙ ишеттем. Нисегерәк яңғырай ул, әйҙәгеҙ ҡысҡырып матур итеп , бергәләп тағы шул һүҙҙе әйтәйек.

-   Әйҙәгеҙ әле  В.А. Сухомлинскийҙың “Ни өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк”  тип аталған хикәйәһен уҡып үтәйек.

Урман юлыннъан ике кеше – бабай һәм малай бара. Көн эҫе. Уларҙың һыу эсәһе килде.

Юлсылар кескәй генә инеш янына килеп еттеләр. Тын ғына сылтырап һалҡын һыу аға. Бабай менән малай ейелеп һыу эстеләр.

-         Һыуың өсөн рәхмәт һиңә, инеш, - тине бабай.

Малай көлөп ҡуйҙы.

-         Һеҙ ни өсөн инешкә “рәхмәт” тип әйттегеҙ?,- тип һораны ул бабайҙан.- инеш бит тере йән түгел, кл һеҙҙең әйткәнде ишетмәй ҙә, аңламай ҙа. 

-         Уныһы шулай. Әгәр һыуҙы бүре эскән булһа, ул рәхмәт әйтмәҫ ине. Беҙ бит бүре түгел- беҙ-кешеләр.   – кешеләр. Кешенең ни өсөн рәхмәт әйткәнен һин беләһеңме? Уйлап ҡара әле: был һүҙи кемгә кәрәк.

   Малай уйға ҡалды. Уның ваҡыты күп, бараһы юл йыраҡ...

-         Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, малай нимә тураһында уйлай? “Рәхмәт” әйтеү кем өсөн кәрәк? Дөрөҫ,  тылысмлы һүҙҙәрҙе ҡулланыу әҙәплелек күрһәткесе. Ә әҙәпле булыу иң тәүҙә үҙебеҙ өсөн кәрәк. Сөнки беҙҙең изге эшебеҙ, һүҙебеҙ яҡшылыҡ булып ҡайта.

-         Арынығыҙмы? Әйҙәгеҙ бер аҙ уйнап, ял итеп алайыҡ. Ике командаға бүленәйек, беренсе команда “бәпембәләр ” командаһы булһын, икенсеһе “күбәләктәр” көй башланыу менән сиратлап таҡтаға язылған командаға тылсымлы һүҙҙәр яҙабыҙ. Бер минут эсендә ҡайһы команданың һүҙҙәре күберәк була, шул команда – еңеүсе. Башланыҡ.

-         Балалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән яҡташыбыҙ Рәсих ағайығыҙ Ханнановтың “Тартай теленән табыр” тип аталған хикәйәһе менән танышып үтәсәкбеҙ. Һеҙ уның ниндәй әҫәрҙәре менән танышһығыҙ (Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, “Кешегә баҙ ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң”)

-         Рәсих олатайығыҙ Ханнанов Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында 28 октябрь 1921 йылда тыуған. Шаһит Хоҙайбердин, Әнғәм Атнабаев, С. Юлаев исемендәге премиялар лауреаты. (Слайд)

-         Әйҙәгеҙ тыңлап үтәйек. Уҡыусылар, текста Әхмәттең әсәһе менән һөйләшкән урынды табып уҡыйыҡ әле. Тартай теленән табыр тигән мәҡәлде һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Ә һеҙ үҙегеҙ әхмәт хәлендә ҡалғанығыҙ юҡмы?

Йомғаҡлау:

-         Балалар, Рәсих олатайҙың был Хикәйәһе генә түгел, мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар, эпостар, хикәйәләр, ғөмүмән әйткәндә бөтөн әҫәрҙәр беҙгә әҙәпле, итәғәтле, ғәҙел булырға, әҫәрҙәге геройҙар миҫалында аҡтан – ҡараны, ямандан – яҡшыны айырырға өйрәтә. Әҙәбиәткә яҡын кеше бер ҡасан да әҙәпһеҙ булмай, сөнки әҙәбиәт ул әҙәп донъяһы.

Рефлексия

-         Уҡыусылар бөгөн дәрестә беҙ ним ә тураһында һөйләштек? Ниндәй мәҡәлдәр яңғыраны бөгөнгө дәрестә? Рәсих олатайығыҙ Ханнанов ниндәй райондан? Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Өйгә эшкә һеҙгә “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленер” темаһына инша яҙып килергә. Һеҙ үҙегеҙ ҡырын эш эшләгәнегеҙ булдымы? Бының өсөн һеҙгә эләктеме? Шуның турала яҙып килерһегеҙ. (Баһалау)

-         Иғтибарағыҙ өсөн рәхмәт! Һаубулығыҙ!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Әҙәп төбө - матур ғәҙәт. Дәрес өлгөһө."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель службы приёма заявок

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 075 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.03.2019 1979
    • DOCX 23.1 кбайт
    • 18 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ишкарина Фания Касымовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ишкарина Фания Касымовна
    Ишкарина Фания Касымовна
    • На сайте: 5 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4647
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Мини-курс

Эмоциональная связь между родителями и детьми

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 44 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Финансовый анализ

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 12 регионов

Мини-курс

Искусство и техника: совершенствование в художественной гимнастике

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе